Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Британия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге
United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland
Ҡалып:Бөйөк Британия байрағы Короле Гербы Бөйөк Британия
Бөйөк Британия байрағы Бөйөк Британия Короле Гербы
Милли девиз: «Dieu et mon droit»
 «(Хоҙайым һәм хоҡуғым)»
Гимн: Бөйөк Британия гимны (тыңларға )
Нигеҙ һалынған 1801
Рәсми телдәр Инглиз теле
Баш ҡала Лондон
Иң ҙур ҡалалары Лондон, Эдинбург
Идара итеү формаһы Конституцион монархия
Дәүләт башлығы
Премьер-министр
Карл III
Риши Сунак
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
77 урын
244 101 км²
1,3
Халыҡ
  • Барыһы (2005)
  • Тығыҙлыҡ
21 урын
60 441 457
247 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2004)
  • Кеше башына
6 урын
1 736 377 млн. $
30 900 $
Валюта Фунт стерлиң (GBP)
Интернет-домен .uk
Телефон коды +44
Сәғәт бүлкәте UTC 0

Бөйөк Брита́ния (ингл. Great Britain), рәсми исеме — Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге (ингл. The United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland), инглиз телендә Берләшкән Короллек тип аталыуы ла осрай (ингл. United Kingdom) — Төньяҡ-көнбайыш Европалағы дәүләт, БМО-ның Именлек Советы ағзаһы.

Баш ҡалаһы — Лондон. Идара итеү формаһы — парламентлы (конституцион) монархия.

Административ-территориаль бүленеүе формаһы буйынса унитар дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, Англиянан тыш бөтә Берләшкән Короллек өлөштәренең ҙур автономияһы бар.

Берләшкән Короллек Бөйөк Британия утрауында һәм өлөшләтә Ирландия утрауында урынлашҡан. Шулай уҡ Берләшкән Короллеккә инмәгән әммә уның өлөшө булған Британиянан бойондороҡло территориялар һәм Британияның Корона биләмәләре бар.

Майҙаны — 244,9 мең км². Дәүләт башлығы — королева (король). Халҡы — 60,4 млн кеше (2005): инглиздәр (83 %), шотландтар (8,6 %), валлийҙар (4,9 %), ирландтар (2,9 %). Рәсми тел — инглиз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — протестанттар.

Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы.

Англия гербы, 1558—1603 йылдар

Британ утрауҙарында кешеләр 30 мең йыл элек йәшәгән (Стоунһендж).

Б. э. тиклемге 800—500 йылдарҙа утрауҙа бриттар, кельттар һәм гэлдарҙың йәшәүе тураһында мәғлүмәт бар.

Б. э. тиклемге 43 йылда Кентта 4 рим легионы кораблдәрҙән төшә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рим ғәскәрҙәре бриттарҙы һәм кельттарҙы еңә.Рим власы утрауҙарҙа IV быуатҡа тиклем һаҡлана.

V быуатта утрауҙар��а герман ырыуҙарҙын береһе — англосакстар күсеп ултыра. Улар бриттарҙы һәм кельттарҙы хәҙерге Уэльс һәм Шотландия территорияһына ҡыуып сығара.

Бөйөк Альфред етәкселеғе (871—901)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Альфре́д (англо-сакс Ælfrēd se Grēata; ингл. Alfred the Great; ян. 849 — 26 октябрь 899[1] / 28 октябрь 901) — 871—899 йылдарҙа Уэссекс Короле.

871—899 йылдарҙа Альфред Бөйөк сакстарҙың иң эре дәүләте Уэссексты (артабан Англия Короллеге) төҙөй.

Вильгельм I Яулап алыусы етәкселеге (1066—1087)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вильге́льм I Яулап алыусы (Вильгельм Нормандиянан йәки Вильгельм Законға ярашлы тыумаған); (ингл. William I the Conqueror, William the Bastard, франц. Guillaume le Conquérant, Guillaume le Bâtard; 1027/1028,Фалез — 09.09.1087) — Нормандия герцогы, (1035 йылдан) һәм 1066 йылдан Англия короле. Норманд Яулап алыуын ойоштороусы, Европаның XI быуаттағы иң эре сәйәси эшмәкәре.

1066 йылдарҙа Англия Короллегенә Нормандия герцогы Вильгельм I яулап ала. Норманд династияһы Англияла 1154 йылға тиклем идара итә.

Стефан етәкселеғе (1135—1154)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стефан (ингл. Stephen (ок. 1092/6, Блуа — 25 октябрь 1154, Дувр), шулай уҡ Стефан Блуаский (Estienne de Blois), — 1135—1154 йылдарҙа Англия короле. Вильгельм I Яулап алыусының ейәне.

1135 йылда, Генрих I үлгәндән һуң, Матильдана тәхеттән төшөрөү 1135—1154 йылдарҙа Англияла Матильда яҡлылар һәм Стефан Блуаский яҡлылар араһында Граждандар һуғышына килтерә.

1154 йылда граждандар һуғышынан һуң идара иткән династия алмаштырыла. 1154—1399 йылдарҙа короллек менән Плантагенеттар идара итә.

Иоанн Ерһеҙ етәкселеғе (1199—1216)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иоа́нн (Джон) Ерһеҙ (ингл. John Lackland; 24.12.1167, Оксфорд — 19.10.1216, Ньюарк) — 1199—1216 йылдарҙа Англия Короле.

Уның етәкселегендә:

Англия дәүләтенең иң уңышһыҙ короле тип һанала. Унан һуң бер ниндәй ҙә инглиз, француз, шотланд монарх улына «Иоанн» исемен ҡушмай.

1215 йылда Бөйөк Азатлыҡ Хартия ҡабул ителә.

1337—1453. Йөҙ йыллыҡ һуғыш — бер яҡтан Франция һәм уның союздаштары һәм икенсе яҡтан Англия һәм уның союздаштары араһындағы яҡынса 1337 йылдан алып 1453 йылға тиклем дауам иткән һуғыштар серияһы.

1496 йы��да Англия Короле Генрих VII Джон Каботты Азияға яңы юлдарҙы табыу өсөн экспедицияға ебәрә. Атлантик океанды үтеп ул 1497 йылда Ньюфаундлендты аса. Ошо йыл Британ Империяһының тыуыу йылы тип иҫәпләнә. Джон Каботтын экспедицияһы инглиз тарихында Британ утрауҙарҙарынан ситтә булған беренсе ваҡиға.

1642—1646 йылдарҙа Англияла граждан һуғышы бара.

Ил үҫә. XVII быуатта ысын империяға әүерелә. Британ Империяһы кешелек тарихында иң ҙур дәүләт була.

1679 йыл — Хабеас корпус актты ҡабул итеү.

1689 — Хоҡуҡтар тураһында биль ҡабул итеү.

1707 йылдың 1 майында Англия Короллеге Шотландия Короллеге менән берләшә. Яңы дәүләттен исеме — Бөйөк Британия.

1800 йылда Ирландия менән берләшеү тураһында уния тыуа. 1801 йылдын 1 ғинуарында дәүләттен исеме — Бөйөк Британияның һәм Ирландияның Берләшкән Короллеге.

1927 Ирландия азатлыҡ юлына баҫа. Ләкин төньяҡ өлөшө ҡала. Дәүләттен яңы исеме Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге.

Король статусы тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Англия Короле — Англия короллығының юғары титул. Англия монархияһының рәсми мәғлүмәте буйынса беренсе Англия короле Бөйөк Альфред тип һанала. Ул 871—899 йылдарҙа сакстарҙын иң эре дәүләтте (Уэссекс) короле булған. Иң һуңғы Англия королеваһы — Анна. 1707 йылда Шотландия менән берләшкәс уның вазифа исеме — Бөйөк Британия королеваһы тип үҙгәртелә.

Британия Империяһына ингән ерҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа

Америка

Латин Америка, Атлантика

Африка

Азия

Австралия, Океания һәм Антарктика

Бөйөк Британия Короллеге кодификацияланмған Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Бөйөк Британия - Конституцион монархия.

Премьер-министр — илдең иң юғары вазифаһы. Премьер-министр хөкүмәт министрзар тәғәйенләү хоҡуғына эйә.

Закондар сығарыу власы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парламент (ингл. Parliament of the United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland)— Бөйөк Британия Короллегенең юғары закондар сығарыу органы.

Юғары суд составында:

  1. Юғары суд 80 судъянан тора һәм 3 тармаҡҡа бүленә: король эскәмйәһе (лорд — баш судья етәкселек итә), канцлер эскәмйәһе (вице-канцлер етәкселек итә), ғаилә эштәре буйынса эскәмйәһе (бүлек рәйесе етәкселек итә). Судьялар барристерҙарҙан ҡуйыла. 1-се инстанцияһында барған эштәрҙе 1 судья ҡарай. Король эскәмйәһе сауҙа, дөйөм хоҡуҡ эштәрен ҡарай. Юғары суды ҡарарына ялыу Аппеляция судына бирелә.
  2. Аппеляция суды
  3. Корона суды. Корона суды 1971 йылда төҙөлә һәм енәйәт эштәрен ҡарай.

Башҡортостан менән бәйләнештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһының Бөйөк Британияға визиттар 2000, 2001, 2003—2008 йылдарҙа була.

Бөйөк Британияның делегацияһы Башҡортостанға 1 тапҡыр ғына 2003 йылда килә (Рәсәйҙәге Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Ҡушма Короллеге илселегенең 1-се секретары һәм Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығының Иҡт. сәйәсәт департаменты вәкиле составында).

Бөйөк Британияның делегаттары 2—3 сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһының БДБ-нан башҡа илдәр менән тышҡы сауҙаның дөйөм күләмендә Бөйөк Британия өлөшөнә 0,9 % тура килә (2009). Башҡортостан Республикаһы һәм Бөйөк Британияның тышҡы сауҙа әйләнеше 39,3 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 10 тапҡырға кәмерәк).

Башҡортостандан Бөйөк Британияға экспорты — 35,5 млн доллар (2000 йылда — 393,1 млн доллар); Тауар структураһы:

  1. минераль продукттар. Төп экспортёрҙар: Газпром Нефтехим Салауат, Башнефть (Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, Уфанефтехим подразделениялары).
  2. яғыулыҡ
  3. химик продукттар
  4. каучуктар
  5. ағас материалдар
  6. ҡағыҙ изделиелары
  7. машиналар
  8. ҡоролмалар
  9. транспорт саралары

Бөйөк Британия Башҡортостанға импортлай:

  1. органик химик берләшмәләр. Төп импортёрҙар: Газпром Нефтехим Салауат, Башнефть (Уфаоргсинтез подразделениеһы).
  2. пластмасса изделиелары, ҡоролмалар
  3. фармацевтика продукция
  4. туҡланыу продукттары

Дөйөм импорты 3,8 млн доллар тәшкил итә (2000 й. — 5,2 млн доллар).

Башҡортостан Республикаһында, Бөйөк Британияның капиталын йәлеп итеп, 12 берлектәге предприятие эшләй. Башҡортостан Республикаһы Сауҙа сәнәғәт палатаһында Бөйөк Британияның мәғлүмәт бюроһы бар.

2004 й. Екатеринбург та генераль консуллыҡ ойошторған Британия төҙөлөш компанияларының мәғлүмәт стенды «Уралстрой—2004» күргәҙмәһендә тәҡдим ителә. Бөйөк Британияның ҡайһы бер фирмалары «Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш—2004», «Газ. Нефть. Технологиялар—2006» халыҡ ара күргәҙмәләрендә (бөтәһе лә — Өфө) ҡатнаша. Бөйөк Британияның вәкилдәре «Халыҡ ара эшлекле осрашыуҙар: Өфө—1997» конф. ҡатнаша.

Математика институты ғалимдары Бөйөк Британияның ғалимдары менән INTAS программаһы сиктәрендә бәйләнеш тота;

Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты Уорвик университетының Масс-спектрометрия институты, Биохимия һәм генетика институты Уэльс университетының Биология фәндәре институты һәм Уорвик университетының Үҫемлектәр генетикаһы һәм биотехнологияһы бүлеге, Механика институты Лавборо университеты менән фәнни бәйләнештәр тота, Авиация техник университеты Шеффилд университеты, Радиоэлектроника колледжы Блекпул колледжы менән хеҙмәттәшлек итә. 1997 йылдан БДУ-ла инглиз студенттары һәм аспиранттары уҡый.

Башҡортостан менән Бөйөк Британияның күптәнге тарихи бәйләнештәре бар. 1818—28 йй. инглиз банкиры Ралль һәм сауҙагәр Доути Биҙәр заводын тота, 20 б. башында Л.Уркарт Верхнеурал өйәҙендә урынлашҡан завод һәм рудниктарҙың контроль акциялар пакеты хужаһы була.

Лондонда Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1862) П. М. Обуховтың Златоуст (Косотур) заводында ҡойолған ҡорос пушкалары (алтын миҙалға лайыҡ була) һәм Ырымбур дебет шәлдәре күрһәтелә.

1841 й. Ырымбур губернаһында шотланд геологы Р.Мурчисондың Уралдың геология, география һәм палеонтологияһы буйынса мәғлүмәттәр йыйыусы экспедицияһы эшләй; экспедиция һөҙөмтәләре б са «Европа Рәсәйе һәм Урал тауы геологияһы» (1845; инглиз т.) баҫылып сыға.

1880—1900 йй. Европала, ш. иҫ. Б. Б. В. В. Тиманова гастролдә була.

1926 й. БАССР-ҙа, инглиз эшселәренең дөйөм забастовкаһын яҡлап, 45 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла; шулай уҡ йылда респ. баш күтәреүселәр делегацияһы килә, улар хеҙмәтсәндәр алдында сығыш яһай, респ. хөкүмәте тарафынан ҡабул ителә.

70 се йй. респ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия предприятиеларына Б. Б. ҡоролмалар килтерелә, уларҙы инглиз белгестәре монтажлап, көйләп, эшләтеп ебәрә. Фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек алып барыла.

Инглиз тикшеренеүселәре Э.Карр, У.Коларз, Т.Ланкина, О.Файджестың хеҙмәттәре Башҡортостан тарихы проблемаларына арналған. Дж. Байрондың «Шильон тотҡоно» (1924), У. Шекспирҙың «Отелло» (1946), «Макбет» (1961), «Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу» (1983), Э. Л. Войничтың «Күгәүен» (1968), Д. Дефоның «Робинзон Крузо» (1980, 1990) әҫәр башҡорт теленә тәржемә ителә һәм баҫыла, Ә. Һ. Бикчәнтәевтең «Ҙур оркестр» (1958) повесы инглиз телендә донъя күрә. Республика театрҙары репертуарына инглиз яҙыусылары әҫәрҙәре буйынсаса спектаклдәр [Шекспирҙың «Гамлет», «Макбет», «Отелло», «Ромео һәм Джульетта», А. Кристиҙың «Ҡапҡан» («Мышеловка»), О. Уайльдтың «Кентервиль өрәге» («Кентервильское привидение»), Р. Киплингтың «Джунглиҙар китабы» мотивы буйынса «Беҙҙең ҡаныбыҙ бер» («Мы с тобой одной крови») һ.б.] инә.

2005 й. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Лондонда «Рус ҡышҡы фестивалендә» ҡатнаша. Башҡортостанда 3 инглиз йәшәй (2002).

1996 й. алып Башҡортостан Республикаһында «Башҡортостан—Бөйөк Британия» дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшләй.

  • Королева Виктория 1837 йылдан 1901 йылға тиклем етәкләй. Ошо күрһәткес буйынса ул Британияның иң оҙаҡ идара иткән Королеваһы булып иҫәпләнә. Ләкин 2022 йылда Елизавета II тәхеткә ултырыуына 70 йыл тулғандан һуң 7 ай үткәс вафат була.

Территориаль бүленеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берләшкән Короллек 4 «тарихи провинция»-ға бүленә: Англия, Шотландия, Уэльс һәм Төньяҡ Ирландия. Итглизсә улар countries (башҡ. илдәр) йәиһә constituent parts/constituent countries тип атала.

Ҡарағыҙ: Англия
Англия (ингл. England) — Бөйөк Британияһы "тарихи провинциялары"нан иң ҙурыһы. Баш ҡалаһы — Лондон, майҙаны 130 395 квадрат километр, бөтә дөнъя майҙанынан 1/1000-гә яҡын. Халыҡ һаны — 50.762.900 кеше. Англияның үҙ власть органдары (йәғни парламент һәм хөкүмәт) юҡ, Бөйөк Британия Хөкүмәте һәм Бөйөк Британия Парламенты Англияның төп власть органдары булып һанала. Берҙән-бер рәсми тел — инглиз теле. Иң ҙур ҡалалары — Лондон, Манчестер, Лидс һ.б.

Ҡарағыҙ: Уэльс
Уэльс — Бөйөк Британияның 4 иң әһәмиәтле булғандарҙын административ өлөшө. Күптән үткән заман кельт ырыуҙарҙын конгломераты.

  1. Jens Chr. Ottars og Wulfstans nordiske rejsebeskrivelser ca. 890. Institut for Kultur og Samfund.