Башҡорт телендә транскрипция
Башҡорт телендә транскрипция | |
Башҡорт телендә транскрипция Викимилектә |
Транскрипция лингвистикала — телмәр элементтарын (фонемаларҙы, аллофондарҙы, өндәрҙе) теге йәки был яҙыу тамғалары (фонетик алфавит) йыйылмаһы ярҙамында яҙмала биреү. Лингвистик теорияла һәм ғәмәлиәттә транскрипция төрлөсә ҡулланыла.
Башҡорт телендә транскрипция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Транскрипция алфавиттағы хәрефтәр һәм төрлө тамғалар аша туған телдәге йә уның диалектындағы, һөйләшендәге яңғырашты бирә ала.
Фонетик транскрипция, алфавиттағы хәрефтәрҙән башҡа, диакритик (грек diakritikos — «айырмалы») тамғалар ҡулланыу һәм яңы хәрефтәр хасил итеү, ҡайһы бер хәрефтәрҙе, киреһенсә, төшөрөп ҡалдырыу юлы менән башҡарыла. Транскрипция тел ғилемендә фонетик күренештәрҙе (өндәр системаһы, уларҙың үҙгәреше, әйтелеш үҙенсәлектәре һ. б.), һөйләштәрҙе һәм диалекттарҙы, сит телдәрҙе өйрәнгәндә ҡулланыла.
Транскрипция төрҙәре
Тел ғилемендә транскрипцияның ике төрө бар {{Башҡорт теле грамматикаһы. 3 томда. Т.1. Абдуллина Г.Р. - Өфө, Китап, 2018. - 340 /[https://vk.com/doc704697_497358077?hash=816a2d1a482abe40ee&dl=a6e5e5bb6e93d23073 https://vk.com/doc704697_497358077?hash=816a2d1a482abe40ee&dl=a6e5e5bb6e93d23073}}:
- фонетик төр
- фонематик төр.
Фонетик транскрипция өндәрҙе, уларҙың төп варианттарын бер хәреф һәм тамға аша сағылдыра.
Фонематик транскрипция фонемаларҙы ғына сағылдыра.
Фонетик транскрипция йышыраҡ ҡулланыла.
Транскрипцияның төп ҡағиҙәләре түбәндәгеләр {{//Башҡорт теле грамматикаһы. 3 томда. Т.1. Абдуллина Г.Р. - Өфө, Китап, 2018. - 340 /https://vk.com/doc704697_497358077?hash=816a2d1a482abe40ee&dl=a6e5e5bb6e93d23073</}}:
1) транскрипцияланған телмәр өлөшө — өн, өндәр ҡушылмаһы, ижек, һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, фраза, текст — квадрат йәйәләр әсенә алына: ба[в]ай, [йа]рҙам, [бейек], [изге ўатаным] һ. б.;
2) баш хәрефтәр ҡулланылмай;
3) тыныш билдәләре урынына пауза тамғалары ҡулланыла:
| — бәләкәй паузалар өсөн;
|| — ҙур паузалар өсөн;
⁀ (дуға) — ике һүҙ паузаһыҙ, бер интонация менән әйтелгәндә;
һорау һәм өндәү билдәләре ҡалдырыла ала;
4) бер хәреф тик бер генә өндөң билдәһе була, йәғни һәр өн бер генә хәреф менән күрһәтелә;
5) өндө белдермәгән хәрефтәр һәм, киреһенсә, тамғаһыҙ өндәр булмай;
6) транскрипция билдәләре һәр аныҡ осраҡта ишетелә торған өндәрҙе бирергә тейеш, шуға күрә транскрипцияла позицион һәм комбинатор үҙенсәлектәрҙең барыһы ла сағылдырыла;
7) баҫым билдәһе һәр саҡ ҡуйыла: төп баҫым — бер ҡыя һыҙыҡ менән, өҫтәлмә баҫым ике ҡыя һыҙыҡ менән күрһәтелә: [аҡы́л], [ҡўштирә́к].
8) һүҙҙәге ҡуш тартынҡылар өҫтөнә горизонталь һыҙыҡ ҡуйылған бер хәреф йә ике шул уҡ хәреф менән белдерелә: аҙаҡҡы [аҙаҡ̅ы] йәки [аҙаҡҡы].
9) төп башҡорт һүҙҙәрендәге һуҙынҡылар ғәҙәттәге а, э, ы, и, о, ө, у, э (е), хәрефтәре менән тамғалана, рус теленән алынған өндән айырылып торһон өсөн, башҡорт телендәге [о] өнөнөң хәрефе өҫтөнә уң яҡтан бәләкәй о хәрефе өҫтәлә [о°]: ҡорос [ҡо° ро°с];
[э] һуҙынҡыны белдергәндә, башҡорт теленең графикаһына ярашлы, һүҙ башында — [э]: [эш], [эл], һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында [е] хәрефе яҙыла: [телем], [кеше], [йелек], [белеме];
10) рус теленән ингән һүҙҙәрҙәге [о] өнө өсөн — ғәҙәттәге о хәрефе;
[ы] өнө өсөн — өҫтән уң яғында и хәрефе булған ы хәрефе [ыи],
[э] өнө өсөн өҫтән уң яғында и хәрефе булған э хәрефе алына: полк [полк], тыл [тыил], эпос [эипъс], тема [т’эимъ].
11) рус теленән ингән һүҙҙәрҙә редукцияланған баҫымһыҙ һуҙынҡылар беренсе баҫым алды ижегендә һәм һүҙ башында торғанда түбәндәгесә белдерелә:
баҫымһыҙ [а] фонемаһы — ҡыйыҡсалы (^) а хәрефе менән: вагон [вâгон], актёр [âкт’ор];
баҫымһыҙ [о] фонемаһы — ҡәҙимге а хәрефе менән: мопед [мап’э́т], орбита [арби́тъ];
баҫымһыҙ [э] фонемаһы — өҫтә уңда бәләкәй и хәрефле э хәрефе менән [эи]: рекорд [р’эикорт], экран [эикран].
12) фонетик транскрипцияла я, ю, е, ё хәрефтәре ҡулланылмай, улар түбәндәгесә күрһәтелә:
я
[йа]: ялҡын [йалҡы́н]
[’а]: башня [ба́шн’ъ]
ю
[йу]: юрған [йурға́н]
[’у]: костюм [каст’у́м]
ё
[йо]: ёлка [йо́лка]
[’о]: актёр [акт’о́р]
е
[йе]: еләк [йелә́к]
[эи]: текст [тэикс]
13) ышҡыулы тел уртаһы тартынҡыһы йот өнө ғәҙәттәге й хәрефе менән белдерелә: [ҡайт], [йалҡын], [уй];
14) ышҡыулы ике ирен тартынҡыһы уау өнө өсөн [ў], [ү] билдәләре алына: ваҡыт [ўаҡыт], вәкил [ўәкил], ауыл [аўыл], кейәү [кейәў].
15) шартлаулы тамаҡ төбө тартынҡыһы булған замма өнө юл өҫтө өтөрө (апостроф) менән тамғалана: тәьҫир [тә’ҫир], мәсьәлә [мәс’әлә], маъмай [ма’май];
16) ъ һәм ь хәрефтәре менән рус теленән ингән һүҙҙәрҙәге редукцияланған баҫымһыҙ ҡыҫҡа һуҙынҡылар тамғалана, бындай өндәр беренсе баҫым алды ижегенән башҡа баҫымһыҙ ижектәрҙә әйтелә: парта [па́рта], карта [ка́рта], педагогика [п’иэдâго́г’ика];
17) рус теленән ингән һүҙҙәрҙәге [ц], [ч], [щ] өндәре тарҡатылмайынса, ц, ч, щ хәрефтәре аша бирелә: циркуль [цыркул’], Чапаев [чапа́йэф], щётка [що́тка].
Башҡа телдәрҙәге әйтелеште транскрипциялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күҙалланған аудитория өсөн туған тел булмаған телдәрҙәге телмәрҙең яңғырашын яҙмала сағылдырыу ябайлыҡ йә теүәллек талаптарына буйһона. Филолог булмағандарҙы сит телмәр менән таныштырыуҙы ябайлаштырыу өсөн элек-электән уларҙың туған алфавитында башҡарыла һәм был күп һанлы һөйләшлектәрҙә ҡулланыла. Ҡәтғиерәк фәнни-лингвистик ҡараш иһә төрлө телдәрҙәге өндәрҙең әйтелеш үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала, хатта уларҙағы оҡшаш өндәрҙең артикуляция үҙенсәлектәрен дә сағылдыра. Һөҙөмтәлә Халыҡ-ара фонетик алфавит эшләнә, унда кеше телдәрендә булған һәр өндөң телмәр ағзаларындағы барлыҡҡа килеү урыны һәм яһалыу ысулы иҫәпкә алына.
Яҙманың теге йәки был ысулын ҡулланып транскрипциялау сит телдәрҙәге һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы яҙмалары булмаған йә алфавитлы телдәрҙә генә түгел, ә идеографик (логографик, иероглиф) яҙмалы телдәрҙә тапшырыу өсөн дә мөһим.
Ғалимдар алфавит яҙмаһының төрлө системалары араһындағы даими ярашлылыҡтарҙы асыҡлаған, ләкин сит телдәрҙәге текстарҙы яҙма тәржемәләүсе алдында йыш ҡына яңғыҙлыҡ исемдәрҙе, сит мәҙәниәт күренештәрен тәржемә телендә биреү ысулын һайлау бурысы ҡалҡып сыға. Был һайлау (сығанаҡ текст алфавитлы яҙыуҙа булһа) яңғырашты максималь тапшырыу мөмкинлеге, йәғни транскрипция, менән хәрефле ярашлылыҡтарҙы тапшырыу, йәғни транслитерация (сығанаҡ идеографик яҙмала булһа, был мөмкин түгел), араһында бара һәм тәржемәсегә компромистар эҙләргә тура килә. Ғәмәли транкрипция компромислы вариант тип иҫәпләнә, ул өнлө генә түгел, хәрефле ярашлылыҡтарҙы ла иҫәпкә ала. Уны тәржемәлә ярҙам итеүсе хәҙерге компьютер программалары ла ҡуллана; мәҫәлән, Рәсәй лингвистары тикшеренеүҙәренә нигеҙләнгән «Транскриптор» ҡоралы (Артемий Лебедев сайтында).
Сит телдәге һүҙҙе йә фразаны ниндәй ҙә булһа телгә яраҡлаштырыу проблемаһы ике телдең алфавиттары айырмалы булғанда ла, алфавитлы телдәге һүҙ йә фразаға иероглиф яҙмалы телдә яраҡлылыҡ эҙләгәндә лә килеп тыуа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сығанаҡ менән һөҙөмтә араһында мәғәнә айырымлыҡтары ла барлыҡҡа килгеләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Транскрипция // Большая российская энциклопедия. Том 32. — М., 2016. — С. 340.
- Башҡорт теле грамматикаһы. 3 томда. Т.1. Абдуллина Г.Р. - Өфө, Китап, 2018.