Коммунизм
Коммуни́зм (лат. commūnis — коммуна, урыҫса «общий», башҡортса «дөйөм, уртаҡ») — марксизм тәғлимәтендә — фаразланған, гипотезаға нигеҙләнгән социаль тигеҙлекле һәм етештереү саралары йәмғиәт милке булған ижтимағи һәм иҡтисади ҡоролош[1]. XIX быуаттан һуң был аңлатма марксистарҙың теоретик хеҙмәттәрендә күҙәлланған етештереү сараларына йәмғиәт милке булған ижтимағи-иҡтисад формацияһына ҡарата ҡулланыла. Марксизмға нигеҙ һалыусылар фекеренсә, бындай йәмғиәт ҡоролошо ныҡ үҫешкән етештереү көстәре булыуын, социаль синыфтарҙың юҡлығын, дәүләттең аҡрынлап юҡҡа сығыуын, аҡсаның, тәғәйенләнеше үҙгәреп, шулай уҡ юҡ булыуын күҙ уңында тота[2]. Марксизм классиктары фекеренсә, коммунистик йәмғиәттә «Һәр кем һәләтенә ҡарап, һәр кемгә ихтыяжы буйынса!» тигән принцип тормошҡа ашырыла[3].
Коммунизмдың төрлө билдәләмәләре
үҙгәртергә- Карл Маркс (1844): „…коммунизм — ул хосуси милекселекте юҡ итеүҙең ыңғай кәүҙәләнеше; тәүге осорҙарҙа ул дөйөм хосуси милекселек булып күренә“[4].»Коммунизм «хосуси милекселекте» — кешенең үҙ-үҙенән ситләшеүен — ыңғай юҡ итеү булараҡ <…> кеше менән тәбиғәт, кеше менән кеше, йәшәйеш менән асыл һәм төп нигеҙ, ирек һәм зарурлыҡ, айырым кеше һәм ырыу араһындағы бәхәсте һәм ҡаршылыҡтарҙы «ғәмәлдә» хәл итеү. Ул — тарих серҙәрен сисеү, һәм ул үҙенең нәҡ ошо сисеш икәнен белә"[4].
- Фридрих Энгельс Коммунистар союзы программаһы «Коммунизм принципта��ы» проектында" (1847 йылдың октябрь аҙағы): "Коммунизм — ул пролетариатты азат итеү шарттары хаҡындағы тәғлимәт.[5]
- Владимир Даль «Толковый словарь живого великорусского языка» («Бөйөк урыҫ йәнле теленең аңлатмалы һүҙлеге», 1881): «Коммунизм — мал-мөлкәттең тигеҙлеге, биләмәләрҙең уртаҡлығы һәм һәр кемдең сит-ят милеккә хоҡуғы тураһындағы сәйәси тәғлимәт»[6]
- В. И. Ленин (1919 йылдың декабре): «Коммунизм социализм үҫешенең иң юғары баҫҡысы: кешеләр дөйөм файҙаға эшләргә кәрәклекте аңлап эшләй»[7].
- КПСС-тың Өсөнсө Программаһы (1961): «Коммунизм — етештереү саралары берҙәм дөйөм халыҡ милкендә һәм йәмғиәттең бар ағзалары ла тулы социаль тигеҙлектә булған синыфһыҙ ижтимағи ҡоролош. Унда кешеләрҙең төрлө яҡлы үҫеше менән бер рәттән даими үҫеүсе фән һәм техника нигеҙендә етештереү көстәре лә үҫә бара. Йәмғиәт байлыҡтарының бөтә сығанаҡтары ла тулы ағымлы һәм „һәр кем һәләтенә ҡарап, һәр кемгә ихтыяжы буйынса!“ тигән бөйөк принцип тормошҡа ашырыла. Коммунизм — ул ирекле һәм аңлы хеҙмәтсәндәрҙең юғары ойошҡан йәмғиәте, унда йәмәғәт үҙ идараһы ҡабул ителә, йәмғиәт өсөн хеҙмәт барыһы өсөн дә беренсел тормошсан ихтыяжға әйләнә, һәр кемдең һәләте халыҡ өсөн иң ҙур файҙа менән ҡулланыла»[8].
- Инглиз телендәге Merriam-Webster һүҙлеге (мәғәнәләрҙең береһе): "Дәүләт милкендә булған етештереү сараларын берҙән-бер авторитар сәйәси фирҡә контролдә тотҡан тоталитар идара системаһы "[9]
Этимология
үҙгәртергәХәҙер ҡулланылған «коммунизм» төшөнсәһе XIX быуаттың 40-сы йылдарында француз телендәге communisme һүҙенән алынған, ул үҙ сиратында был телдәге commun һүҙенән килә — урыҫса «общий, общественный», башҡортса «дөйөм, уртаҡ, йәмәғәтсел» тигән мәғәнәне бирә)[10]. 1848 йылда «Коммунистар партияһы манифесы» баҫылып сыҡҡандан был һүҙ атама булараҡ нығынып ҡала. Быға тиклемге «коммуна» һүҙе барлыҡ йәмғиәтте түгел, ә ни бары уның бер өлөшөн йәғни барлыҡ ағзалары ла дөйөм мөлкәтте һәм барыһының да уртаҡ хеҙмәтен ҡулланған төркөмдө генә ҡылыҡһырлаған (аңлатҡан).
Коммунистик идеялар тарихы
үҙгәртергәКешелек үҫешенең тәүге осорҙарында мөлкәттең уртаҡлығына нигеҙләнгән тәүтормош коммунизмы йәмғиәттең берҙән-бер формаһы була. Тәүтормош—община ҡоролошоноң мөлкәт һәм социаль яҡтан ҡатламдарға бүленеүе һәм синфи йәмғиәт ойошоуы нәтижәһендә быға тиклем ғәмәлдә булған коммунизм бары тик хыялдағы ғәҙел йәмғиәткә, мифологик «Алтын быуат»ҡа һәм башҡа ошо төр күҙаллауҙарға әйләнә.
Барлыҡҡа килгән саҡта коммунистик ҡараштар мөлкәт уртаҡлығы нигеҙендә социаль тигеҙлекте талап итеүгә йүнәлтелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Коммунизм 2015 йыл 1 июль архивланған. Экономический словарь, М.: ИНФРА-М, 1999
- ↑ Частная собственность должна быть также ликвидирована, а её место заступит общее пользование всеми орудиями производства и распределение продуктов по общему соглашению, или так называемая общность имущества. Уничтожение частной собственности даже является самым кратким и наиболее обобщающим выражением того преобразования всего общественного строя, которое стало необходимым вследствие развития промышленности. Поэтому коммунисты вполне правильно выдвигают главным своим требованием уничтожение частной собственности. (Фридрих Энгельс «Принципы коммунизма»)
- ↑ С введением социалистического общественного строя государство само собой распускается и исчезает. <…> [Рабочий] получает от общества квитанцию в том, что им доставлено такое-то количество труда (за вычетом его труда в пользу общественных фондов), и по этой квитанции он получает из общественных запасов такое количество предметов потребления, на которое затрачено столько же труда. <…> Когда вместе с всесторонним развитием индивидов вырастут и производительные силы, и все источники общественного богатства польются полным потоком, лишь тогда можно будет совершенно преодолеть узкий горизонт буржуазного права, и общество сможет написать на своём знамени: "Каждый по способностям, каждому по потребностям! « (К. Маркс „Критика готской программы“)
- ↑ 4,0 4,1 Маркс. Экономическо-философские рукописи 1844 года, часть „Коммунизм“ // К. Маркс и Ф. Энгельс. Сочинения. Изд. 2-е, Т. 42, стр. 114, 116 (курсив — как в источнике).
- ↑ Фридрих Энгельс. Принципы коммунизма // Маркс К., Энгельс Ф. Избранные Сочинения. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1985. — Т. 3. — С. 122.
- ↑ Толковый словарь живаго великорускаго языка Владиміра Даля. — Второе изданіе. СПб, 1881, Том II, стр. 149, статья «Комуникація».
- ↑ В. И. Ленин. Речь на I съезде земледельческих коммун (ПСС, т. 39, стр. 380.)
- ↑ http://roii.ru/images-of-time/roii-images-of-time.pdf с. 336
- ↑ communism Словарь Merriam-Webster Online Dictionary (инг.).
- ↑ Коммунизм. Школьный этимологический словарь русского языка(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергәПортал «[[Портал::ru:Коммунизм|:ru:Коммунизм]]» | |
Коммунизм Викиһүҙлектә | |
Коммунизм Викиөҙөмтәлә | |
Коммунизм Викимилектә | |
Коммунизм Викияңылыҡтарҙа |
- Коммунизм // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Коммунизм / Научный коммунизм: Словарь под редакцией академика А. М. Румянцева (1983)
- Каутский Карл. Из истории культуры. Платоновский и древнехристианский коммунизм (пер. Львовича, СПб., 1905),
- В. И. Ленин. Три источника и три составных части марксизма 2007 йыл 23 декабрь архивланған.
- С. Платонов. После коммунизма : М., 1990
- Резолюция ПАСЕ № 1481 «О необходимости международного осуждения преступлений тоталитарных коммунистических режимов» (25 января 2006 года)
KONTOL
үҙгәртергә
Был сәйәсәт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |