Эстәлеккә күсергә

Совет Рәсәйе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы[1]
Рәсәй Совет Республикаһы[2],
Рәсәй Федератив республикаһы[3],
Рәсәйҙең Совет Республикаһы[4],
Рәсәй Совет Республикаһы[5],
Рәсәй Федератив Совет Республикаһы[6]
РСФСР Флагы (1918—1937) РСФСР Гербы (1918—1920)
РСФСР Флагы (1918—1937) РСФСР Гербы (1918—1920)

Гимн: Эшселәр Марсельезаһы (1917—1918)
Интернационал ( 1918 йылдан алып)

РСФСР 1922 йылда
РСФСР 1922 йылда

 
 
25 октябрь (7 ноябрь) 1917 — 30 декабрь 1922
Баш ҡала

Петроград;
12 март 1918 — Мәскәү

Телдәр

урыҫ

Дин

дини булмаған дәүләт

Идара итеү формаһы

совет республикаһы

РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе

В. И. Ленин

Валюта

совзнак

Эре ҡалалар

Петроград
Мәскәү
Түбәнге Новгород
Дондағы Ростов

Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе
 • 27 октябрь (9 ноябрь)—8 ноябрь (21 ноябрь) 1917

Л. Б. Каменев

 • 8 ноябрь (21 ноябрь) 191716 март 1919

Я. М. Свердлов

 • 16—30 март 1919

М. Ф. Владимирский (вазифа башҡарыусы)

 •  30 марттан 1919

М. И. Калинин

Тарихы
 • 25 октябрь (7 ноябрь) 1917 йыл

Октябрь революцияһы

 • 10 июль 1918 йыл.

Республика конституцияһын ҡабул итеү

 • 30 декабрь 1922 йыл

СССР-ҙың ойошторолоуы

 Совет Рәсәйе Викимилектә

Совет Рәсәйе (Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы) — 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң һәм 1922 йылда СССР-ҙы ойошторғанға тиклемге осорҙағы үҙ аллы социалистик Рәсәй дәүләтенең рәсми булмаған атамаһы[7](1918 йылдың 19 июленән алып рәсми рәүештә — РСФСР[8]).

Бынан тыш, киңәйтелгән аңлатма биргән саҡта, бигерәк тә сит ил матбуғатында, Совет Рәсәйе тип йыш ҡына бөтә СССР (йәки РСФСР уның составында) аталған.

Хәҙерге ваҡытта Совет Рәсәйе термины төрлө тарихсылар тарафынан биргән мәғлүмәттәрҙең контексына ҡарап төрлө мәғәнәлә ҡулланыла.

Дәүләттең рәсми исеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың октябренән 1918 йылдың июленә тиклем яңы дәүләт насар рәсмилләштергән була. 1918 йылдың 20 апреленә тиклем рәсми рәүештә раҫланған дәүләт флагы (хатта танылған революция символы — ябай ҡыҙыл флаг)  һәм гербы (беренсе совет учреждениелары мисәттәрендә йыш ике башлы бөркөт осрай) рәсми рәүештә раҫланмаған була[9]). 1918 йылдың 19 июленә тиклем конституцияһы ла булмай. Төрлө дәүләт документтарында дәүләттең үҙе лә төрлөсә атала (аҫтараҡ ҡарағыҙ), дәүләттең алдминистратив-территориаль бүленешендә бөтөнләй буталсыҡлы төрлөлөк күренә. Йыш ҡына бер үк территорияла бер үк ваҡытта бер нисә «эшсе», «һалдат» йәки «крәҫтиән» советтары теләһә ниндәй формала һәм властың башҡа төрлө революцион органдары, мәҫәлән, реввоенсоветтар, исполкомдар һ. б. ғәмәлдә булалар, улар йыш ҡына бер-береһенең ҡарарҙарын инҡар итәләр. Айырым губерналар һәм милли өлкәләр үҙҙәрен бойондроҡһоҙ «совет» республикалары тип иғлан итәләр. Шуға күрә был осорҙа иң беренсе социалистик дәүләттең адекват торошон (һәр хәлдә, беренсе Конституцияны ҡабул иткәнгә тиклем) киләһе рәсми булмаған исемдәр сағылдыра: Совет Рәсәйе, Советтар республикаһы, Советтар иле (йәки аҡтар хәрәкәте сафтарында ҡайһы бер киң таралыу алған, шул иҫәптән, аҡ гвардия матбуғатында, мыҫҡыллы терминдар «Советтар», «совдепия» — яңы революцион «Совдеп» (Совет депутатов) һүҙенән, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә: Советтар депутаттары иле). Артабан Советтар иле (Страна Советов) термины бик оҙаҡҡа Совет Рәсәйе йәки бөтә СССР-ҙың дөйөм ҡулланылған төшөнсәһенең синонимы булып китә.

Совет — артабан халыҡ депутаттары Советы тип исемләнгән «эшсе», «һалдат», «матрос» йәки «крәҫтиән» депутаттары Советтарына ҡағылышлы тигәнде аңлата.

Рәсми исемен ҡабул итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

II-се Бөтә Рәсәй эшсе һәм һалдат депутаттары Советтары съезы (1917 йылдың 25 октябре (7 ноябре) ҡарарына ярашлы Рәсәй республикаһы территорияһында Рәсәй Совет Республикаһы иғлан ителә. Әммә артабан дәүләт һәр төрлө исемләнә:

Рәсәй, Рәсәй республикаһы[10],
Рәсәй Федератив республикаһы[3],
Рәсәйҙең Совет Республикаһы[4],
Рәсәй Совет Республикаһы[5],
Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы[11],
Рәсәй Федератив Совет Республикаһы[6].

Йыш ҡына был атамалар бер үк осорҙа ғәмәлдә булғандар. Шулай, III Советтар съезы 1918 йылдың 18 ғинуарындағы (31 ғинуарындағы) «Хеҙмәтсән һәм иҙелгән халыҡтың хоҡуҡтары Декларацияһы»нда Рәсәй Совет Республика унитар дәүләте федерация тип иғлан ителә. Һуңғараҡ бер нисә документта «Рәсәй Социалистик Республикаһы» тип билдәләнә (мәҫәлән, 1918 йылдың 16 февралендәге (1 мартындағы) Финляндия Социалистик Эшселәр Республикаһы менән Килешеүҙә [12]).

V Бөтә Рәсәй Советтар съезы 1918 йылдың 10 июлендә ҡабул ителгән һәм 1918 йылдың 19 июлендә көсөнә ингән[1] беренсе РСФСР Конституцияһы иғлан ителә һәм Конституцияға ярашлы илдең рәсми атамаһы раҫлана: Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы (РСФСР). 1937 йылдың 21 ғинуарында ҡабул ителгән өсөнсө Конституцияла был исем бер аҙ үҙгәртелә: Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы.

1917 йылдың 25 октябрендә (7 ноябрҙә) Октябрь революцияһы атҡарыла.

Шул уҡ көндө асылған Икенсе Бөтә Рәсәй Советтар съезы Халыҡ Комиссарҙары Советын (Совнарком) булдыра, уның составына В. Ленин етәкселегендә большевиктар ғына индерелә. Шулай уҡ съезда Л. Каменев етәкселегендәге ВЦИК-тың яңы составы һайлана (большевиктар унда 100 урындан 70 урын биләй) һәм тыныслыҡ һәм ер тураһында декреттар ҡабул ителә.

Советтарҙың II съезында тик эшселәр һәм һалдат депутаттары ҡатнаша, крәҫтиән депутаттарының II съезы үҙ аллы 26 ноябрь — 10 декабрь (9-23 декабрь) арауығында үтә, уның күпселеге эсерҙар була[13] һәм улар съезда большевиктарға ҡаршы ҡаты көрәш аса. Съезға әҙерләнгән саҡта большевиктар мандат комиссияһынан Съезд составына шулай уҡ башлыса большевиктарса көйләнгән хәрби частары вәкилдәрен индереүен талап итәләр.

4 декабрҙә съезд икегә ярыла: «һул» (большевиктар һәм һул эсерҙар) һәм «уң» ҡанаты (уң эсерҙар һәм үҙәк эсерҙары) һәм айырым ултырыштар үткәрә башлай. 6 декабрҙә Съездың «һул» өлөшө үҙен берҙән-бер законлы Съезд тип иғлан итә, 6-8 декбрҙә дауамында Съездың Үҙәк башҡарма комитеты уң яҡтың эшмәкәрлеген тулыһынса тотҡарлай. Һул эсерҙарҙың ярҙамынан тыш большевиктар крәҫтиән депутаттарының II Съезд Советтарының ныҡ ҡына «һул ҡанатын» ойоштора алмаҫтар ине. Рәхмәт йөҙөнән большевиктар һул эсерҙарға Совнарком составына инергә төҡдим яһайҙар.

4 декабрҙә Совнарком Украин Халыҡ республикаһын һәм уның Рәсәйҙән айырылыу хоҡуғын таный[14].

1917 йылдың 15 сентябрендә эшселәр һәм һалдат депутаттары Советтары II Съезының Үҙәк Башҡарма комитеты һәм крәҫтиән депутаттары советтары II Съезының Үҙәк Башҡарма комитеты берләшәләр[15].

18 декабрҙә «Финляндия республикаһы тураһында» ҡарарына ярашлы Совнарком Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон таный[16].

Ойоштороу йыйылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Власҡа килгәндән һуң кисекмәҫтән тиерлек, 27 октябрҙә, большевистик Совнарком 12 ноябрҙә Ойоштороу йыйылышын үткәреү буйынса ҡарар ҡабул итә. Һайлауҙарҙың һөҙөмтәһе илдәге һайлаусыларҙың симпатиялар ҡуйылышын асыҡ күрһәтә. Мәскәү һәм Петроградта большевиктар сағыштырмаса күпселек тауыш алалар (45 % һәм 48  %), ҙур сәнәғәт ҡалаларында — уртаса 53,1 %. Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттарында, Балтик флотында большевиктар шулай уҡ абсолют күпселек тауыш йыя (56 %, 67 % һәм 58,2  %). Шул уҡ ваҡытта ил буйынса, дөйөм алғанда, эсерҙар (уң һәм центристар) абсолют күпселеген 51,7 % кимәлендә йыялар. Большевистик-һул эсерҙар коалицияһы 38,5 % мандат йыя.

26 ноябрҙә большевистик Совнаркомы ҡарар ҡабул итә, ҡарарға ярашлы Йыйылыштың эшмәкәрлеге өсөн 400 делегатлыҡ кворум талап ителә. 28 ноябрҙә Петроградта 60 делегат, башлыса Йыйылыштың эшмәкәрлеген башларға маташҡан уң эсерҙар йыйыла. Шул уҡ көндә Совнарком кадеттар партияһын закондан тыш тип иғлан итә һәм «Революцияға ҡаршы Граждандар һуғышының юлбашсыларын ҡулға алыу тураһында» исемле декретын сығара[17]. «Речь» кадет гәзите ябыла, ике аҙнанан һуң ул ҡабаттан «Наш век» исеме аҫтында асыла[18]. Большевистик Совнаркомы 29 ноябрҙә Ойоштороу йыйылышының «шәхси кәңәшмәләрен» тыя. Шул уҡ ваҡытта уң эсерҙар «Ойоштороу йыйылышын яҡлау союзын» булдыра.

1918 йылдың 5 ғинуарында Ойоштороу йыйылышы асыла, әммә шул уҡ көндә ВЦИК ҡарарына ярашлы йыйылыш тарҡатыла. 1918 йылдың гинуарында крәҫтиән депутаттары Советтары II съезының «һул» өлөшө менән һайланған ЦИК үҙенең составы буйынса тулыһынса большевистик-һул эсерҙарҙыҡы булған III съезды саҡырта. Ике Советтар съезы ла бер эшселәр, һалдаттар һәм крәҫтиән депутаттары Советтары III Съезына ҡушылалар.

Граждандар һуғышы һәм интервенция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә Граждандар һуғышы, 19181920 йй.
РСФСР территорияһының максималь «кесерәйеүен» күрһәткән Аҡтар плакаты (1919)

Граждандар һуғышы дауамында большевиктарға ҡаршы көрәштә Аҡтар хәрәкәте яҡлылары, казактар һуғыша, шулай уҡ көрәшкә 14 сит ил (интервенттар) ҡораллы көстәре йәлеп ителә. Граждандар һуғышы йәмғиәтте ойоштороуҙа, бүлеү һәм етештереү системаһында хәрби-коммунистик принциптарын раҫлауына булышлыҡ итә.

Революция һәм Граждандар һуғышы һөҙөмтәләренә ярашлы Көнбайыш Украинаның һәм Көнбайыш Белоруссияның территорияларын үҙенең бойондороҡһоҙлоғон тергеҙгән Польша баҫып ала һәм үҙенең составына индерә. Бессарабияны Румыния аннексиялай. Карс өлкәһе Төркиәгә күсә. Элекке Рәсәй составына ингән Финляндия Бөйөк кенәзлеге, Ковен, Сувалк, Лифлянд, Эстлянд һәм Курлянд губерналары территорияларында бойондороҡһоҙ дәүләттәр булдырыла. Шул уҡ ваҡытта үҙәк власы 1922 йылға Кавказ аръяғында һәм Урта Азияла үҙенең контролен тергеҙә, япон һәм американ интервенттары Алыҫ Көнсығыштан ҡыуып сығарыла, төрөк һәм британ ғәскәрҙәре Әрмәнстан һәм Әзербайжан территорияларын ташлап китә.

Дәүләт башлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы буйынса Бөтә Рәсәй Советтар съезы РСФСР-ҙың юғары власы була.

Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитетының рәйестәре

[үҙгәр��ергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ комиссарҙары Советы рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Совет Рәсәйендә губерналары һәм өлкәләре төп берәмәктәр булған иҫке административ-территориаль бүленеше һаҡланып килә. 1917 (аҙағы)—1918 йылдарҙа РСФСР территорияһында Советтарҙың өлкә берләшмәләре һәм совет республикалары тип исемләнгән дәүләт ойошмалары барлыҡҡа килә .

Иң беренселәрҙән 1918 йылдың яҙында ойошторолған Төркөстан Совет республикаһы була. Ошо уҡ осорҙа Донецк — Кривой Рог, Терск, Кубань-Ҡара диңгеҙ, Дон, Таврия Совет республикалары барлыҡҡа килә, улар Рәсәй Федерацияһының өлөштәре тип һанала. Был республикаларҙың аныҡ хоҡуҡи статусы булмай. Уларҙың барыһы ла, Төркөстан Совет республикаһынан башҡа, 1918 йылда интервенттар һәм аҡ гвардиясыларҙың һөжүмдәре осоронда ғәмәлдә булыуынан туҡтатылалар һәм ҡабаттан тергелмәйҙәр .

Ошо уҡ осорҙа Көнбайыш, Урал, Төньяҡ, Мәскәү һәм башҡа төрлө өлкә берләшмәләре барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Мәскәү өлкәһе 14 губерна советтарының федерацияһы була, һәр губернаның Мәскәү өлкә Халыҡ Комиссарҙары Советына буйһонған үҙ Халыҡ Комиссарҙары Советы була. Был берләшмәләр 1919 йылға тиклем ғәмәлдә булалар.

Шулай уҡ милли билдәләре буйынса дәүләт берләшмәләре ойошторола. 1918 йылдың икенсе уртаһында хеҙмәт коммунаһы кеүек автономия формаһы барлыҡҡа килә, ә 1920 йылдан автономияның икенсе формаһы — автономиялы өлкә — ҡуллана башлай. 1918 йылдың аҙағында Волга буйы Немецтарының Хеҙмәт коммунаһы ойошторола. 1919 йылда РСФСР составында Башҡорт АССР-ы барлыҡҡа килә, 1920—1921 йылдарҙа — Ҡырғыҙ (Ҡаҙаҡ) АССР-ы, Татар, Дағстан, Таулы автономиялы республикалары, Карелия хеҙмәт коммунаһы, Cыуаш, Ҡалмыҡ, Мари, Вот (Удмурт) автономиялы өлкәләре. 1921—1922 йылдарҙа РСФСР составында Яҡут АССР-ы, шулай уҡ Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Коми, Монгол — Бурят автономиялы өлкәләре ойошторола[20].

РСФСР һәм үҙ аллы совет республикалары араһындағы мөнәсәбәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың башында Украина, Белоруссия,Эстония, Латвия һәм Литва дәүләттәрендә совет власы урынлаштырыла. РСФСР был дәү��әттәрҙе суверенлы дәүләт тип иҫәпләй һәм улар менән хәрби, иҡтисади һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы тығыҙ бәйләнештәр булдыра. 1919 йылдың июнендә ВЦИК-тың «Рәсәй, Украина, Латвия, Литва, Белоруссия Совет республикаларының донъя империализмы менән көрәш өсөн берләшеүе тураһында» исемле декрет ҡабул итә. Декретҡа ярашлы республиканың хәрби ойоштороу органдары һәм хәрби командованиеһы, СНХ, финанстар, хеҙмәт, юлдар элемтәһе наркоматтары берләштерелергә тейеш була. Был тармаҡтар менән етәкселек итеү өсөн берҙәм коллегиялар булдырыу ҡаралған була. 1920 йылда Литвала, Латвияла һәм Эстонияла совет власы юҡҡа сығарылаһәм союз мөнәсәбәттәре бөтөрөлә .

Артабан РСФСР һәм совет республикалары араһында мөнәсәбәттәр ике яҡлы килешеүҙәр сиктәрендә үҫешә. 1920 йылдың декабрендә беренсе булып РСФСР һәм УССР союз килешеүе төҙәләр, 1921 йылдың ғинуарында шундай уҡ килеш РСФСР һәм БССР араһында, һуңынан башҡа совет республикалары менән булдырыла. Атап әйткәндә, 1920 йылдың 28 декабрендә VIII Бөтә Рәсәй Советтар съезы раҫлаған «РСФСР һәм БССР араһындағы союз эшсе-крәҫтиән килешеүе»ндә республикаларзың хәрби һәм хужалыҡ союзына инеүе ҡаралаған була. Хәрби һәм диңгеҙ эштәре, финанстар, хеҙмәт, юл элемтәһе, почта һәм телеграф комиссариаттары ла берләшәләр. Комиссариаттар РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советтарына инергә тейешле була, Ә Украина СНК-һы үҙенең вәкилдәрен булдырырға тейеш була. Вәкилдәрҙе Украин Үҙәк БашҡармаКкомитеты (ЦИК) һәм Советтар съезы раҫлай һәм контролдә тота.

Кавказ аръяғында 1920—1921 йылдарҙа Әзербайжан ССР-ы Әрмән ССР-ы һәм Грузия ССР-ы төҙөлә. 1921 йылдың 8 декабрендә Тбилисиҙә РСФСР һәм Кавказ аръяғы совет республикалары араһында хәрби-диңгеҙ эштәре буйынса хәрби конвенцияға ҡул ҡуйыла. 1922 йылдың 22 февралендә Мәскәүҙә Совет Рәсәйе, Украина, Белоруссия, Әрмәнстан, Әзербайжан, Грузия, ДВР, Бохара һәм Хорезм совет республикалары вәкилдәренең кәңәшмәһе уҙғарыла. Республикалар вәкилдәре РСФСР-ға бөтә совет республикаларының исеменән уларҙың мәнфәғәтен яҡлау, Генуя конференцияһында уларҙың исеменән сығыш яһау һәм Генуя конференцияһында ҡатнашыусылар, шулай уҡ башҡалар менән халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу хоҡуғын тапшырыу тураһында Протоколға ҡул ҡуйҙылар[21].

Алыҫ Көнсығыш республикаһы (ДВР) башта, дипломатик күҙлектән сығып, буфер дәүләте булараҡ булдырыла (РСФСР һәм Япония араһында бәрелештәрҙе булдырмаҫ өсөн). 1922 йылдың октябрендә, ДВР-ҙың Халыҡ-революцион армияһы интервенттарҙы һәм аҡ гвардиясыларҙы еңгәндән һуң, 1922 йылдың 14 ноябрендә ДВР-ҙың Халыҡ йыйылышы власты Советтарға тапшырырға ҡарар сығара. Икенсе көндә, 15 ноябрҙә, ДВР-ҙың территорияһы РСФСР составына индерелә .

1922 йылдың 30 декабрендә РСФСР Украина (УССР), Белоруссия (БССР) һәм Кавказ аръяғы республикалары (ЗСФСР) менән берлектә Совет Социалистик Республикалар Союзын (СССР) булдыралар.

  1. 1,0 1,1 Конституция (Основной Закон) Российской Социалистической Федеративной Советской Республики (Постановление V Всероссийского съезда Советов, принятое в заседании 10 июля 1918 г.), вступила в силу 19 июля 1918 г.
  2. Принято постановлением II-го Всероссийского Съезда Советов рабочих и солдатских депутатов 25 октября (7 ноября1917 года
  3. 3,0 3,1 Положение СНК о земельных комитетах. Принято не позднее 12 (25) декабря 1917 года.
  4. 4,0 4,1 Декрет ВЦИК о роспуске Учредительного собрания 6 (19) января 1918 года.
  5. 5,0 5,1 «Декларация прав трудящегося и эксплуатируемого народа», принятая ВЦИК 3 (16) января 1918 года.
  6. 6,0 6,1 Основной закон о социализации земли принятый Президиумом ВЦИК и СНК 27 января (9 февраля1918 года.
  7. Несмотря на то, что в официальных документах название Советская Россия не применялось, оно нашло широкое применение в риторике и прессе указанного периода.
  8. Российская Социалистическая Федеративная Советская Республика // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 508—509.
  9. Драчук В. С. Рассказывает геральдика. — М.: Наука, 1977. — 256 с. на сайте «ogeraldike.ru: Геральдика»
  10. Декрет СНК о суде от 22 ноября (5 декабря1917 года.
  11. Декрет ВЦИК об аннулировании государственных займов 21 января (3 февраля1918 года и Декрет о суде № 2 от 2 (15) февраля 1918 года.
  12. Договоръ между Россійской и Финляндской Соціалистическими Республиками. Заключенъ въ гор. Петроградѣ (16-го Февр.) 1-го марта 1918 г.
  13. [ Второй Всероссийский съезд Советов крестьянских депутатов] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  14. О признании Советом народных комиссаров Народной Украинской республики и о предъявленном Центральной раде ультиматуме ввиду её контр-революционной деятельности. // Собрание узаконений и распоряжений правительства. 1917 г., № 6, ст. 90.
  15. II Всероссийский съезд рабочих и солдатских депутатов. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  16. Собрание узаконений и распоряжений правительства. 1917 г., № 11, ст. 163.
  17. Собрание узаконений и распоряжений правительства. 1917 г., № 5, ст. 70.
  18. Арестованные кадетские делегаты Учредительного собрания Шингарёв и Кокошин позже были самочинно убиты красногвардейцами и матросами
  19. Биография: Памфилов Константин Дмитриевич — Правители России и Советского Союза 2014 йыл 12 август архивланған.
  20. Конституционное право России: учебник / Е. И. Козлова, О. Е. Кутафин. — М.: Юристъ, 2001. — С. 133.
  21. История государства и права России: Учебник /под редакцией Титова Ю. П. — М., 2000. — С. 333—334
  • Российская Социалистическая Федеративная Советская Республика // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 508—509. История государства и права России: Учебник / под редакцией Титова Ю. П. — М., 2000. — 544 с. Чистяков О. И. Становление «Российской Федерации» (1917—1922): Учебное пособие. — М.: Зерцало-М, 2003. — 352 с. Чистяков О. И. Конституция РСФСР 1918 года. — (изд. 2-е, перераб.) — М.: Зерцало-М, 2003. Шуранов Н. П. О концепции истории России советского периода.