Эстәлеккә күсергә

Башҡортостанда игенселек

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һөрөлгән баҫыу

Башҡортостанда игенcелек — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы тармағы

Башҡорттарҙа игенселек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII—XVIII быуаттарҙағы күп һанлы документтарҙы өйрәнгән С. И. Руденко башҡорттарҙы күсмә халыҡ булараҡ күҙаллау шаҡтай арттырылған, тип һанай. Аҫаба башҡорттар ситтән килгән халыҡҡа арендаға ер биргән саҡта килешеү документтарында ер һөрөү, иген сәсеү. бесән сабыу, балыҡ тотоу, ҡош аулау, һунар итеү, солоҡ ҡуйыу тураһында ентекләп яҙыр булған. Припущенниктар теге йәки был шөғөлгә тик аҫаба башҡорттарҙың рөхсәте менән генә тотона алған[1].

Төбәктенң тәбиғи шарттары һунарсылыҡ, ҡош аулау, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнеүгә булышлыҡ иткән. Был шөғөлдәрҙең барыһы ла турана-тура ултыраҡ тормош менән бәйле. Археологик мәғлүмәттәр ҙә дә башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә халыҡтың б.э. тиклем беренсе мең йыллыҡта уҡ игенселеккә бәйле булыуын асыҡ күрһәтә.

Әхмәтзәки Валиди «Башҡорттарҙың тарихы» китабында: «Шәриф Иҙриси яҙмаларына ҡарағанда, ХII быуатта уҡ башҡорттар тотош күсмә тормошта йәшәмәгән. Улар боронғо дәүерҙән уҡ үҙ тупраҡтарына бәйле булған», тип яҙа[2].

Буржуаз историографияһының дөйөм концепцияһына ярашлы башҡорттарҙың игенселек үҫешенең түбән кимәле уларҙың ҡырағайлығы һәм примитив йәмғиәт үҫешенә бәйле тигән һығымталары дөрөҫлөккә тап килмәй.

Башҡортостанда игенселек менән шөғөлләнеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Уралда игенселек бронза быуатынан билдәле. Абаш, Алакүл, Межа, Бура һ.б. мәҙәниәттәрҙең халҡы тәпке игенселеге менән таныш була, улар бойҙай, тары, арпа үҫтергән. Баланбаш, Төбәк һәм Еленовка археологик микрорайоны, Биҡҡол һәм Йомаҡ торамаларында бронза ураҡ, таш иген ҡырғыстар, тәпкеләр, төйгөстәр табылған. Иртә тимер быуатта Ананьин, Пьяный Бор, Бахмут, Имәнкиҫкә һәм Мазунин мәҙәниәттәре халыҡтарында — һөрөнтө игенселек, Ҡараяҡуп һәм Кушнаренко мәҙәниәттәре халыҡтарында тәпке игенселеге үҫешкән. Был осор игенселәренең тө�� ер эшкәртеү ҡоралдары — тимер тәпке һәм һабандар, ә ашлыҡтыҡы — таш иген ҡырғыс һәм тирмән таштары булған, улар бойҙай, киндер, арыш, һоло, тары, арпа үҫтергән. Яңы Ҡабан ҡаласығында (б.э.т. VII—VI бб.) бойҙай менән тулы булған балсыҡ көршәк[3], Имәндәш ҡаласығында, Яңы Турбаҫлы тораҡтарында һ.б. иген һаҡлау өсөн хужалыҡ соҡорҙары, ә хазиналарҙа (мәҫәлән, Абаш, Оло Әбеш, Түбәнге Хәжәт, Үрге Спас һ.б.) шулай уҡ бронза төрәндәр, тәпкеләр, һабан ҡырҡҡыстары, ураҡтар, салғылар табылған[4].

XVII быуаттың икенсе яртыһынан башлап башҡорттарҙың игенселек менән шөғөлләнеүе тураһында факттар бик күп документтарҙа теркәлгән. 1663 йылда ҡалмыҡ тайшаһы Далчинға, мәҫәлән, башҡорттар уның улустарына күсеүҙе игенде урып алғанға тиклем кисектереп тороуҙы үтенгән. Рәсәйҙә хеҙмәт итеүсе сит ил кешеләре Башҡортостанға 1675 йылда сауҙа маҡсаты менән килгән саҡта, меңле һәм бөрйән башҡорттарының ер һөрөп иген сәсеүе тураһында бәйән иткән. Татар, мишәр, мари, сыуаштарға игенселек менән шөғөлләнеүгә рөхсәт биреү тураһында яҙыуҙар дүрт даруғаның да улустарында теркәлгән. С. И. Руденко үҙенең хеҙмәтендә был улустарҙы исемләп киткән: Ҡаҙан даруғаһынан Бүләр, Дыуанай, Елдәк, Йылан, Ҡыр-Йылан, Ҡаңлы, Ҡыр-Ҡаңлы, Ҡаршын, Ҡырғыҙ, Шәмшәҙе улустары, Себер даруғаһынан — Әйле, Дыуан, Елдәк, Ҡайпан, Ҡара-Табын, Ҡыр-Унлар, Көҙәй, Ҡошсо, Бәкәтин, Һыҙғы, Танып, Унлар улустары, Нуғай даруғаһынан — Бишауыл, Ҡумрыҡ-Табын, Мең, Яйыҡ-Мең, Мәркәт, Уҫы даруғаһынан — Ғәйнә улусы. Бик һирәк осраҡтарҙа ғына ошо уҡ улустарҙа милләттәштәргә лә ошондай рөхсәт бирелгән. Былары аҫабалыҡ хоҡуҡтарын юғалтҡан башҡорттар булырға тейеш (типтәрҙәр).

Ҡул тирмәне менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы.

1726 йылда Башҡортостан буйынса мәғлүмәт йыйыусы Юхнев үҙенең белдермәһендә Уҫы юлындағы башҡорттар икмәкте күп сәсеүе тураһында яҙа. XVII быуаттың аҙағында Уҫы даруғаһы башҡорттары Соликамск баҙарында икмәк һатыу тигән мәғлүмәт тә бар. Себер юлындағы улустарҙа ла сабынлыҡтарының, һөрөлгән ерҙәренең күплеге, тиреҫ һалмайынса ла ҙур уңыш алыуҙары тураһында билдәләп үтә. Арпа, ярма сәсәләр, арыш сәсмәйҙәр, тип яҙа. Тик Нуғай даруғаһы башҡорттары ғына, Юхневтың күҙәтеүе буйынса, һөрөнтө ерҙәре күп булыуға ҡарамаҫтан, иген сәсмәгәндәр.

Башҡорт халҡы өсөн оло фажиғәгә әйләнгән ихтилалдарҙы баҫтырған ваҡыттағы хәрби чиндарҙың хәбәр итеүҙәре лә башҡорттарҙың ултыраҡ тормош алып барыуын, иген сәсеүен, бесән әҙерләүен һүрәтләй. Мәҫәлән, 1662 йылда Урал аръяғында полковник Д. Полуехтов ихтилалсыларҙың бесәнен яндырыуы тураһында яҙа. Л. Я. Соймонов 1740 йылда ихтилал барышын һүрәтләгәндә, Ағиҙел буйында йәшәүсе башҡорттар арыш, арпа, һоло, борай, киндер сәскәндәрен билдәләп үтә.

Билдәле ғалим, крайҙы өйрәнеүсе П. И. Рычков та «Топография оренбургская, то есть обстоятельное описание Оренбургской губернии» исемле хеҙмәтендә башҡорттар:

…имея у себя множество скота, особливо хороших и крепких лошадей, способных к пашне, привыкли уже косить траву и довольно заготовляют ныне сена…есть между ними и такие, которые сами собой к пашне охотятся и для собственной своей потребности небольшой сев хлеба заводят, а особливо те, которые живут ближе к Уфе и к тем жительствам, где издавна было и есть земледелие, тип яҙа.

П. И. Рычковтың күҙәтеүҙәре бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. 40 йылдан ашыу Ырымбур губернаһында йәшәгән тарихсы башҡорттарҙың бай ерҙәрен күреп-белеп, ерҙәрҙең иркенлегенә хайран ҡалған. Көнбайыш башҡорттары электән игенселек менән булышыуы тураһында фекер йөрөткән.

Башҡорттарҙың игенселеге тураһында И. И. Лепехин 1770 йылдағы яҙмаларында билдәләп үтә. Ул Ҡотлоғужа ауылына барған саҡта, халыҡ мәж килеп һабантуйға әҙерләнеүе, был байрамдың ер һөрөү ҡоралы һабан менән бәйле булыуын тасуирлап яҙған саҡта, башҡорттар, урыҫ һәм яһаҡ түләүсе татарҙарҙан өйрәнеп, иң кәмендә үҙҙәренә етерлек кимәлдә булһа ла ашлыҡ сәсергә тырышы, улар күбеһенсә һоло, тары, тарма, киндер сәсә, киндерҙән туҡыма һуғыуҙары тураһында бәйән итә. Шул уҡ ваҡытта Әй буйы башҡорттарын ул яҡшы игенселәр, тип билдәләй.

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында игенселек, бесән сабыу, әҙерләү менән бөтә башҡорттар ҙа шөғөлләнгән. Был осорҙа Урал аръяғында, дала яҡтарында халыҡ һаман да йәйләүгә сыҡһа ла, ҡышҡы өй янында иген сәселә.

Баҫыуҙарҙы эшкәртеү ысулдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡорттарҙа ағас һабан. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.
Башҡорттар иген сәскәндә. XX быуат башы.

XVII, XVIII, XIX быуаттың тарихи документтарында сәсеүлек ерҙәрҙе әҙерләүҙә ике система ҡулланылған: урындан урынға күсерелеүсе һәм көл аҫты системалары (урыҫса — переложная и подзольная системы).

Дала башҡорттары игенде бер үк ергә сәсмәгән. Ер күп булған, шуға өс-дүрт йыл дауамында бер ерҙә иген үҫтергәс, икенсе ергә күскәндәр (переложная система). Был ергә игенде ҡабаттан бер унлап йыл үткәс кенә ҡабат сәскәндәр. Ер уңдырышлы булғанлыҡтан, тиреҫ һалмағандар. Төньяҡ-көнбайышта икенсе ысул ҡулланғандар: иген сәсеү майҙанын көлгә әйләнгәндәр (подзольная система). Был ерҙәр хатта бер нисә мең гектар була алған. Ағас төптәре, лапы өйөмдәре, түмәрҙәр был ерҙәрҙе һөрөргә бирмәй. Төптәр араһын ғына кәтмән менән йомшартып, арыш сәскәндәр. Көллө ерҙә үлән шашып үҫеү сәбәпле, икенсе — өсөнсө сезонға яңы майҙанды яндырырға тура килгән. Тәбиғәт өсөн икенсе система айырыуса ҡыйратҡыс күренеш.

Игенселек хужалығында был ике система шулай ҙа һирәк ҡулланылған. Күбеһенсә өс баҫыулы сәсеү әйләнеше киң таралған була. Баҫыуҙарҙың икеһендә иген сәселгән, өсөнсөһө сират буйынса ял иткән (пар аҫтында ҡалған). Башҡортостанда көн иткән барлыҡ халыҡтарҙа ла был система — ғәҙәти күренеш булыуы билдәле.

Руденко С. И. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында яҙғы бойҙай (яровая пшеница), ужым арышы (озимая рожь), арпа, һоло, тары, бойҙай сәскәндәр, тип яҙып ҡалдырған. Ужым арышын башҡорттар әҙ күләмдә август уртаһынан алып сентябрь бөткәнсе бер гектарға ике центнер сәскән, ғәҙәттә ағымдағы йылдың орлоғон ҡулланғандар. Төньяҡ — көнбайыш Башҡортостан территорияһын иҫәпкә алмағанда (был яҡта бөтөнләй сәселмәгән), башҡа ерҙә бойҙайҙы бик күп сәскәндәр. Арпаны бик күп сәсмәгәндәр. Уны бойҙайҙан иртәрәк сәсеп башҡа игендән алдараҡ йыйғандар. Ҡарабойҙайҙы ла үҙ итмәгәндәр. Киндер әҙләп кенә өй янында, баҡсала үҫтерелгән.

Баҫыуҙарҙы иген сәсеүгә бөтә ерҙә бер төрлө әҙерләгәндәр. Яҙ көнө ер бер мәртәбә һөрөлгән, шулай уҡ бер мәртәбә тырмағандар. Ер һай ғына һөрөлгән, ҡый-үләндән насар таҙартылған һәм йомшартылмаған. Уңдырышлы ерҙән генә мул уңыш алғандар.

Дала яҡтарында, Урал аръяғында, ер көҙҙән үк һөрөлөп ҡуйылған, яҙ еткәс яңынан һөрөлгән, йәки тырмалаған саҡта орлоҡ ташлап барғандар. Икенсе йылда был урынға һоло сәскәндәр, өсөнсө йыл — парға һөрөлә.

Ужым игене баҫыуҙарын ике мәртәбә һөргәндәр, июнь — июль айҙарында һәм сәсеү алдынан бер — ике аҙна элек.

Иген һуғыу һәм уны һаҡлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡорттар тырмалы салғы менән тары урыуҙа. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.
Көлтәләрҙе киптереү. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.
Яхъя ауылындағы иген келәттәре. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.

Урылған игенде көлтәләргә бәйләп ырҙын табағына өйгәндәр. Иген келәттәре лә булған. Иген киптерә торған әү��ндәр булмаған тиерлек. Таштан һалынған, балсыҡ менән һыланған һәм яндырылған түңәрәк формалағы соҡорҙа ут яғып, соҡор өҫтөнә ҡыуыш эшләгәндәр. Көлтәләрҙе шул ҡыуыш өҫтөнә һалып киптергәндәр.

Ашлыҡ һуғыу төрлө ысул менән атҡарылған. XVIII быуат аҙағында И. Г. Георги башҡорттар орлоҡто һаламдан айырыр өсөн эре малды атланып иген өҫтөнән йөрөйҙәр, тип яҙып ҡалдырған. Аптырарлыҡ түгел: башҡа халыҡтар ҙа ошо уҡ ысулды ҡулланғаны тураһында В. М. Черемшанский ҙа хәбәр итә. Был эштең үҙенә күрә тәртибе булған. Ысҡындырылған көлтәләрҙе түңәрәк буйлап өҫкә ҡаратып ҡуйғандар, унлап атты бер-береһенә муйынынан, йәки ҡойроғонан бәйләп йөрөтә башлайҙар. Уртала — сыбыртҡылы бер кеше, ситтән бер нисә кеше тырма — һәнәк менән һаламды аттарҙың аяҡ аҫтына ырғытып тора. Ваҡыты-ваҡыты менән таушалған һаламды өҫтөн аҫҡа әйләндереп һалалар. Шулайтып көнөнә йөҙләп бот һәйбәт бойҙай һуғып алғандар.

XX быуат башында көньяҡ башҡорттары күсеп килгән украиндарҙан өйрәнеп таш тултырылған арба йөрөтөп тә ашлыҡ һуҡҡан.

Сыбағас (шыбағас, тип тә әйтәләр) менән дә һуҡҡандар. Тик был һуғыу ысулы көнбайыш-төньяҡ башҡорттарына ғына хас булған. Сыбағас ике өлөштән торған: еңел генә ҡолғана (көбәк) һәм һуға торған өлөшөнән (тәпәк). Көбәктең оҙонлоғо метран ашыуыраҡ була. Тәпәк 35 см оҙонлоҡтағы имән, ҡайын, ҡарама ағасынан эшләнгән. Ике өлөштөң дә ос яғында тишек барауланып тишелә (втулка), улар аша ҡайыш үткәрелә, был ҡайыш иркен әйләнергә тейеш — һуғыу өсөн был бик тә мөһим. Ҡайыш урынына киндер бау ҙа ҡулланғандар.

Бойҙайҙы көрәк менән дә, һауыт -һаба менән елгәргәндәр.

Ашауға ҡулланыр алдынан башҡорттар икмәк бойҙайын ҙур ағас килеләренә һалып ҡабығынан таҙартҡан. Ҡул тирмәне башҡорттар араһында киң ҡулланышта булғаны билдәле. Тирмән ике ялпаҡ 25 cм бейеклеге, 60-70 см диаметрлы ҡайын ағасынан эшләнгән түмәрҙәрҙән торған, был түмәрҙәргә бер-береһе менән тоташҡан яҡтарына тимер ярсыҡтары ҡатылған була, уртаһында- тимер йәки ағас күсәр ҡуйыла. Тирмән аша бер нисә мәртәбә үткәргәндән һуң бойҙайҙан он тарттырылған. Ҡул тирмәненән башҡа таш тирмәне лә булған. Улар шул уҡ ысул менән ҡомташтандан эшләнгән. Бындай тирмәндәрҙе хәҙер музейҙа ғына осратып була.

Башҡортостанда һыу тирмәндәре лә булған. Ырымбур яҡтарында С. И. Руденко бәләкәй һыу тирмәнен күргәнен билдәләп үтә. Ҙур һыу тирмәнен (ҡуласа) башҡорттар урыҫтарҙан төҙөргә өйрәнгән.

Белорет башҡорттары ат һабаны менән ер һөрәләр
Игенселек байрамы һабантуйҙан күренеш

Октябрь революцияһына тиклем аҫаба башҡорт халҡы батшалыҡ колониаль сәйәсәте арҡаһында бөлгөнлөккә төшкән хәлдә була. 1921 йылдағы ҡоролоҡ сәселгән игендең 62 % юҡ итә. 447 000 дисәтинә ерҙән тик 171 000 дисәтинә ер генә уңыш бирә. Был иген дә бик насар була. Ҡот осҡос фажиғәле аслыҡтан сығыу юлдарын эҙләүҙән тыш ошо уҡ ваҡытта алдағы яҙғы сәсеү кампанияһын да ойошторорға кәрәк була. Ошо ҡырҡыу ситуацияла яҙғы сәсеүҙе орлоҡ менән тәьмин итеү, ошо эште ойоштороу — көнүҙәк тема һәм хәрби заданиеға тиң бурыс, тип билдәләй V өлкә конференцияһы делегаттары.

1922 йылдың яҙында 619 242 дисәтинә ер бойҙай менән сәселә. 1923 йылда һөрөнтө ерҙәр сағыштырмаса 535 187 дисәтинәгә артҡан.

30-сы йылдарҙа ауыл башлыса иген менән тәьмин итеүсе һәм арзан эшсе ҡулдар көсө сығанағы тип ҡабул ителде. Хөкүмәт әленән-әле иген әҙерләү нормаларын арттыра барҙы, ярты уңышты тиерлек тартып алды. Шул уҡ ваҡытта иген өсөн хаҡтар бик түбән булды һәм был хаҡтар тиҫтә йыллап үҙгәрмәне. Колхозсыларҙың эш хаҡы хөкүмәткә бөтә түләүҙәрҙән һуң ҡалған колхоз килеменә бәйле булды. Тере аҡса кеше күрмәне, эш хаҡы (трудодень) иген йәки башҡа төрлө етештерелгән продукция менән түләнде. 1921—1922 йылдарҙағы ҡаты аслыҡ, хәлле хужаларҙы бөтөрөүҙән һуң ҙур ауырлыҡтар менән колхоздар аяҡҡа баҫа башланы. Ошо уҡ ваҡытта ауылдарға быға тиклем ҡулланышта булмаған техника килә башлай. Трактор-комбайндар, автомашиналар игенселек эшен еңеләйтеүгә булышлыҡ итте. Халыҡта яңы власҡа ышаныс тыуа. Ауылға йәш специалистар — агрономдар, механизаторҙар ҡайта башлай. Эштәр яйға һалына.

Ауыл хужалығы биләмәләре Ишембай районында

Ауыл хужалығы бигерәк тә 1940 йылдарҙың аҙағында — 1950 йылдың башында ныҡ үҫеште. 1945—1953 йылдарҙа, мәҫәлән, Башҡортостанда игенде дәүләткә һатыу 467,1 тоннанан 888,9 тоннаға тиклем артҡан. Шулай булһа ла планды тултырып булмаған ине. Әйтәйек, 1949 йылда иген тапшырыу буйынса план 52,2 % ғына үтәлгән. 1950 йылдан башлап Башҡортостанда колхоздарҙы эреләтеү кампанияһы үтә. Ауыл хужалыҡ артелдәре бик ныҡ кәмей.

Партия етәкселеге иген проблемаһын хәл итеүҙә ҙур өмөттәрҙе сиҙәм үҙләштереүгә бағлағайны. Урал аръяғында 500 мең га сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәре һөрөлдө, яңы совхоздар барлыҡҡа килде. Шулай ҙа көтөлгән өмөттәр тулыһынса аҡланды, тип әйтеп булмай.

60—80 йылдарҙа игенселек өлкәһендә ыңғай динамика күҙәтелә. 60-сы йылдар уртаһынан дәүләт етәкселеге аграр сәйәсәткә мөһим үҙгәрештәр индерә. 1964—65 йылдарҙың КПСС пленумдарында ауыл хужалығы продукцияларын әҙерләү планлаштырыуында яңы тәртип булдырыла. 1965 йылдың иген етештереү планы 15 % кәметелә (4 млрд боттан 3,4 млрд ботҡа тиклем). Ошо план 1970 йылға тиклем үҙгәрешһеҙ ҡала һәм норманан артыҡ иген тапшырған өсөн өҫтәмә ҡарала башлай (бойҙай, арышҡа — 50 % өҫтәмә).

Иген етештереүҙә Совет осоронда ла Башҡортостан алдынғыларҙан һанала. 1968 йылда республикала 99 совзоз, 651 колхоз иҫәптә була. Тракторҙар һаны ла үҫә: 1928 йылда, мәҫәлән, 0,1 меңдән 1969 йылдың башына − 62 меңгә тиклем еткән. Һөрөнтө ерҙәр 4,9 млн га тәшкил итә.

Бойҙайҙан башҡа арыш, һоло, тары, ҡарабойҙай, борсаҡ, кукуруз (1955 йылдан алып) сәсәләр.

Башҡа тармаҡтар араһында ауыл хужалығы проблемалары дәүләтселектең, партия органдарының даими иғтибар үҙәгендә була. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының IV сессияһында Министрҙар Советы Рәйесе З. Аҡназаровтың докладында (1965 йыл, 8 ғинуар) аҙаҡҡы биш йылда иген етештереү буйынса уртаса күрһәткестәр 196 млн бот булһа, хөкүмәткә һатыу күрһәткесе — 83 млн ботҡа етте, тигән мәғлүмәт бирелә. Сағыштырыу өсөн: алдағы бишйыллыҡта 141 млн бот етештерелгән, 50 млн бот икмәк дәүләткә тапшырылған.

Байтаҡ ҡына аҡса мелиорация эштәренә бүленә, колхоз системаһын яйға һалыр өсөн уның артабанғы махсуслаштырыуы үткәрелә. Был бигерәк тә үҫемселелекөлкәһенә ҙур файҙа килтерә. 80-се йылдар башында махсус игенселек менән колхоздарҙың бишенсе өлөшө генә шөғөлләнә, әммә улар совхоздар етештергән игендең яртыһын тиерлек бирә ине.

Республика матбуғатында коммунистик партияның аграр өлкәһендәге сәйәсәте, башҡа органдарҙың эшмәкәрлеге тәнҡит күҙлегенән бер ҡасан да ҡаралманы. Ауыл хужалығы, игенселек үҙ сиратында, көн торошона, регион үҙенсәлегенә бик ныҡ бәйле. Өҫтән килгән ҡәтғи күрһәтмәләр йыш ҡына урындағы объектив хәлгә тура килмәгәне эште ҡатмарлыштарған саҡтар ҙа булған, әммә ауыл хужалығы дәүләт тарафынан даими хәстәрлектә һәм ҡурсаулыҡта булыуы шикһеҙ. Иген урыу ваҡыты бөтә Башҡортостан халҡы өсөн көтөп алынған ҙур ваҡиға һәм байрам төҫөн ала. Райондар араһында ярыш көсәйә. Көндә радио-телевидениенан урылған иген, ҡайҙа нисә центнер, нисә гектар эшкәртелгәне тураһында хәбәр ителеп бара. Мул уңышты йыйырға райондар бер-береһенә ярҙам итә. Ҡала предприятиелары, студенттар ҙа ситтә ҡалмай.

Башҡортостанда ауыл хужалығы культураларының сәсәү майҙандары, мең га[5]
Күрһәткестәр 1940 1960 1980 1990 2000 2010 2011
Бөтә сәсеүлек майҙаны 3512 4255 4587 4399 3713 3147 3098
Иген культуралары 2998 2828 3092 2594 1985 1761 1590
Техник культуралар 118 134 152 156 198 243 331
Картуф һәм йәшелсә культуралары 144 193 165 123 118 110 107
Мал аҙағы культуралары 248 1099 1176 1526 1412 1033 1070

Совет осоронда хеҙмәт кешеһенең баһаһы ҙур була. Таңдан төнгә тиклем баҫыу өҫтөндә, иген урған ҡыҙыу мәлдәрҙә механизаторҙарҙы ҡыҫҡа ялға туҡтатып, агитконцерттар ҡуйып, күңелдәрен күтәргәндәр. Оло эштәр бөткәс, район — ҡала, республика йыйылыштарында, һабантуйҙарҙа алдынғы эшселәрҙе грамота- дипломдар, аҡсалата премия йәки техника, ял итеү йорттарына йүнәлтмәләр менән бүләкләү ойошторолған.

Иң яҡшылары, алдынғылары Ленин ордены менән бүләкләнгән, уларға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелгән.

1990 йылдан һуңғы үҙгәрештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы тармағы Советтар Союзы емерелеүенән һуң үҙ тарихында иң ҡатмарлы осор кисерҙе. Илдең тарҡалыуы аграр производствоһын хәүефле хәлгә килтерҙе. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ, тиҫтә йылдар буйы тәжрибә туплаған аграр секторын фермерлыҡ менән алыштырыу мөмкин түгел ине. Ауыл хужалығының, шул иҫәптән игенселектең дә, үҫеш кимәле түбәнәйеүе оло фажиғәғә килтереүен күҙаллап, Башҡортостан республика етәкселеге ошондай ҡырҡыу мәлдә колхоз-совхоз системаһынан баш тарманы.

Был ҡыйыу аҙым аграр системаһын бөтөнләй емереүҙән һаҡлап ҡалды.


ИА REGNUM
белешмәһенән

Башҡортостанда хәҙерге
көндә 590 меңдән артыҡ
шәхси һәм 5,5 меңдән артыҡ
фермер хужалыҡтары,
шәхси эшҡыуарҙары теркәлгән.
Фермерҙар республика
территорияһының 22 % ер
биләмәһен эшкәртә.

Республика хәүефле игенселек зонаһында булыуына ҡарамаҫтан, иген етештереү буйынса әле лә алдынғыларҙан һанала. 2006 йылда аграрийҙар алдағы йылдарҙың позицияларын нығытты, 1990 йыл күрһәткестәренә барып етте. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса ауыл хужалығы производствоһы был күрһәткестәрҙән 27 % -ҡа ҡалыша ине.

2006 йылда алдынғылар рәтендә Стәрлетамаҡ районы — бойҙай культураларын тулайым йыйыу буйынса беренсе урында, Баймаҡ районы — юғары сифатлы иген етештереү буйынса икенсе урында, Илеш, Саҡмағош, Дүртөйлө, Өфө, Туймазы райондарында ла һәйбәт күрһәткестәр. Яҡшылар рәтендә -«Алексеевский», «Рощинский совхоздары», Саҡмағош районы «Баҙы», Йәрмәкәй районы «Приютовагрогаз», Шаран районы «Шаранагрогаз» хужалыҡтары билдәләнә.

Был йылдарҙа ваҡ формалы хужалыҡтарҙы дәртләндереү саралары тейешенсә үтәлмәй, бирелгән аҡсанан бик әҙ сумма алына. Яңыса эшләргә өйрәнеү — замана талабы, тигән принцип һыҙыҡ аҫтына алына. Юғары уңыш биргән, республиканың климатына ярашлы иген сорттарын етештереү, шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукцияны иҫәпкә алыу кәрәклеге тураһында республика кәңәшмәләрендә киҫәтелә килә.

2007 йылда 4 млн. 288 мең тонн иген етештерелгән, был күрһәткес 2005 йыл менән сағыштырғанда 33, 7 % -ҡа күберәк. Аҙаҡҡы 20 йыл эсендә сөгөлдөр етештереү буйынса иң яҡшы уңышҡа — 1 млн. 850 мең тонн — ирешелгән. Көнбағыш, картуф, йәшелсә үҫтереү буйынса баҫыу майҙандары киңәйтелгән.

2008 йыл ҡоро ауыр килеүенә ҡарамаҫтан (кризис, ҡоролоҡ), аграрийҙар үҙ бурыстарын етди үтәй.

2009 йылда рекордлы иген алына — 5 млн тоннанан артыҡ. Был уңышҡа дәүләт ярҙамы ла булышлыҡ итә. Агросәнәғәт комплексын аяҡҡа баҫтырыу, шәхси хужалыҡтарын үҫештереү — көнүҙәк проблемалары булып һанала. Фермер хужалыҡтары ла күҙгә күренерлек өлөш индерә башлай.


  1. Руденко, С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки Текст. / С. И. Руденко. Перепеч. с изд. 1955 г. (М.; Л.) с изм. и доп. — Уфа: Китап, 2006.
  2. Әхмәтзәки Валиди Туған. Башҡорттарҙың тарихы. Өфө, «Китап», 1994.
  3. Обыденнов М. Ф., Круглов Е. А. Клады и сокровища народов Урала и Поволжья. — уфа: Китап, 2011. — С. 10. — 144 с. — ISBN 978-5-295-05275-0.
  4. Бәхтизин Н. Р., Миңләхмәтов И. С., Щербаков Б. Т., Йәнғужин Р. З. Игенселек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Бәхтизин Н. Р., Миңләхмәтов И. С., Щербаков Б. Т., Йәнғужин Р. З. Игенселек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Вахитов Р. Башкиры и венгры. «Ватандаш», № 6, 2010 г.
  • Вильямс В. Р. Почвоведение. Земледелие с основами почвоведения. — М., 1949.
  • Ишбирҙин Э. Ф. Боронғо башҡорттарҙа игенселек // Ватандаш. — 2002. — № 6. — С. 72—91. — ISSN 1683-3554.
  • Заседания Верховного Совета Башкирской АССР Шестого созыва (Четвертая сессия 8-9 января 1965 года. Статистический отчет). Башкирское книжное издательство, Уфа, 1965.
  • Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки Текст. / С. И. Руденко. Перепеч. с изд. 1955 г. (М.; Л.) с изм. и доп. — Уфа: Китап, 2006.
  • Сайранов Х. С. Упрочение Советской власти в Башкирии (1919—1922 гг.), Башкирское книжное издательство, Уфа, 1957.
  • Умурзаков Г. Х. Древние башкиры. Некоторые вопросы истории. Под ред. Профессора Д. Ж. Валеева., Уфа, 1991.
  • Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Башҡорттарҙың тарихы. Өфө, «Китап», 1994.