18 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
18 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
18 апрель Викимилектә |
18 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 108-се (кәбисә йылында 109-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 257 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Патриоттар көнө.
- Зимбабве: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Кирибати: Һаулыҡ көнө.
- КАР: Ғаилә көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө (Рәсәй империяһы ғәскәрҙәренең 1242 йылда Чуд күлендәге алышта немец рыцарҙарын еңеүе).
- Украина: Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте ойошторолған көн.
- Япония: Уйлап сығарыуҙар көнө.
- Ер: Радиоһәүәҫкәрҙәр көнө.
- Жонглёрҙар көнө.
- АҠШ: Гәзиттәрҙең күҙәтеүселәре көнө.
- Иран: Армия көнө.
- Куба: Танкистар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Дәүләт техник күҙәтеү органдары ойошторолған көн.
Төбәк байрамдары
- Карелия Республикаһы: Янғындан һаҡлау хеҙмәте көнө.
- 1846: Телеграф аппаратына патет алына.
- 1902: Енәйәтсене асыҡлап-таныу өсөн тәүге тапҡыр дактилоскопия ҡулланыла.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матвеев Николай Михайлович (1925—1987), хужалыҡ эшмәкәре. 1961—1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Троллейбус идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
- Ишмәева Элеонора Әхмәт ҡыҙы (1940), ғалим-химик-органик. 1962 йылдан Ҡазан дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан фәнни тикшеренеү лабораторияһы мөдире; 2005 йылдан — А. М. Бутлеров исемендәге Химия институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Бер үк ваҡытта 1992—2008 йылдарҙа ��ҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1982), профессор (1991). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғайсина Гүзәл Иншар ҡыҙы (1955), ғалим-педагог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан социаль педагогика кафедраһы мөдире. Педагогика фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауыт Юлтый (төп исеме Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы; 1896 (ҡайһы бер башҡа мәғләмәттәр буйынса 1893)—10.07.1938), хәрби, дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан РКП(б), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт әҙәбиәтенә, милли матбуғатҡа һәм милли театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1-се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы делегаты (Мәскәү, 1934). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Худяков Александр Алексеевич (1906—6.04.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк батальонының механик-водителе, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Каспранский Рауил Рухулбаян улы (1926—15.08.1990), ғалим-тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1980), профессор (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1965—1990 йылдарҙа Горький сит телдәр педагогия институтының немец теле кафедраһы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Бәйкей ауылынан.
- Козлов Валерий Григорьевич (1951), ғалим-химик. Химия фәндәре докторы (1994). 1973 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты хеҙмәткәре, 1994 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы институтында лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Волга университеты (икеһе лә — Тольятти ҡалаһында) уҡытыусыһы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колпакова Наталья Павловна (1902—8.06.1994), ғалим-фольклорсы, балалар яҙыусыһы. СССР халыҡтарын өйрәнеү институты Фольклор бүлегенең элекке ғилми хеҙмәткәре. 1938 йылда Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән фольклор эскпедицияһы етәксеһе. Филология фәндәре докторы (1963). Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Комаров Иван Иванович (1927—27.12.2004), нефтехимик. 1953—1980 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе операторы. Октябрь Революцияһы (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылынан.
тулы исемлек
- Сәфәров Марс Ғиләж улы (1937), ғалим-химик-органик, йәмәғәтсе. 1960 йылдан Өфө нефть институты, 1980 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2006 йылға тиклем органик химия кафедраһы мөдире. 1993—1995 йылдарҙа «Диоксин» республика программаһының ғилми етәксеһе, 1990—1996 йылдарҙа Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең идара рәйесе. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Калюжный Виктор Иванович (1947), дәүләт эшмәкәре. 1999—2000 йылдарҙа Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министры, 2004—2008 йылдарҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары һәм Рәсәйҙең Латвияла��ы илсеһе. Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
- Кәримов Мәсғүт Шәриф улы (1947), машинист. Башҡортостан биохимия комбинатының элекке өлкән машинисы. Башҡорт АССР-ының һәм «Рәсәйҙең Берҙәм энергетика системаһы»ның (РАО «ЕЭС России») атҡаҙанған энергетигы.
- Савельев Владимир Андреевич (1947—5.11.2020), театр актёры, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1990 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры, 1995—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Баһауетдинова Таңһылыу Хәсән ҡыҙы (1952), мәғариф, комсомол, дәүләт һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1975 йылдан ВЛКСМ-дың Илеш район комитеты секретары — уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире; ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, мәктәп йәштәре һәм пионерҙар бүлеге мөдире; 1984 йылдан Белорет ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1986 йылдан — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының халыҡ мәғарифы һәм фән бүлегенең өлкән референты, мөдир урынбаҫары һәм бүлек начальнигы; 1996–2007 йылдарҙа Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2005) һәм мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан.
- Коновалов Василий Иванович (1952—4.07.2017), инженер. 1973—2010 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең автоматика буйынса инженеры. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Нордовка ауылынан.
- Юлдашбаев Юлай Хәйрулла улы (1962), дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-тарихсы, этнограф, архивсы, комсомол органдары ветераны. 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт ойошмаларының үҙәк архивы директоры, 2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары. Тарих фәндәре кандидаты (1997).
- Масленников Сергей Евгеньевич (1982), спортсы, саңғысы. 2012 йылдан Санкт-Петербург спорт йыйылма командалары әҙерләү үҙәгенең баш белгесе. 2003—2012 йылдарҙа саңғы икебәйгеһе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 2006 һәм 2010 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Төрлө кимәл спорт ярыштарының еңеүсеһе һәм призёры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауыт Юлтый (төп исеме Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы; 1893 (ҡайһы бер башҡа мәғләмәттәр буйынса 1896)—10.07.1938), хәрби, дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан РКП(б), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт әҙәбиәтенә, милли матбуғатҡа һәм милли театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1-се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы делегаты (Мәскәү, 1934). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Овчинников Григорий Семёнович (1898—25.07.1943), Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, диңгеҙ-уҡсылар бригадаһының санитар инструкторы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Осиновка ауылынан.
тулы исемлек
- Булатов Иван Васильевич (1918—?), журналист, прозаик, партия һәм матбуғат органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы подполковник. 1976—1992 йылдарҙа «Правда» нәшриәтенең Көньяҡ Урал һәм Төнья�� Ҡаҙағстандағы бүлексәһе етәксеһе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Рухтин ауылынан.
- Йосопов Зиннур Үлмәҫбай улы (1928—27.12.2011), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1943—1992 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1973). Сығышы менән ошо райондың Таҡһыр ауылынан.
- Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы (1928—18.07.1996), педагог-методист. 1985—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығы инспекторы, дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1975) һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мөлкәт ауылынан.
- Әхмәтов Зиннур Абдулхалиҡ улы (1928—20.10.1995), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953—1988 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозы механизаторы, механигы, бригадиры, Мәмбәт бүлексәһе идарасыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1979). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1979). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Әбүбәкирова Хәнифә Шәһиғәли ҡыҙы (1943), уҡытыусы, шағир-импровизатор. 1967 йылдан Әбйәлил районы Үтәгән ауылындағы башланғыс мәктәп уҡытыусыһы, китапханасы, ауыл клубы мөдире; 1985 йылдан Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1988 йылдан Амангилде балалар йорто мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1988). Райондың И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты (2005), төрлө кимәл ижади конкурстар еңеүсеһе. Сығышы менән Үтәгән ауылынан.
- Сәйетов Юрис Солтанғәли улы (1948), педагог, йәмәғәтсе. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары, Яңауыл районы удмурт йәмәғәт-мәҙәни үҙәге рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, райондың почётлы гражданы (2012). Сығышы менән Шудек ауылынан.
- Манапов Рәүеф Сафи улы (1953), педагог, иҡтисадсы, мәғариф, ауыл хужалығы, комсомол, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1996 йылдан Әбйәлил район хакимиәтенең финанс бүлеге һәм идаралығы етәксеһе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы; 2006—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Әбйәлил районындағы территориаль идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004). Сығышы менән ошо райондың Ҡырҙас ауылынан.
- Артюхов Андрей Викторович (1958), ғалим-социолог, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2002—2005 йылдарҙа Төмән өлкәһе Думаһының Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советындағы вәкиле, Ямал-Ненец автономиялы округының икенсе саҡырылыш Дәүләт думаһы рәесе, Төмән өлкәһенең дүртенсе саҡырылыш Думаһы депутаты. Социология фәндәре докторы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сайранова Надежда Александровна (1963), музыкант, педагого. Миәкә районы балалар сәнғәт мәктәбе директоры һәм 1987 йылдан район үҙәк мәҙәниәт һарайының «Родные напевы» рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе һәм дирижёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәбибуллин Ғәбдинур Хатмулла улы (1924—23.12.2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1982 йылдарҙа Борай районы «Искра» колхозы рәйесе. Ленин, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Ҡолай ауылынан.
- Акатьев Юрий Васильевич (1939—29.11.1999), социолог-ғалим, 1973―1999 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Дуброво ауылынан (хәҙер бөткән).
тулы исемлек
- Хәйбуллин Тимерйән Әхмәтғәлим улы (1939—24.12.2010), механизатор. 1954 йылдан Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозы тракторсыһы, 1984—1999 йылдарҙа — мал ҡараусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Оло Әбеш ауылынан.
- Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы (1944—18.02.1993), кинорежиссёр. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусыларҙың береһе, 1991—1993 йылдарҙа уның художество етәксеһе.
- Салова Светлана Алексеевна (1954), урыҫ әҙәбиәте белгесе-ғалим. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Низаметдинов Шамил Рауил улы (1959), инженер‑төҙөүсе-ғалим. 1994—2002 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Иҫке Ҡобау ауылынан.
- Хәйбуллина Лилиә Салауат ҡыҙы (1974—6.05.2007), ботаник-ғалим. 2000—2007 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (2000), доцент.
- Ваһапов Денис Рушан улы (1989), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Донъя чемпионы (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Первомайск ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1605: Джакомо Кариссими, Италия композиторы.
- 1795: Василий Плаксин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, әҙәбиәт тарихын өйрәнеүсе, тәнҡитсе һәм педагог.
тулы исемлек
- 1907: Рожа Миклош, Венгрия һәм АҠШ композиторы.
- 1930: Натан Эйдельман, СССР тарихсыһы, яҙыусы.
- 1930: Александр Янов, яҙыусы, тарихсы һәм политолог, Нью-Йорк университетының сәйәси фәндәр профессоры.
- 1930: Пол Ротшильд, АҠШ-тың музыка продюсеры.
- 1940: Владимир Васильев, балет артисы, балетмейстер, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1940: Джозеф Голдштейн, АҠШ-тың молекуляр генетика ғалимы, Нобель премияһы лауреаты (1985).
- 1940: Эдуард Ханок, СССР һәм Белоруссия музыканты, композитор.
- 1945: Джанет Каган, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950: Владимир Каминский, СССР спортсыһы, велосипедта ярышыусы, Олимпия уйындары һәм донъя чемпионы.
- 1950: Григорий Соколов, пианист, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1955: Майк Науменко, СССР-ҙың рок-музыканты, «Зоопарк» төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе.
- 1965: Әлфинур Ғәлиәкбәрова, ғалим-иҡтисады. 2018 йылдан Яр Саллы дәүләт педагогия университеты ректоры.
- 1985: Елена Темникова, Рәсәй йырсыһы, автор-башҡарыусы.
- 1945: Шәмғолов Ғәттәх Ғәфүрйән улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1946).
- 1955: Альберт Эйнштейн, физик-теоретик, заман теоретик физикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.