Эстәлеккә күсергә

Башҡортостанда телевидение

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Телевизион вышкалы Өфө телеүҙәге

Башҡортостанда телевидение Өфө ҡалаһында телевизион вышкалы телеүҙәк төҙөгәндән һуң башланған. Бындай ҡарар Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1956 йылдағы ҡарары менән ҡабул ителгән. Телевизион вышкалы һәм өс ҡатлы биналы Өфө телеүҙәге 1959 йылға төҙөлөп бөткән. Телебашняның бейеклеге 192 м. Телеүҙәк Ағиҙел йылғаһының бейек ярында урынлашҡан. Өфөлә телеүҙәк төҙөү менән бер рәттән Өфө — Салауат радиореле линияһы булдырылған. Башҡорт студияһында тәүге һынау телевизион тапшырыуы 1958 йылдан 1959 йылға ҡараған яңы йыл төнөндә уҙғарылған.

1959 йылдың 1 мартында Башҡортостан телевидениеһының даими тапшырыуҙары башлана, улар баштараҡ аҙнаһына өс тапҡыр һәм көнөнә 2,5 сәғәт кенә алып барыла. Өфө тапшырыуҙарын шулай уҡ Силәбе өлкәһенең көнбайыш райондарында ла ҡарағандар.

Республикала телевидение трансляцияларын ойоштороу өсөн 1959 йылдан телевизион ретрансляторҙар төҙөү дауам ителгән һәм 1964 йылда Башҡорт АССР-ында [[Бәләбәй], Салауат ҡалаларында ҡеүәтле радиотелевизион станциялары, шулай уҡ Нефтекама, Белорет, Дәүләкән, Күмертау, Октябрьский, Сибай, Учалы, Яңауыл ҡалаларында, Красноусол ауылында бәләкәй ҡеүәтле 9 ретранслятор төҙөлгән.

Башта телевидение тик урындағы тапшырыуҙарҙы ғына күрһәткән. 1966 йылдан, ретрансляцион вышкаларҙы Өфөгә еткәнсе төҙөгәндән һуң, Үҙәк телевидение каналдары тапшырыуҙарын трансляциялау башланған. Башта тик беренсе канал ғына трансляцияланған. 1967 йылдан телеүҙәк Өфөнән икенсе телевизион программаһын трансляциялай башлаған. Икенсе канал тапшырыуҙары урындағы тапшырыуҙар менән алмашлап алып барылған. УКВ приставка тамашасыға тапшырыуҙы үҙе һайлаған телдә ҡарау мөмкинлеген биргән.

1975 йылда Башҡортостан телевидениеһы төҫлөгә әйләнгән. Ҡазан — Өфө, Борай — Ҡариҙел, Салауат — Учалы радиореле линиялары төҙөлгән. Был республиканың 85 % халҡын телевидение уңайлыҡтары менән тәьмин итеү мөмкинлеген биргән.

1992 йылдан 1999 йылға саҡлы Өфөлә Булат Бәхтийәров һәм Флорид Саттаров нигеҙ һалған Уфе «Шарк-ТВ» телекомпанияһы тапшырыуҙар алып барҙы. Тапшырыуҙар «Петербург — Бишенсе канал» телеканалы, һуңғараҡ «ТВ-6» каналы менән берлектә алып барылды. 1998 йыл аҙағында банкротлыҡҡа яҡынлаған «Шарк ТВ» «ТВ-6» менән берлектә тапшырыуҙар алып барыу лицензияһын «Баш ҡала» телеканалына[1] тапшырҙы.

2001 йылда «Башкортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, ә уның базаһында — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы («БСТ») ойошторола. Тапшырыуҙар ваҡыты тәүлегенә 18 сәғәт тәшкил итә. БСТ 50-нән артыҡ программа тапшыра, кинолар күрһәтә.

Өфөлә «„Бөтөн Өфө“ продюсер үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы (МУП) эшләй.1999 йылдан бирле тулҡындарҙың дециметрлы диапазонында тапшырыуҙар алып бара, 2006 йылдан — Өфөнөң кабель селтәрендә, 2009 йылдан шулай уҡ Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшләй.

Хәҙерге осорҙағы торошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда телевидение тамашасыға эфир каналдары, кабелдәр, интернет һәм юлдаш каналдары, мобиль ТВ (смартфондар, Ipad) аша барып етә. Республика телеканалдарын юлдаш (спутник) телевидениеһы аша тапшырыу алып барылмай. Республика территорияһында 346 эфир тапшырғысы һәм Үҙәк телевидение (ҮТ) һәм республика ТВ-һы телеканалдарын трансляциялаған ҡеүәте 1-ҙән 5 кВт-ҡа еткән 4000 -гә яҡын ретрансляторҙар бар[2]. Башҡортостанда 30-ға яҡын кабель телевидениеһы операторы бар.

Республикала: Өфөнән үҙәк республика телевидениеһы, UTV Ҡала каналы, ҡала телевизион компаниялары (ТК «Салауат», «Галстрир»), («Газпром нефтехим Салауат» корпоратив телевидениеһы[3]), уҡыу йорттары телевидениеһы (Салауат ҡалаһының 1-се лицейы), йәштәр телевидениеһы эшләй.

Өфө телеүҙәге бинаһында хәҙерге ваҡытта «Башҡорт юлдаш телевидениеһы��, «„Башҡортостан“ дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһы», «Башҡортостан радиоһы», «Спутник FM» радиоһы, «Юлдаш радиоһы» (2002 йылда «Радио-2» башлаған эште дауам итте), «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалдары урынлашҡан.

Республикала телевизион тапшырыуҙар өс телдә — урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә алып барыла.

XX быуаттың 60—70-сы йылдарында БАССР ТВ-һында автономлы республикалар студияларының халыҡтар дуҫлығы фестивалдәре уҙғарыла ине.

Мәғлүмәт еткереүсе тапшырыуҙар: «Республика яңылыҡтары», «Панорама» (хәҙер «Ватан»).

ТВ-программалар: «Йыр менән хеҙмәтте данлайбыҙ», «Һаулыҡ», «Яҙыусы һәм заман», «Ер һәм кешеләр», «Яңы йыл уттары» («Новогодний огонёк»).

Тапшырыуҙар циклдары: «Актуаль камера», «Биш йыллыҡ аҙымдары» («Шаги пятилетки»), «Гражданин тәрбиәләргә», «Байраҡсылар», («Знаменосцы»), «Яҙыусы трибунаһы», «Алдынғы комсомол төҙөлөшөндә» («На ударной комсомольской»), «Өсөнсө хеҙмәт семестры» («Третий трудовой»).

Балалар һәм йәш үҫмерҙәр өсөн программалар: «Йәйғор» — «Радуга», «Эрудит» һ.б.

Йәнле һөйләү программалары (ток‑шоу): «Башҡорт йыры» («Башкирская песня»), «Илһам» («Вдохновение»), «Йырым булһын бүләгем» («Дарю песню», башҡорт һәм татар телдәрендә), «Тамаша» («Представление»), «Тай-тулаҡ», «Артылыш», «Уҡ‑һаҙаҡ һәм талир тәңкәләр» («Лук-стрелы и серебряные монеты»), «Хазина» («Клад»), «Шаңдау» («Отзвук»), «Сәләм» («Салям»), «Добрый вечер», «Уфа‑417», «Сто вопросов», «Коммуналка», «Дебют».

Башҡорт телевидениеһының Һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың башында БСТ каналының иртәнге мәғлүмәт-күңел асыу «Сәләм» тапшырыуының 15 йылы билдәләнде.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бай эстәлекле үҙ аллы «Тамыр» студияһы барлыҡҡа килде, кескәйҙәр өсөн «Сәңгелдәк» тапшырыуынан башланды был студия. «Байтус», «Портрет», «Перекличка» (урыҫ телендә), «Фәнташ», «Башҡорт телен өйрәнәм» («Я учу башкирский язык»), «Бауырһаҡ», «Ә-Ю-Я ҡаласығы», «Сулпылар», «Борсаҡ», «Физра» һ.б. тапшырыуҙар йәш тамашасыларҙы тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индерә.

Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, милли рухты нығытыу эшендә С. Хәмиҙуллиндың «Тарихи мөхит» («Историческая среда») фәнни-популяр телеочерктары, «Үткән ғүмер» тапшырыуҙар циклы, «Башҡорттар», «Байыҡ», «Башҡорт йыры» телевизион проекттары «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны һ.б. әһәмиәтле роль уйнай.

Фәһем алырлыҡ, ижад кешеләренә арналған «Автограф», Янис Рамазанов һ.б. журналистар әҙерләгән «Замандаш», «Төнгө канал», «Өсөнсө ҡыңғырау», Рита Өмөтбаеваның «Байыҡ» хореографик проекттары, шулай уҡ Гөлдәр Ишҡыуатова, Зөһрә Ҡотлогилдина менән Нияз Мәһәҙиевтәрҙең хәҙерге замандың йүнселлек проблемаларына бағышланған «Бай», «Бай баҡса» тапшырыуҙары экрандарға яңынан-яңы тамашасыны йәлеп итә. Урыҫ телендә сыҡҡан «Большой чемодан» тапшырыуы күп илдәр, мәҙәниәттәр менән таныштыра.

Актуаль проблемаларҙы халыҡҡа эҫе мәлендә еткергән ике телдә алып барылған «Телеүҙәк» (алып барыусы — Зөлфиә Рәхмәтуллина), («Телецентр» — алып барыусы Азамат Әлмөхәмәтов), «Интервью» тапшырыуҙары ла тамашасыны мәғлүмәт менән байыта, белешмә бирә.

  • ГТРК «Башкортостан» — төрлө жанрлы һәм йүнәлешле (сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм сәнғәт, ижтимағи сфера, күңел асыу һ.б.) өс телдә алып барылған 50-гә яҡын программалы компания.
  • UTV Ҡала каналы — Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларындағы телеканал.
  • Күмертау ҡалаһындағы Йәштәр телевидениеһы Ассоциацияһы.
  • «Навигатор» медиа төркөмө (Ишембай ҡалаһындағы «„ИТРВ-АРИС“ ЯСЙ-ы (ООО) Ишембай телерадиотапшырыуҙар һәм бәйләнеш предприятиеһы»).
  • «Салауат» телекомпанияһы — [Салауат (ҡала)|Салауат]] ҡалаһында 1999 йылдан алып эшләй.
  • «Стәрлетамаҡ телевидениеһы» ЯСЙ-ы (ООО)
  • Стәрлетамаҡ интернет телевидениеһы[4]
  • Яңауыл телевидениеһы[5] — Янауыл ҡалаһында 1993 йылдан бирле эшләй.
  • Башҡортостандағы телевидениела Үҙәк телевидение каналдарының реклама блоктары урындағы реклама менән алмаштырыла.
  • Башҡортостан кабель телевидениеһы аша тапшырылған телевизион каналдар һаны 80-гә етә («Уфанет» компанияһы).
  • «Уфанет» компанияһы сайты буйынса республиканың 6 ҡалаһы урамдарынан тәүлек әйләнәһенә видеотрансляция алып барыла[6].
  • Башҡортостанда интерактив һанлы (цифрлы) телевидениеһын индереүгә әҙерлек алып барылды, һәм был эш башҡарылды ла инде.[7]
  • Башҡорт телевидениеһының Online-каналдары : Башҡорт «Ҡурай» телеканалы, Башҡорт-Татар «Туған Тел» телеканалы[8], «Бөтөн Өфө»[9],
  • Башкирское телевидение. Уфа, 1984;
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
  • Валеева А. Телевидение — жизнь моя. Главы из книги //журнал «Бельские просторы». 1999. № 11—12.