Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы — Өфө ҡалаһында урынлашҡан Рәсәй юғары белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы. Ойоштороусыһы — Башҡорто��тан Республикаһы Башлығы. Ректоры — Данияр Абдрахманов.
Тулы атамаһы: юғары белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы «Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы» (ГБОУ ВО «БАГСУ»)
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белем биреү учреждениеһы совет йылдарында барлыҡҡа килгән етәксе кадрҙар әҙерләү системаһы вариҫы булып тора. 1919 йылдың майында РКП(б)-ның Өфө губкомы янында тәүге ике аҙналыҡ партия курстары асыла, ул һуңынан, 1919 йылдың июнендә Өфө губерна партия мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1920 йылдың декабрендә был мәктәп Өфө губерна эшсе-крәҫтиәндәр университеты тип атала башлай, уның сиктәрендә: төп курстар, профсоюз курстары, татар-башҡорт сәйәси курстары, РКСМ курсы эшләй. 1921 йылдың 19 сентябрендә учреждение тағы ла исемен үҙгәртә һәм Өфө губерна совет-партия мәктәбе булып китә. Унда бер нисә уҡыу секцияһы эшләй: ҡатын-ҡыҙҙар, лекторҙар, комсомол һәм партия. 1922 йылдың сентябрендә Өфө губернаһы Башҡорт АССР-ы составына инеүе менән бәйле, Өфө губерна совет-партия мәктәбе 2-се баҫҡыс Башҡорт өлкә совет партия мәктәбенә әүерелә. Артабан, 1923 йылда ул 1-се һәм 2-се баҫҡыс Башҡортостан өлкә совет партия мәктәбе була. 1927 йылда 1-се баҫҡыс мәктәп бөтөрөлә. Учреждениены Башҡортостан коммунистик университетына үҙгәртеп ҡороу осоронда (1931 йылдың апреле) унда урыҫ һәм татар-башҡорт секторҙары эшләгән, улар бүлектәргә бүленгән (пропаганда, сәйәси-ағартыу һәм колхоз-кооператив). Башҡортостан коммунистик университеты 1933 йылда Башҡортостан юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбенә үҙгәртелә (БВКСХШ).
ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән 1941 йылдың 14 майында республиканың партия комитеты секретарҙарының һәм парторгтарҙың белемен күтәреү өсөн яңынан Өлкә партия курстары асыла. Артабан, 1944 йылдың октябрендә ул ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы бер йыллыҡ өлкә партия мәктәбе булып китә. 1946 йылдың авгусында партия мәктәбе ике йыллыҡ партия мәктәбе, 1953 йылда өс йыллыҡ партия мәктәбе, ә 1956 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы дүрт йыллыҡ партия мәктәбе була. 1958 йылдың 8 ғинуарынан мәктәп Өфө юғары партия мәктәбе тип йөрөтөлә башлай. 1960 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарары менән Өфө юғары партия мәктәбе бөтөрөлә.
Хәҙерге мәғариф учреждениеһы 1991 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1991 йылдың 9 авгусындағы 189-сы ҡарары менән Башҡорт коммерция академияһы булараҡ ойошторолған. 1992 йылдан — Башҡортостан идара академияһы. 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы. 2015 йылдан — хәҙерге исеме.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Академия дәүләт, иҡтисади һәм муниципаль идара органдары етәкселәрен һәм белгестәрен әҙерләү, белемдәрен арттырыу һәм квалификацияһын күтәреү эшен тормошҡа ашыра.
Уҡыу йорто янында редакция-нәшриәт бүлеге, тикшеренеү һәм мәғлүмәт-аналитика үҙәге эшләй, ул Башҡортостан Республикаһында иҡтисади реформалар һәм дәүләт идара системаһын камиллаштырыу буйынса фәнни-практик тәҡдимдәр эшләй. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы юғары һөнәри белем биреү программалары буйынса түбәндәге йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләй:
- «Дәүләт һәм муниципаль идара»;
- «Юриспруденция»;
- «Менеджмент»
- «Экономика»;
- «Психология»;
- «Политология».
Академия республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары — Өфө дәүләт авиация техник университеты менән берлектә «Стратегик менеджмент», «Инновацион менеджмент» һөнәрҙәре буйынса Рәсәй Федерацияһы халыҡ хужалығы ойошмалары өсөн идара итеү кадрҙарын әҙерләү Федераль программаһында ҡатнаша.
Академияның фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә дәүләт власы һәм идара итеү органдары, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге, уларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең төрлө аспекттары, шулай уҡ уларҙың граждандар йәмғиәте институты менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре, шул иҫәптән идара итеү, социаль-иҡтисади, сәйәси-хоҡуҡи һәм башҡалар инә[1].
2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында 1625 кеше уҡый (магистрҙар, бакалаврҙар, аспиранттар).
Академия составында ике факультет һәм 10 кафедра эшләй: дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты; юридик факультеты.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары уҡыу йортоноң профессор-уҡытыусылар составында 70 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 95,5 процентының ғилми дәрәжәһе һәм исеме бар, шул иҫәптән уларҙың 14-е — фән докторы, 53-ө — фән кандидаты.
Академия составында ике факультет һәм 10 кафедра эшләй:
- Дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты;
- Юридик факультеты;
Шулай уҡ фондында урыҫ һәм сит ил телдәрендә 50 мең дананан ашыу китабы булған фәнни китапханаһы, докторантура, аспирантура, юридик клиникаһы, фәнни-тикшеренеү һәм мәғлүмәт үҙәге, Республика кадрҙарҙы һынау үҙәге, өҫтәмә профессиональ белем биреү институты эшләй.
Академияның өҫтәмә һөнәри белем биреү институтында 2017 йыл эсендә 3 356 кеше уҡый: квалификацияны күтәреү программаһы буйынса 3085 кеше, профессиональ белемде арттырыу программалары буйынса — 271 кеше. Шуларҙың 649 тыңлаусыһы дәүләт хеҙмәткәрҙәре, 634 кеше — муниципаль хеҙмәткәрҙәр була.
Ректорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы (1992—1998)
- Әйүпов Мансур Әнүәр улы (1998—2003), (2007—2011)
- Ғимаев Илдар Рәйес улы (2003—2007)
- Лаврентьев Сергей Николаевич (2011 йылдан алып)
- Колобова Гүзәл Әнис ҡыҙы (2016 йылдың 10 мартынан вазифаны башҡарыусы)[2]
- Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы (2017 йылдан 2021 йылдың 25 мартына тиклем)
- Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы (2021 йылдың 25 мартынан)[3].
Академияның партнерҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы
- Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт хеҙмәте академияһы;
- Урал дәүләт хеҙмәте академияһы;
- Түбәнге Саксонияның немец менеджмент академияһы (ГФР);
- Дрезден техник университеты;
- Баден-Вюртемберг экспорт Академияһы (ГФР);
- Ковентри университеты (Бөйөк Британия);
- Hult Халыҡ-ара Бизнес Мәктәбе;
- Беларусь Республикаһы Президенты ҡарамағындағы идаралыҡ академияһы;
- Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте академияһы һ. б.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сайт «Башкортостан.450» 2012 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ Ректор БАГСУ написал заявление «по собственному желанию» . РБК. Дата обращения: 14 июнь 2016.
- ↑ Новым ректором БАГСУ назначен Данияр Абдрахманов. ИА «Башинформ», 25 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт БАГСУ
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 март 2021)
- http://ufa.rbc.ru/ufa/freenews/56e28ca09a7947d76d487c7f
- СМИ о БАГСУ при Главе РБ — обзор публикаций и сюжетов 2018 йыл 18 май архивланған.