15 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
(15 января битенән йүнәлтелде)
15 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 ғинуар Викимилектә |
15 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 15-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 350 көн ҡала (кәбисә йылында 351).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Дин көнө (ғинуарҙың өсөнсө йәкшәмбеһе).
- Ер: Интернет-энциклопедия Википедияның тыуған көнө. 2001 йылда Википедия сайты эшләй башлай.
- Шәүрмә көнө.
- АҠШ: Эшләпә көнө.
- Сәй бәшмәге көнө.
- Индонезия: Диңгеҙ һәм океан көнө.
- Куба: Фән көнө.
- Мысыр: Ағас ултыртыу көнө.
- Һиндостан: Армия көнө.
- Венесуэла: Уҡытыусылар көнө.
- Мексика: Композиторҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты ойошторолған көн.
- Хәрби-Диңгеҙ флотының Баш штабы көнө.
- 1759: Британия музейы халыҡ өсөн асыла.
- 1826: Францияла «Le Figaro» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1892: Джеймс Нейсмит мәктәп гәзитендә тәүге тапҡыр баскетбол ҡағиҙәләрен баҫтыра.
- 1943: АҠШ-та Пентагон бинаһын төҙөү тамамлана.
- 2011: Артабан интернет-энциклопедия булып танылыу алған Википедия сайты эшләй башлай.
- 2011: Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никон I (донъяуи исеме Лысенко Павел Карпович; 1890–25.05.1972), дин әһеле. 1959—1963 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында сиркәүҙәрҙе ябыуға ҡаршы сыға, православие руханиҙары эшмәкәрлегенең әһәмиәтен арттырыу менән шөғөлләнә. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Киев өлкәһе Ходаровка ауылынан.
- Кәрим Дияров (1910—17.11.1986), педагог, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1975 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).
- Мортазин Рәүеф Әхмәт улы (1910—10.04.1994), композитор, педагог, йәмәғәтсе. 1947—1951 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт министрлығының фольклор кабинеты мөдире, 1951—1957 йылдарҙа Башҡорт музыка училищеһы уҡытыусыһы. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1966 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзының идара рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лаур��аты (1990). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955, 1971).
- Сидоренко Александр Филиппович (1915—20.06.1982), Халхин-Гол йылғаһы буйындағы 1939 йылғы ҡораллы бәрелештә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Һуғыштан һуң — урман сәнәғәте хеҙмәткәре, 1956 йылдан Өфөләге ремонт заводының һәм артабан ағас эшкәртеү комбинатының директоры.
тулы исемлек
- Кәримов Зәки Вәли улы (1925—18.05.2011), ғалим-тарихсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, СССР-ҙың партия һәм совет органдары эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961—1963 йылдарҙа КПСС-тың Баҡалы район комитетының беренсе секретары, 1963—1967 йылдарҙа Өфө колхоз-совхоз идаралығының партия комитеты секретары, 1981—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1976), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1956), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы (1925—1.10.2011), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1990 йылдарҙа Миәкә районы «Башҡортостан» колхозының тракторсыһы, трактор бригадаһының бригадир ярҙамсыһы. СССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1974). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Сотников Михаил Васильевич (1925—17.05.1945), Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Дан орденының тулы кавалеры.
- Баянов Рим Ғәли улы (1930—10.02.1996), театр артисы. 1953—1990 йылдарҙа Салауат драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1969—1975 йылдарҙа режиссёр һәм баш режиссёр, 1972—1974 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 1985—1990 йылдарҙа театрҙың әҙәби бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980).
- Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы (1930), ғалим-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 1991—1998 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры, 1998—2001 йылдарҙа «Экономика и управление» журналының баш мөхәррире, 1982—2005 йылдарҙа СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1983), профессор (1984), РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры.
- Стариков Владимир Николаевич (1940—28.04.2007), ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1991—1994 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты проректоры. 1994—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт сервис институтының информатика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡытыуҙың яңы мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире һәм 1997 йылдан — Интернет үҙәге директоры. 2003—2007 йылдарҙа. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс иҡтисад институтының Өфө филиалы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1990).
- Щербаков Салауат Александрович (1955), СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор, Рәсәй Художество академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (2011). Атаһы — Александр Семенович Ишкильдин, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, башҡорт, сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенән.
- Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (1965), йырсы. 2000 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Яҙғы тауыштар» республика йыр конкурсы лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саҡаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы (1916—16.05.2007), табип-нефролог. 1947—1990 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1958—1984 йылдарҙа бөйөр ауырыуҙары бүлеге мөдире. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1966), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956).
- Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы (1926—12.06.2018), ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980), райондың почётлы гражданы (1999).
- Шәйҙуллин Марат Ғәвис улы (1931—16.04.2007), хужалыҡ эшмәкәре. 1969 йылдан «Башвостокнефтеразведка» тресының Ҡалтасы быраулау контораһы (артабан идаралығы) директоры, 1970—1995 йылдарҙа идаралыҡ начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1979), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ҡыҙыл Байраҡ ауылынан.
- Ҡасимов Рәйес Шәйәхмәт улы (1936—18.07.2012), журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1966 йылдың декабренән «Совет Башҡортостаны», 1973 йылдан — «Кызыл таң» гәзите хәбәрсеһе, шул иҫәптән 1978—1992 йылдарҙа бүлек мөдире, 1996—1997 йылдарҙа яуаплы секретарь; 1999—2006 йылдарҙа «Өмет» гәзите хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
тулы исемлек
- Косачёв Василий Семёнович (1936—24.10.2017), алдынғы нефтсе. 1966—1997 йылдарҙа «Ишимбайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, артабан мастер һәм инженер-технолог. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1985). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Сәлимгәрәева Ирина Мөхәмәт ҡыҙы (1936—8.06.2008), ғалим-инженер-технолог. 1962 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты хеҙмәткәре, 1974 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1986–1991 йылдарҙа Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Таратунин Виктор Андреевич (1951), хеҙмәт ветераны. «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең элекке баш метрологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Байышев Фәнил Нафиҡ улы (1956—6.01.1993), тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).
- Кәбиров Марат Миҙхәт улы (1956—16.03.2016), спортсы, тренер. 1977—1979 йылдарҙа бокс буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1996—2011 йылдарҙа Өфөләге 22-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979).
- Сөләймәнова Лена Шәһиҙулла ҡыҙы (1961), ғалим-тарихсы, юрист. 1995—1998 йылдарҙа һәм 2001 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының (Өфө) кафедра мөдире; 2006 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Мәндем ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы (1887—1936), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1918 йылдың авгусынан Башҡорт хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеге мөдире, «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзите мөхәррире. 1919 йылдың сентябренән Социаль тәьминәт буйынса халыҡ комиссариатының коллегия ағзаһы, октябрҙән — социаль тәьминәт буйынса халыҡ комиссары вазифаһын башҡарыусы, 1920 йылдан —Дәүләт нәшриәте мөдире. 1923—1924 йылдарҙа Халыҡ Комиссарҙары Советында тәржемәсе, артабан «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғәлин Мәхмүтйән Харрас улы (1917—1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, рота командиры, батальон командиры урынбаҫары, гвардия капитаны; ҡурайсы. Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Александр Невский (1944), 1-се (1985) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылынан.
- Миһранов Әнүәр Низам улы (1922 — ????), совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1966 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
- Солтанов Мәғнәүи Гәрәй улы (1922—23.08.2017), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1977 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Бишҡурай ауылынан.
тулы исемлек
- Бикҡолов Шакир Сәлим улы (1932—18.05.1983), журналист, шағир һәм тәржемәсе. 1958—1973 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең өлкән мөхәррире, 1975 йылдан Башҡорт АССР‑ы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Басиров Хәләф Хаматйән улы (1937—10.12.2016), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1952—1999 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Шишмә ауылынан.
- Воронин Анатолий Васильевич (1937), хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер-энергетик. 1963—2009 йылдарҙа «Сода» производство берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1972 йылдан — баш энергетик урынбаҫары, 1975 йылдан — баш энергетик, 1988 йылдан — баш инженер, 2005 йылдан — генераль директор урынбаҫары. 2010—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы директорының фән буйынса урынбаҫары. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). СССР-ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1986). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Покровка-Озерки ауылынан.
- Иҙелбаев Фәтхетдин Ғариф улы (1937—1993), хеҙмәт алдынғыһы. 1951—1992 йылдарҙа Баймаҡ леспромхозының ағас ҡырҡыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы (1937—3.06.2008), металлург, хеҙмәт алдынғыһы. 1966—2002 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының металл һуҙыу станы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары (1975) кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1977).
- Хәсән Назар (1942), хеҙмәт ветераны, шағир, журналист, публицист һәм тәржемәсе. 1966—1995 йылдарҙа республика матбуғат баҫмалары хеҙмәткәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000), Рәми Ғарипов (2007) һәм Зәйнәб Биишева (2007) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
- Кәримов Ҡәүи Кәрим улы (1947), фән һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1986 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан ситтән тороп уҡыу буйынса, 1993—1997 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эше буйынса проректор, 1999—2008 йылдарҙа башҡорт филологияһы факультеты деканы; 2010 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Савко Зөлфирә Хәмит ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны, китапханасы. 1974—2008 йылдарҙа Дуҫлыҡ ауыл китапханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән шул райондың Йәрмөхәмәт ауылынан.
- Смирнова Валентина Ивановна (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһының 5-се балалар музыка мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Буранбай Исҡужин (1952—14.04.2007), уҡытыусы, журналист, шағир, прозаик һәм драматург. 1977 йылдан Хәйбулла һәм Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1980—1985 йылдарҙа «Октябрь байрағы» (хәҙер «Баймаҡ хәбәрҙәре») гәзите хеҙмәткәре. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Иҫәнов Зөфәр Зинур улы (1952), мәғариф, комсомол, партия, һалым органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2001—2011 йылдарҙа Мәләүез район хакимиәте башлығының урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо райондың Әбет ауылынан.
- Флүрә Килдейәрова (1952), йырсы, педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2013), Пётр сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмиҙуллин Ғәфүр Байрамша улы (1918—2005), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыусы. Тәтешле районы «Дэмен» колхозының элекке механизаторы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Бәләкәй Бәлзүгә ауылынан.
- Хәйретдинов Суфиян Ғәлимйән улы (1928—2017), төҙөүсе. 1955—1990 йылдарҙа Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың техник-төҙөүсеһе. Ленин ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Шыршы-Тартыш ауылынан.
- Яратҡолов Яңыбай Кинйәбай улы (1928—24.04.2012), механизатор. 1945 йылдан Хәйбулла районы Салауат исемендәге колхоз тракторсыһы, 1972—1988 йылдарҙа Хәйбулла урман хужалығы рамсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Ғәлекәй ауылынан.
- Иҫәнбаев Ильяс Нәсип улы (1933—23.12.2000), педагог, журналист. 1951 йылдан Йылайыр районы Матрай мәктәбе уҡытыусыһы, 1976—1993 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылынан.
- Рәжәпова Фрида Ғүмәр ҡыҙы (1943), педагог. Ауырғазы районы Талбазы ауылындағы 82-се һөнәри лицейҙың (хәҙерге Ауырғазы киң профилле колледжы) элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре һәм һөнәри белем биреү отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Үктәй ауылынан.
- Приходько Василий Викторович (1953), инженер. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке цех һәм производство начальнигы. Рәсәйҙең атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Дмитриева Наталья Витальевна (1963), йырсы. 1987 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Арсеньев ҡалаһынан. Йырсы Кәмилә Чертованың ҡыҙы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бажов Павел Петрович (1879—3.12.1950), рус яҙыусыһы, башҡорт халыҡ ижады мотивтары һәм образдары нигеҙендә яҙылған хикәйәләр авторы. СССР-ҙың 2-се (1946—1950) һәм 3-сө (1950—1954) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 2-се дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). Ленин ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Сысәрт ҡалаһынан.
- Алексий (донъяуи исеме Сергеев Виктор Михайлович; 1899—6.04.1968), дин әһеле, 1942 йылда Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы.
тулы исемлек
- Ғайсин Шакир Әхмәтдин улы (1904—4.10.1969), агроном-ғалим, фәнни учреждение, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1945 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ауыл хужалығы бүлегенең мөдир урынбаҫары, 1950 йылдан республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары, 1952 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институты директоры, 1956—1965 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Әмир Чаныш (Чанышев Әмир Иҙрис улы; 1909—4.04.1996), әҙәбиәт белгесе-ғалим, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1977 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1949). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (1914—16.02.1988), механизатор. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1938 йылдарҙа Баймаҡ районы хужалыҡтары механигы, 1941 йылдан — трактор бригадаһы бригадиры, 1955 йылдан Сибай МТС-ы, 1957—1960 йылдарҙа — «Сибай» совхозы комбайнсыһы. СССР-ҙың бишенсе саҡырылыш (1958—1962) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Сығышы менән ошо райондың Иҫәнбәт ауылынан.
- Әйүпов Хәмит Вәли улы (1914—26.03.1987), ветеринария табибы-ғалим. 1964 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1983 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1978—1985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Хәмиҙуллин Наил Ғәли улы (1929—1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1961—1990 йылдарҙа Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың техник-осеменаторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы (1929—19.10.2020), башҡорт теле белгесе-ғалим, 1972—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (1934—6.03.2008), театр актёры, кинорежиссёр һәм сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.
- Әхийәретдинова Роза Әсләм ҡыҙы (1934—9.05.2003), бейеүсе, балетмейстер. 1969—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһының «Юбилейный» мәҙәниәт һарайы балетмейстеры. РСФСР‑ҙың (1983), Башҡорт АССР‑ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баҡыев Әхмәт Вәхит улы (1939—13.08.2016), инженер‑механик-ғалим. 1960 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974 йылдан ситтән торо�� һәм киске уҡыу буйынса проректор, 1989—1999 йылдарҙа — кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989).
- Ғәлиев Ринат Ғәзим улы (1949—2015), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Миәкә районы «Сулпан» колхозының партбюро секретары, 1980—1999 йылдарҙа «Дружба» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Николаев Виталий Квинтильянович (1954), биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдәр союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы Ҡушйылға ауылынан.
- Назаров Алексей Михайлович (1964), физик‑химик-ғалим. 1986 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, артабан Башҡортостан Республкаһы Фәндәр академияһы Тәжрибә заводының, «МедфармЦентр» йәмғиәтенең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1622: Мольер, Франция драматургы, актёр.
- 1795: Александр Грибоедов, Рәсәй империяһы дипломаты, шағир, яҙыусы һәм драматург.
- 1850: Софья Ковалевская, Рәсәй империяһы ғалим-математигы, илдең беренсе ҡатын-ҡыҙ профессоры.
- 1850: Михай Эминеску, Румыния шағиры.
- 1891: Диана Будисавлевич, Югославия табибы.
- 1933: Әлфиә Авзалова, Татарстан йырсыһы.
- 1958: Борис Тадич, Сербия сәйәсмәне.
- 1919: Роза Люксембург, марксизм тәғлимәте теоретиктарының береһе, философ, иҡтисадсы һәм публицист.
- 1943: Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы, Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир.
- 1943: Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы, Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир.
- 1944: Сыртланов Муллайәр Исламгәрәй улы, Советтар Союзы Геройы (1944). Бөйөк Ватан Һуғышында һәләк булған яугир.
- 2004: Муса Ғәли, башҡорт яҙыусыһы, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.