Каппель Владимир Оскарович
Каппель Владимир Оскарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 16 (28) апрель 1883, 28 апрель 1883 или 15 апрель 1883[1] |
Тыуған урыны | Пушкин[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 ғинуар 1920[2][1] (36 йәш) |
Вафат булған урыны | Тулун[d], Рәсәй |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | пневмония |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Атаһы | Оскар Павлович Каппель[d] |
Әсәһе | Елена Петровна Постольская[d] |
Хәләл ефете | Ольга Сергеевна Строльман[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Николаев атлы ғәскәр училищеһы[d] |
Хәрби звание | генерал-лейтенант[d] |
Командалыҡ иткән | Көньяҡ-Көнбайыш фронты[d], Халыҡ армияһы[d], Волга буйы төркөмө[d], 1-се Волга буйы армия корпусы[d], 3-сө армия (Аҡтар)[d] һәм Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Каппель Владимир Оскарович Викимилектә |
Каппель Владимир Оскарович (28 апрель 1883 йыл — 26 ғинуар 1920 йыл) — Рәсәй империяһы хәрби эшмәкәре, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
Совет Рәсәйенең Көнсығышындағы Аҡтар хәрәкәте етәкселәренең береһе. Генераль штаб генерал-лейтенанты (1919). Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты баш командующийы (1919 йыл). Юғары хаким А. В. Колчак Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн Каппелды тулы генералға тиклем үрләтергә ниәтләй, әммә өлгәрмәй.
III һәм IV дәрәжә Изге Георгий ордендары, IV дәрәжә Изге Владимир ордены, II, III һәм IV дәрәжә Изге Анна ордендары, II һәм III дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.
1918 йылдың июнендә ҙур булмаған доброволецтар отрядын етәкләй, артабан был отряд Айырым уҡсылар бригадаһына әүерелә — Комуч Халыҡ армияһының иң ышаныслы һәм һуғышҡа һәләтле хәрби частарының береһе. Һуңғараҡ Халыҡ армияһы Волга буйы фронтының Сембер төркөмө менән етәкселек итә. 1918 йылдың аҙағында Көнсығыш Рәсәйҙең большевиктарға ҡаршы көстәре берләшеү барышында Колчак армияһының 1-се Волга («Каппель») корпусын етәкләй. 1919 йылдың декабрендә һәләкәткә дусар булған Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты менән етәкселекте үҙ өҫтөнә ала, уны Красноярск тирәһендәге ҡамауҙан ҡотҡарып алып ҡала, үҙенең ғүмере хаҡы менән булһа ла Байкалға алып сыға ала.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Оскарович Каппель 1883 йылдың 26 ғинуарында Санкт-Петербург губернаһы Царское Село ауылында тыуған. Мәскәү губернаһы дворяндары нәҫеленән.
- Атаһы — Каппель Оскар Павлович (1843—1889) — Швециянан сығышы менән, Ковен губернаһы нәҫелле дворяны. Төркөстанда хеҙмәт итә, IV дәрәжә һалдат Георгий тәреһе, IV дәрәжә Изге Анна ордены, ҡылыс һәм бант менән, III дәрәжә Изге Станислав ордены менән наградлана. 1991 йылда жандармдарҙың Айырым корпусына күсә, ротмистр булып хеҙмәт итә.
- Әсәһе — Елена Петровна, ҡыҙ фамилияһы Постольская (1861—1949), генерал-лейтенант П. И. Постольскийҙың ҡыҙы. Граждандар һуғышын һәм Сталин осорондағы репрессияларҙы фамилияһын Коппель тип үҙгәртеп ҡотола.
- Ағаһы — Борис, апаһы — Вера.
- Ҡатыны — Ольга Сергеевна, ҡыҙ фамилияһы Строльман. Пермь пушка заводтарының начальнигы Строльман Сергей Алексеевичтың ҡыҙы. Граждандар һуғышы ваҡытында большевиктарҙар уны аманат итеп алалар, әммә генерал шантажға бармай. Балаларының хаҡына иренән баш тарта, ҡыҙ фамилияһына күсә. 1940 йылдың мартында «социаль хәүефле элемент» (СОЭ) булараҡ 5 йыл төрмәгә хөкөм ителә. 1960 йылдың 7 апрелендә вафат була.
- Балалары — Кирилл һәм Татьяна.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башланғыс белемен 1894 йылда тамамлай. Санкт-Петербургта (1901 йыл) 2-се кадет корпусын, Николаев кавалерия училищеһын 1903 йылда тамамлай.
1913 йылда Император Николаев хәрби академияһын тамамлай. Академияла «Армияла автомобиль хеҙмәте. Автомобиль ғәскәҙәрен ойоштороуҙың төп нигеҙҙәре» доклады юғары баһа ала.
Офицер хеҙмәтенең тәүге ун йылы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1903 — 1907 йылдарҙа корнет, поручик, полк адьютанты чиндарында Улан Новомиргород полкында хеҙмәт итә. 1903—1906 йылдарҙа полк фатирҙа Варшава губернаһында, 1906 йылдан — Пермь губернаһында тора, бында Каппель «Лбовцы» хәрби ойошмаһы менән көрәшкә йәлеп ителә.
1908 йылғы аттестацияла поручик В. О. Каппель тураһында былай тиелә:
Хеҙмәт яғынан был обер-офицер бик яҡшы әҙерләнгән, ҙур тырышлыҡ , энергия һәм бик һәйбәт белем менән полк адъютанты вазифаһын башҡарҙы. әхлаҡлылыҡ юғары, яҡшы ғаилә башлығы. Дуҫтары араһында мөхәббәт һәм ихтирам ҡаҙанған. Яҡшы үҫешкән һәм бик һәләтле. Тактик яҡтан, строевой офицер булараҡ, бик яҡшы әҙерләнгән. Кешеләргә энергия рухын һәм хеҙмәткә теләк уята торған ҙур һәләтлеге бар. Һаулығы һәйбәт, поход тормошоноң ҡыйынлыҡтарын сыҙамлылыҡ менән үткәрә ала.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш башланған саҡта Каппель ғәмәлдәге армияла хеҙмәт итә. 1914 йылдың 23 июленән 1915 йылдың 3 февраленә тиклем 5-се армия корпусы йомош үтәүсе обер-офицер бурыстарын башҡара.
Артабан штабс-ротмистр Каппель фронтҡа 5-се Дон казак дивизияһы штабының өлкән адьютанты вазифаһында ебәрелә (1915 йылдың 9 февралендә).Капитанға үрләтелә. Октябрь — ноябрь 1915 йылдың октябрь — ноябрендә Көнбайыш фронтының 1-се армияһы составында хәрәкәт иткән 1-се кавалерия корпусы штабының өлкән адъютанты вазифаһын башҡара.
1915 йылдың 14 мартынан 1916 йылдың 9 ноябренә тиклем — 14 кавалерия дивизияһы штабының өлкән адъютанты. 1915 йылдың ноябрь айында дивизия штаб начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
1916 йылда «Брусилов прорывы» операцияһын әҙерләүҙә ҡатнаша.
Февраль революцияһынан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Февраль революцияһы Каппелдың мораль хәл-торошонда бик ауыр эҙ ҡалдыра.
Көньяҡ-Көнбайыш фронтының штабы янында торған һалдаттарҙың ғаризаһында фронттың баш командующийы генерал А. И. Деникин, штаб начальнигы генерал С. Л. Марков һәм генерал-квартирмейстер М. И. Орлов менән бер рәттән подполковник О. В. Каппель дә «иҫке, монархистик стройы яҡлы, һис шикһеҙ контрреволюцион заговорҙа ҡатнашыусыһы» булараҡ биләгән вазифаларынан кисекмәҫтән төшөрөлөргә тейеш була.
Граждандар һуғышында ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пермдән Һамарға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылда ғаиләһе менән Пермдә йәшәй. 1918 йылдың яҙында ҡыҫҡа ваҡыт Һамарҙа Волга буйы хәрби округы штабында хеҙмәттә тора, әммә Ҡыҙыл армияның ойошторолоуында бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ, ҡыҙылдар яғындағы хәрби ғәмәлдәрҙә лә ҡатнашмай. Р. Г. Гагкуев, ошо уҡ ваҡытта Каппелдың ҡатынын чекистар аманатҡа алған булыуы ихтималлығына ишара яһай. Шулай уҡ В. О. Каппель үҙе лә йәшерен офицерҙар ойошмаһында торған һәм большевиктарҙың штабында задание үтәгән, тигән версия бар.
Тәүге мөмкинлектән үк файҙаланып — совет хөкүмәтенең уларҙы ҡоралһыҙландырыу ниәтенә ҡаршы бола күтәргән Чехословак корпусы Һамарҙы баҫып алыуы менән — Комуч (Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты) ойоштора башлаған Халыҡ армияһында Баш штабтың оператив бүлеге начальнигы ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнә. Был вазифала бер тәүлек тә булмай. Беренсе ирекле частарҙың һаны ҡыҙылдарҙың көстәре менән сағыштырғыһыҙ була. Шуға күрә, беренсе Һамар ирекле отрядтары менән етәкселек итергә теләгән офицерҙар табылмай — барыһы ла эште алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа осраясаҡ тип һанай. Полковник Каппель бер үҙе генә риза була.
Йәйен Каппелдың исеме бөтә Волга, Урал һәм Себерҙә билдәле була. Каппель еңеүҙе һан менән түгел — суворовса, оҫталыҡ менән яулай, быға уның Сызрандағы беренсе иҫ киткес операцияһы дәлил булып тора.
Ҡараштары буйынса монархист булараҡ, Каппель Комучтың етәксе эсерҙары ҡараштарын уртаҡлашмай. Ул большевизм менән көрәште шул мәлдәге төп бурыс тип һанай. Комучтың эшмәкәрлеге ниндәй лозунгтар аҫтында башҡарылыуы — уның өсөн мөһим булмай, иң мөһиме — кисекмәҫтән большевиктар власы менән көрәште башлау мөмкинлеге.
Һамарҙан Сембергә тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шулай уҡ ҡарағыҙ: Сембер операцияһы
Башта подполковник Каппель 350 кеше торған ирекле отрядты етәкләй.
9 июндә Каппель етәкселегендә доброволецтар Һамарға табан сигенгән ҡыҙылдарға һөжүм итә.
Отрядтың беренсе алышы 11 июндә Сызрань тирәһендә бара. Операция командир планы буйынса теп-теүәл үтә. Операцияның уңышына Каппелдың яратҡан ысулы — «киң маневр» — булышлыҡ итә. Сызрань ҡапыл һәм шаҡ ҡатырғыс һөжүм һөҙөмтәһендә алына.
12 июндә Каппель ҡабаттан Һамарға ҡайта һәм Волга ағымы буйлап Ставрополгә (хәҙерге Тольятти) юллана. Юл ыңғайы Волганың ҡаршы ярын ҡыҙылдарҙан таҙарта. Төп алыштар Новодевичье ауылын алған саҡта була.
Бер айҙан, 10 июлдә, Каппель ҡыҙылдар менән ҡабаттан Сызрань тирәһендә һуғыша, сөнки ҡала ҡыҙылдар алыуы хәүефе аҫтында була, Я. П. Гайлит командованиеһы аҫтындағы РККА-ның Пенза пехота дивизияһын ҡыйрата һәм ҡаланы Комуч контроле аҫтына ҡайтарып бирә. Артабан алыштар Боғорослан һәм Быҙаулыҡ бара. Мелекесс станцияһында каппелевсылар ҡыҙылдарҙы ауыр алышта еңәләр һәм уларҙы Сембер яғына сигендерәләр.
Тиҙ арала Каппель ябай подполковниктан Көнсығыш фронтында иң күренекле аҡ полководецы булып таныла. Каппель дошмандар араһында ла ҙур ихтирам менән файҙалана — 1918 йылдағы «Ҡыҙыл йондоҙ» большевистик гәзитендә уны «бәләкәй Наполеон» тип атағандар.
Айырым бойороҡ менән большевиктар штабы Каппель башы өсөн аҡсалата премия тәғәйенләй — 50 000 һум.
1918 йылдың йәйге алыштарында подполковник Каппель үҙен талантлы полководец итеп күрһәтеүҙән тыш, рядовой доброволецтар һәм отрядтың башҡа етәкселәре менән бер рәттән, алыштарҙың бөтә ҡыйынлыҡтарын һәм ауырлыҡтарын күтәргән һәм шуның менән үҙенең ҡул аҫтындағыларҙың ихлас һөйөүен яулай.
17 июлдә подполковник Каппель командованиеһы аҫтында һөжүм итеүсе берләштерелгән рус-чех отряды 150 километр марш-бросок башҡарып 1918 йылдың 21 июлендә Сембер ҡалаһын яулап ала.
Семберҙе, артабан билдәле булып киткән совет военачальнигы, Г. Д. Гайҙың командованиеһы аҫтындағы ҡыҙылдарҙың өҫтөнлөклө көстәре обороналай. РККА-ның баш командующийы И. И. Вацетис үҙенең 1918 йылдың 20 июлендәге телеграммаһында бойора:
Симбирск оборонять до последней капли крови |
Әммә Гай Каппелдың «коронлы» ҡапыл үткәрелгән фланг маневрына бер нәмә лә ҡаршы ҡуя алмай.
1918 йылдың 24 авгусында Сембер аҫтындағы еңеүе өсөн Комучтың 254-се һанлы бойороғона ярашлы В. О. Каппель полковник дәрәжәһенә тиклем үрләтелә.
Семберҙән Ҡаҙанға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шулай уҡ ҡарағыҙ: Боғорослан операцияһы, Бәләбәй операцияһы, Өфө операцияһы.
1918 йылдың август айы башына «Учредителдәр йыйылышы территорияһы» көнбайыштан көнсығышҡа табан 750 саҡрымға (Сызрандан Златоустҡа тиклем), төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай — 500 саҡрымға (Семберҙән Вольскиға тиклем) һуҙыла. Уның контроле аҫтында, Һамар, Сызрань һәм Ставрополь — Волжскийҙан тыш, шулай уҡ Сенгилей, Бөгөлмә, Боғорослан, Бәләбәй, Быҙаулыҡ, Бөрө, Өфө була. Һамарҙан көньяҡҡа подполковник Ф. Е. Махин отряды Хвалынскиҙы яулай һәм Вольскиға яҡынлаша. Подполковник Войцеховский командованиеһы аҫтында чехтар Екатеринбургты алалар.
Каппелдең уңыштары большевистик етәкселеген хафаға һала, Лениндың тыуған ҡалаһы Семберҙең ҡолатылыуы Мәскәүҙә оло негатив тәьҫир тыуҙыра. Троцкий өҫтәмә ғәскәрҙәр талап итә, «революция ҡурҡыныс аҫтында» тип иғлан итә һәм шәхсән үҙе Волгаға килеп етә. Ҡыҙылдарҙың булған бөтә көстәре ашығыс рәүештә Көнсығыш фронтына ебәрелә. Һамарҙағы аҡтарҙың Баш штабы Халыҡ армияһы өсөн стратегик әһәмиәткә эйә булған Һарытауға һөжүм итеүгә баҫым яһайҙар. Полковник В. О. Каппель, полковник А. П. Степанов, В. И. Лебедев, Б. К. Фортунатов Ҡаҙан йүнәлешендә һөжүм яһау яҡлы булалар. Һөҙөмтәлә Каппель һәм Степанов частары ҡаланы яулайҙар.
Ике көнлөк ауыр алшытарҙан һуң, ҡыҙылдарҙың һан буйынса өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, 7 августа Халыҡ армияһының Һамар отряды, уның хәрби флотилияһы һәм чехословак частарының берлектәге көстәре менән Ҡаҙан яулап алына. Трофейҙары һанап бөтөрлөк булмай, Рәсәй империяһының алтын запасы баҫып алына (Каппель уны ваҡытында Ҡаҙандан алып сығырға һәм Аҡтар хәрәкәте файҙаһына тапшырыр өсөн барыһын да эшләй).
В. О. Каппель ғәскәренең Ҡаҙанды алыу әһәмиәте: — аҡтар яғына тулы составта Ҡазандағы генерал А. И. Андогский етәкселегендә Генераль штабының Академияһы күсә; — Каппель ғәскәрҙәренең уңыштары Ижевск һәм Воткинск заводтарында ихтилалдар башлауға мөмкинлек асты; — ҡыҙыл ғәскәрҙәр Вятка йылғаһы ағымы буйлап Ҡаманан китә; — Совет Рәсәйе Ҡама икмәгенән мәхрүм булды; — ҡоралдар, боепрпастар, медикаменттар, амуниция складын баҫып алынды, шулай уҡ Рәсәйҙең алтын запасы (650 млн. һумлыҡ алтын тәңкә, кредит билдәләре менән 100 миллион һум, алтын, платинанан ҡойолған киҫәктәр һәм башҡа ҡиммәттәр).
Ҡаҙандан Өфөгә тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡазанды алғандан һуң Каппель Түбәнге Новгород аша Мәскәүгә һөжүмде дауам итеүҙә ныҡыша, әммә Генераль штабының офицерҙар йыйылышы һәм шулай уҡ чехтар полковниктың планына ҡырҡа ҡаршы сығалар.
Һөжүм урынына эсерҙар сикләнгән оборонаны хуп күрәләр һә�� был Комучтың ҙур стратегик хатаһы була. Эсер етәкселегенең «Башта яулап алынғанды нығытырға, ә һуңынан хәрәкәткә күсергә» тигән ҡарары еңелеүгә әйләнә.
Шул уҡ ваҡытта большевиктар командованиеһы Ҡаҙанды ҡайтарып алыу өсөн бар көсөн һала. Свияжскиға РСФСР-ҙың Юғары хәрби советы рәйесе һәм хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары Троцкий килә.
5-се совет армияһы өҫтәмә көстәр ала һәм тиҙ арала Ҡаҙан өс яҡтан ҡыҙылдар тарафынан ҡамауға алына.
Балтия флотынан большевиктар етәкселеге 3 миноносец күсерә. Өҫтөнлөк тиҙ арала ҡыҙылдарға күсә. Доброволецтарҙың көсө кәмей бара, ә ҡыҙылдар, киреһенсә, Волгаға иң яҡшы ғәскәрҙәрен — латыш уҡсылар полктарын ебәреп, үҙ һөжүмен көсәйтәләр.
Ошо уҡ ваҡытта Халыҡ армияһы үҙгәртеп ҡорола: 15 августа бөтә рус һәм чех ғәскәрҙәренең оператив берләшмәһе булдырыла — полковник С. Чечек командованиеһы аҫтында Волга буйы фронты, Ҡаҙан (полковник А. П. Степанов), Сембер (полковник В. О. Каппель), Сызрань, Хвалынск, Николаевск, Урал ғәскәрҙәре, Ырымбур ғәскәре һәм Өфө ғәскәри төркөмөнән тора.
Каппелгә дошмандың өҫтөнлөгө арҡаһында Свияжскиҙы яулауҙан баш тартырға тура килә, әммә үткәрелгән операция ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла Ҡаҙандың хәлен еңеләйтә. Каппель Свияжскиға ҡабаттан һөжүм итергә төҡдим итә, әммә бригада ашығыс рәүештә Сембергә ҡайтарыла, сөнки ҡаланың хәле ҡырҡа насарая.
Сентябрь башына Халыҡ армияһының һөжүме тулыһынса һүрелә.
1918 йылдың көҙөндә Халыҡ армияһы үтә ауыр хәлдә була. Был ситуацияла В. О. Каппелдең бригадаһы Ҡаҙандан Сембергә тиклемге фронт участкаһында Халыҡ армияһының берҙән-бер һуғышҡа һәләтле резервы була.
5 сентябрҙә совет Көнсығыш фронтының дөйөм һөжүме башлана. Төп алыштар Ҡаҙан тирәһендә туплана, бында ҡыҙылдарҙың өҫтөнлөгө дүрт тапҡырға күберәк була. Бындай шарттарҙа етди алыш ойоштороу мөмкинлеге булмай һәм Ҡаҙан 11 сентябрҙә бирелә.
Сембергә Каппель 12 сентябрҙә генә килеп етә, ҡала был ваҡытҡа эвакуациялана. Ҡаланы ҡайтарырға маташыуҙар буш булып сыға.
Каппелгә бик ҡатмарлы һәм ауыр мәсьәләне сисергә тура килә: Өфө һәм Бөгөлмә йүнәлештәрен яҡларға һәм ошо уҡ ваҡытта полковник Степановтың Төньяҡ төркөмөн ышыҡлап торорға кәрәк була.
Каппель Сембер ҡаршыһындағы Волганың һул ярында оборона тота, 21 сентябрҙә ҡыҙыл ғәскәрҙәренә ҡаршы һөжүм яһай һәм уларҙы Волгаға алып ташлай. 3 октябрҙән Каппель командованиеһы аҫтында ныҡ ҡына тетелгән частары ныҡышмалы алыштарҙа яйлап булһа ла Өфөгә табан сигенә баралар. Был ваҡытҡа ғәскәрҙәрҙең дөйөм һаны 4460 штык һәм 711 ҡылыс, 140 пулемёт, 24 ауыр һәм 5 еңел орудие тәшкил итә.
Уралдағы һәм Себерҙәге алыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡтар Өфөгә сигенгәндән һуң Каппель етәкселегендәге Волга буйы фронтының Сембер һәм Ҡаҙан төркөмдәре 1918 йылдың 17 ноябрендә ҡушма корпусҡа ойошторолалар. Корпус ғәскәрҙәре ифрат ауыр шарттарҙа оборона тоталар.
1918 йылдың ноябрендә Каппель адмирал Колчактың хакимлығын таный. Декабрь айында Каппель генерал В. Г. Болдыревтың аҙаҡҡы бойороғона ярашлы генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә.
1919 йылдың 3 ғинуарында Каппелдың ҡушма корпусы Көнбайыш айырым армияһы составындағы 1-се Волга корпусына үҙгәртелә, әммә 1 февралдә Юғары баш командующийы Ставкаһының резервы булараҡ тылға индерелә.
1919 йылдың 27 февралендәге Юғары баш командующий штабы начальнигының 155-се һанлы бойороғона ярашлы 1-се Волга армия корпусы 3 уҡсылар дивизияһынан (1-се Һамар, 3-сө Сембер һәм 13-сө Ҡаҙан) һәм Волга кавалерия бригадаһынан булдырыла. Һәр дивизия составында 3 уҡсылар полкы, егерь полкы, уҡсылар артдивизионы, айырым гаубица батареяһы, айырым атлы дивизионы, инженер дивизионы, артиллерия полкы, ялан лазареты санитар транспорты менән, шулай уҡ дивизин ылауы булырға тейеш була. Корпус составына айырым ялан ауыр гаубица батареяһы, телеграф ротаһы, хәрәкәтсән артиллерия оҫтаханаһы, айырым кадр инженер ротаһы, кадр артиллерия дивизионы һәм кадр эскадроны һ.б. ингән.
1919 йылдың 2 майынан корпус ҡабаттан Көнбайыш айырым армияһы составына индерелә.
1919 йылдың йәйе-көҙөндә Каппель частарына, ҡыҙылдарға тактик еңелеүҙәр алып килһә лә, сигенергә тура килә.
Бөйөк Себер Боҙ походы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шулай уҡ ҡарағыҙ: Бөйөк Себер Боҙ походы
1919 йылдың ноябренән — генерал-лейтенант. 1919 йылдың 3 ноябрендә Каппель 3-сө армияһының командующийы итеп тәғәйенләнә. командир итеп тәғәйенләнә. Армияға әсирлеккә эләккән, һәйбәт әҙерлек үтмәгән ҡыҙылармеецтар инә. Уңайын табып, улар ҙа ҡыҙылдар яғына күсәләр. Колчак хөкүмәтенең власы ҡолатылған саҡта Каппель Себерҙәге аҡтар ғәскәрҙәре командующийы. Бер туҡтауһыҙ алыштар менән Каппель ғәскәрҙәре тимер юлы буйлап сигенә, 50 градуслы һыуыҡта күп михнәттәр аша 3000 саҡрым юл үтеп Омскиҙан Байкал аръяғына тиклем баралар.
15 ғинуарҙа адмирал Колчакты чехтар эсер-меньшевиктар Политцентрына тапшырғандары тураһында ишеткәс, Каппель чехтарҙың һәм словактарҙың командующийын дуэлгә саҡыра, әммә яуап алмай. Красноярск аҫтында каппелевсылар ҡамауға эләгә, әммә ҡаты алыштарҙан һуң улар ҡаланы урап үтеп, ҡамауҙан сығалар.
Артабан Каппелдың армияһы Кан йылғаһы үҙәненән бара. Был юл участкаһы бик ауыр була — күп кенә урындарҙа йылғалағы боҙ туңмай торған эҫе сығанаҡтарҙан ирей һәм боҙҙа мәкеләр барлыҡҡа килә. Күсенеү ваҡытында Каппель атын етәкләп барған ��рҙән, мәкегә барып төшә, әммә бер кемгә лә был турала әйтмәй. иртәгәһенә врач ике аяғының да табандары туңған булыуын иҫбат итә. Гангрена башлана. Ампутация эшләүөсөн кәрәкле инструменттар булмай һәм һул табанына һәм уң аяғының бармаҡтарына бер ниндәй ҙә анестезияһыҙ ампутация ябай бысаҡ менән эшләнә.
Операция үткәреүгә ҡарамаҫтан, Каппель ғәскәрҙәр менән етәкселек итеүен дауам итә. Чехтар төҡдим иткән санитар поезындағы урындан баш тарта. Етмәһә, Каппель бик ныҡ һыуыҡ тигеҙә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Каппель атҡа бәйләнгән хәлдә армияһының башында бара. Походта (һуңынан Бөйөк Себер Боҙ походы исемен алған) ҡатнашыусыларҙың береһе А. А Федорович хәтерләй:
Стиснувшего зубы от боли, бледного, худого, страшного, генерала на руках вынесли во двор и посадили в седло. Он тронул коня и выехал на улицу — там тянулись части его армии — и, преодолевая мучительную боль, разгоняя туман, застилавший мозг, Каппель выпрямился в седле и приложил руку к папахе. Он отдал честь тем, кого вёл, кто не сложил оружие в борьбе. На ночлег его осторожно снимали с седла и вносили на руках в избу. |
21 ғинуар 1920 йылдың 21 ғинуарында Каппель һаулығы насарайыу сәбәпле командованиены генерал С. Н. Войцеховскийға тапшыра.
22 ғинуарҙа үлемесле хәлдә булған генерал Нижнеудинскиҙа адмирал Колчакты азат итеү буйынса кәңәшмә үткәрә.
Ғүмеренең аҙаҡҡы көндәрендә Каппель Себер крәҫтиәндеренә ҡарата өндәмә яҙа:
За нами с запада подвигаются советские войска, которые несут с собой коммунизм, комитеты бедности и гонения на веру Иисуса Христа. Где утверждается советская власть, там не будет трудовой крестьянской собственности, там в каждой деревне небольшая кучка бездельников, образовав комитеты бедноты, получит право отнимать у каждого всё, что им захочется. Большевики отвергают Бога, и, заменив Божью любовь ненавистью, вы будете беспощадно истреблять друг друга. Большевики несут вам заветы ненависти к Христу, новое, «красное» Евангелие, изданное в Петрограде коммунистами в 1918 году... |
Генералдың үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 26 ғинуарында Нижнеудинскиҙан алыҫ түгел Тулун станцияһы янындағы Утай разъезында Владимир Оскарович Каппель ике яҡлы үпкә шешеүенән вафат була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сигенгән ғәскәрҙәр табутҡа һалынған генералдың кәүҙәһен үҙҙәре менән бер ай тирәһе алып баралар. Читала Александр Невский Кафедраль соборында ерләнә, һуңынан Чита ҡатын-ҡыҙҙар монастыры зыяратына күсерелә. 1920 йылдың көҙөндә каппелевсылар табутты Харбинға алып баралар һәм шунда, Ивер сиркәү алтары янында ерләйҙәр. Ҡәбер өҫтөнә һәйкәл ҡуйыла, әммә уны 1955 (йәки 1956) йылда Ҡытай коммунистары емерә.
2006 йылдың 14 декабрендә Каппелдың Харбинда ерләнгән ҡәбере табыла.
2007 йылдың 13 ғинуарында генерал Каппелдың кәүҙәһе Дон монастыры зыяратында, генерал А. И. Деникин һәм философ И. А. Ильин ҡәберҙәре янында, ерләнә. 1 сентябрҙә һәйкәл асыла.
Каппель фильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Каппель ғәскәрҙәре «Чапаев» фильмында «психик атакаһы» эпизодында күрһәтелә.
- «Адмирал» фильмында В. О. Каппель фигураһы ентекләп күрһәтелә (Сергей Безруков башҡарыуында). Бында ла «Каппель атакаһы» һүрәтләнә.
- «Убить дрозда» фильмында Каппель ролен Михаил Дорожкин уйнай.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә Изге Станислав ордены (11.04.1910), ҡылыс һәм бант менән (10.02.1916);
- III дәрәжә Изге Анна ордены (08.05.1913 — Генераль штаб Николаев академияһын уңышлы тамамлағаны өсөн), ҡылыс һәм бант менән (25.04.1915);
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены ҡылыс һәм бант менән (01.03.1915);
- II дәрәжә Изге Анна ордены, ҡылыстар менән (07.06.1915);
- II дәрәжә Изге Станислав ордены, ҡылыстар менән (07.06.1915);
- «Батырлыҡ өсөн» тип яҙылған IV дәрәжә Изге Анна ордены (27.01.1916);
- IV дәрәжә Изге Георгий ордены (22.06.1919);
- III дәрәжә Изге Георгий ордены (11.09.1919);
- Юғары Хаким һәм юғары баш командующийҙың рәхмәте (14.02.1919).
- Дәүләт оборонаһы тәреһе (Чех республикаһы) (2014 — ин мемориам)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. О. Вырыпаев, Р. Г. Гагкуев, Н. Л. Калиткина. Каппель и каппелевцы. — М.: Посев, 2007. — 778 с. — (Белые воины). — 1500 экз. — ISBN 978-5-85824-174-4.
- С. Волков. Великий Сибирский Ледяной поход. — М.: Центрполиграф, 2004. — (Россия забытая и неизвестная. Белое движение). — 2000 экз. — ISBN 5-9524-1089-8.
- Е. В. Шамбаров Белогвардейщина. — М.: ЭКС, Алгоритм, 2007. — (Рәсәй Тарихынан. Заманса ҡараш). — ISBN 978-5-9265-0354-5
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клавинг В. В. Гражданская война в России: белые армии. — М.; СПб.: АСТ; Terra Fantastica, 2003. — 637 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-019260-6.
- Путеводитель по фондам белой армии / Российский государственный военный архив. Сост. Н. Д. Егоров, Н. В. Пульченко, Л. М. Чижова. — М.: Русское библиографическое общество; Восточная литература (издательство), 1998. — 526 с. — 1500 экз. — ISBN 5-02-018037-8.
Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д/ф «Последняя тайна генерала Каппеля»(недоступная ссылка)
- Перезахоронение Каппеля(недоступная ссылка)
- Владимир Каппель обрёл покой // НТВ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ Vladimir Kappel // SNAC (ингл.) — 2010.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография
- Генерал Владимир Оскарович Каппель и его «Каппелевцы» 2007 йыл 21 февраль архивланған.
- Владимир Оскарович Каппель: «С бабами и детьми не воюй!» 2016 йыл 4 март архивланған.
- Памяти воина Владимира Каппеля
- Русская семья со шведской фамилией
- Белый дон Кихот
- Биография 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- О перезахоронении останков генерала Каппеля 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- Прах белого генерала Каппеля перевезли из Китая в Иркутск
- Чешский Крест вручен пермскому внуку генерала Каппеля 2016 йыл 4 март архивланған.
- Пахалюк К. Каппель Владимир Оскарович . Проект РВИО и ВГТРК «100 великих полководцев». Архивировано 23 июнь 2013 года.
- 28 апрелдә тыуғандар
- 1883 йылда тыуғандар
- 15 апрелдә тыуғандар
- Санкт-Петербург губернаһында тыуғандар
- 26 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1920 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Николаев кавалерия училищеһын тамамлаусылар
- IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- IV класлы Изге Георгий ордены кавалерҙары
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Санкт-Петербург шәхестәре
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)