Эстәлеккә күсергә

Рәшит әд-Дин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәшит әт-Дин битенән йүнәлтелде)
Рәшит әд-Дин
фарс. رشیدالدین فضل‌الله همدانی
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Государство Хулагуидов[d]
Тыуған көнө 1247[1]
Тыуған урыны Хәмәдан, Иран
Вафат булған көнө 18 июль 1318[1]
Вафат булған урыны Тәбриз, Иран
Балалары Ghiyathu'd-Din ibn Rashid'ud-Din[d]
Һөнәр төрө тарихсы, табип, уйлап табыусы, сәйәсмән, ғалим
Эшмәкәрлек төрө медицина
Биләгән вазифаһы Вәзир
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Rashid-al-Din Hamadani
 Рәшит әд-Дин Викимилектә

Рәшит-әд-дин Фазлуллах ибн Әбү-л-Хәйер Али Һәмәдани (Рәшит-әд-Доулэ; Рәшит әд-Табип — "Рәшит Табип"), дәүләт эшмәкәре, табип һәм ғалим-энциклопедист; Хулагуҙар дәүләте министры (1298—1317). Рәшит әд-Дин Ғазан хан әмере буйынса Монгол империяһы, шулай уҡ Алтын Урҙа хаҡында әһәмиәтле мәғлүмәт ҡалдырған. Рәшит әд-Дин етәкселегендә "Жәми әт-тәуарих" (جامع‌التواریخ) ("Йылъяҙмалар йыйынтығы") тигән ҙур тарихи китап фарсы телендә яҙылған. Әлеге хезҙмәт Монгол империяһы, Алтын Урҙа һәм Иран тарихы тураһында мөһим тарихи сығанаҡ булып тора. Рәшит әд-Диндең хаттары шулай уҡ ҙур тарихи әһәмиәткә эйә.

Рәшит-әд-дин Фазлуллах ибн Әбү-л-Хәйер Али Һәмәдани 1247 йыл тирәһендә иран ҡалаһы Һәмәданда тыуған. Ул бай булмаған йәһүд ғалимдары ғаиләһендә донъяға килгән. Рәшит әд-Диндең олатаһы Мүәффиҡ әд-Доулэ низарит имамы Рукн Дин Хуршах ҡамауында булған.[2] Исмаилит ҡәлғәләре ҡолағандан һуң, 1256 йыл аҙағында үҙенең улы (Рәшиттең атаһы) менән монгол ханы Хулагуға хеҙмәткә күсә.

Рәшит-әд-Дин исламға күсер алдынан (1277 йыл тирәһе, дата бәхәсле) Рәшит-әт-Доулэ булараҡ билдәле булған. Уны 1318 йылда язалағандан һуң башын «„тоғро булмаған йәһүд“те язалау тураһында иғлан итеп», Тәбриз буйлап йөрөткәндәр[3].

Икенсе яҡтан, Рәшит әд-Диндең йәһүд сығышлы булыуы тураһында мәғлүмәт уның дошмандары лагерынан килгән һәм шуның өсөн шик тыуҙыра.[4] . Эш шунда: 1289 йылда илхан Арғунда вәзир булып хеҙмәт иткән (1284-1291) һәм момолмндар күрә алмаған йәһүд сауҙагәре Сәйет әд-Доулэ (1291) язаланғандан һуң уны йәһүд тип ғәйепләү Рәшит әд-Диндең яманатын һатыуҙа иң дөрөҫ алым булған. Нисек кенә булмаһын, һарайҙа хеҙмәт иткән дәүерендә Рәшит әд-Дин үҙен шәфиит тармағына ҡараған ихлас мосолман-сөннисе — ул саҡтағы фарсы гражданлыҡ бюрократияһы мөхитендә өҫтөнлөк иткән идеологияның тоғро вәкиле итеп күрһәткән.

Абака-хан идара иткән осорҙа дәүләт хеҙмәтен башлай (1265—1282). Ғазан хан дәүерендә (1295—1304) әйҙәүсе роленә күрһәтелгән, ғәмәлдә вәзир вазифаһын биләгән, һәм мөһим иҡтисади реформаларҙы тормошҡа ашырған. Олжейта хан заманында (1304—1316) дәүләт идаралығының беренсе кешеһе булған. Әбү Сәйед Баһадур хан хакимлығы башында(1316—1335) сәйәси дошмандарының интригалары арҡаһында власты ҡулынан ысҡындырған, ә һуңынан ялған ғәйепләү буйынса язаға тарттырылған.

Ғазан илхандың һарай табибы булараҡ (1295—1304), ҡағыҙ аҡсаны әйләнешкә индереү реформаһын уңышһыҙ башҡарған вәзир Садр әд-Дин Хәлидигә ҡағылған хан йәбере һәм уны язалау шауҡымы менән файҙаланып, Рәшит Иң юғары дивандың (1298) — дәүләт менән идара итеүсе төп органдың кәңәшсеһе һәм ике вәзирҙең береһе булып китә. Һәм ике тиҫтә йылдан артыҡ Рәшит әд-Дин дәүләт эштәре башында тора.

Ғазан хан хакимлыҡ итә башлаған саҡта дәүләт тәрән иҡтисади көрсөктә булған.Үҙгәртеү кәрәклеген аңлаған Ғазан хан, тәхеткә ултырырҙан элек, Ноуруз әмир кәңәше менән ислам динен ҡабул иткән һәм шунан дәүләт диненә әйләндергән. Был аҙым уны үҙәк власты нығытыуға ынтылған иран дини һәм дәрәжәле юғары ҡатлам менән яҡынайтҡан. Тоҡомо менән чиновник ҡатламдан булған Рәшит әд-Динде юғары вазифаға ҡуйыуы ла шул маҡсаттан сығып эшләнгән[5]. Рәшит әд-Дин үҙенең йылъяҙмаһында реформаларҙы уҙғарыуҙы тик илханға ғына ҡайтарып ҡалдыра. Әммә Рәшиттең хаттарынан аңлашылыуынса, Ғазан реформалары нигеҙенә уның вәзиренең сәйәси идеялары һалынған.[4] Рәшит әд-Дин үҙәк власты нығытыу яҡлы булған. Низам әл-Мөлөк һәм Мәлик шах I осорондағы Сәлжүктәр дәүләте уның сәйәси идеалы булған[6] Рәшит: илхан һәм монгол элитаһының иран дәүләтселеге традицияһын өйрәнеүен; монгол-төрөк күскенсе юғары ҡатламының үҙәктән ҡасыу ынтылыштарына ҡаршы көрәште; рента-һалым күләмен ныҡлы билдәләү һәм рә’ийәттәр — крәҫтиәндәр һәм ярлы ҡала кешеләренең — һалымын һәм хәлен еңеләйтеүҙе һәм финанс аппаратын һауыҡтырыуҙы; ҡыйралған һуғарыу ирригацион системаһын һәм ауыл хужалығын, һөнәрселекте, сауҙаны һәм ҡала тормошон тергеҙеү кәрәк тип һанаған.

Һалым өлкәһендә мөһим реформалар  үткәрелгән. Откуп хужаларына теге йәки был өлкәнән йыйылған һалым суммаһынан эш хаҡы алыу мөмкинлеге биргән бераттар (ассигновка) таратыу (ваҡытлыса булһа ла) тыйылған. Крәҫтиәндәр тулыһынса бөлгөнлөккә төшкән һәм ҡаҙна ярлыланған. Хәҙер һалым йыйыу менән дәүләт чиновниктары шөғөлләнергә тейеш булған. Ошоноң менән бәйле һәр өлкәлә ҡаты сикләнгән аҡсалата һәм уңыштан өлөшләтә харадж (ер һалымы) һәм купчура (йән башына һалым) күләме билдәләнгән. Мисәт менән нығытылған һалым теҙмәһе Тәбриздә һаҡланған, ә һәр өлкәлә тимер табаҡтарҙа, таш плиталарҙа йә мәсет диуарҙарҙа һалым биҙәктәре дөйөм мәғлүмәт өсөн тәҡдим ителергә тейеш булған. Халыҡтан исемлектә күрһәтелгәндән артыҡ һалым талап итеү тыйылған.

Ғазан хандың көмөш дирһәме

Элекке ғәҙәт буйынса, хан ҡатындарына, батша  улдарына ҡаҙнаны туҙҙырыуға килтергән үҙ йомошо менән  дәүләт сапҡынын (илсе) ебәреү тыйылған. Шулай уҡ крәҫтиәндәрҙе тулыһынса хәйерселеккә илткән ҡуна-ашатыу постойный йөкләмә лә (нузуль), шулай уҡ юҡҡа сығарыла. Батша һунарына киткән сығымдар ҙа кәмегән.

Аҡса системаһы, шулай уҡ үлсәмдәр һәм үлсәү системаһы (т��бриз стандарттар буйынса) тәртипкә һалынған. Төрлө өлкәләрҙә һуғылған тәңкә урынына бөтә дәүләт өсөн индерелгән берҙәм 2,15 грамм көмөш ауырлығындағы дирһәм индерелгән. 6 дирһәм - көмөш динар, ә 10 мең динар — томан тип аталған иҫәп берәмеген тәшкил иткән. Реформалаштырылған аҡса системаһы шул тиклем уңайлы булған, ул тиҙ арала күрше Чагатаидтар дәүләтендә лә индерелгән.

Ҙур ер һуғарыу эштәре ойошторола һәм ташландыҡ ерҙәргә кеше күсереү буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Рәшит әт-Дин бойороғо буйынса, уның улы Жәләл әд-Дин, Рум  хакимы, Малатья районында Ғазан-хандың яңы алпауыт ерҙәрендә 10 тораҡ ерен һуғарыр өсөн Евфрат йылғаһынан канал үткәрергә тейеш булған. Билдәле булыуынса, Рәшит үҙе Ҡарун йылғаһы быуаһын тергеҙеү маҡсатында 700 меңгә яҡын динар аҡса бүлгән (күрәһең, Банд-и-Кейсар — Хузистандағы — «Кесарев быуаһы»).

Шуның менән бергә, 30 йыл мөҙҙәт билдәләп, крәҫтиәндәрҙе ергә бәйләү раҫланған, шул арауыҡта ҡасаҡ крәҫтиәндәрҙе эҙләү һәм кире ҡайтарыу  мөмкин булған. Хеҙмәт һаҡлау сиккән Ауыл хужалығында ҡол хеҙмәтен ҡулланыу рөхсәт ителгән, ә кархандағы (дәүләт оҫтаханаһы) ҡол-һөнәрселәр оброкка күсерелгән. Сөнки уларҙың пактарын идарасылар урлаған һәм етештереү производство файҙа килтермәгән.

Монгол ғәскәре баҫымы аҫтында Ғазан хан ғәскәрҙәр махсус ярлыҡ хан бойороғо менән (1303 йыл) яугирҙарға ер (икта) таратҡан. Ҙур округтар мең баштарына бирелгән, улары йәрәбә буйынса ерҙе йөҙ баштары араһында бүлгән, тегеләре, үҙ сиратында, участкаларҙы ун баштарына бүлгән. Һөҙөмтәлә һәр ябай яугир ҙур булмаған ер биләмәһе (ауыл йәки уның бер өлөшөн) алған.

Һөйләшеүҙәр. Жәми' әт-тәүарих ҡулъяҙмаһынан иллюстрация, XIV быуат

Реформалар һөҙөмтәһендә ил иҡтисады күпмелер күтәрелеш кисерә. Был турала Жәми' әт-тәуарих һәм Рәшит әд-Диндең хаттарынан ғына түгел, ә Нахичевандың башҡа тарихсылар ҡалдырған мәғлүмәт аша беләбеҙ[7] Дәүләттең дөйөм килеме бер йылға 17 миллион динарҙан 21 миллиона динарға саҡлы (монголдарға саҡлы осорҙоң килеме сама менән 100 миллион динар булған) күтәрелгән[8] Реформаларҙың ыңғай тәьҫире хатта Йылайыридтар (1360 йыл тирәһе) ваҡытында ла сағылған. Тарихсылар фекеренсә, тап Ғазан хан һәм Рәшит әд-Дин реформалары арҡаһында Хулагуидлылар дәүләте тағы ла тиҫтәләгән йыл йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта, ерҙәрҙе иктаға киң масштаблы таратыу илдең тарҡалыуына килтергән .[9]

Олджейта осорондағы хәл 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғазан илхандың туғаны һәм вариҫы Олжейт (1304—1316) осоронда реформаларҙан баш алған сәйәси юл һаҡланған. Рәшит әд-Диндә йоғонтоһон һаҡлаған. Һарай чиовниктары даирәһенә хас ғәҙәти интригалар ярҙамында ул үҙенең сәйәси дошмандарын юҡ иткән. Шулай итеп, Рәшит хажи Һибәтулланы һарайҙан алған. Тәүге вәзир Сәйет әд-Дин, Сәүежигә һәм тарафдаштарына таянып, Рәшит әд-Динде властан ситләткән. Таж әд-Дин Алишах Ғиләнигә — ҙур сауҙа компанияһы сауҙагәренә — таянып, Сәйет әд-Динде ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләгән. Олжейта Сәйет әд-Динде ҡулға алырға бойорған. Яргу (суд тикшереүе) ваҡытында ул аҡлана тиерлек, ләкин һуңынан 1312 йылда язаланған[10] Вәзирлек буйынса Рәшит әд-Диндең иптәше итеп Таж әд-Дин Алишах тәғәйенләнгән. Рәшит әд-Дин беренсе вәзир була — документтарҙа уның ҡултамғаһы Таж әд-Диндекенән алда торған.[10] Олжейта хакимлығы дәүерендә Рәшит әд-Дин Һиндостанға Дели солтанаты Ала әд-Дин Хилжиға (1296—1316) барған. Сәфәрҙең маҡсаты билдәһеҙ, Рәшиттең яҙмаларынан солтан уға бик күп ҡиммәтле (көмөш, алтын, тәмләткестәр, кейем) бүләк иткәне һәм Дели солтанатындағы төҙөк дүрт ауылды нәҫелдән-нәҫелгә тапшырырлыҡ, мәңгегә сойургал, биргәне билдәле. Уларҙан килгән төшөм ышаныслы кеше аша йыл һайын Басра ҡалаһына, Рәшит әд-Дингә, тапшырылырға тейеш була. Бынан тыш Гуджарат провинцияһы килеменең бер өлөшө лә уға тәғәйенләнгән.[11]

Власть юғалтыуы һәм яза

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбү Сәйет Баһадур хан Олжейта улы 1317 йылдың уртаһында ун ике йәшендә тәхеткә ултыра. Уның идара иткән дәүерендә монгол сулдус ҡәбиләһенән сыҡҡан Чобан әмир ысынында хакимлыҡ иткән. Чобандың таянысын тойған икенсе вәзир Таж әд-Дин Алишах көсәйеп киткән. Интригалар ярҙамында Рәшит әд-Динде властан яҙҙырған (1317). Ҡаҙна аҡсаһын тотоноуҙа ғәйепләйҙәр Рәшитте. Һуңынан, йәнәһе, Рәшит хандың шәрбәтсеһе кравчий булып торған улы Ибраһимға Олжейта ханды ағыуларға ҡушҡан тигән ғәйеп тағалар. Чобан аталы-уллыны ғәйепле тип табылған һәм улар 1318 йылдың 18 июлендә язаланған (ҡылыс менән уртаға ярғандар)[12].

Рәшит әд-Динде язалағандан һуң, уның бөтә мөлкәте тартып алына конфисковано йәиһә талана, ул хужа булған Руб‘-и Рәшиди тәбриз кварталы, бик бай китапханаһы таланған. А. А. Али-заде күрһәткәненсә, причиной казни всех высших лиц в Хулагуид дәүләтендә юғары вазифалы кешеләрҙе язалау сәбәбе - ҙур байлыҡты ҡулға төшөрөргә теләгән дошман интригалары[13] 1327 йылда әмир Чобанды язалағандан һуң, атаһының сәйәси традицияларын тотҡан Рәшит әд-Диндең улы Ғийас әд-Дин Мөхәммәт Рәшиди вәзирлек иткән йылдарҙа, уның биләмәләре туғандарына кире ҡайтарылған һәм яҡшы исеме тергеҙелгән. Әммә 1407 йылда, Көнбайыш Иран хөкөмдары Аҡһаҡ Тимерҙең улы Мираншаһ дәүерендә, Рәшит әд-Диндең һөйәктәре, Тәбриздәге мосолман хыяратынан ҡаҙып алынып, иудей зыяратына күмелгән[3]

Дәүләт провинцияларының күпселеге уның ғаилә ағзалары — күп һанлы улдары һәм туғанының улы Маруф ҡулында булғаны Рәшит әд-Диндең Ғазан һәм Олжейта заманында әһәмиәтле роль уйнағанын раҫлаусы факт булып тора. Рәшиттең иреккә ебәрелгән кешеһе Сункур Баварчи был Басрала хаким наместник булған. Рәшит әд-Диндең васыятында уның дүрт ҡыҙы — Фирман-Ханд, Ай-хатун, Шаһи-хатун, Һәҙиә-Мөлөк — һәм 14 улы иҫкә алынған:[14]

Мосул янындағы Рәшиди каналының планы. Ул һуғарған ауылдар Рәшит һәм уның улдарының исемен йөрөткән
(Рәшит әд-Диндең Диярбаҡыр халҡына яҙған хатынан)
  • Шәйхи;
  • Хөмәм;
  • Алишах;
  • Мажд әд-Дин;
  • Али, Бағдад наместнигы;
  • Мәхмут, Керман наместнигы;
  • Әхмәт, Ардебиль наместнигы;
  • Пир Солтан, Грузиянаместнигы;
  • Жәләл әд-Дин, Рум наместнигы;
  • Абдал-Латиф, Исфахан наместнигы;
  • Шиһаб ад-Дин, Тустер һәм Ахваз наместнигы;
  • Сәйет әд-Дин, Киликия (Тарс) һәм Сүриә (Антакья, Киннасрин, Авасим) өлкәләре наместнигы.
  • Ибраһим Иззәад-Дин (1302—1318), Шираз наместнигы, илхан Олжейтаның кравчийы;
  • Гийас ад-Дин Мөхәммәт, Хөрәсән наместнигы, һуңғараҡ (1327—1336) — Әбү Сәйет Баһадур хандың вәзире;

Уларҙан тыш бер хатында улы Абд әл-Мөьмин, Семнан, Дамган һәм Хувар наместнигын телгә алған.

Рәшит әд-Дин үҙенең вәзирлеге осоронда бик күп байлыҡҡа, ер биләмәләренә, эйә булған. Был Басра, Мосул, Керман, Бам, Тәбриз, Хузистан, Кесе Азия һ. б. округтарындағы ерҙәр булған. Рәшит әд-Дин мөлкә (бәхәсһеҙ милек) хоҡуғында 12770 федданға (һабан участкалары) эйә булған, был яҡынса 70-80 мең гектар һөрөнтө ер тәшкил иткән (сағыштырыу өсөн — инжала, йәғни Ғазан илхандың хосуси милегендә яҡынса 20000 феддан) булған, ул яҡынса 170 мең крәҫтиәнгә эйә булған; улдары һәм ҡыҙҙарына байтаҡ ер бүлеп биргән.[15] Уның ерҙәре Хулагу дәүләте территорияһы сиктәрендә генә булмаған. Сүриәләге, Йәмәндәге һәм Һиндостандағы ерҙәре һатып алынған йә урындағы хөкөмдарҙар бүләге булған. Рәшит әд-Дин бик күп баҡсаларға һәм йөҙөм биләмәләренә хужа булған, 39 мең финик пальмаһы, 25 мең һарығы, 30 мең аты, 10 мең дөйәһе, 10 мең һыйыры, 1000 үгеҙе, 2500 мулы, 1000 ишәге, 50 мең баш штук йорт ҡоштары булған. Уның яҡынса 3500—4000 ҡоло булған.[16] Шулар араһында сауҙа операцияларында ҡатнашҡан ике йөҙө уға һәр береһе 10 мең динар көндәлек килем килтергән.[17]

Олжейта илхандың Сольтаниелағы Мавзолейы

Уның хаҡы 35 миллион динар торған байлығынан 2,5 миллионы ҡаҙна һаҡлағысында ятҡан, ҡалған 32,5 миллионы күмәртәләп сауҙаға ҡараған эре йәмғиәттәргә — уртаҡтарға өлөш итеп индерелгән. Рәшит әд-Дин үҙенең килемен ҡиммәтле тиреләр, туҡымалар, парфюмерия һәм дарыу эшләнмәләре формаһында алған.[18] Уның биләмәләрендә аҡсанан башҡа ҡиммәтле таштар, туҡымалар, алтын, ҡиммәтле монаят булған.

Тәбриздә Руб'-и Рәшиди («Рәшит кварталы») үҙ аҡсаһына һалған ҡала сирегенең тоташ кварталы Рәшит әд-Диндеке булған. Был кварталда, Рәшит әд-Диндең улы Сәйет әд-Дингә яҙған хатынан билдәле булыуынса, 30 меңгә яҡын йорт (йәғни ғаиләләр; был цифраның дөрөҫлөккә тап килеүе икеле),[17] 24 ҡарауан-һарай, 1500 кибет, туҡыма, буятыу, ҡағыҙ оҫтаханалары, күп баҡса, мунса, келәт, тирмән һәм аҡса һуғыу ихатаһы булған. Кварталды һуғарыу өсөн ҙур махсус Рәшиди каналы үткәрелгән. Руб'-и Рәшиди кархандарында (оҫтаханаларында) төрлө ҡалаларҙан һәм илдәрҙән килтерелгән оҫта һөнәрмәндәр эшләгән. Кварталдағы мәҙрәсәлә меңәрләгән студент уҡыған. Кварталда диндарҙар, мәзиндәр һәм Ҡөрьән уҡыусылар йәшәгән айырым «үләмдәр урамы» булған. Даруш-Шифа («Һауығыу йорто») госпиталендә Һиндостандан, Ҡытайҙан, Мысырҙан һәм Сүриәнән килгән 50 иң яҡшы лучших медиктар — окулистар, хирургтар һәм һөйәк төҙәтеүселәр эшләгәндәр. Уларҙың һәр береһе Рәшит әд-Диндең 5 йәш ҡолон уҡытҡан. Руб'-и Рәшиди китапханаһында 608 мең төгәл фәндәр, тарих, шағир һәм дини ғилем буйынса китаптар, шулай уҡ мәшһүр каллиграфтар күсереп яҙған Ҡөрьәндең меңәрләгән исемлеге булған. Рәшитте язалағандан һуң, китапхана таланған, уның китаптары ла юғалған. Рәшит әд-Дин Тәбриз янындағы буш ҡалған ауылдарға: грузиндарҙы (гурджлылар), курдтарҙы (курдлылар), Эфиопиялы абиссиндарҙы (хабешанлылар), негрҙарҙы (зенглылар) һәм гректарҙы (румлылар) - 20 төрлө халыҡ вәкилдәрен урынлаштырған. Ҡолдар Рәшит әд-Диндең ике ҙур баҡса хужалығында эшләгән. Ауылдар Гурджийян, Курдийян, Хабешан, Зенгийян һәм Румийян тип аталған. 1313 йылда Олжейт хан һалдырған илхандарҙың йәйге баш ҡалаһы Солтаниела Рәшит әд-Диндең шулай уҡ үҙенең аҡсаһына төҙөгән 1500 йорттан торған Рәшидийә кварталы булған.

Рәшит әд-Дин тәбиғәтте өйрәнеү, агротехника һәм төҙөлөш буйынса мәғлүмәткә бай Китаб-ал-ахья ва-л-асар тип аталған энциклопедик хеҙмәт яҙған. ҠөрьәнгәМифтах әт-тәфсир тигән комментарий һәм шәфииит дине тураһында өс хеҙмәт яҙған, һәм уның хеҙмәте ғәрәп теленә тәржемә ителгән Мәжму’а-и Рәшидийә тигән дөйөм баш аҫтында («Рәшиттең хеҙмәттәре йыйынтығы») тип аталған дөйөм баш аҫтында баҫылып сыҡҡан. Мөҡәтибәт-и Рәшиди (йә Мөншаат-и Рәшиди'Мәжму’а-и Рәшидийә) — переписка Рәшит әд-Диндең хат алышыуы — Иран тарихы, авторҙың сәйәси идеялары һәм уның хужалығы хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәт һаҡлай. Ул 53 хаттан тора, шуларҙың араһында башҡа кешеләрҙең Рәшит әд-Дингә яҙған 4 хаты, ҡалғандары — уның улдарына, төрлө мосолман дине шәхестәренә, хәрбиҙәргә һәм вазифалы граждан чиндарына төбәлгән хаттар. Былар Ғийәс әд-Дин Мөхәммәт Рәшиди (1327—1336) вәзирлеге осоронда уның сәрҡәтибе Мөхәммәт Әберкуһи тарафынан йыйып барылған һәм Сәүәних әл-әфҡәр-и Рәшиди («Рәшиттең уйҙары һәм фекерҙәре») тигән китапҡа берләштергән (1327—1336). Рәшит әд-Диндең биләмәләрен һәм мөлкәтен һанап яҙған васыят хаты бигерәк тә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Хаттарҙың стиле төрлө, моғайын, ҡайһы бер өлөшөн сәрҡәтиптәре яҙған булырға тейеш.[6] Хат алышыуҙың ысынлығына нигеҙһеҙ икеләнеүҙәр ҙә булған.[19] Рәшит әд-Дин төҙөгән Жәми' әт-тәуарих тарихи хеҙмәте иң ҙур әһәмиәткә эйә.

Ғазан хан ат өҫтөндә. Жәми' әт-тәуарих әҫәренә миниатюра

Күп телдәр белгән һәм тарихты яҡшы белеүсе булараҡ Ғазан хан[20] үҙ халҡының тарихына айырым иғтибар иткән. 1300/1301 йылда ул Рәшит әд-Дингә монголдар тарихына ҡағылған бөтөн мәғлүмәтте бер урынға йыйырға бойорған. Ғазани та’рих-и («Ғазан йылъяҙмаһы») тигән исем алған хеҙмәттең төп өлөшө 1307 йылда Олжейта ханға тапшырылған. Был хеҙмәт тулыһынса 1310/1311 йылдарға тамамланған. Жәми' әт-тәуарих хеҙмәтен Рәшит әд-Дин етәкселегендә тағы ла бер нисә кеше яҙған. Беренсе сиратта был вәзирҙең ике сәрҡәтибе — тарихсы Абдаллах Ҡәшәни («Олжейта хан тарихы» тигән үҙ аллы хеҙмәте лә бар), һәм Әхмәт Бохари.[21] Улар Ғазани та’рих-и хеҙмәтенең, йәғни илхандар дәүләте тарихының, I өлөшөнөң III бүлеген яҙған тип фаразларға була. Хеҙмәтте яҙғанда 1286 йылда Ҡытайҙан Фарсыстанға килгән монгол тарихын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белгән Булат әмир ҙә ҡатнашҡан. Шәмс-әд-Дин Ҡәшәни шағир әйткәнсә, Рәшит әд-Дин һәм Булат Чжэн-ся, уҡытыусы һәм уҡыусы булараҡ, көн буйына бергә шөғөлләнгәндәр: «бәхетле әмир һөйләгәнде ғалим вәзир яҙып ултырған».[22] Ғазан хандан һәм башҡа монголдарҙан бик күп тарихи мәғлүмәт алынған. Бынан тыш, Ҡытай тарихы менән бәйле бүлектәрҙе яҙыу өсөн Рәшит әд-Дин менән ике ҡытай ғалимы эшләгән; Һиндостан тарихы өсөн — будда дине монахы Кәшмирҙән -Камалашри. Хеҙмәтте яҙғанда Франциянан католик дине монахы ла ярҙам иткәне билдәле.[22] Тарих белеүселәрҙең телдән һөйләгән мәғлүмәтенән тыш, Жәми' әт-тәуарихты яҙғанда түбәндәге сығанаҡтар файҙаланылған: XI быуат төрөк энциклопедисы Мәхмүт Ҡашғариҙың Диван-и лөғәт әт-төрөк; илхан һарайында хеҙмәт иткән фарсы тарихсыһы Ата Мәликә Жүвәйниҙең Тарих-и-жеһанғуша («Донъяны баҫып алыусының тарихы» «История мирозавоевателя»); илхандар архивында һаҡланған монгол телендә Сыңғыҙ хандың, уның ата-бабаларының рәсми тарихы яҙылған Алтан дәбтәр («Золотая книга»). Жәми' әт-тәуарихты яҙғанда Рәшит әд-Диндең әһәмиәтле ҡатнашыуы буйынса скептик ҡарашта тороусылар ҙа бар .[23] Рәшит әд-Динде язалағандан һуң, уның сәрҡәтиптәренең береһе — тарихсы Абдаллах Ҡәшәниҙең — Ғазани та’рих-иҙың авторы булыуын претензия белдерә. Әммә В. В. Бартольд күрһәтеүе буйынса, Кәшәниҙең «Олжейта хан тарихы» хеҙмәтенең яҙыу стиле Рәшит әд-Дин стиле менән тап килмәй. Был уларҙың, фарсы яҙма сығанаҡтарына таянмайынса ғына, үҙҙәре йәшәгән заман ваҡиғалары тураһында яҙған осрағына ҡағыла. Рәшит, монгол риүәйәттәрен һәм уға шәхсән билдәле факттар тураһында яҙғанда, «фарсы нәфис һөйләү талаптары рухына» буйһонмай, ябай тел менән яҙа.[24] Жәми' әт-тәуарихы нигеҙенә ике төп өлөштән торған план һалынған. Беренсеһенә монголдар тарихы һәм, Хулагуид Иранын да индереп, улар нигеҙ һалған дәүләттәр тарихы индерелгән. Икенсе өлөшө бөтөн донъя тарихын индерә: всеобщую историю до исламға саҡлы булған бөтөн донъя тарихы (ислам тарихи традицияһында яҙылған); монгол баҫып алыуына тиклемге хәлифәт һәм мосолман — Ғәзнәүиҙәр, Сәлжүктәр, хорезмшаһтар, Гүриттәр, Аламут исмаилиттары дәүләттәре; мосолман булмаған халыҡтар һәм дәүләттәр — Ҡытай, боронғо йәһүдтәр, «франк»тар, рим папалар Папствоһы, «рим» (герман) Изге Рим империяһы һәм Һиндостан тарихы — уларҙың тарихи традицияһына ярашлы[25]}} Донъяның «ете климатын» йәки географияһын, шулай уҡ Монгол империяһының сауҙа юлдарын тасуирлаған өсөнсө өлөшө лә булған тигән фараз йәшәй. Ул йә яҙылмаған йә 1318 йылда, Рәшит әд-Динде язалап үлтергәндән һуң, уның тәбриз китапханаһын талағанда юҡ ителгән. Жәми' әт-тәуарих ул замандағы фарсы тарихнамәһендәге һуңғы һүҙ була.[24] По словам И. П. Петрушевского, он был «среди исторических трудов данного периода на персидском языке единственным в своем роде по замыслу и выполнению».[26] Был хеҙмәттең яңылығы — ысынбарлыҡ донъя тарихын яҙырға ынтылыуҙа. Быға саҡлы фарсы тарихсыларынан бер кем дә бындай бурыс ҡуймаған: мосолман динен («Әҙәмдән алып до Мөхәммәткә») тиклемге динде ислам диненә тиклемге тарих тип ҡабул иткән һәм мосолман булмаған халыҡтарҙың тарихын бөтөнләй кире ҡаҡҡан. Рәшит әд-Диндең хеҙмәткәрҙәре ғәрәптәр һәм фарсылар тарихы, Абдаллах Кәшәни әйткәнсә, донъя тарихы диңгеҙенә ҡойған йылғаларҙың береһе генә икәнен аңлаған.[27] Жәми' әт-тәуарих үҙ эсенә ул дәүерҙә билдәле булған Көнбайыштағы «франктар»ҙан башлап көнсығыштағы ҡытайҙарға тиклемге бөтә халыҡтарҙың тарихын алырға тейеш булған. Мосолман булмаған халыҡтарҙың тарихын уларҙың традциялары һәм сығанаҡтары буйынса яҙыу кәрәклеге танылған. Жәми' әт-тәуарих — формаһы буйынса дәүләттәрҙе һәм династияларҙы традицион һүрәтләүе булһа ла, этник, мәҙәни һәм көнкүреш характерындағы мәғлүмәт барлығы хеҙмәттең иң ҙур абруйы булып тора. Шул уҡ ваҡытта, заманса аңлау буйынса был тарихи хеҙмәт түгел, сөнки „Йылъяҙмалар йыйынтығы“ редакторы «тарихи тәнҡит бурысы тураһында… күҙ алдына ла килтерә алмаған… Шул халыҡ вәкилдәре нисек һөйләгән булһа, халыҡ риүәйәттәрен шулай яҙып алыу уның маҡсаты булған».[28]

Казвинда Һамдаллаһ Мостоуфи Мавзолейы

Ғалимдарҙы ҡурсалауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит әд-Дин дәүләттең финанс ведомствоһында үҙенең ҡул аҫтында эшләгән ғалимдарҙы ҡурсалаған. Тарихи яҙмалар авторҙары Вассаф һәм Һамдаллаһ Мостоуфи Казвини уның ярҙамы менән билдәлелек алған. Вассаф (дөрөҫөрәге, Вассаф әл-хәҙрәт — «Панегирист его величества») Шиһаб әд-Дин Абдуллах ибн Фазлуллах Ширази, Тарих-и Вассаф («История Вассафа») исеме менән билдәле Тажзийәт әл-амсар вә тазжийәт әл-а’сар («Өлкәләрҙе бүлеү һәм быуаттарҙы тәртипкә килтереү» «Разделение областей и распределение веков») тигән ғәрәп телендәге баш аҫтында фарсы телендә ҙур тарихи хеҙмәт яҙған. Ата Мәлик Жувәйниҙең «Донъяны баҫып алыусы тарихы» хеҙмәтенең дауамы булараҡ уйланылған хеҙмәт 1257 йылдан башлап 1323 йылдарҙы үҙ эсенә алған. Беренсе дүрт өлөшө яҙылып бөткәндән һуң, Рәшит әд-Дин яраштырыуы менән, 1312 йылда Олжейта ханға килтерелгән, бишенсе өлөшө 1328 йылда тамамланған. Һамдаллаһ ибн Әбү Бәкер Мостоуфи Казвини — 1330 йылда тамамланған һәм Ғийәс әд-Дин Мөхаммәт Рәшидигә арналған Тарих-и гүзидә («Һайланма тарих» «Избранная история») тарихи хеҙмәт авторы. Шулай уҡ ул 1335 йылда Зафар-намә («Еңеү китабы» шиғри йылъяҙмаһын һәм Нөзхәт әл-кулуб («Йөрәк ләззәте» «Услада сердец», 1340 йыл тирәһе) тигән географик хеҙмәтен тамамлаған.

  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского Л. А. Хетагурова, редакция и примечания проф. А. А. Семенова. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1952. — Т. 1, кн. 1.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского О. И. Смирновой,редакция проф. А. А. Семенова. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1952. — Т. 1, кн. 2.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского Ю. П. Верховского, редакция проф. И. П. Петрушевского. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1960. — Т. 2.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод А. К. Арендса. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1946. — Т. 3.
  • Рашид ад-Дин. Переписка. — М.: «Наука», 1971.
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  2. Строева Л. В. Государство исмаилитов в Иране в XI—XIII веках. М.:"Наука", 1978. С. 234.
  3. 3,0 3,1 Электронная еврейская энциклопедия. Дата обращения: 7 августа 2008. Архивировано 16 февраль 2012 года.
  4. 4,0 4,1 Петрушевский И. П. Рашид-ад-дин и его исторический труд. С. 17.
  5. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. Т. 3. С. 252-253. Дата обращения: август 2008. Архивировано 16 февраль 2012 года.
  6. 6,0 6,1 Фалина А. И. Рашид ад-Дин и его переписка. Дата обращения: 7 август 2008. Архивировано 16 февраль 2012 года.
  7. Петрушевский И. П. Землевладение и аграрные отношения в Иране XIII—XIV веков. С. 59.
  8. Петрушевский И. П. Иран и Азербайджан под властью Хулагуидов (1256—1353 гг.). С. 250.
  9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; falin.a төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  10. 10,0 10,1 Упоминаются «Шихаб ад-Дин Мубарак-шах, Иахйа, сын Джалала Тура, Зайн ад-Дин Мастарн и Давуд-шах». См.: Абу Бакр ал-Кутби ал-Ахари. Тарих-и шейх Увейс. С. 101. Комментарий 90.
  11. Рашид ад-Дин. Переписка. С. 214.
  12. По сведениям Хафиз-и Абру. См.: Али-заде А. А. Указанное сочинение. С. 79.
  13. Али-заде А. А. Указанное сочинение. С. 298.
  14. Рашид ад-Дин. Переписка. С. 277—278.
  15. История Ирана. М.:Издательство МГУ, 1977. С. 153.
  16. Али-заде А. А. Указанное сочинение. С. 191.
  17. 17,0 17,1 Петрушевский И. П. Рашид ад-Дин и его исторический труд. С. 21.
  18. Петрушевский И. П. Иран и Азербайджан под властью Хулагуидов (1256—1353 гг.). С. 241.
  19. Например, Р. Леви считал, что это подделка, выполненная в Индии не ранее XV века. См.: Петрушевский И. П. Рашид-ад-дин и его исторический труд. С. 8.
  20. Бартольд В. В. Сочинения: Работы по исторической географии и истории Ирана. Статья «Газан Махмуд». С. 494—495.
  21. Петрушевский И. П. Рашид-ад-дин и его исторический труд. С. 25.
  22. 22,0 22,1 Петрушевский И. П. Рашид-ад-дин и его исторический труд. С. 26.
  23. Например, французский историк Э. Блоше отказывал Рашид ад-Дину в праве на авторство (см.: Петрушевский И. П. Рашид-ад-дин и его исторический труд. С. 26.). Можно привести также точку зрения Л. Н. Гумилёва: «Замысел был поистине грандиозен, но Рашид ад-дин… имел идеи и желание, но не имел ни времени, ни навыков обращения с материалом, не знал приемов исторической критики и, следовательно, не мог отличать достоверные версии от искаженных. Короче говоря, великий финансист историю писать не умел. Но это его не смутило. В Персии в то время было много безработных образованных людей. Везир пригласил их и поручил собирать материалы, что те и выполнили. Затем эти материалы и выписки, не сверяя и не критикуя достоверность сведений, подшили, переплели и представили ильхану, который тоже не стал вникать в текст, а просто наградил составителя». (Гумилёв Л. Н. Поиски вымышленного царства.)
  24. 24,0 24,1 Бартольд В. В. Сочинения: Работы по исторической географии и истории Ирана. С. 292.
  25. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. Т. 1., кн. 1. С. 51. Дата обращения: 9 август 2008. Архивировано 16 февраль 2012 года.
  26. Петрушевский И. П. Рашид-ад-дин и его исторический труд. С. 7.
  27. Бартольд В. В. Сочинения: Работы по истории ислама. Т. 6. М.: 1966. С. 192.
  28. Бартольд В. В. Сочинения: Работы по исторической географии и истории Ирана. С. 293.
  • Абу Бакр ал-Кутби ал-Ахари. Тарих-и шейх Увейс / Пер. М. Д. Кязимова и В. З. Пириева. — Баку: Элм, 1984.
  • Али-заде А. А. Социально-экономическая и политическая история Азербайджана XIII—XIV вв. — Баку: Издательство АН Азербайджанской ССР, 1956. — 422 с.
  • Бартольд В. В. Иран. Исторический обзор // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1971. — Т. VII: Работы по исторической географии и истории Ирана. — С. 292—295.
  • Бартольд В. В. Рецензия на книгу: E. Blochet, Introduction a l'histoire des Mongols de Fadl Allah Rashid ed-Din (1910) // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1973. — Т. VIII: Работы по источниковедению. — С. 270—310.
  • История Ирана с древнейших времен до конца XVIII века. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1958. — 390 с. — 2250 экз.
  • Петрушевский И. П. Землевладение и аграрные отношения в Иране XIII-XIV веков / Отв. редактор академик И. А. Орбели. — М.-Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1960. — 492 с.
  • Петрушевский И. П. Иран и Азербайджан под властью Хулагуидов (1256—1353 гг.) // Татаро-монголы в Азии и Европе : Сборник статей. — М., 1977. — С. 228—259.
  • Петрушевский И. П. Рашид ад-Дин и его исторический труд // Рашид ад-Дин Сборник летописей. — М., Л., 1952. — С. 5—38.
  • Фалина А. И. Рашид ад-Дин и его переписка // Рашид ад-Дин Переписка. — М., 1971. — С. 15—58.

Ҡалып:Нойоны и министры Монгольской империи Ҡалып:Монгольская империя:источники