Тарихи Башҡортостан ҡалалары исемлеге
Уҡыу көйләүҙәре
Тарихи Башҡортостан ҡалалары исемлегенә Тарихи Башҡортостан территорияһында урынлашҡан Боронғо донъя һәм Урта быуат ҡалалары керә. Исемлек ике бүлектән тора: беренсе бүлеккә яҙма сығанаҡтар буйынса билдәле булған ҡалалар инә, ә икенсе бүлеккә археология мәғлүмәттәре буйынса билдәле булған торамалар һәм ҡаласыҡтар керә. «Боронғо ҡала» хәҙерге ҡала төшөнсәһенә тап килмәй. Исемлектә ҡалалар билдәләнгән йәше буйынса теҙелгән. Төрлө атамалы булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ҡалалар исемлектә күрһәтелгән башҡа бер ҡала менән тап килеүе мөмкин.
Яҙма сығанаҡтар буйынса билдәле булған ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы | Тасуирлама | Сығанаҡ | Хәҙерге урынлашыуы |
---|---|---|---|
Башҡорт/Өфө-II | Археологик ҡаҙылмалар буйынса беҙҙең эраның V быуатынан билдәле. Ҡайһы бер боронғо карталарҙа һәм яҙмаларҙа телгә алынған ҡала. | Археологик ҡаҙылмалар, Ибн Халдун, Пициганиҙар картаһы, Каталон атласы, Меркатор картаһы, Рычков |
Хәҙерге Өфө ҡалаһы |
Оло Багур/Башғур | Ҡәлғә менән башҡорттарҙың хакимы Ҡарашит идара иткән, ул Уғыҙ хан менән һуғышҡан, унан еңелгән һәм уға яһаҡ түләргә вәғәҙә биргән. | «Уғыҙнамә» дастаны, Рәшит әт-Дин, Әбү әл-Ғази |
Фараз буйынса Башҡорт/Өфө ҡалаһына тура килә |
Гурхан | Ҙур һәм төҙөк ҡала, яҡын тирәлә ер эшкәртелә. Иҙел (Ағиҙел) йылғаһының төньяғында, Немжан ҡалаһынан 8 көн алыҫлыҡта, ә Ҡараҡыя ҡалаһынан йылға буйлап — 8 көн, ҡоро юл буйлап — 16 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. Йылға буйлап сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәр килә. Ҡалала көндәлек ҡулланылған әйберҙәр, шул иҫәптән кәсеп әйберҙәре һәм сәнғәт өлгөләре, шулай уҡ башка төрки илдәрҙә ише күренмәгән күркәм һәм сифатлы эйәрҙәр һәм ҡоралдар эшләнә. Бында Асҡунья батша хакимлыҡ итә, уның күп һанлы ғәскәре, ҡоралы, бихисап ҡәлғәләре булған. | Иҙриси | Фараз буйынса Башҡорт/Өфө ҡалаһына тура килә |
Немжан/Минжан | Бәләкәй сәскә атыусы ҡала. Бында төрки хаким идара итә, уларҙа ябай халыҡҡа һәм аҡһөйәктәргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт арҡаһында атаһынан улына власты тапшырыу традицияһы өҙөлмәй. Был ҡала Суҡан (Яйыҡ) йылғаһы буйында, Гурхан ҡалаһынан 8 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡаланан көнсығышҡа табан һуҙылған Аржика тауҙарында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Бында күп баҡыр сығаралар һәм уны Хәрәзмға, Шаш иленә һәм уғыҙҙарҙың яҡын тирәләге өлкәләренә алып баралар. Шулай уҡ ҡаланан йылға буйлап Каспий диңгеҙе буйында һәм Дайламда юғары хаҡҡа һатыр өсөн төлкө һәм ҡондоҙ тиреләрен сығаралар. Ҡалала керамика әйберҙәрен, шул иҫәптән юғары сифатлы һәм оҙаҡ һаҡланыусы көршәктәр яһала. Суҡан йылғаһы ярҙарында төрлө төҫтәге аҫылташтар осрай, улар араһында лазуриттар бихисап. Йылғала балыҡтарҙың һәм йыландарҙың бер нисә төрҙәре йәшәй, ҡала кешеләренең төп аҙығы балыҡ булған. Тотолған балыҡтарҙың ҙур өлөшөнә тәмләткестәр, тоҙ һибәләр һәм үҙ караптарына тейәп (Суҡан/Яйыҡ йылғаһы—Хәзәр/Каспий диңгеҙе—Иҙел/Волга йылғаһы буйлап) уларҙы Хазар ҡағанлығының баш ҡалаһы Иҙелгә алып барып һаталар. | Иҙриси | Фараз буйынса хәҙерге Орск ҡалаһы тирәһендә |
Ҡараҡыя | Ағас ҡаралтылары һәм кейеҙ тирмәләре булған матур ҡала. Андхара (Ашҡаҙар) йылғаһы буйында, Гурхан ҡалаһынан йылға буйлап — 8 көн, ҡоро юл буйлап — 16 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡалаға йыш ҡына болғарҙар һөжүм итә, улар борон-борондан бер-береһе менән һуғышҡандар. Болғарҙарҙың ерҙәре ҡаланан 16 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. | Иҙриси | Фараз буйынса хәҙерге Стәрлетамаҡ ҡалаһы тирәһендә |
Ҡазира/Ҡастра/Ҡастр | Бәләкәй ҡала. Иҙел (Ағиҙел) йылғаһын ҡушылдығы буйында урынлашҡан. Сауҙагәрҙәр бында һирәк була. Бында бер кемдә булмаған, сөнки урындағы халыҡ уларҙың иле аша үтергә теләгән сит ил кешеләрен үлтерәләр. | Иҙриси | Фараз буйынса хәҙерге Бөрө ҡалаһы тирәһендә |
Мазира/Масра/Мастр | Бәләкәй ҡала. Иҙел (Ағиҙел) йылғаһын ҡушылдығы буйында урынлашҡан. Сауҙагәрҙәр бында һирәк була. Бында бер кемдә булмаған, сөнки урындағы халыҡ уларҙың иле аша үтергә теләгән сит ил кешеләрен үлтерәләр. | Иҙриси | Фараз буйынса Мәрмәр/Аҡташ/Охлебинино-II ҡалаһына тура килә |
Табын/Табуни | Кама һәм Иртыш йылғалары араһында урынлашҡан ҡала, Табын ханлығының үҙәге. Иҙрисиның картаһында (XII) Волга буйы Болғарынан төньяҡ-көнсығышҡа табан билдәләнгән һәм яҙмаларында уның составында тип күрһәтелгән. Ҡала тау башында урынлашҡан һәм уңдырышлы баҫыуҙар менән торамалар менән уратылған. | Иҙриси | |
Биләр | Урта быуат Европаһының иң ҙур ҡалаларының береһе, Волга буйы Болғарының һәм Алтын Урҙаның баш ҡалаһы. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса ҡалаға башҡорт ҡәбиләләре нигеҙ һалған. | Археологик ҡаҙылмалар, башҡорт шәжәрәләре, Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди |
|
Аҡташ/Охлебинино-II | Археологик ҡаҙылмалар буйынса беҙҙең эраға тиклем IV быуатынан билдәле. Волга-Урал төбәгендә иң ҙур археологик ҡаласыҡтарының береһе (майҙаны — 25 гектар). | Археологик ҡаҙылмалар, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев |
Эҫем йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында |
Мәрмәр | Карталарҙа Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан, ҙур әһәмиәтле ҡала булараҡ билдәләнгән. | Пициганиҙар картаһы, Каталон атласы |
Фараз буйынса Аҡташ/Охлебинино-II ҡалаһына тура килә |
��ҡтүбә | Нуғай Урҙаһы хакимы Басман Һаҡмар йылғаһы Яйыҡҡа ҡойған урын янындағы тауҙа ҡалаға нигеҙ һалған һәм Аҡтүбә тип атаған. | «Сыңғыҙнамә», Рычков |
Хәҙерге Ырымбур ҡалаһына тура килә |
Археологик торамалар һәм ҡаласыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Атамаһы | Датировкаһы | Урынлашыуы | Археологик мәҙәниәте |
---|---|---|---|
Мулла | Б.э.т. 100—40 мең йыл | Башҡортостан Октябрьский ҡалаһы территорияһында | Ағиҙел, Ананьин |
Арҡайым | Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡ башы | Силәбе өлкәһе Бреды районы Александровка ҡасабаһы янында | Һынташты |
Һынташты | Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡтың беренсе сиреге | Силәбе өлкәһе Рымникский ҡасабаһы янында | Һынташты |
Берсуат | Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡ башы | Силәбе өлкәһе Наследницкий ҡасабаһы янында | Һынташты |
Ҡуйсаҡ | Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ — 2‑се мең йыллыҡ | Силәбе өлкәһе Еңгәй ҡасабаһы янында | Һынташты |
Устье I | Б.э.т. XX—XVII быуаттар | Силәбе өлкәһе Горный ҡасабаһы янында | Һынташты, Петровка, Алакүл, Бура |
Таналыҡ | Б.э.т. XX—XVII быуаттар | Башҡортостан Хәйбулла районы Хворостянка ауылы янында | Алакүл, Бура, Абаш, Черкаскүл |
Торналы | Б.э.т. 1-се йыллыҡтың башы, б.э. XIII—XV быуаттар | Башҡортостан Салауат районы Торналы ауылы янында | Горохов |
Баланбаш | Б.э.т. 1-се йыллыҡтың икенсе яртыһы | Башҡортостан Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында | Абаш |
Бөрө | Б.э.т. VIII — б.э. VIII быуаттар | Башҡортостан Бөрө ҡалаһы янында | Ананьин, Бахмут, Ҡара Абыҙ, Кушнаренко |
Иткүл I | Б.э.т. VII—VI быуаттар | Силәбе өлкәһе Дауыт ауылы янындағы Иткүлдең төньяҡ ярында | Иткүл, Межа |
Саруа | Иртә тимер быуат һәм иртә Урта быуаттар | Башҡортостан Бөрө районы Саруа ауылы янындағы Ҡалатау түбәһендә | Бахмут, Пьяный Бор |
Камышинка | Б.э.т. VI — б.э. VII быуаттар | Башҡортостан Бөрө районы Камышинка ауылы янында | Ананьин, Бахмут, Ҡара Абыҙ |
Кәкрекүл | Б.э.т. VI — б.э. VIII быуаттар | Башҡортостан Краснокама районы Иҫке Мошто ауылы янында | Ананьин, Пьяный Бор, Бахмут |
Трикол | Б.э.т. VI—IV быуаттар | Башҡортостан Илеш районы Гремучий Ключ ауылы янында | Ананьин |
Юлдаш | Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ уртаһы — б.э. 1‑се мең йыллыҡ уртаһы | Башҡортостан Илеш районы Үрге Юлдаш ауылы янында | Ананьин, Пьяный Бор, Мазунин |
Касьянов | Б.э.т. V—III быуаттар | Башҡортостан Ғафури районы Ҡормантау ауылы янында | Ҡара Абыҙ |
Яңы Ҡабан | Б.э.т. V — б.э. III быуаттар | Башҡортостан Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы янында | Ананьин, Пьяный Бор, Бахмут |
Әнәс | Б.э.т. V—IV — б.э. II быуаттар | Башҡортостан Илеш районы Әнәс ауылы янында | Ананьин, Пьяный Бор |
Торатау ҡаласығы | Б.э.т. IV — б.э. VII быуаттар | Башҡортостан Краснокама районы Баҫҡытау ауылы янында | Ананьин, Пьяный Бор, Бахмут |
Ҡара Абыҙ | Б.э.т. IV — б.э. VII быуаттар | Башҡортостан Благовещен ҡалаһы янында | Ҡара Абыҙ, Бахмут |
Абдулла | Б.э.т. IV—III быуаттар | Башҡортостан Мәсетле районы Абдулла ауылы янында | Горохов |
Табын | Б.э.т. IV—III быуаттар | Башҡортостан Ғафури районы Табын ауылы янында | Ҡара Абыҙ |
Шайтан/Өфө I | Б.э.т. IV—III быуаттар | Башҡортостан Өфө ҡалаһы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы территорияһында | Ҡара Абыҙ |
Биктимер | Б.э.т. IV—III быуаттар | Башҡортостан Бөрө районы Яңы Биктимер ауылы янында | Ҡара Абыҙ |
Нуғай | Б.э.т. IV—II быуаттар | Башҡортостан Өфө ҡалаһы Нуғай ауылы янында | Ҡара Абыҙ |
Серёнькин | Б.э.т. II — б.э. III быуаттар | Башҡортостан Илеш районы Гремучий Ключ ауылы янында | Пьяный Бор |
Торатау | Б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се яртыһы, VIII—IX быуаттар, XIII—XIV быуаттар | Башҡортостан Торатау шиханы түбәһендә | Ҡараяҡуп, Сейәлек |
Иҫке Мошто/Ҡыҙҡалатау | III—IV быуаттар | Башҡортостан Краснокама районы Иҫке Мошто ауылы янында | Ананьин, Бахмут |
Өфө II | IV—XVI быуаттар | Башҡортостан Өфө ҡалаһы | Бахмут, Ҡараяҡуп, Турбаҫлы |
Йомаҡай | IV—VII быуаттар | Башҡортостан Борай районы Йомаҡай ауылы янында | Бахмут |
Баръяҙы | V—VII быуаттар | Башҡортостан Ҡалтасы районы Баръяҙы ауылы янында | Бахмут |
Йөгәмеш | V—VII быуаттар | Башҡортостан Яңауыл районы Йөгәмеш ауылы янындағы Ҡалатау түбәһендә | Бахмут |
Ҡаҙаҡлар | V—VII быуаттар | Башҡортостан Дүртөйлө районы Ҡаҙаҡлар ауылы янында | Бахмут |
Имәндәш | VII—XII быуаттар | Башҡортостан Ғафури районы Имәндәш ауылы янында | Ҡараяҡуп, Кушнаренко, Турбаҫлы |
Иҫке Ҡалмаш/Ҡала-Тау | VII—IX быуаттар | Башҡортостан Саҡмағош районы Болғар ауылы янында | Ҡараяҡуп, Кушнаренко |
Таптыков | VII—VIII быуаттар | Башҡортостан Өфө районы Таптыков ауылы янында | Ҡараяҡуп |
Ҡараяҡуп | VIII—IX быуаттар | Башҡортостан Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы янында | Ҡараяҡуп |
Суҡраҡлы | VIII быуаттың икенсе яртыһы — IX быуат | Башҡортостан Шишмә районы Суҡраҡлы ауылы янында | Ҡараяҡуп |
Берек-Алға | XIV быуат | Башҡортостан Бәләбәй районы Берек-Алға ауылы янында |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахметзаки Валиди Тоган. История башкир / Перевод с турецк. А. М. Юлдашбаева; авт. вступ. статей А. М. Юлдашбаев, И. Тоган. — Уфа: Китап, 2010. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
- Буканова Р. Г. Города-крепости на территории Башкортостана в XVI—XVII вв. — Уфа: Китап, 2010. — 264 с. — ISBN 978-5-295-05078-7.
- Вахитов Р. Города башкир средневековья // Ватандаш. — 2016. — № 1. — С. 84—105. — ISSN 1683-3554.
- Исянгулов Ш. Н. Предания и легенды «акташского» цикла как исторический источник (из истории башкир в домонгольский период). — Уфа: Гилем, Башк. энцикл., 2015. — 188 с. — ISBN 978-5-295-05078-7.
- Мажитов Н. А., Султанова А. Н., Сунгатов Ф. А. Башкирские города по арабским источникам IX-X вв. // Вестник Академии наук Республики Башкортостан : журнал. — 2008. — Т. 2. — № 13. — С. 44-48.
- Мажитов Н. А., Султанова А. Н., Сунгатов Ф. А. Исторический Башкортостан (V—XVI вв.) — страна городов // Проблемы востоковедения : журнал. — 2009. — № 1(43). — С. 43—50. — ISSN 2223-0564.
- Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2010. — 496 с. — ISBN 978-5-295-05078-7.
- Хамидуллин С. И. К вопросу о названии средневековой Уфы // Ватандаш. — 2015. — № 6. — С. 20—26. — ISSN 1683-3554.
- Юсупов Ю. М. История Башкортостана XV—XVI вв. (социально-политический аспект). — Уфа: Гилем, 2009. — 192 с. — ISBN 978-5-7501-1014-8.
- Юсупов Ю. Письменные источники о городах средневековой Башкирии // Ватандаш. — 2009. — № 11. — С. 37—40. — ISSN 1683-3554.