Эстәлеккә күсергә

Турбаҫлы мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Турбаҫлы мәҙәниәте
Урта быуаттар
Мәҙәни берлек

Бахмут мәҙәниәте

Географик төбәк

Көньяҡ Урал

Урынлашыуы

Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы урта ағымында, Эҫем һәм Сәрмәсән йылғалары тамағы араһында урынлашҡан

Дәүере

5—8 6ыуаттар

Дауамсылар:

Турбаҫлы мәҙәниәте — иртә урта быуат археологик мәҙәниәте. Беҙҙең эраның 5—8 6ыуаттарына ҡарай. Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы урта ағымында, Эҫем һәм Сәрмәсән йылғалары тамағы араһында урынлашҡан археологик мәҙәниәт. 1957—1958 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Благовещен районында Яңы Турбаҫлы ултырағы һәм ҡурған ҡәберлектәре ҡаҙылма материалдары буйынса археолог Н. А. Мәжитов тарафынан айырып алынған.

Турбаҫлыларҙың килеп сығыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Ф. Генинг, Р. Д. Голдина, В.А. Иванов турбаҫлы халҡына ҡағылған материалдарҙа уғыр компоненттары барлығын билдәләй. Турбаҫлы мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙе Урал алдына Көнбайыш Себерҙән һәм көньяҡтан килгән фин-уғырҙар менән бәйләй.

Башҡа археологтар Пшеничнюк, Анатолий Харитон улы, Ф. А. Сөнәғәтов, Г.И.Матвеева турбаҫлы мәҙәниәтен барлыҡҡа килеүен Көньяҡ Уралға күсеп килгән ҡәбиләләр менән бәйләй. Антропологтарҙың «турбаҫлыларҙың» европалылығын раҫлауына таянып һәм мәҙәниәтенең күп элементын көнсығыш европа далалары күскенселәре мәҙәниәтенә оҡшаталар. Уларҙың килеп сығыуы һуңғы аландарға алып барып тоташа тип һанайҙар. [1]).

Е. П. Казаков турбаҫлы археологик мәҙәниәтен хиониттар мәҙәниәте, тип иҫәпләй [2].

Н. А. Мәжитов турбаҫлы мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙе боронғо башҡорттарҙың иң яҡын ата-бабалары, тип иҫәпләй[3][4][5].

Бахмут мәҙәниәте. Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте вәкилдәре менән бәйләнеш тотҡандар.

Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы Яңы Турбаҫлы ауылы эргәһендә урынлашҡан археологик ҡомартҡылар төркөмө исеме менән аталған.

Башҡортостанда Турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡараған утыҙға яҡын ҡомартҡы асылған. Улар Эҫем һәм Сәрмәсән йылғалары араһында, Ағиҙел йылғаһының урта ағымында тупланған.

Улар:

  • Дежнев курғандары
  • Имәндәш ҡаласығы
  • Кушнаренко ҡәберлеге, ҡаласыҡтары
  • Шәрәй ҡәберлеге
  • Яңы Турбаҫлы курғандары
  • Яңы Турбаҫлы тораҡтары

Торамалар ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан тораҡ, ҡаласыҡтарҙан тора. Торлаҡтары бүрәнәнән тура мөйөшлө итеп эшләнгән ярым ер өйҙән (майҙаны яҡынса 20—30 м) ғибәрәт. Эсендә бер йәки ике ҡыйыҡлы, тәпәш ағас таяулы усаҡтары һәм хужалыҡ соҡорҙары булған. Төп шөғөлдәре малсылыҡ, игенселек булған. Керамика яҫы төплө йомро ҡорһаҡлы тотҡалы көршәктәрҙән һәм ауыҙ��на тиклем ҡыя һырҙар, горизонталь һыҙыҡтар менән биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт.

Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе - ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Мәйеттәр йыш ҡына төньяҡ стенаһында ҡыуышлығы булған тар тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына күмелгән. Соҡорҙарҙың тәрәнлеге 1 м тиклем. Мәйетте салҡан һалып, күбеһенсә башы менән төньяҡҡа ҡаратып ерләнгәндәр. Шулай уҡ, кәшәнә-катакомбалар табылған. Баш һөйәген яһалма үҙгәртеү эҙҙәре осрай.

Ҡәберҙәрҙә бер яғы үткер төрлө тимер ҡылыстар, һөңгө остары, тимер һәм һөйәктән эшләнгән уҡ башаҡтары, ағас ҡын ҡалдығы, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар табылған. Шулай уҡ, ат егеү кәрәк-ярағы: тимер ауыҙлыҡтар, бронза фаларҙар, биҙәктәр һалынған булған. Эш ҡоралдарынан таш ҡул тирмәне, тимер бысаҡ, ураҡ, балсыҡ орсоҡбаштар тапҡандар. Бронза, тимер, алтын һәм көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән бил ҡайыштары булғаны асыҡланған.

Биҙәүестәр: бронза, көмөш һәм алтын сикә суҡтары, һырғалар, муйын ҡулсалары, балдаҡтар, төйрәместәр, фибулалар, алтын медальондар, кулондар, быяла, аҡыҡ, мәрйен, гәрәбә муйынсаҡтар, бронза сулпылар, көмөш муйын ҡулсаһы, беләҙек, алтын таралғы, кеше һыны рәүешендәге сулпы-бетеүҙәр табылған.

Турбаҫлы мәҙәниәтен өйрәнеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А.К. Амброз
  • В.Ф.Генинг
  • В.А. Иванов
  • И.Л.Мәжитов
  • Г.И.Матвеева
  • К.В.Сальников,
  • Ф.А.Сөнғәтов
  • А.Х. Пшеничнюк һәм башҡалар.
  • Степи Евразии в эпоху средневековья. М., 1981.

В.А. Иванов, тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев. Турбаҫлы мәҙәниәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  1. Сунгатов Ф. А. Турбаслинская культура. — Уфа: Гилем, 1998. — С. 5—15, 108.
  2. Казаков Е. П. Коминтерновский II могильник в системе древностей эпохи тюркских каганатов. // Культуры евразийских степей второй половины I тысячелетия н. э. Самара, 1998.
  3. Мажитов Н. А. Курганный могильник в деревне Ново-Турбаслы. //Башкирский археологический сборник. — Уфа, 1959.
  4. Мажитов Н. А. Турбаслинская культура. // Степи Евразии в эпоху средневековья. — М., 1981.
  5. Генинг В. Ф. Так называемая «турбаслинская культура» в Башкирии. // Новые археологические исследования на территории Урала. — Ижевск, 1987.