Албаҫты (халыҡтар мифологияһында)

Албаҫты — төрки халыҡтар мифологияһында һәм ҡайһы бер күрше халыҡтарҙа яуыз ҡатын-ҡыҙ рухтары. Ғәҙәттә оҙон һары сәсле һәм һалынып торған күкрәкле яланғас ҡатын-ҡыҙ рәүешендә һүрәтләнә. Ҡайһы берҙә албаҫты образына өсөнсө күҙ һәм оҙон тырнаҡтар өҫтәлә.

Албаҫты төрлө халыҡтарҙың мифологияһында

үҙгәртергә

Албаҫты образы бик боронғо замандарға барып тоташа һәм күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай:

Урыҫ мифологияһы

үҙгәртергә

Был һүҙ төрки халыҡтары менән йәнәш йәшәгән урыҫтар тарафынан үҙләштерелә һәм алба́ста, лоба́ста, лобо́ста, лопа́ста тип йөрөтөлә. Һыу инәһе (русалка)менән тиңләштерелә. Урыҫтарҙа албаҫты тураһында мифтар бик үҫешмәгән[3].

Әстерхан, Вятка һәм Пермь губерналарҙа албасты ҡурҡыныс, яланғас, йөнтәҫ, ҙур күкрәкле, һыу янында сәсен тарап ултырған ҡатын итеп һүрәтләгәндәр[3][4]. Тер өлкәһендә былай тип тасуирлайҙар: «оҙон буйлы, бик тулы һәм әшәке һәм ерәнгес, ғәйәт ҙур, яҡынса аршын оҙонлоҡтағы, яурындары аша артҡа ташланған имсәкле һәм ергә тиклем барып еткән сәсле. Ул ҙур һаҙлыҡтарҙа, күлдәрҙә һәм ятыуҙарҙа йәшәй. Үҙенең ҡиәфәте менән ул кешеләрҙе ҡурҡыта һәм, өҫтәүенә, уның йорто эргәһенән үткән кешеләрҙе тотоп алып, һаҙлыҡҡа һөйрәп индерә һәм күкрәктәре менән ҡытыҡлай[4].

Һарытау һәм Әстерхан губерналарында ул ялбыр башлы, ыржыҡ тешле, оҙон ҡуллы һәм бармаҡтары кәкре, кәүҙәһенән һалҡын бәрелеп тороусы итеп һүрәтләнә; ул дауыл ваҡытында болоттар араһынан сыға, уны осратыу ҡурҡыныс»[3][5]. Һарытау губернаһында албаҫты, таныш кешегә әүерелеп, үтеп сыҡҡыһыҙ урындарға алып барып аҙаштыра, тип иҫәпләгәндәр[5].

Д. К. Зеленин урыҫ албаҫтыһын һыу ��ыҙы (һыу инәһе) менән тиңләштерә[4], ә Е. Е. Левкиевская һәм Л. Н. Виноградова бының өсөн нигеҙ етмәй тип ҡаршы киләләр һәм лобастыны үҙаллы персонаж итеп иҫәпләйҙәр[6][7]. Д. К. Зеленин һәм М. Н. Власова фекеренсә, урыҫтар, ысын рух исемдәрен әйтеү тыйылғанлыҡтан, уны эвфемизм сифатында ҡулланып, исемде генә үҙләштергәндәр һәм ҙур күкрәктәр, оҙон ҡулдар һәм оҙон буйлы булыу кеүек дөйөм һыҙаттарҙы халыҡ-ара тип иҫәпләй[3][4].шүрәле

Вятка губернаһында албастый, лоба́стый, лопа́стый тип шүрәлене (леший) атағандар .Уралдың ҡайһы бер райондарында был һүҙ яуыз көстәрҙең бөтәһенә лә ҡарата ҡулланылған[8].

Тыва мифологияһы

үҙгәртергә

Алтай һәм тыва мифологияһында албыс сихырсыға оҡшаш. Албыстар ҡиәфәтен үҙгәртә ала: ир-ат менән осрашҡанда ҡатын-ҡыҙ, ҡатын-ҡыҙ менән осрашҡанда ир-ат. Өҫтәүенә, улар билдәле бер кешенең, мәҫәлән, һунарсыға ҡатыны булып күренергә мөмкин. Улар ҙур күкрәкле, ерән сәсле һәм өҫкө ирене йырыҡ ҡиәфәтле. Ҡайһы берҙә баҡыр тырнаҡлы һәм танаулы. Албыс һунарсыға уңыш килтереүе лә ихтимал. Һунарсыға ҡабырғаларынан ҡырҡып алынған иттән, күкрәк һөтөнән ашарға әҙерләй. Албыс шулай уҡ кешегә үтеп инә һәм уны ауырыуға һабаштыра. Әгәр уны атып үлтерһәләр, ул кейеҙгә әүерелә[9][10].

Башҡорт мифологияһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. РИА «Регион online». Дата обращения: 9 февраль 2014. Архивировано из оригинала 22 февраль 2014 года. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  2. Мифологическая энциклопедия — Кавказская мифология. Дата обращения: 9 февраль 2014. Архивировано 23 февраль 2014 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Власова М. Н. Албаста // Энциклопедия русских суеверий. — СПб.: Азбука-классика, 2008. — 622 с. — 15 000 экз. — ISBN 978-5-91181-705-3.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Зеленин Д. К. Избранные труды. Очерки русской мифологии: Умершие неестественною смертью и русалки / Вступ. ст. Н. И. Толстого; подготовка текста, коммент., указат. Е. Е. Левкиевская. — М.: Индрик, 1995. — С. 147, 177, 212, 217-219, 312-313, 336. — 432 с. — (Традиционная духовная культура славян. Из истории изучения). — ISBN 5-85759-018-3.
  5. 5,0 5,1 Новичкова Т. А. Лобаста // Русский демонологический словарь. — СПб.: Петербургский писатель, 1995. — С. 352—354. — 640 с. — 4100 экз. — ISBN 5-265-02803-X.
  6. Зеленин Д. К. Избранные труды. Очерки русской мифологии: Умершие неестественною смертью и русалки / Вступ. ст. Н. И. Толстого; подготовка текста, коммент., указат. Е. Е. Левкиевская. — М.: Индрик, 1995. — С. 147, 177, 212, 217-219, 312-313, 336. — 432 с. — (Традиционная духовная культура славян. Из истории изучения). — ISBN 5-85759-018-3.
  7. Виноградова Л. Н. Народная демонология и мифо-ритуальная традиция славян / ответственный редактор С. М. Толстая. — М.: Индрик, 2000. — 432 с. — (Традиционная духовная культура славян / Современные исследования). — ISBN 5-85759-110-4.
  8. Власова М. Н. Албастый // Энциклопедия русских суеверий. — СПб.: Азбука-классика, 2008. — 622 с. — 15 000 экз. — ISBN 978-5-91181-705-3.
  9. Хертек А. А., Хертек Л. К. Образ Чылбыга в традиционной культуре тувинцев(недоступная ссылка)
  10. Кенин-Лопсан М. Б. Дыхание чёрного неба. Мифологическое наследие тувинского шаманства. Велигор, 2008.

Һылтанмалар

үҙгәртергә