Кесе Ҡәнзәфәр
Кесе Ҡәнзәфәр | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Береговое сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
220 кеше (2002)[2], 58 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 187 метр |
Почта индексы | 456843 |
Урындағы телефон коды | 35149 |
Кесе Ҡәнзәфәр[4] — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Кәҫле районындағы ауыл. Береговой ауыл Советы биләмәһе составына инә. Район үҙәгенән, Кәҫле ҡалаһынан көнсығыш-төньяҡ-көнсығышҡа (ENE) табан яҡынса 44 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 187 метр бейеклектә урынлашҡан[5]. ОКАТО коды — 75226810004. ОКТМО коды — 75626410116[6].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Ҡәнзәфәр ауылы райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы — тигеҙлек (Көнбайыш Себер тигеҙлеге); иң яҡын бейеклектәр — 167, 182 һәм 216 м. Ландшафты — урман-дала. Көньяҡ-көнбайыш сигендә ҙур булмаған күл бар. Кесе Ҡәнзәфәр ауылын күрше тораҡ пункттар менән грунт һәм шщоссе юлдары бәйләй.
Район үҙәге Кәҫлегә тиклем алыҫлыҡ 72 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тикле (Береговой ҡасабаһы) — 18 км. Халҡы 220 кеше тәшки�� итә. (1970 йылда — 294, 1983 йылда — 227, 1995 йылда 262 кеше иҫәпләнгән). Ауылға 1938 йылда «Бәғәрәк» совхозының һөт-тауар фермаһын ойоштороу ваҡытында нигеҙ һалына, ул 1946 йылда СССР Эске Эштәр министрлығының ярҙамсы хужалығы итеп үҙгәртелә. 1960 йылда Снежинск теория физикаһы ҒТИ ярҙамсы хужалығы («Береговой» совхозы исеме аҫтында). Нигеҙ һалынғандан алып 1960 йылға тиклем Кесе Ҡәнзәфәр ауылы Ҡоншаҡ районының Күлмәк ауылы Советы (хәҙер бөтөрөлгән) составында була[7].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[8] | 2010[9] |
220 | ↘58 |
2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Кесе Ҡәнзәфәр ауылында халыҡ һаны 58 кеше тәшкил итә (28 ир-ат һәм 30 ҡатын-ҡыҙ).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың урам селтәре 3 урамдан тора[10]: Үҙәк урам, Йәшел урам һәм Болон урамы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Реестр зарегистрированных в АГКГН географических названий объектов. Челябинская область по состоянию на 11/03/2012 2014 йыл 18 октябрь архивланған.
- ↑ Maloye Kanzafarovo(англ.). GeoNames.Дата обращения: 2 апреля 2014.
- ↑ Федеральная информационная адресная система(недоступная ссылка).Дата обращения: 11 апреля 2014. Архивировано 18 апреля 2014 года.
- ↑ Малое Канзафарово
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Малое Канзафарово д.