Эстәлеккә күсергә

Сарлыбаев Әхмәҙулла Харрас улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сарлыбаев Әхмәҙулла Харрас улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904[1]
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР[1]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание өлкән сержант һәм тоҫҡаусы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены III дәрәжә Дан ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) ��1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Сарлыбаев Әхмәҙулла Харрас улы (рус. Сарлыбаев Ахметдулла Харрасович; 1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының оруди�� тоҫҡаусыһы, өлкән сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан ордены кавалеры[2].

Әхмәҙулла Харрас улы Сарлыбаев 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында тыуа. 1941 йылдың 12 ноябрендә Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 275-се кавалерия полкының 28-се уксылар дивизияһында орудие тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[3].

III дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителгән бүләкләү ҡағыҙынан:

« Сарлыбаев иптәш, 6 мм пушкалар батареяһы тоҫҡаусыһы булараҡ, 1944 йылдың 14 сентябренән 20 сентябренә тиклем немец илбаҫарҙары менән һуғышта үҙен ҡыйыу һәм үҙ-үҙен аямаҫ итеп күрһәтте. Орудиены аныҡ тоҫҡауы арҡаһында расчет дошмандың дүрт ут нөктәһен, өс блиндажын һәм күҙәтеү пунктын юҡ итте. Һуғышта яралана, ләкин, командованиеның заданиеларын үтәп бөтмәйенсә, һуғыш яланын ҡалдырмай[4] »

.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]