Эстәлеккә күсергә

Шәфәҡ Пейви

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәфәҡ Пейви
төр. Şafak Pavey
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 10 июль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[4] (48 йәш)
Тыуған урыны Анкара, Төркиә[5][6]
Һөнәр төрө сәйәсмән, журналист, яҙыусы, дипломат, хоҡуҡ яҡлаусы
Эш урыны БДО
Биләгән вазифаһы Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы[d] һәм Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][7]
Уҡыу йорто Вестминстерский университет[d]
Лондонская школа экономики и политических наук[d]
Строка принадлежности Parliament of Turkey (National Assembly)[8]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республика халыҡ партияһы[d][9]
Күҙ төҫө голубой[d]
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][8]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт safakpavey.com
 Шәфәҡ Пейви Викимилектә

Шәфәҡ Пейви (10 июль 1976 йыл, Анкара)[10] — төрөк дипломаты, сәйәсмән һәм публицист. Оппозициялағы Халыҡ-Республика партияһынан Истанбул провинцияһы вәкиле булған Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы[11]. Төркиә парламентына һайланған беренсе инвалид- ҡатын-ҡыҙ, инвалидтар хоҡуғы буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Комитетының ағзаһы[12][13]. 2012 йылда АҠШ Дәүләт департаментының Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарҙың батырлыҡ премияһына лайыҡ була[14].

Шәфәҡ Пейви 1976 йылдың 10 июлендә Анкарала тыуған. Ата-әсәһе — Şahin һәм Ayşe Önal, билдәле яҙыусы һәм журналист. 1994 йылда Пейви ире менән Швейцарияға күсенә, унда кино һәм сәнғәт өйрәнә. 1996 йылда Цюрихта поезд һәләкәтендә Пейви һул аяҡ менән һул ҡулын юғалта. Бер йыл үткәс, ул белемен дауам итеү өсөн Лондонға китә. Лондонда Вестминстер университетында халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнә һәм Лондон иҡтисад мәктәбендә аспирантураны тамамлай[15].

Уҡыуҙы тамамлау менән Пейви ҡасаҡтар буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы баш комиссары идаралығында эшләй, Алжир, Мысыр, Иран, Ливан һәм Сүриә кеүек илдәрҙә тышҡы бәйләнештәр һәм гуманитар ярҙам өсөн яуаплы була. Венгрияла Үҙәк Европала БМО UNHCR пресс-секретары сифатында, аҙаҡ кеше хоҡуҡтары буйынса БМО баш комиссары идаралығында департамент етәксеһе була[16]

Шәфәҡ Пейви менән Мишель Обама (һулда) һәм Хиллари Клинтон (уңда) 2012 йылда IWOC бүләкләү тантанаһында

Пейви шулай уҡ аҙнаһына бер сыға торған ике телле Истанбул әрмән-төрөк «Агос» гәзитенең күҙәтеүсеһе булып эшләй, өс китап яҙа, Гарвард университеты, Лондонда Сәнғәттәрҙең Король академияһы һәм Норвегия дизайнер советы менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашыра. Уның һәм әсәһе Айшә Онал менән берлектә тимер юл һәләкәте тураһында яҙылған 13 Numarali Peron (платформа № 13) китабы, Төркиәлә бестселлер була. Пейви «Иранда ҡасаҡтарҙың хоҡуғы» китабын яҙғанда Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Ширин Эбади менән хеҙмәттәшлек итә.[17]

Сит илдә ун биш йыл йәшәгәндән һуң, Пейви, 2011 йылда Төркиәгә ҡайта һәм парламентына кандидатураһын ҡуя. 2012 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында эшен ҡалдырып, ул Истанбул провинцияһынан (Мәрмәр диңгеҙ төбәгенән) һәм халыҡ-республика партияһынан төрөк парламенты депутаты итеп һайланып, беренсе инвалид ҡатын-ҡыҙ — төрөк парламенты ағзаһы була[18]. Үҙенең депутатлыҡ эштәре сигендә ул Төркиә комитеты —ЕС — Урта диңгеҙ берлегенең Евро-урта диңгеҙ Парламент Ассамблеяһы комитеты, энергетика, һыу һәм тирә-яҡ мөхит буйынса комитет ағзаһы, шулай уҡ төрөк парламентынан Көньяҡ Корея һәм Норвегия диңгеҙ берлегенең парламент ассамблеяһы менән дуҫлыҡ йәмғиәтенең ағзаһы һәм вице-рәйесе була. Артабан ул илдең экологик һәм социаль сәйәсәте өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә.

  • АҠШ Дәүләт департаментының халыҡ-ара батырлыҡ премияһы[12]
  • Халыҡ-ара йәштәр палатаһының Тыныслыҡ премияһы[19]
  • Британия милли донъяуи йәмғиәте премияһы (2014)[20]
  1. http://link.springer.com/content/pdf/10.1007%2Fs11999-013-3339-2.pdf
  2. http://www.theguardian.com/politics/2014/feb/09/safak-pavey-turkeys-immoral-woman-trousers
  3. http://www.todayszaman.com/news-275210-diverse-guest-list-at-us-embassy-reception-honoring-pavey.html
  4. http://web.archive.org/web/20180615111603/https://www.tbmm.gov.tr/develop/owa/milletvekillerimiz_sd.bilgi?p_donem=26&p_sicil=6920
  5. http://www.hurriyetdailynews.com/ankara-silent-on-egyptian-broadcasters-in-turkey-.aspx?PageID=238&NID=77808&NewsCatID=338
  6. http://www.turkishweekly.net/news/179657/ankara-silent-on-egyptian-broadcasters-in-turkey.html
  7. http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=7600
  8. 8,0 8,1 https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
  9. https://www.workwithdata.com/person/safak-pavey-1976
  10. «Safak Pavey bio».
  11. «CHP’s Pavey elected to UN committee».
  12. 12,0 12,1 «2012 International Women of Courage Award Winners».
  13. «Events and News 2012 | Embassy of the United States Ankara, Turkey» 2013 йыл 20 февраль архивланған..
  14. «Clinton praises Pavey’s tireless passion, energy».
  15. White, Jenny (June 20, 2011).
  16. «Q&A: Refugee worker turns a disability into an advantage».
  17. Ebadi, Shirin (2008).
  18. Sussman, Anna (June 16, 2011).
  19. «Safak Pavey of Turkey selected as one of the 2011 JCI Ten Outstanding Young Persons of the World» 2014 йыл 2 ғинуар архивланған..
  20. «Secularist of the Year awarded to Turkish MP, Safak Pavey».