Эстәлеккә күсергә

Аҙналы (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙналы
Нигеҙләү датаһы 1737[1]
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориа��ь берәмек Әлкә ауыл советы һәм Башҡортостан Республикаhы
Тамамланыу датаһы 1775[1]

Аҙналы (рус. Азналино, Азналихово, Адналы, Шайтан-аул) — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Әлкә ауыл советына ҡараған, яндырылған ауыл. Шайтан-көҙәйҙәрҙең төп ауылы булған, элегерәк Шайтан тип аталған[2].

Шайтан-көҙәй башҡорттары тарафынан нигеҙләнә, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың олатаһы хөрмәтенә атала. Көҙәй тигән икенсе атамаһы башҡорт ҡәбиләһе менән бәйле.

Ҙур булмаған ауыл XVIII быуаттың беренсе яртыһында уҡ телгә алынһа, карталағы рәсми раҫлауҙар 1737, 1755 йылғы карталарҙа ғына сағылыш таба[3]. 1775 йылғы каратель экспедициялары һөҙөмтәһендә яндырыла. 1781, 1786 йылдарҙа — Өфө, 1802 йылда Ырымбур губернаһы наместниклығы карталарында Аҙналы ауылы юҡ[2].

1770 йылда П. С. Паллас Бикбулат ауылынан Шайтан-ауыл аша (Аҙналы) ике тапҡыр үтеп китә һәм был турала «Путешествие по разным провинциям Российской империи» китабының беренсе китабының икенсе өлөшөндә: «Ауыл тарҡау хужалыҡтарҙан тора, һәм халыҡ игенселек менән шөғөлләнә, 40-50 бот иген сәсәләр. Яңы ергә тәүге 2 йылда арпа, 2 йыл һоло, 2 йыл ужым арышы, 1-2 йыл яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. Бойҙай һәм ҡарабойҙай сәсмәгәндәр. Игенселектең ҡалдау системаһын ҡулланалар», — тип яҙып ҡалдыра[2][4]. Аҙналынан күсеп сығыусылар Тәкәй, Юлай ауылдарына нигеҙ һалған, 1756—1775 йылдарҙа Тәкәй, Юлай һәм Йонос ауылдары күршеләш йәшәгән[2].

  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Материалы по истории Башкирской АССР. “Новой Ланткарте Башкирской Орды или Уфинской провинции с прибавлением пограничных частей и всей Закамской стороны и первой земляной, а потом Новой Оренбургской линии”. — Т.4, ч.2, вкладыш с.
  4. Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. — 59,64,65< с.