Церетели Зураб Константинович
Зураб Церетели | |||||||||||||||||||
ზურაბ წერეთელი | |||||||||||||||||||
Зураб Церетели «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» I дәрәжә орденын алғанда, 2010 йыл | |||||||||||||||||||
Тыуған: | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | |||||||||||||||||||
Гражданлығы: |
СССР (до 1991) | ||||||||||||||||||
Жанр: | |||||||||||||||||||
Уҡыған урыны: |
Тбилиси художество академияһы | ||||||||||||||||||
Стиль: | |||||||||||||||||||
Йоғонто: | |||||||||||||||||||
Наградалары: |
| ||||||||||||||||||
Исемдәре: |
| ||||||||||||||||||
Премиялары: |
| ||||||||||||||||||
Сайт: | |||||||||||||||||||
Работы |
Церетели Зураб Константинович (груз. ზურაბ წერეთელი; 4 ғинуар 1934 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, скульптор, дизайнер, педагог, профессор. 1997 йылдан Рәсәй художество академияһы президенты. СССР Художество академияһы академигы (1988; 1979 йылда — ағза-корреспондент). СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990). Ленин премияһы (1976), ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт (1970, 1982) һәм Рәсәйҙең Дәүләт (1996) премиялары лауреаты. 1965 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы. 5000-дән ашыу һынлы сәнғәт, графика, скульптура, монументаль-декоратив сәнғәт(фреска, мозаика, панно) әҫәрҙәре авторы. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зураб Церетели 1934 йылдың 4 ғинуарында Тбилиси ҡалаһында грузин ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Константин Георгиевич (1903—2002) Грузияла билдәле инженер-төҙөүсе, сығышы менән Церетели боронғо грузин нәҫеленән. Әсәһе — Нижарадзе Тамара Семен ҡыҙы(1910—1991), шулай уҡ кенәз нәҫеленән. Бәләкәй сағында Зурабҡа әсәһе яғынан ағаһы рәссам Георгий Нижарадзе ҙур йоғонто яһай. Уларҙың өйөнә Давид Какабадзе, Серго Кобуладзе, Уча Джапаридзе кеүек рәссамдар йыш килә. Һынлы сәнғәт менән мауыға башлаған үҫмергә тәүге һабаҡты улар бирә. Зураб Церетели Тбилиси Художество академияһының һынлы сәнғәт факультетын тамамлай, Грузия Фәндәр академияһының Тарих, археология һәм этнография институтында эшләй. 1964 йылда Францияла уҡығанда, билдәле рәссамдар Пабло Пикассо һәм Марк Шагал менән аралаша. Сочиҙағы Ривьера паркы янында «Ленин» моз��ика панноһы — Церетелиҙың тәүге ҙур эштәренең береһе, 1970й. 1960-сы йылдар аҙағынан монументаль сәнғәт өлкәһендә әүҙем эшләй башлай. Рәсәйҙән тыш, уның скульптура әҫәрҙәре Бразилия, Бөйөк Британия, Испания, АҠШ, Франция, Япония, Грузия, Беларусь һәм Литвала бар. 1988 йылда СССР Художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы (академигы) итеп һайлана. 1997 йылдан Рәсәй Художество академияһы президенты. 2003 йылда Рәсәй Федерацияһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан уға Рәсәй гражданлығы бирелә. Церетели шулай уҡ Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте музейы һәм Церетели сәнғәт галереяһы директоры. 2010 йылдың февралендә Зураб Церетели Почёт легионы ордены кавалеры исеменә лайыҡ булды. Шул уҡ йылдың июнендә АҠШ сәнғәт милли йәмғиәте уны алтын «Почёт миҙалы» менән бүләкләне. Рәсәй һәм грузин рәссамдары араһында был награда менән Зураб Церетели ғына билдәләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #128618698 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Церетели Зураб Константинович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Zurab Cereteli // Архив изобразительного искусства — 2003.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Церетели Зураб Константинович Викимилектә | |
Церетели Зураб Константинович Викияңылыҡтарҙа |
- Церетели Зураб Константинович . «Герои страны» сайты.
- Сайт Зураба Церетели 2013 йыл 23 август архивланған.
- Блог Зураба Церетели
- Церетели, Зураб — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- О его искусстве спорят от Москвы до Гудзона, статья в Вашингтон пост, 10 июня 2004
- Объемные эмали и металлопластика (бронзовые рельефы) Церетели 2008 йыл 26 ғинуар архивланған.
- Один день с Зурабом Церетели. Репортаж из нью-йоркской мастерской. — публикация на портале RUNYweb.com
- Дмитрий Швидковский. Скульптура Зураба Церетели в сердце Парижа. / Журнал «Третьяковская галерея», #2 2015 (47)
Ҡалып:Президенты Российской академии художеств Ҡалып:Полные кавалеры ордена «За заслуги перед Отечеством»
- 4 ғинуарҙа тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Тбилисиҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса скульпторҙар
- СССР скульпторҙары
- Грузия скульпторҙары
- Рәсәй скульпторҙары
- XX быуат скульпторҙары
- XXI быуат скульпторҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Почётлы легион ордены кавалерҙары
- Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены офицерҙары (Франция)
- Бернардо О’Хиггинс ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- СССР-ҙың халыҡ рәссамдары
- Ленин премияһы лауреаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса рәссамдар