Сәйәсәт
Сәйәсәт (ғәр. سياسة) йәиһә поли́тика (грек. Πολιτική —дәүләт, йәмәғәт һәм дәүләт мөнәсәбәттәре менән идара итеү өҫталығы) — дәүләт йәки ойошманың эске һәм тышҡы мөнәсәбәт һәм хәл өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Хөкүмәт, дәүләт йәки бер төркөмдөң эске идара һәм халыҡ-ара өлкәләге эшмәкәрлеге.
Сәйәсәт | |
Ҡайҙа өйрәнелә | политология, наука о взаимодействиях[d], политическая социология[d] һәм политическая история[d] |
---|---|
Stack Exchange сайты | politics.stackexchange.com |
Ҡапма-ҡаршыһы | non-politics[d] |
Сәйәсәт Викимилектә |
Терминдың килеп сығышы
үҙгәртергәБоронғо Грецияла полистар (грек. πόλις) үҙидаралары булған ҡала общиналары булараҡ барлыҡҡа килә, улар үҙҙәрен сәйәси формация итеп ойоштора — Боронғо Греция өсөн бындай йәмғиәтте ойоштороу формаһы ғәҙәти хәл була. Италия һәм Рим империяһы аша ул башҡа ерҙәргә лә тарала. Дәүләт һәм империялар үҫеү менән ғәйәт ҙур биләмәләр менән мөнәсәбәт сәйәсәте идара итеү һәм сәйәсәтте үҙгәртеүҙе талап итә. Сәйәсәт (политика) идара итеү методологияһы булараҡ полиста барлыҡҡа килә, унда идара итеүсе элита һәм төрлө ҡатламдар йыйыла (һөнәр, сәнәғәт, мәктәп), уларҙа буласаҡ элита әҙерләнә.
Был термин б.э.т.IV быуатта беренсе булып Аристотель тарафынан ҡулланыла башлай, уны ғалим былай тип билдәләй: политика (сәйәсәт)— дәүләт (полис) менән идара итеү сәнғәте. Әлбиттә быға тиклем үк политика (сәйәсәт) йәмғиәт йәшәйешенең айырым өлкәһе булараҡ айырылып сыға — тик иҡтисади мөнәсәбәттәр (экономика) һәм әхлаҡтан күпкә һуңыраҡ (мораль). Политиканың (сәйәсәт) тәбиғәте һәм килеп сығышы тураһында бер нисә ҡараш йәшәп килә :
- Теологик ҡараш. Был ҡарашҡа ярашлы политика, бөтә тормош кеүек үк, Хоҙай тарафынан булдырылған.
- Антропологик ҡараш. Был ҡараш сәйәсәтте кеше тәбиғәте менән бәйләй: башҡа кешеләр менән аралашыу һәм мөнәсәбәттәр булдырыу кешенең асылына бәйле тип фаразлана (икенсе яҡлап, кеше был асылға төрлө сикләүҙәр һәм башҡа кешенең хайуандан айырым үҙенсәлектәре аша тәьҫир итә).
- Биологик ҡараш. Бындай ҡараш, киреһенсә, политика (сәйәсәт) кешене хайуан менән берләштергән һыҙаттар аша аңларға кәрәк ти(мәҫәлән, агрессия,үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты, йәшәү өсөн көрәш һ.б. Этолог Конрад Лоренц, мәҫәлән, агрессия феноменын йәмғиәттә булған һуғыш, революция һәм башҡа конфликттар менән бәйләй.
- Психологик ҡараш. Был ҡараш буйынса кешеләр араһындағы сәйәси мөнәсәбәттәрҙең тәүсығанағы — хәжәт (потребности), ихтыяж (интересы), эмоциялар һәм башҡа кеше психикаһына хас нимәләр. Зигмунд Фрейд ғәҙәтенсә сәйәсәттең тәбиәғәтен аңһыҙлыҡ (Бессознательное) менән бәйләй.
- Социаль ҡараш.Уға ярашлы сәйәсәт йәмғиәттә тыуа һәм йәмғиәт үҫеше барышында формалаша(уның ҡатмарлана барыуы һәм социаль стратификация үҫешеүенә бәйле). Йәмғиәттәге бындай үҙгәрештәрҙең башы тип неолитик революцияны ҡарарға була, ул хужалыҡ итеү формаларына ғына түгел, кешеләрҙең тотош тормош- көнкүрешенә лә тәьҫир итә. Политиканың (сәйәсәт) килеп сығыуын былай тип күҙ алдына килтереп булыр ине:
- Кеше эшмәкәрлегенең продуктлылығы артыу шәхси милек килеп сығыуға ярҙам итә. Ул, үҙ сиратында, иҡтисадтың үҫешенә,махсуслашыуына, яңы социаль берләшмәләр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, шәхестең автономлығына һәм бойондороҡһоҙлоғона килтерә,уға йәмғиәттә иҡтисад аша билдәле бер статус яуларға мөмкинлек бирә, һәм шулай уҡ йәмғиәттә милек буйынса бүленеште көсәйтә,низаҡтарҙы барлыҡҡа килтерә.
- Социаль дифференциация, этник һәм дини үҙенсәлектәр буйынса айырма көсәйә.
- Демографик үҫеш һәм иҡтисади эшмәкәрлектең киңәйеүе теге, йәки был берләшмәнең башҡаларҙан бойондороҡһоҙлоғо мәсьәләһен килтереп сығара, бынан тыш был йәмғиәттең ҡулыаҫтындағы биләмәләрҙе һаҡлау мәсьәләһе көн үҙәгенә ҡуйыла.
Шулай итеп, политика (сәйәсәт) һанап үтелгән мәсьәләләрҙе һәм низағтарҙы ғәҙәти ысулдар менән — йола, әхлаҡ талаптары һ.б. аша хәл итеп булмағанлыҡтан килеп сыға. Хоҡуҡ менән бергә сәйәсәт был мәсьәләләрҙе сисеү өсөн тәғәйенләнгән көйләүсе көс булып тора; бынан тыш, ошо уҡ маҡсаттан сығып, кешеләр тормошон ойоштороуҙың яңы төрө булараҡ дәүләт булдырыла. Шулай булғас, политика (сәйәсәт) төшөнсәһе дәүләт һәм власть төшөнсәләре менән туранан-тура бәйле булып сыға.Политолог М. Дюверже властың өс төрөн айыра— аноним, индивидуалләштерелгән һәм институционалләштерелгән; тәүге икеһе дәүләткә тиклем булған власть, ә өсөнсөһө — политиканы (сәйәсәтте) барлыҡҡа килтереүсе асыҡ дәүләт власы.
Сәйәсәттең асылы
үҙгәртергәФән һәм фәлсәфә үҫеше барышында сәйәсәттең төрлө билдәләмәләре тәҡдим ителә: дөйөм «батшалар сәнғәте», билдәле һәләттәр (оратор, хәрби, суд һ.б.), граждандарҙы һаҡлау һәм мөмкин булғанса уларҙы насарҙан яҡшы итергә тырышыу («оберечь всех граждан и по возможности сделать их из худших лучшими») (Платон), дөрөҫ һәм аҡыллы идара итеү тураһында белем (Никколо Макиавелли), дәүләт аппараты етәселеге йәки был етәкселеккә тәьҫир итеү (Макс Вебер), синфи ихтыяждар көрәше (Карл Маркс). Хәҙерге заманда уны— сәйәсәт йәмғиәттәге төркөмдәр тәртибе аша күренгән эшмәкәрлек, тәртип моделдәре һәм социаль мөнәсәбәттәр менән идара иткән һәм контроль булдырыусы социаль институттар берләшмәһе һәм улар араһындағы власть өсөн көрәш тип аңлайҙар. Бынан тыш сәйәсәт— тағы дәүләт булып формалашҡан йәмғиәттә власть һәм милекте бүлеүҙе һаҡлап алып ҡалыу , йәки үҙгәртеүгә йүнәлтелгән социаль эшмәкәрлек (внутренняя политика) һәм тышҡы эшмәкәрлек (внешняя политика), глобаль йәки бөтә донъялағы сәйәсәт (мировая политика)[1].
Сәйәст күп планлы социаль күренеш, уны йәмғиәттең үҙ-үҙен көйләүсе ҡоралы тип ҡарарға ла була. Сәйәсәттең бер нисә теоретик йүнәлеш тәҡдим иткән билдәләмәһе бар, улар сәйәси эшмәкәрлектең төп аспекттарының береһен айырып күрһәтә: институциональ, хоҡуҡи, иҡтисади, психологик, социаль, антропологик һәм башҡалар.
Функциялары
үҙгәртергәТәғәйенләнешенә ярашлы, сәйәсәт бер нисә төп функцияны башҡара:
- Һатыу менән ҡыҙыҡһынды Власть күҙлегенән әһәмиәткә эйә социаль төркөмдәрҙең ихтыяжын тормошҡа ашырыу.
- Йәмғиәттәге процестарҙы һәм мөнәсәбәттәрҙе, шулай уҡ хеҙмәт һәм етештереү тормошҡа ашырылған шарттарҙы көйләү һәм тәртипкә һалыу.
- Йәмғиәтте үҫтереүҙә, уның эволюцияһының яңы моделен (йәғни инновационлыҡ) ҡабул итеүҙә күсәгилешлекте тәьмин итеү.
- Кешеләр араһында мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу һәм йәмғиәттәге ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы йомшартыу, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү.
- Йәмғиәттең үҫеше маҡсаттарын ҡуйыу, уға бәйле идара итеү бурыстарын билдәләү һәм уларға өлгәшеү ысулдарын билдәләү.
- Дәүләт бюджетын булдырыу кеүек сәйәси механизмдар аша матди байлыҡтарҙы һәм ресурстарҙы бүлеү.
- Киң мәғлүмәт саралары аша төрлө социаль төркөмдәр араһында сәйәси аралашыу, граждандар йәмғиәте ойошмалары, власть һәм низағлашыусы яҡтар вкилдәре өсөн аралашсылыҡ майҙансыҡтары булдырыу.
- Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын гарантиялау, социаль тигеҙлек һәм ғәҙеллек принциптарын һаҡлау.
Сәйәси системалар һәм идеалогиялар
үҙгәртергәБөгөнгө көнгә 20 сәйәси һәм идеалогик система булыуы билдәле:
Билдәле сәйәсмәндәр һәм аҡыл эйәләре
үҙгәртергә
Был сәйәсәт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- ↑ Мировая политика: Теория, методология, прикладной анализ / Под ред. А. А. Кокошина и А. Д. Богатурова. — М.: КомКнига / URSS, 2005. — 432с. — ISBN 5-484-00087-4.