Бәләбәй районы
Бәләбәй районы | |
Бәләбәй районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Бәләбәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 96 731 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 388 метр |
Сиктәш | Бишбүләк районы |
Майҙан | 1911,2 км² |
Рәсми сайт | belebey-mr.ru |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Belebeyevsky District[d] |
Бәләбәй районы Викимилектә |
Бәләбәй районы (рус. Белебеевский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бәләбәй ҡалаһы. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының сағыштырмаса бейек өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 1869 км². Район үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы (57,2 мең кеше, 1995).
Районда 15 ауыл биләмәһе, 2 ҡала биләмәһе бар. Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кеше. Район територияһында Аксаково ҡасабаһы (2,9 мең кеше) урынлашҡан. Күпселек урыҫтар, татарҙар һәм сыуаштар йәшәй.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бабушкин Роман Романович (27.01.1919—29.07.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945). 1947—1979 йылдарҙа СССР эске эштәр органдары хеҙмәткәре, эске хеҙмәт полковнигы (1961). Корсаковские Вершины ауылынан.
- Куваев Сергей Иванович (18.09.1912—7.05.1991) — совет хәрби эшмәкәре, контр-адмирал, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бәләбәй өйәҙе Рождественский ауылынан[3].
- Кузнецов Александр Павлович (8.11.1923—30.05.1979), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерист, гвардия полковнигы (1975). Дан орденының тулы кавалеры. Екатериновка ауылынан[4].
- Михайлов Александр Алексеевич (18.02.1894—12.02.1977) педагог, юрист. 1947—1954 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1924), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1946). Иҫке Семенкин аукылынан[5].
- Никифоров Юрий Никифорович (16.11.1934—27.11.2012), ғалим-политолог, тарихсы, юғары мәктәп уҡытусыһы. Тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1980), Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). СССР‑ҙың юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999). Аделькин ауылынан.
- Подденежный Григорий Максимович (12.02.1924—18.10.2000), Бөйөк Ватан һуғышында һәм япон милитаристарына ҡаршы яуҙарҙа ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, разведка ротаһының автоматсылар взводы, аҙаҡтан бронемашина командиры. Дан орденының тулы кавалеры. Никольское ауылынан (хәҙер бөткән).
- Сиренко Иван Лаврентьевич (25.03.1910—8.06.1965), совет хәрби хеҙмәткәре, лётчик, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Парафеевка ауылынан.
- Сәйфуллин Баян Авзал улы (30.08.1928—16.03.2018), партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1967—1987 йылдарҙа Бәләбәй район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971–1975) Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ 1973) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары (1966, 1971) кавалеры. Бәләбәй ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2005)[6].
- Фазлетдинов Камил Нәжми улы (Камил Фазлый; 15.02.1949), мәғариф хеҙмәткәре, яҙыусы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005). Туҙлыҡыуыш ауылынан[7].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Бәләбәй, Өҫән-Ивановка, Илькин, Елизаветин ятҡылыҡтары), эзбизташ (Красно- Зарницкий, Междугорный), ҡом (Алексеевка, Сысоевка, Бәләбәй), ҡом-ҡырсынташ (Туҙлыҡыуыш), кирбес сеймалы (Бәләбәй) запастары табылған. Ыҡ (ҡушылдыҡтары Өҫән, Рә), Дим (ҡушылдыҡтары Мәнәүез, Ыҫлаҡ, Ҡорҫаҡ) һәм Ағиҙел (ҡушылдығы Сәрмәсән) йылғалары гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә.
Ере һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағынан, һелтеһеҙләнгән, карбонатлы һәм типик ҡара тупраҡтан ғибәрәт. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урманы һәм айырым урындарҙағы ҡарағайлыҡ райондың 39% майҙанын биләй.
Бәләбәй һәм Өҫән-Ивановка урман хужалыктарында һары умырзаяны, май ынйыһын, 300 йәшлек һәм 90—125 йәшлек ҡарағайҙар үҫкән ботаник тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында заказниктар ойошторолған.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Райондың ауыл хужалығы игенселек, һөт-ит малын үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслашҡан. Районда М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ совхозы, Краснознаменка ҡошсолоҡ фабрикаһы бар. Климат һәм ҡымыҙ менән дауалай торған С.Т.Аксаков исеменде һәм “Глуховская" шифаханалары эшләй. Сәнәғәт предприятиелары һәм уҡыу йорттары район үҙәгендә урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһын Һамар—Өфө—Силәбе тимер юлы һәм Аксаково—Туймазы автомобиль юлы киҫеп үтә. Район ауылдарында 36 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 15 урта мәктәп; 24 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. К.Ивановтың мемориаль йорт-музейы (Ыҫлаҡбаш ауылы), Әҙәби-художество музейы (Надеждино ауылы) һәм М.Цветаева музейы (Өҫән-Ивановка ауылы) эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/2-statya/7404-belebeevskij-rajon
- ↑ 2,0 2,1 Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Генералы и адмиралы. С. И. Куваев. Информационный портал города Белебея(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кузнецов Александр Павлович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Михайлов Александр Алексеевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2019)
- ↑ Прощальное слово. Муниципальный район Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт.2018, 17 марта 2022 йыл 23 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2018)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 года. Численность наличного населения СССР по районам и городам (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность наличного населения городов и других поселений, районов, районных центров и крупных сельских населенных мест на 15 января 1959 года по республикам, краям и областям РСФСР (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность наличного населения городов, поселков городского типа, районов и районных центров СССР по данным переписи на 15 января 1970 года по республикам, краям и областям (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года. Численность наличного населения РСФСР, автономных республик, автономных областей и округов, краев, областей, районов, городских поселений, сел-райцентров и сельских поселений с населением свыше 5000 человек (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәләбәй районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2018)
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- На сайте Республики Башкортостан 2011 йыл 30 ғинуар архивланған.
- Сайт администрации муниципального района
- Сайт города Белебея и Белебеевского района