Фитнес
Фи́тнес (ингл. fitness, to fit ҡылымынан — «тура килеү; яҡшы формала булыу»;) — дөрөҫ туҡланыу, ял итеү һәм уртаса физик көсөргәнеш аша өлгәшелгән яҡшы дөйөм физик форманы тотоуҙы маҡсат итеп ҡуйған физик әүҙемлек төрө. Киңерәк мәғәнәлә кеше организмының физик әүҙемлектең билдәле бер төрөнә дөйөм физик яраҡлығы.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Физик әҙерлек түбәндәге элементтарҙан тора:
- йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының әҙерлеге;
- һығылмалылыҡ;
- мускулдар сыҙамлығы;
- көс;
- ҡеүәт;
- тигеҙлек тойғоһоноң үҫешкәнлеге;
- хәрәкәттәрҙең яҡшы координацияһы;
- реакция;
- тиҙлек;
- организмда мускул һәм май туҡымалары нисбәте.
Фитнес тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихҡаса тиклем ваҡыттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүтормош кешеһенә яҡшы физик форма йәшәргә ярҙам иткән — үҙенә аҙыҡ табырға һәм үҙен ҡырағай хайуандарҙан яҡларға. Боронғо кешеләр үҙҙәре һиҙмәйенсә фитнес менән шөғөлләнгәндәр. Тормош уларҙы һикерергә, йүгерергә, сүгергә, эйелергә мәжбүр иткән. Был дәүерҙең ҡаяла төшөрөлгән һәм мәмерйә эсендәге һүрәттәрендә кеше һындары һикереп йәки хәрәкәт итеп кенә ҡалмайҙар, ә һөңгөләр, суҡмарҙар, бумерангтар ташлайҙар — ошолайтып ирҙәр яҡшы һунарсы булыр өсөн сослоҡто, көстө һәм мәргәнлекте үҫтергәндәр. Ул ваҡыттын һуңғы һүрәттәрендә төрлө ҡәбиләләр араһында ярыштар үткәрелеүе һәм еңеүселәрҙе бүләкләү төшөргән. Малсылыҡ һәм ауыл хужалығы үҫеше менән кешенең хайуандарҙан алып төрлө ҡоралдарға тиклем ярҙамсылары барлыҡҡа килә. Әммә барыбер күп эшләргә тура килә, шуға күрә кешеләр һау-сәләмәт һәм сыҙамлы булалар. Фитнес боронғо цивилизацияларҙа ла үҫешен дауам итә. Физик күнекмәләрҙе етешлек менән бергә бәйләгәндәр; кем күп эшләй, шул ауырымай һәм яҡшы йәшәй тип һаналған.
Антик ваҡыттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Греция цивилизацияһы
Фитнестың барлыҡҡа килеү тарихы Боронғо Греция менән тығыҙ бәйләнгән. Эллиндар өсөн музыка һәм белем биреү менән бер рәттән организм үҫеше лә ҙур әһәмиәткә эйә була. Спорт менән шөғөлләнгәндә боронғо гректар тышҡы матурлыҡ һәм эске гармония берҙәмлегенә өлгәшергә тырышҡандар. Йәмғиәт комплекслы үҫеш��ән кешене, бер үк ваҡытта аҡыл эйәһе лә, спортсы ла булған шәхесте идеаллаштырған. Фитнестың таралыуына грек табиптары, философтары һәм ғалимдары булышлыҡ итә. Гиппократ иҫ киткес һыбайлы булған, Пифагор — билдәле йоҙроҡ көрәшсеһе, ә Сократ, Платон, Софокл һәм Еврипид төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, даими приздар алып торғандар. Ул замандарҙа уҡ махсус билдәләнгән урындарҙа гимнастика менән шөғөлләнгәндәр. Боронғо Греция термдары тотош комплекстар булып торған, унда күнекмәләр эшләп кенә ҡалмай, ә ял итергә, мунсаға барырға, дуҫтар менән аралашырға булған. Фитнес-залдарҙың прототибы булып Пелопоннес ярымутрауының көньяғындағы Геракл мәмерйәләре һанала: уларҙа археологтар беренсе «тренажерҙарҙы» — примитив таш ҡоролмалар таба, уларҙың йәше 3 мең йыл тирәһе була. Афиныла, Спартала, Фарсы империяһында булған фитнес-программалар тураһында әйтмәй булмай. Яҡшы һалдат булыу өсөн хәлле ғаиләләрҙән сыҡҡан малайҙар спорт залдарына йөрөргә тейеш булған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан да шул уҡты талап иткәндәр — һөйкөмлөлөктө һаҡлау һәм сәләмәт балалар тыуҙырыу өсөн улар үҙҙәренең физик формаһын ҡарарға бурыслы булғандар. Фитнес тарихындағы киләһе бит — беҙҙең эраға тиклем VIII—IV быуаттарҙа Олимпияла бик популяр булған ярыштар. Олимпия уйындары йәмғиәттә шул тиклем көслө йоғонтоға эйә булған, хатта ҡайһы берҙә уларҙы үткәрер өсөн һуғыштарҙы туҡтатып торғандар. Йоҙроҡ һуғышы, көрәш, йүгереү, диск һәм һөңгө ырғытыу, һикереү, арбала йөрөү буйынса ярыштар булған.
Боронғо Рим цивилизацияһы
Рим империяһында бындай ярыштар б.э.т. II быуатта популяр булып китә. Ә башҡа йылдарҙа халыҡты спорт менән шөғөлләнергә саҡырһалар ҙа, тик хәрбиҙәр генә физик күнегеүҙәр башҡарырға тейеш була. Был, әлбиттә, римлеләргә бөтә көнбайыш донъяһын тиерлек яулап алырға ярҙам итә, әммә яйлап матди байлыҡ туплау һәм төрлө күңел асыуҙар халыҡ өсөн өҫтөнлөклө йүнәлешкә әйләнә. Бындай тәләфләү рим цивилизацияһының әкренләп тарҡалыуына килтерә. Шуныһы ҡыҙыҡ, боронғо донъяның иң ҙур ҡеүәтле державаһын еңгән варвар ҡәбиләләре, спорт залына йөрөмәһәләр ҙә, римлеләрҙән физик яҡтан өҫтөн булғандар.
Боронғо Һиндостан һәм Ҡытай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығышта сәләмәт организмға ҙур әһәмиәт бирелә, әммә улар физик камиллыҡҡа ғына түгел, ә рухилыҡ үҫешенә ынтылалар. Конфуцийҙың физик әүҙемлеккә өндәгән фәлсәфәүи тәғлимәте ҡытай кунг-фу гимнастикаһының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Боронғо Ҡытайҙа шулай уҡ бейеү, бадминтон, йәйә атыу, фехтование һәм көрәш менән шөғөлләнгәндәр. Күрше Һиндостанда беҙҙең эраға тиклем III быуат уртаһында йога барлыҡҡа килә. Был боронғо фитнес төрөндә күнегеүҙәр, кунг-фулағы кеүек үк, хайуандарҙың хәрәкәтен оҡшата — тәбиғәт менән аралашып, тере йәндәрҙең ҡылығын күҙәтеп, индуизм руханиҙары организмды, аҡылды һәм йәнде үҫтерергә һәм берләштерергә тырышҡан.
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа, ҡасан иҫән ҡалыу уңышлы һунарға бәйле булмаған, ә һуғышта еңеү өсөн физик көс урынына ҡеүәтле ҡорал кәрәк була башлағас, спортҡа ярайһы уҡ иғтибар бөтә. Хатта боронғо мәҙәниәт онотолоп грек термдары ла европалылар өсөн ябай мунсаларға әйләнә. Тик рыцарҙар ғына көслө рух һәм тән һаҡларға онотмай. Дәрәжәлелек һәм шиғырҙар ижад итеү һәләте улар батырлығының берҙән-бер сағылышы булмай. Рыцарь ҡаҙаныштарына йүгереү, һикереү, көрәш, баҡан буйлап менеү, хатта йөҙөү ҙә ингән. Әммә көс һәм сослоҡ һәр ваҡыт ҙур әһәмиәткә эйә була, хатта халыҡ уйындары ла йүгереү, арҡан буйлап йөрөү, кегли уйнау, көрәш һәм башҡа күңел асыуҙарһыҙ үтмәгән.
Яңырыу дәүере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европаға грек гимнастикаһы тураһында Италияла барлыҡҡа килгән һәм Англия, Франция һәм Германияға таралған гуманизм иҫенә төшөртә. XV быуатта фитнес тарихы терелә. Италияның Мантуя ҡалаһында Европала «Каза джокоза» (был «Шатлыҡ йорто» тигәнде аңлата) исемле беренсе гимнастика мәктәбе асыла. Уға педагог-гуманист Витторино да Фельтре нигеҙ һала. XV быуаттан алып Германияла фехтование союздары һәм уҡсылар йәмғиәттәре сәскә ата — быға ҡорал уйлап табыу һәм модернизациялау булышлыҡ итә.
Яңы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германияла шулай уҡ гимнастика киң билдәле булып китә, был дөйөм гимнастика учреждениеларын булдырыу идеяһы өсөн көрәшкән Герхард Виста һәм «Йәштәр өсөн гимнастика» баҫмаһын сығарған Иоганн Гутс-Мутс тырышлыҡтары менән бәйле. Ә «хәҙерге заман гимнастикаһының атаһы» тип немец педагогы Фридрих Джан һанала, ул физик камиллашыуҙың мөһимлеген пропагандалай, Берлин тирәһендә беренсе спорт майҙансығы аса, Германияла бер нисә спорт-гимнастика берләшмәләрен ойоштора. Европаның башҡа илдәрендә лә төрлө спорт мәктәптәре асыла. Фәнни-техник прогресс кеше тормошон шул тиклем еңеләйтә, гиподинамия йәмғиәт өсөн ысын хәүефкә әйләнә. XVIII—XIX быуаттарҙа гимнастика программалары Швецияла, Данияла, Германияла, Францияла, Бөйөк Британияла, Америкала әүҙем танылыуға өлгәшә. Швед Пер Хенрик Линг, инглиз Арчибальд Макларен, немец Герхард Фит, чех Мирослав Тырш, дат Франк Нечтегал, швейцар Эмиль Жак-Далькроз, француздар Жорж Демени, Франсуа Дельсарт һәм Франс Аморос, американдар Кэтрин Бичер һәм Бесс Менсендик — был кешеләр фитнес тарихында үҙ эҙҙәрен ҡалдыра.
Өр-яңы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ-тың фитнес тарихына индергән өлөшө
Хәҙерге заман фитнесын АҠШ-та XIX—XX быуаттар араһында үҫтерә башлайҙар. Бодибилдинг менән шөғөлләнгән спортсылар анаболик стероидтар ҡуллана башланыуы боронғо антик йолаларҙы тергеҙеүгә булышлыҡ иткән тип иҫәпләнә — был препараттар ир-егеттәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла ысын мәғәнәһендә йәмһеҙләткән. XX быуатта Американы яулап алған бодибилдингҡа фитнес бер альтернатива булып китә. Боронғо грек идеалдарын Америка һәм Европа йәмғиәтенә тулыһынса ҡайтарыу 1896 йылда, Пьер де Кубертен тарафынан Олимпия уйындарын тергеҙелгәндән һуң була. АҠШ-та физик тәрбиә программалары тураһында Икенсе донъя һуғышы йылдарында иҫкә төшөрәләр, әммә оҙаҡҡа түгел, тик әрме хеҙмәтенә алыныусыларҙы әҙерләү маҡсатында ғына. Фитнестың әһәмиәте тураһында ныҡлап 1950-се йылдар башында, америка уҡыусыларына үткәрелгән һынауҙарҙан һуң ғына уйлайҙар. Уларҙың һөҙөмтәләре насар була — экспериментта ҡатнашыусы балаларҙың яртыһынан күберәге һығылмалылыҡ һәм мускул көсө нормативтарының береһен үтә алмай (Европала уҡыусыларҙың 9 проценты менән сағыштырғанда). Был осорҙа күп ойошмалар тарафынан сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙем пропагандалау башлана, халыҡты кеше тормошонда физик әүҙемлектең булмауы эҙемтәләре тураһында аң-белем тараталар. Джон Кеннеди шулай уҡ һаулыҡты нығытыу менән шөғөлләнергә кәрәк тип ныҡыша. Президент үҙ иленең граждандарына яҡшы өлгө күрһәтеп, спорт залында даими була. Кеннеди арҡаһында хөкүмәт йәштәр спортын үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә башлай. Америкала Моника Бекмандың джаз-гимнастикаһы, Джекки Соренсендың аэробикаһы, шулай уҡ Кен Куперҙың ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән программалары барлыҡҡа килә. Доктор Купер әүҙем таратҡан идеялар бөгөн дә ҡулланыла. Фитнесты популярлаштырыу тураһында ҡарарҙы АҠШ хөкүмәте 1970-се йылдарҙа, американдар араһында төрлө ауырыуҙарҙың һәм һимереүҙең таралыу масштабы эпидемияға әйләнгәндән һуң ҡабул итә.
Рәсәйҙә фитнес тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең илдә фитнес (был һүҙҙең хәҙерге мәғәнәһендә) 1980-се йылдар аҙағында ғына барлыҡҡа килә. Беренсе рәсми һәм ысын фитнес-клуб 1990 йылдың ноябрендә Санкт-Петербургта асыла[1]. СССР-ҙа фитнес тигән төшөнсә булмай. Ватан фитнесы прототибы булған спорт һәм физик культура ғына була. Әммә Рәсәйҙә фитнес тарихы күпкә иртәрәк, тәүге видеомагнитофондар һәм улар менән бергә практик күнекмәләре, программа яҙмалары булған видеокассеталар барлыҡҡа килгәс башлана. Баҡтиһәң, сит илдә байтаҡ тәжрибә тупланған, элек-электән фитнестың айырым йүнәлештәре — ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр, төрлө йәштәге һәм буй-һын өсөн булған. 1930-сы йылдарҙың киң спартакиадаларын, 1950-1970-се йылдарҙың сәнәғәт гимнастикаһын, өлкәндәр һәм балалар өсөн спорт клубтарын һәм секцияларын иҫкә алмай булмай. Фитнес тарихы «үҙгәртеп ҡороу» осоронда үҙгәрә, ул заманда спорт айырым хоҡуҡ менән файҙаланған кешеләр өсөн генә була, ә ябай халыҡҡа үҙ тышҡы ҡиәфәтен ҡайғыртыу уйы булмай. Әммә ул ваҡытта уҡ ҡала подвалдарында йәшерен спорт залдары («качалкалар») асыла башлай. Әммә улар насар данға эйә була — унда криминал авторитеттары йыйыла һәм үҙҙәренә «һуғышсыларҙы» йыя. Ә халыҡтың ҡатын-ҡыҙ яртыһы өсөн шеппинг уйлап табыла, ул бөгөнгө көндә лә популяр. Бөгөнгө донъяла фитнес күнегеүҙәрҙән генә тормай. Был режимды, туҡланыуҙы, донъяға ҡарашты үҙ эсенә алған тотош бер фәлсәфә. Бөгөн һәр кем спорт менән шөғөлләнергәме, юҡмы икәнлеген йәки үҙ фитнес-тарихын булдырырғамы, юҡмы икәнлеген үҙе хәл итә. Тик бер нәмә генә асыҡ — физик әүҙемлек, меңәр йылдар элекке кеүек үк, кеше һаулығы, гармониялы үҫеш һәм именлек өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Йүнәлештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көнсығыш тәрән аҡыллылығы — хәҙерге заман һауыҡтырыу күнекмәләре нигеҙендә көнсығы�� рухи, медитация һәм һуғыш практикаһы ята. Был организмдың, рухтың һәм дөрөҫ тын алыуҙың гармониялы үҫеше һәм камиллашыуы. Физик күнегеүҙәрҙе медитация һәм тын алыу күнекмәләре менән берләштерергә мөмкин.
- Йога — беҙгә һинд тәғлимәттәренән килгән популяр фитнес төрө. Асандарҙы башҡарыу координацияға һәм таяныу-хәрәкәт аппаратына файҙалы йоғонто яһай. Шуға ҡарамаҫтан, умыртҡа һөйәге менән бәйле проблемалар килеп тыуһа, тренер, проблеманың киҫкенләшеүен булдырмау маҡсатында, уҡыусы өсөн программаны ентекле эшләргә тейеш. Хәҙерге заман фитнесының был төрө стрессҡа ҡаршы көрәштә һөҙөмтәле.
- Тайдзи — Ҡытайҙа киң танылыу яулаған ҡытай гимнастикаһы нигеҙендә рухи шөғөлдәр һәм һуғыш сәнғәте нигеҙҙәре ята. Бындай фитнес төрө төрлө йәштәге кешеләргә тәҡдим ителә. Ул матур, быуындарҙың хәрәкәтсәнлеген тергеҙә, дисциплинаны булдыра.
- Калари-Пайятту — һинд хәрби практикаһына нигеҙләнгән, тән һәм рухты яраштырыусы тағы бер популяр фитнес төрө.
- Будокон (будокан) — Голливудта популярлыҡ яулаған һәм 2004 йылдан алып киноиндустрияның спортсылары һәм йондоҙҙары тарафынан әүҙем пропагандаланған физик эшмәкәрлек төрҙәре. Шулай уҡ хәрби техника, медитация, йога һәм һуғыш сәнғәтенең тын алыу күнекмәләре комплексы булып тора.
- Хореография — бейеүселәрҙе һәм балет артистарын уҡытыу программаһының һөҙөмтәле күнегеүҙәре элек-электән физик тәрбиә өлкәһендәге эшләнмәләр менән бәйле, был ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыҡһыныу уятҡан фитнес тыуҙыра. Бында стрин-данс, латин, классик мәктәп һәм хатта көнсығыш бейеүҙәре эҙемтәләрен табырға мөмкин.
- Байлотерапия — фитнестың бер төрө, уны латин америка бейеүҙәрен яратыусылар лайыҡлы баһалаясаҡ. Венесуэланың дәртле көйҙәре аҫтында бейеү һәм аэробика күнегеүҙәре башҡарыла. Балаларға тәҡдим ителә.
- Кардиострип — ябығып мускулдар тонусын ҡайтарырға ғына түгел, ә грация һәм шәһүәтлеғен үҫтерергә теләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бейеү фитнесы. Аэробикаға хас хәрәкәттәрҙән тыш комплексҡа стрип-пластика элементтары ла инә.
- Аквааэробика — фитнестың бер төрө, ул һыуҙа физик күнегеүҙәрҙе музыка аҫтында башҡарыуҙы күҙ уңында тота һәм кешенең бөтә төп мускул төркөмдәренә йөктәрҙе берләштерә, был күнекмәләрҙең юғары һөҙөмтәлелегенә килтерә.
Организм өсөн файҙаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фитнес менән дә, физик әүҙемлектең башҡа төрҙәре менән дә шөғөлләнеү кешенең тышҡы һәм эске хәленә ҙур файҙа килтерә.
- Шешеүҙәр кәмеүе[2].
- Иммун системаһының нығыныуы[3].
- Кәүҙә ауырлығын контролдә тота[4].
- Менопауза һәм физик әҙерлек[5].
- Артериаль ҡан баҫымы контроле[6].
- Психик һаулыҡтың яҡшырыуы[7].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сюзанна Шлозберг, Лиз Непорент. Фитнес для «чайников». — М.: «Диалектика», 1999. — С. 272. — ISBN 1-56884-866-8.
- Corbin C. B., Lindsey R. Concepts of physical fitness with laboratories. 8th edition, WCB Brown&Benchmark publishers, 1994. ISBN 0-697-12611-0
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гонка с преследованием . www.kommersant.ru (13 август 2007). Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Colbert LH, Visser M, Simonsick EM, Tracy RP, Newman AB, Kritchevsky SB, Pahor M, Taaffe DR, Brach J, Rubin S, Harris TB (July 2004). «Physical activity, exercise, and inflammatory markers in older adults: findings from the Health, Aging and Body Composition Study». Journal of the American Geriatrics Society. 52 (7): 1098—104.
- ↑ Nieman DC (March 1997). «Exercise immunology: practical applications». International Journal of Sports Medicine. 18 Suppl 1: S91-100.
- ↑ Westcott WL, La Rosa Loud R (2014). «Strength for fat loss training». American Fitness. 32 (1): 18-22.
- ↑ Sternfeld B, Dugan S (September 2011). «Physical activity and health during the menopausal transition». Obstetrics and Gynecology Clinics of North America. 38 (3): 537-66.
- ↑ Exercise & activity lower blood pressure . Дата обращения: 22 февраль 2020. Архивировано 26 февраль 2020 года.
- ↑ Callaghan P (August 2004). «Exercise: a neglected intervention in mental health care?». Journal of Psychiatric and Mental Health Nursing. 11 (4): 476-83.