Ориноко
Ор��ноко | |
---|---|
Ориноко дельтаһы | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2736 км |
Бассейн | 880 000 км² |
Һыу сығымы | 30 000 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Дельгадо-Чальбауд тауы янында (Гвиана таулығы) |
· Бейеклеге | 1047 м |
· Координаталар | 2°19′05″ с. ш. 63°21′42″ з. д.HGЯO |
Тамағы | Атлантик океан |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 8°34′ с. ш. 60°30′ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Атлантик океан |
Илдәр | Колумбия, Венесуэла |
Ориноко Викимилектә |
Орино́ко (исп. Río Orinoco) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнсығышындағы йылға, башлыса Венесуэла территорияһы буйлап аға һәм Атлантик океанға ҡоя.
Гидрография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 2736 км, бассейн майҙаны — 880 000 км².
Ориноко Гвиана таулығының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Дельгадо-Чальбауд тауы эргәһендә, Венесуэланың Бразилия менән дәүләт сигенән алыҫ булмаған урында башлана. Йылға киң дуға барлыҡҡа килтереп башта көньяҡ-көнбайышҡа, һуңынан көнбайышҡа, артабан төньяҡҡа һәм аҙаҡ төньяҡ-көнсығышҡа табан аға. 41000 км² майҙанлы дельта барлыҡҡа килтереп Атлантик океанға ҡоя.
Ташҡындар осоронда йылғаның киңлеге 22 километрға, ә тәрәнлеге — 100 метрға барып етә. Ориноко суднолар йөрөшлө, океан караптары йылға тамағынан 435 километрға юғарыраҡ күтәрелә ала. Һыу сығымы 33000 м³/с.
Венесуэла йылғаларының күбеһе Ориноко ҡушылдыҡтары булып тора. Ориноконың бер тармағы булған Касикьяре ҡылымығы үҙ һыуҙарын Амазонканың уң ҡушылдығы Риу-Негруға ҡоя һәм Ориноко менән Амазонка араһында тәбиғи канал барлыҡҡа килтерә — был бифурикацияның классик миҫалы булып тора.
Йылғала амазония дельфины һәм ориноко крокодилы тереклек итә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Педро Сьеса де Леон. Хроника Перу. Часть первая . Архивировано 9 июль 2012 года..
- Карта реки Ориноко, в которую включены острова и притоки в дельте реки, 1732 год
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ