23 март
Уҡыу көйләүҙәре
23 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 март Викимилектә |
23 март — григориан стиле буйынса йылдың 82-се (кәбисә йылында 83-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 283 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Метеорология көнө.
- Ер: Атеистар көнө.
- АҠШ: Көсөктәр көнө.
- Боливия: Диңгеҙ көнө.
- Польша, Венгрия: Поляк-венгр дуҫлығы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ир-егеттәр теләктәшлеге көнө.
Төбәк байрамдары
- Чечен Республикаһы: Конституция көнө.
- Саха Республикаһы: Хоҡуҡи белем көнө
- Ҡырғыҙстан: Баһалаусы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Гидрометеорология хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1797: Ырымбур губернаһының үҙәге Өфө ҡалаһынан Ырымбурға күсерелә.
- 1876: Рәсәй империяһы инженеры Павел Яблочков электр лампочкаһына патент ала.
тулы исемлек
- 1891: Англияла донъяла тәүге тапҡыр футбол ҡапҡаһында селтәр ҡулланыла.
- 1919: «Известия ВЦИК» гәзитендә Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү баҫылып сыға.
- 1933: Салауат башҡорт дәүләт драма театры эшләй башлай.
- 1946: Башҡорт АССР-ының Социаль тәьминәт министрлығы ойошторола, бөгөн — Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
- 1969: Белорет ҡалаһында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ников Николай Петрович (1930—22.08.1998), ғалим-хирург, онколог. 1957 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975 йылдан онкология кафедраһы мөдире, 1988 йылдан — хәҙерге дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1980). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Николаев ҡалаһынан.
- Вилданов Хәниф Сәлим улы (1970), ғалим-философ. 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Философия фәндәре докторы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Илсе ауылынан.
тулы исемлек
- Голубев Михаил Викторович (1970—28.10.2010), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1998 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән фәнни хеҙмәткәре, 2002 йылдан — төркөм етәксеһе; 2003 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа «Роснефть—УфаНИПИнефть» йәмғитенең бүлек етәксеһе урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (2006). Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
- Сафарова Елена Владимировна (1975), спортсы. Биатлон буйынса Өфөләге Олимпия резервының балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1996—2002 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Ғәмәли-хәрби күпбәйгеләр (1997) һәм биатлон (2001) буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнеүсе (2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Титов Василий Фёдорович (1911—10.11.2000), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән с��ржант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Перепечай Николай Антонович (1926—20.01.2008), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1989 һәм 1993—1994 йылдарҙа Бөрө районы «Ленин Октябре» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1977). Ленин (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Почёт Билдәһе (1966) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Николаевка ауылынан.
тулы исемлек
- Халиҡов Ришат Нурахман улы (1946), инженер-механик, шәрҡиәтсе. 1974 йылдан СССР һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы хеҙмәткәре; 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары; 2005 йылдан Рәсәйҙең Пакистандағы сауҙа вәкиле; 2011 йылдың мартынан — Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе; 2022 йылдың сентябренән — тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Туймазы районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан.
- Минасов Марат Шамил улы (1951), дәүләт хеҙмәткәре. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы иҡтисад министры урынбаҫары, 2007 йылдан — беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003). Сығышы менән Учалы ҡалаһынан.
- Гәрәев Радик Арыҫлан улы (1956—29.10.1996), опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, шул иҫәптән 1990—1995 йылдарҙа театр директоры, бер үк ваҡытта 1991—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Халыҡ-ара сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улы (1927—22.02.2000), педагог, йәмәғәт эшмәкәре. 1972—1988 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).
- Ларионов Юрий Григорьевич (1937), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табип-травматолог. 1969 йылдан Белорет ҡала дауаханаһының травматология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Вәлиев Рәфис Шәмсиәхмәт улы (1942), педагогик хеҙмәт ветераны. 1993—2007 йылдарҙа Краснокама районы Шушнур урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Сәлихов Азамат Әхмәҙи улы (1957), педагог, йәмәғәтсе. 1976 йылдан өҙөклөктәр менән Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директор урынбаҫары һәм директоры. 1986—1989 йылдарҙа мәғариф, юғары мәктәп һәм фәнни учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе, 1992—1998 йылдарҙа халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре профкомдары рәйестәренең район советы рәйесе. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Таулыҡай ауылынан.
- Кабилов Дамир Рәйес улы (1962), хеҙмәт алдынғыһы. 1984 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Көшөл ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кулешова Мария Васильевна (1923—23.09.2003), урындағы совет органдары һәм почта хеҙмәткәре. 1943—1946 йылдарҙа һәм 1953 йылдан Хәйбулла районы Ивановка ауыл советы рәйесе; 1961—1978 йылдарҙа почта бүлексәһе начальнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Атингән ауылынан.
- Вәлиева Сәхибъямал Ғәлләм ҡыҙы (1928— ?), малсы. 1953—1983 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы һауынсыһы. Ленин ордены кавалеры (1960). Сығышы менән ошо райондың 2-се Этҡол ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡәйүмова Ғәзимә Абдулхаҡ ҡыҙы (1928— ?), педагог, мәғариф, партия һәм урындағы совет органдары хеҙмәткәре. 1952 йылдан Мәсетле районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1958 йылдан КПСС район комитетының сәйәси-ағартыу кабинеты мөдире, 1963 йылдан ошо райондың Яңы Мишәр мәктәбе директоры, 1975—1980 йылдарҙа Яңы Мишәр ауыл советы рәйесе. Сығышы менән ошо райондың Һөләймән ауылынан.
- Рәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙы (1958), педагог-логопед, методик ҡулланмалар авторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тихомиров Анатолий Георгиевич (1899—12.04.1980), хор дирижёры. 1938—1959 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының баш хормейстеры. Башҡортостандың тәүге музыкаль коллективтарын ойоштороусы һәм уларҙың етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1954).
- Мерзляков Владимир Филиппович (1949), инженер‑нефтсе-ғалим, йәмәғәтсе. 1987—2005 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. 2007 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (2004).Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2000), Рәсәйҙең почётлы (1998) нефтсеһе, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994).
тулы исемлек
- Филинов Борис Владимирович (1954), рәссам-биҙәүсе. 1982 йылдан «Башпотребсоюз»дың реклама комбинаты бригадиры, 1986 йылдан һаңғырау балалар өсөн интернат-мәктәптең рәсем уҡытыусыһы, 1987—1989 йылдарҙа «Мир» производство берекмәһе сәнәғәт эстетикаһы бюроһының өлкән рәссамы. Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, «Евразия художество союзы» ағзаһы. Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ижади күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.
- Хөсәйенова Фәриҙә Фәтих ҡыҙы (1954), табип. Балтас район үҙәк дауаханаһының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004).
- Әбделмәнова Лилиә Салауат ҡыҙы (1984), спортсы, шашкасы. Рәсәй йыйылма команда ағзаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә донъя шашка федерацияһы мастеры. Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй шәхси-команда чемпионатының бронза призёры (2003).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1770: Граф Пётр Толстой, Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1770: Эрих Голлербах, Рәсәй империяһының сәнғәт белгесе, тәнҡитсе, библиограф.
- 1905: Борис Тенин, театр һәм кино актёры, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1981).
- 1910: Акира Куросава, Япония кинорежиссёры, күп кинопремиялар лауреаты.
- 1915: Василий Зайцев, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, снайпер, Советтар Союзы Геройы (1942).