Эстәлеккә күсергә

Васҡын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Васҡын
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Салауат районы, Лағыр ауыл советы һәм Лағыр

Васҡын (Васиҡ, рус. Васкино) — Әй йылғаһы буйында урынлашҡан, Тырнаҡлы волосының (хәҙерге Салауат районы Лағыр ауыл советының) Лағыр ауылынан ике саҡырым ситтәрәк ятҡан, XVIII быуатта яндырылған ауыл.

Тарихы

Ауылдың атамаһы антропонимдан барлыҡҡа килгән. Уға Васҡын исемле кеше нигеҙ һалған. 1735-1740 йылдарҙа ауыл тирәләй тарихи әһәмиәткә эйә ваҡиғалар бара. Васҡын ауылының баш күтәреүселәре «Васҡындың йортонда 100 самаһы кеше йыйыла», улар араһында Әйле һәм Көҙәй волостарының старшиналары ла булы. Әйле волосы старшинаһы Сураш Килдешев йыйылыусылар алдында сығыш яһап, «башҡорт халҡына Рәсәйҙән яҡшылыҡ көтөргә ярамай», тип белдерә һәм властарҙың баш күтәреүселәрҙән штраф рәүешендә аттар талап итергә, йәниҫәп алырға йыйыныуҙарын белдерә[1]. Ауыл XVIII быуаттың 70-се, XIX быуаттың 30-сы йылдарындағы ҡораллы ихтилалдарынан ситтә ҡалмай. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров мәғлүмәттәренә ярашлы, батша карателдәре Әй буйындағы 54 ауылды яндыра, Васҡын да шулар иҫәбенә инә[2].

Хан иғлан итеү

Тирә-яҡта ихтилалдар тоҡана, ерен, телен, динен, илен һаҡлау маҡсатынан, батша властарының башҡорт ерҙәрен тартып алыу, уларҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын таныуҙан рәсми баш тартыу, йән башынан сығып һалым түләү күләмен билдәләү сәйәсәтенә ҡаршы баш күтәргән башҡорт ауылдары ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан хәйерселек сигенә еткерелеп талана, халыҡ йонсой. Шундай шарттарҙа яңы күтәрелеш өсөн яңы этәргес көс талап ителә. Яңы күтәрелеш башында торған Әйле, Дыуан, Ҡаратаулы, Тырнаҡлы волосы вәкилдәре был маҡсаттан хан табырға ҡарар итә. 1740 йылда Нуғай даруғаһы Юрматы улусынан аҡыллы, ҡаты характерлы, ойоштороуға һәләтле, хәрби эште, ғәрәп грамотаһын, Ҡөрьәнде яҡшы белгән, Мәккәгә барып ҡайтҡан шәхес, халыҡ араһында Ҡараһаҡал атамаһын алған Миңлеғол Юлаев хәҙерге Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы территорияһында жунгар тәхетенең вариҫы Солтангәрәй хан тип аҡ кейеҙҙә күтәрелә. Васҡын ауылында уны баш күтәреүгә ҡаршы булған башҡорт старшиналары көтөп тора. Әммә Ҡараһаҡал уларҙың күпселеген үҙ яғына ауҙарыуға өлгәшә. Ихтилал яңы көс менән тоҡанып китә. Васҡын ауылы ихтилал уртаһында ҡайнай. Был тарих Булат Рафиҡовтың «Ҡараһаҡал» романында ла сағылыш таба.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар