Балҡарҙар

төрки телле халыҡ

Балҡарҙар (рус. Балка́рцы, ҡарас.-балҡ. малкъарлыла, таулула)[5][6]; — төрки телле халыҡ, башлыса Төньяҡ Кавказдың үҙәк өлөшөндә, таулы һәм тау алды төбәктәрендә йәшәй (Балҡарстан).

Балҡарҙар
Байраҡ
Туған тел Ҡарасай-балҡар теле
Дәүләт  Рәсәй
 Ҡаҙағстан
 Ҡырғыҙстан
 Америка Ҡушма Штаттары
 Украина
 Үзбәкстан
 Төркиә[1][2][3][…]
Административ-территориаль берәмек Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы, Ставрополь крайы, Ҡарасай-Черкес Республикаһы һәм Мәскәү
Халыҡ һаны 125 044 кеше (2021)[4]
 Балҡарҙар Викимилектә

Йылғалары Баксан, Чегем , Хазни-дон, Черек-Балҡар, Черек-Хулам. Европеоид расаның кавкасион раса антропологик тибы [7]. Төрки телдәр ғаиләһенең ҡарасай-балҡар телендә һөйләшәләр.

Этноним��

үҙгәртергә

«Балҡар» этнонимының килеп сығышы тураһында бер нисә версия бар:

  • Малкар тарлауығында йәшәүселәрҙең урыҫ телендәге аталышы (рус. малкарцы)[8].
  • «Болгар» тигән атаманан [9] 737 йылда ғәрәп-хазар килешеү шарттары буйынса ҡаған теләүселәрҙең барыһына ла ислам ҡабул итергә рөхсәт бирә. Күп болғар-бурджандар (атап әйткәндә, хәҙерге заман балҡар, карасай һәм ҡумыҡтарҙың ҡанбабалары) мосолманлыҡ ҡабул итә. Тап ошо ваҡыттан болғарҙар араһында ислам тарала башлай.[10]

Үҙатамалары — малғар, малҡар, балҡар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
 
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡарасайҙар һәм балҡарҙар һаны (муниципаль берәмектәр буйынса)

Әлеге ваҡытта балҡарҙарҙың дөйөм һаны яҡынса 125 мең кеше тәшкил (2010 йылға ҡарата). Рәсәйҙә 112,9 мең кеше йәшәй, улар араһында Ҡабарҙы-Балҡарстанда — 108,6, меңе, был республика халҡының 12,7 % тәшкил итә.

(Ҡабарҙы-Балҡарстанда) 2010 йылғы халыҡ иҫәбе райондар буйынса:

Муниципаль район Балҡарҙар өлөшө, %
Эльбрус МР 69,5
Черек МР 64
Чегем МР 20
Нальчик 16,9
Зольск МР 6

Күпмелер балҡарҙар Ҡаҙағстанда һәм Ҡырғыҙстанда йәшәй (4 — 5 мең кеше, 2008), улар унда депортация арҡаһында 1944 барып юлыҡҡан.

Шулай уҡ Төркиәлә, Европа илдәрендә һәм АҠШ-та йәшәүселәр бар, улары XIX быуатта мөһәжир булып киткән.

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре

үҙгәртергә
Йыл Халыҡ һаны Сығанаҡ
1939 42 685[11] 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу
1959 42 408[11] 1959 йылғы халыҡ иҫәбен алыу
1970 59 501[11] 1970 йылғы халыҡ иҫәбен алыу
1979 66 334[11] 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыу
1989 85 126[11] 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу
2002 108 426[11] 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу
2010 112 924[11] 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу

Ҡарасай-балҡар (ҡарасай, балҡар) теле — төрки телдәрҙең береһе , был телдә ҡарасайҙар һәм балҡарҙар һөйләшә. Диалекттарында айырма аҙ. Хәҙерге атамаһы 1950 йылдарҙа ҡабул ителә, элек таулы-татар, таулы-төрки, татар-сығатай теле тип атап йөрөтөлгән.Ҡабарҙы-Балҡарстанда һәм Ҡарасай-Черкес Республикаһында киң таралған, ике республикала ла дәүләт статусына эйә. Рәсәйҙә 303 мең самаһы кеше ошо телдә һөйләшә[12].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom5_tab1_VPN-2020.xlsx
  2. http://joshuaproject.net/countries/KZ
  3. http://joshuaproject.net/countries/KG
  4. Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
  5. Каракетов, 2005, Каракетов, 2007
  6. «Этнонимы и племенные названия Северного Кавказа», Год: 1973, Автор: Волкова Н. Г., Издательство: «Наука» (Главная редакция восточной литературы, г. Москва), стр. — 87
  7. Алексеев В.П. Происхождение народов Кавказа. — Москва: Наука, 1974.
  8. К. Х. Унежнев. История Кабарды и Балкарии. — ГП КБР "Республиканский полиграфкомбинат им. Революции 1905 г." Издательский центр "Эль-Фа", 2005-01-01. — 626 с.
  9. Андрей Николаевич Кононов. История изучения тюркских языков в России: дооктябрьский период. — Наука, Ленинградское отд-ние, 1982-01-01. — 372 с.
  10.  —Бегунов Ю. (ред.), Закиев М., Бариев Р., Глашев Б., Нурутдинов Ф. Сокровища булгарского народа. Этногенез. История. Культура. Издательство: «БулгарИздат»; 2007 г.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 Карачаевцы. Балкарцы / отв. ред. М.Д. Каракетов, Х.-М.А. Сабанчиев. — М.: Наука, 2014. — С. 17. — (Народы и культуры). — ISBN 978-5-02-038043-1.
  12. Всероссийская перепись населения 2002 года. perepis2002.ru. Дата обращения: 17 апрель 2017. Архивировано 5 август 2012 года. 2012 йыл 5 август архивланған.