Силәбе башҡорттары
Силәбе башҡорттары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Силәбе башҡорттары — Силәбе өлкәһе территорияһында йәшәгән башҡорттар. Региондың төп автохтон халҡы.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһе башҡорттары Урал аръяғы башҡорттары этник төркөмөнә ҡарай. Уларҙың формалашыу нигеҙендә башҡорттарҙың төньяҡ-көнсығыш этнографик төркөмө ҡәбиләләре тора:
- ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: бәкәтин, ҡалмаҡ, ҡатай, һалйот, һеңрән һәм терһәк;
- табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: ҡыуаҡан, һырҙы һәм табын;
- әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: әйле һәм һыҙғы.
Уларҙың һөйләшеү теле башҡорт теленең көнсығыш (ҡыуакан) диалектына ҡарай. Ул бер нисә һөйләшкә бүленә: арғаяш, әй-йүрүҙән, мейәс, һалйот һәм ҡыҙыл.
Ирҙәрҙең күпселеге һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер өлөшө көньяҡ себер антропологик тибына, ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп өлөшө — субурал, ирҙәрҙең бер өлөшө — көньяҡ сығышлы европеоид тибына ҡарай.
Дине буйынса силәбе башҡорттары сөннәтле мосолмандарға ҡарай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраның II меңенсе йыллығында урал аръяғы башҡорттары Тарихи Башҡортостан көнсығыш территорияһында, төньяҡтан Иҫәт, Пышма (урыны менән Тура йылғаһынан), көньяҡта Уй (урыны менән уның ҡушылдығы Туғыҙаҡҡа һәм Тубылдың үрге ағымына саҡлы барып еткәндәр), көнсығыштан Тубыл һәм Тура (урыны менән Ишем һәм Иртыш) йылғаларынан көнбайышта Уралтау һырттарына саҡлы таралып ултырғандар.
XIII быуаттан силәбе башҡорттары таралып ултырған территориялар Алтын Урҙа составына, ә XV быуат аҙағынан — Себер ханлығына ингән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң урал аръяғы башҡорттарының ерҙәре Верхотурск, Тобольск һәм Өфө өйәҙҙәре составына ингән. XVIII быуат башында уларҙың ерҙәре административ яҡтан Себер губернаһына, ә 1737 йылдан — Иҫәт провинцияһына ҡараған. XVII быуат уртаһына силәбе башҡорттарының күпселеге жалованный грамоталар алған; был документтарҙа башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре сиктәре юридик яҡтан билдәләп ҡуйылған.
XVII—XIX быуаттарҙа силәбе башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә тау заводтарына һәм ҡәлғәләренә нигеҙ һалынған (Эҫем заводтары һ.б.); хәҙерге көндә ошо ерҙәрҙә Әшә, Верхнеурал, Үрге Өпәле, Златоуст, Копейск, Кәҫле, Ҡытау-Ивановск, Ҡуҫа, Ҡыштым, Ҡарабаш, Магнитогорск, Мейәс, Меңйәр, Наҙыпетровск, Һатҡы, Эҫем, Троицк, Ҡытаутамаҡ, Силәбе, Сыбаркүл, Йүрүҙән ҡалалары һәм башҡа тораҡ пункттар урынлашҡан.
Идара итеүҙең кантон системаһын индергәндән һуң, урал аръяғы башҡорттары II Башҡорт кантоны (Пермь губернаһының Екатеринбург һәм Шадринск өйәҙҙәре), III Башҡорт кантоны (Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе) һәм IV Башҡорт кантоны (Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе) составына ингәндәр.
1919 йылдың башына ҡарай Башҡортостан автономияһы 13 кантондан тороп, шуның иҫәбендә Арғаяш кантоны ла булған[1]. Арғаяш кантоны биләмәләренә Екатеринбург, Троицк, Силәбе һәм Шадринск өйәҙҙәренең 18 улусы ерҙәре ингән. Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 1930 йылдың 20 август Постановлениеһына ярашлы, Арғаяш кантоны таратылған, һәм уның урынында Арғаяш һәм Коншаҡ райондары барлыҡҡа килгән. Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитетының (ВЦИК) 1934 йылдың 17 ғинуар ҡарары менән Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары, шул уҡ йылда булдырылған һәм көҙөнә тағы ла юҡҡа сығарылған Арғаяш милли округы төҙөп маташҡандан һуң, Силәбе өлкәһе составына индерелгән.
Хужалығы, матди һәм рухи мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе башҡорттарының байрамдары, әлбиттә, Башҡортостанда йәшәгән башҡорттарҙыҡынан бер нисек тә айырылмай: ҡарғатуй, кәкүк сәйе, майҙан, һабантуй һ.б.
Силәбе башҡорттары халыҡ ижадында, әлбиттә, «Буҙйегет», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Тарғын менән Ҡужаҡ», «Йософ менән Зөләйха» һәм башҡа эпостарҙың варианттары билдәле. «Арғужа», «Ашҡаҙар», «Ҡаһым түрә», «Тәфтиләү», «Уйыл», «Шәүрә», «Эскадрон», «Зарифа» һәм башҡа башҡорт йырҙары таралған.
Демографияһы һәм таралып ултырыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтөн союз һәм бөтөн рәсәй йәниҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса субъекттағы башҡорттарҙың һаны | |||||
1959[2] | 1970[3] | 1979[4] | 1989[5] | 2002[6] | 2010[7][8] |
---|---|---|---|---|---|
88 480 | 117 537 | 133 682 | 161 169 | 166 372 | 162 513 |
Силәбе өлкәһендә башҡорттар түбәндәге тораҡ пункттарында йәшәйҙәр (ВПН—2002, %-тарҙа):
Әбдер (94), Атйетәр (68), Һәйбәт (91), Аҡбаш (86), Әлифҡол (98), Алиш (98), Әлмәй (98), Әмин (90), Әрғәзе (72), Архангельское (63), Ғәшер (97), Аяҙғол (93), Байғаҙы (92), Байрамғол (62), Бәжекәй (96), Бараҡ (94), Башкүл әллә Башаҡкүл? (66), Баязит (99), Берёзовка (71), Бигәрҙе (77), Бикҡол (97), Оло Иркәбай (99), Оло Иҫәнгилде (97), Оло Ҡаҙаҡбай (100), Оло Ҡуйһары (97), Оло Тәгеш (72), Оло Түләк (97), Оло Усман (99), Оло Яуымбай (92), Борисовка (89), Буланцы (66), Булат (89), Бүре (98), Горн��й (71), Дәүләтбай (93), Дауыт (93), Деево (60), Дәрбиш әллә Дәрүишме? (95), Дружный (72), Ерлегәс? (54), Заозёрный (54), Ибраһим (86), Ихсан (87), Илембәт (96), Этҡол (95), Ишәле (97), Ҡаҙбай (73), Ҡәҙер (87), Ҡайынкүл (90), Калиновка (57), Камышевка (80), Ҡәнзәфәр (58), Ҡарағайкүл (96), Киржакүл (62), Кировский (81), Ключи (97), Комсомольский (67), Ҡобағош (96), Көҙәш (98), Ҡолой (69), Ҡомкүл (92), Ҡунаҡбай (99), Ҡорамша (98), Ҡорман (97), Ҡуянбай (94), Ҡыҙыл (95), Левашево (100), Мәүлит (97), Мәһәҙей (54), Мамай (95), Кесе Ҡаҙаҡбай (99), Кесе Ҡәнзәфәр (52), Кесе Ултыраҡ (99), Мансур (97), Мәрженбай (97), Мәхмүт (94), Маяҡ (89), Маякский (90), Миҙиәк (90), Мәтәле? (Метелево) (96), Мурино (89), Түбәнге Ҡарасы (56), Яңы Ҡорман (93), Яңы Мейәс (70), Яңы Субыл (95), Нөркә (100), Ноғман (94), Первомайка (59), Прибрежный (66), Пригородный (58), Сәйет (97), Һары (73), Һарыкүлмәк (93), Сәләй (96), Селән (54), Сәркәй (98), Смольное (54), Иҫке Субыл (98), Һолтай (93), Суфый (98), Һырғайҙы (87), Сосновка (71), Солтанай (98), Солтан (93), Сураҡ (95), Тауҡай (88), Туғыҙбай (97), Туҡтыбай (95), Ураҙбай (96), Хәлит (92), Чапаевка (67), Себәкүл (91), Чекурово (Сәкүр?) (93), Шишмә (85), Субар (86), Шимаковка (51), Этимгән (91), Юлдаш (93), Яҡуп (84), Ялтыр (99), Ямантай (97), Яратҡол (94) һәм башҡа башҡорт ауылдары.
Мәҙәни һәм ижтимағи ойошмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһендә бер нисә башҡорт милли-мәҙәни ижтимағи берләшмәэшләй. Шулар араһында:
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүлексәһе — «Башҡорт ҡоролтайы» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы һәм уның район һәм ҡала бүлексәләре (штаб-фатиры — Силәбе ҡалаһында);
- Башҡорт йәштәре иттифағы региональ йәмәғәт ойошмаһы — (РОО, Силәбе, 2006 йылдан);
- «Башҡорт халыҡ үҙәге» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы (Силәбе ҡалаһы, 1991 йылдан) һәм башҡалар.
Силәбе өлкәһендә «Арғужа», «Мираҫ» һәм «Уралым» гәзиттәре баҫылып сыға. 1989 йылдан Арғаяш ауылында Арғаяш башҡорт халыҡ театры эшләй.
Билдәле вәкилдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбделҡадир Инан (1889—1976) — ғалим, яҙыусы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте ҡатнашыусыһы.
- Баҙарғол Юнаев — Иҫәт провинцияһының Бәкәтин улусы башҡорт старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең һәм Уложенная комиссияһына һайланған башҡорт депутаттарының (1767—1769) береһе.
- Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы (1913—1948) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, алыҫ действиелы 13-сө гвардия авиация полкы эскадрилья командирының урынбаҫары, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы, 220 хәрби осош яһаған.
- Солтанов Барый Муллағәли улы (1907—1945) — совет хәрбийе, Советтар Союзы Геройы, өлкән сержант, 1264-се уҡсылар полкының пулемётсылар отделениеһы командиры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
- Бикбулатов Наил Вәли улы (1931—1996) — башҡорт этнографы.
- Вәлиев Дамир Жәүәт улы (1940—2002) — совет, рәсәй ғалимы, философ, культуролог.
- Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы (1911—1939) — башҡорт шағиры, публицист.
- Ихсанов Зәйнулла Әмин улы (1906—1997) — физиолог, медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). Заслуженный деятель науки Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966).
- Йосопов Харис Монасип улы[9][10] — РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Силәбелә дзюдо буйынса урал мәктәбенә нигеҙ һалыусы, көрәш буйынса РСФСР-ҙың тәүге чемпионы.
- Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы (1920—2012) — башҡорт совет шағиры, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Көсөков Раил Фазыл улы (1952 йылда тыуған) — рәсәй опера йырсыһы (баритон), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2009), Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы (2000).
- Ҡадир Даян (1910—1975) — башҡорт драматургы, яҙыусы һәм шағир. Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы (1859—1920) — башҡорт дин, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы (1889—1972) — башҡорт мәғрифәтсеһе, XX быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән күренекле дин, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы (1888—1937) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, председатель Башҡорт Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе (1922—1929).
- Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы — рәсәй спортсыһы, 1991 йылдан хәҙерге көнгә саҡлы спорттың көс талап иткән төрҙәре менән шөғөлләнә.
- Һары Мәргән (? — 1663 йыл башы) — Башҡорт ихтилалы (1662—1664) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы башҡорто.
- Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы — профессиональ боксёр, WBO NABO фаразы буйынса чемпион титулына эйә, кикбоксинг[11] буйынса донъя чемпионы.
- Сөләймәнов Сабир Ғибәҙәт улы — профессиональ боксёр, кикбоксинг[12] буйынса донъя чемпионаты бронза призёры.
- Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы (1888—1937) —Башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы, Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, юрист, башҡорт тел белгесе.
- Таймаҫ Шәһимов — Себер даруғаһы Өфө өйәҙе Ҡаратабын улусы башҡорт старшинаһы, тархан.
- Шафиҡов Денис Фуат улы — беренсе ярым урта ауырлыҡтағы рәсәй боксёры.
- Юламан Ҡушаев (1729 йыл тирәһе—?) — генерал чинында 1773—1775 йй. Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан.
Мәҙәниәт, милли кейем һәм йолалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе башҡорттары йәшәгән территорияларҙа табын, әйле ырыуҙары башҡорттары йәшәй. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының традицион баш кейеме, ҡатындарҙың башынан алып бөтә һынын ҡаплаған биҙәүестәр менән биҙәлгән япма йәки ҡушъяулыҡ унда киң таралған[13].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
- ↑ Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1959 года.
- ↑ Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1970 года.
- ↑ Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1979 года.
- ↑ Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1989 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года 2011 йыл 20 апрель архивланған.: Население по национальности и владению русским языком по субъектам РФ 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2016 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ Национальный состав населения по субъектам РФ по данным Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Челябинский рабочий — Башкиры 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Харис Батыр 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Челябинский метеорит помог профессиональному боксеру стать чемпионом 2014 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ Братский спарринг: от Аргаяша до Голливуда 2017 йыл 11 ғинуар архивланған.
- ↑ КУШЪЯУЛЫК, женский головной убор
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валеев Г. Демографические проблемы башкир Челябинской области // Ватандаш. — 2000. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- Валеев Д. Ж. Аргаяшские башкиры и их исторические корни // Ватандаш. — 1999. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- Кузбеков Ф. Т. История культуры башкир. — Уфа: Китап, 1997. — 128 с.
- Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2010. — 496 с.
- Макаров Д. В., Моргунов К. А., Старостин А. Н. Башкиры на Урале.// Ислам на Урале: энциклопедический словарь. / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов. — М.: Издательский дом «Медина», 2009. — 404 с. — С. 56—58.
- Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
- Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с. — С. 389—394.