Аҙналы (Салауат районы)
Аҙналы | |
Нигеҙләү датаһы | 1737[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ-территориаль берәмек | Әлкә ауыл советы һәм Башҡортостан Республикаhы |
Тамамланыу датаһы | 1775[1] |
Аҙналы (рус. Азналино, Азналихово, Адналы, Шайтан-аул) — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Әлкә ауыл советына ҡараған, яндырылған ауыл. Шайтан-көҙәйҙәрҙең төп ауылы булған, элегерәк Шайтан тип аталған[2].
Тарихы
Шайтан-көҙәй башҡорттары тарафынан нигеҙләнә, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың олатаһы хөрмәтенә атала. Икенсе — Көҙәй атамаһы башҡорт ҡәбиләһе менән бәйле. Ҙур булмаған ауыл XVIII быуаттың беренсе яртыһында уҡ телгә алынһа, карталағы рәсми раҫлауҙар 1737, 1755 йылғы карталарҙа ғына сағылыш таба[3]. 1775 йылғы каратель экспедициялары һөҙөмтәһендә яндырыла. 1781, 1786 йылдарҙа — Өфө, 1802 йылда Ырымбур губернаһы наместниклығы карталарында Аҙналы ауылы юҡ[2]. 1770 йылда П. С. Паллас Бикбулат ауылынан Шайтан-ауылды (Аҙналы) ике тапҡыр үтеп китә һәм был турала «Путешествие по разным провинциям Российской империи» китабының беренсе китабының икенсе өлөшөндә: «Ауыл тарҡау хужалыҡтарҙан тора, һәм халыҡ игенселек менән шөғөлләнә, 40-50 бот иген сәсәләр. Яңы ергә тәүге 2 йылда арпа, 2 йыл һоло, 2 йыл ужым арышы, 1-2 йыл яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. Бойҙай һәм ҡарабойҙай сәсмәгәндәр. Игенселектең ҡалдау системаһын ҡулланалар», — тип яҙып ҡалдыра[2][4]. Аҙналынан күсеп сығыусылар Тәкәй, Юлай ауылдарына нигеҙ һалған, 1756—1775 йылдарҙа Тәкәй, Юлай һәм Йонос ауылдары күршеләш йәшәгән[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Материалы по истории Башкирской АССР. “Новой Ланткарте Башкирской Орды или Уфинской провинции с прибавлением пограничных частей и всей Закамской стороны и первой земляной, а потом Новой Оренбургской линии”. — Т.4, ч.2, вкладыш с.
- ↑ Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. — 59,64,65< с.
Һылтанмалар
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Материалы по истории Башкирской АССР. “Новой Ланткарте Башкирской Орды или Уфинской провинции с прибавлением пограничных частей и всей Закамской стороны и первой земляной, а потом Новой Оренбургской ��инии”. — Т.4, ч.2, вкладыш с.
- Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. — 59,64,65< с.