Эстәлеккә күсергә

Таҡыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таҡыр
Рәсем
 Таҡыр Викимилектә
Сонора сүлендәге таҡыр
Ҡыҙылҡом сүлендәге таҡыр

Таҡыр (төрки «шыма, тигеҙ, үҫемлекһеҙ») — ер рельефы, сүлдәрҙә кибеп ҡатҡан тоҙло тупраҡлы ерҙәр, балсыҡлы тупраҡ ҡатҡанда үҙенсәлекле, таҡырҙарға хас биҙәктәр барлыҡҡа килтерә.

Ғәҙәттә таҡыр яҫы уйпаттарҙа барлыҡҡа килә, унда ямғыр миҙгеленән һуң ҙур булмаған күлдәр хасил була; өҫкө йоҡа ҡатлам һыу кипкәндә уның аҫтындағы ҡатламда ҡабыҡ барлыҡҡа килә, ул төрлө рәүештә ярғыланып, биҙәктәр барлыҡҡа килтерә. Ғәҙәттә бындай майҙандарҙың барлыҡҡа килеүе ултырма составына, тупраҡтың тоҙлолоғона, кибеү шарттарына бәйле була. Таҡырҙар грунт һыуҙары 1,5 метрҙан ашыу булғанда тоҙ ергә һеңә лә, кипкәндә кире өҫкә күтәрелә.

Таҡырҙар башлыса Азияның суббореаль һыҙаты буйлап барлыҡҡа килә, айырым таҡырҙарҙың майҙаны һыуы аҡмай ятҡан соҡорҙарҙың майҙанына бәйле, улар кипкәндә тиҫтәләрсә квадрат километрға еткән таҡырҙар барлыҡҡа килә.

АҠШ сүлдәрендә бындай структрураларҙы «плайя» тип атайҙар[1] или salt flat, а в арабских странах — как сабха.

Ҡоро таҡыр тупраҡтары бик ныҡбула. Шул сифаты һәм тигеҙ булыуы арҡаһында йылдың ҡоро осорҙарында (яҙ аҙағы, йәй һәм көҙҙөң беренсе яртыһында) асфальт тиерлек була, сүллек буйынса автомобиль транспорты ярайһы юғары тиҙлек менән (50-70 км/сәғ) хәрәкәт итә ала.

Еүеш, епшек ваҡытта, бигерәк тә ямғырҙарҙан һуң йәки ҡар бик тиҙ ирегәндә, таҡыр тупраҡтары батҡылға, һаҙлыҡлыға әйләнә. Унда транспорт (хатта вездеходтар ҙа) хәрәкәт итә алмай.

  1. Jayne Belnap, Otto Ludwig Lange. 7.5 «Central Asia Takyr» // Biological Soil Crusts: Structure, Function, and Management. — Springer, 2001. — С. 90. — ISBN 3540437576.
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «таҡыр» мәҡәләһе бар