Румыния короллеге
Румыния короллеге (румын. Regatul României) — хәҙерге Румыния, Молдавия, өлөшләтә Украина һәм Болгария территорияларында 1881 йылдан 1947 йылға тиклем ғәмәлдә булған дәүләт.
Географик һәм демографик мәғлүмәттәр
үҙгәртергәТерриторияһы
үҙгәртергәРумыния короллеге төрлө йылдарҙа үҙ эсенә төрлө территорияларҙы ала. Румыния короллеге иғлан ителгәнгә тиклем дәүләт составына Валахия, Молдова, Добруджа инә. Короллектең көнсығыш сиге Прут һәм Дунай йылғалары буйлап үтә, көньяҡ — Дунай йылғаһы буйлап, көнбайыш сиге Банаттың көнсығыш сиктәренән үтә, төньяҡ — Карпат тауҙары үрҙәренән һәм артабан көнсығышҡа ҡарай Прутҡа тиклем. Көньяҡ-көнсығышта короллек Ҡара диңгеҙгә барып тоташа.
1913 йылда Икенсе Балҡан һуғышы һөҙөмтәләре буйынса Румыния Көньяҡ Добруджаны аннексиялай, быға тиклем Добруджа Болгария ҡарамағында була.
Сиктәрҙең үҙгәреше 1918 йылда, Австро-Венгрияның һәм Рәсәй империяһының тарҡалғандан һуң, барлыҡҡа килә. Был дәүләттәр юҡҡа сыҡҡандан һуң Румыния составына Банат, Буковина, Трансильвания, Марамуреш, Бессарабия (Бессарабия СССР-ҙа оккупацияланған территория тип иҫәпләнә) инә.
1918 -1940 йылдарҙа Румыния сиктәре көньяҡта Ҡара диңгеҙ буйындағы Краневонан Дунайҙағы Туртукай тауына тиклем һуҙыла, артабан сик буйы Банатҡа тиклем барып етә; Банатта сик буйы төньяҡҡа борола (был төбәк Румыния һәм Югославия араһында ике өлөшкә бүленә), ә аҙаҡ Венгрия сиктәре янынан төньяҡ-көнсығышҡа һәм Трансильванияның төньяҡ райондарына тиклем Буковинаға тиклем бара: Бында ул көнсығышҡа борола һәм Днестрға тиклем һуҙыла, ә шунан һуң Днестр буйлап көньяҡҡа Днестр лиманына һәм Ҡара диңгеҙгә тиклем бара.
1940 йылда короллек бер нисә төбәген юғалта: Төньяҡ Трансильванияны (Венгрияға күсерелә), Бессарабияны һәм Буковинаны (улар Советтар Союзы составына индерелә), Көньяҡ Добруджа ҡабаттан Болгария составына ҡайтарыла. Хәҙер короллек көнсығыш сиге ҡабаттан Прут һәм Дунай буйынса һуҙыла, ә Добруджаның сиге 1912 йылғы һыҙаттан үтә. Румыния территорияһы байтаҡҡа кәмей.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Румыния СССР-ға һөжүм итә һәм Бессарабияны, Буковинаны һәм Днестр менән Көньяҡ Буг араһын яулап ала. Транснитриянан тыш, был территориялар румын властары тарафынан Румынияның бер өлөшө тип иғлан ителә. Транснистрия оккупация зонаһына инә. Икенсе донъя һуғышынан һуң, Төньяҡ Трансильвания Румынияға ҡайтарыла, үҙ сиратында, Герца өлкәһе, Йыланлы утрау һәм Дунай ҡултығындағы бер нисә утрау СССР-ға бирелә.
Румыния короллеге Беренсе донъя һуғышына тиклем Болгар батшалығы, Сербия, Австро-Венгрия һәм Рәсәй империяһы менән сиктәш була. Беренсе донъя һуғышы һөҙөмтәһендә яңы дәүләттәр барлыҡҡа килә, һәм XX быуатта королллек Болгария, Югославия, Венгрия, Чехословакия, Польша, Украин халыҡ Республикаһы (һуңынан УССР) менән сиктәш була. Икенсе донъя һуғышы алдынан Румыния Чехословакия һәм Польша менән уртаҡ сиктәрен юғалта (был илдәр ғәмәлдән сығыуы арҡаһында).
Административ-территориаль бүленеше
үҙгәртергәБухарест короллектең баш ҡалаһы була. Төп административ-территориаль берәмеге — жудец. Румыния короллеге территорияһы бер нисә тапҡыр үҙгәрә, шуға күрә короллек тарихында төрлө ваҡытта жудецтарҙың һаны төрлөсә була. XIX быуат аҙағында— XX быуат башында Румыния 3 провинцияға бүленә (Валахия, Добруджа һәм Молдова), уларҙың һәр береһе округтарҙан тора. Бөтәһе дәүләттә 32 округ иҫәпләнә, жудецтарҙың һаны ла — 32. Ул мәлдә Румыния составында Бессарабия, Көньяҡ Добруджа һәм Трансильвания булмай.
1938 — 1940 йылдарҙа короллек цинуталарға бүленә: Арджеш, Кришурь, Дунэрий, Жиу, Мэрия, Муреш, Нистру, Прут, Сучава, Тимиш.
1918 йылдан алып 1940 йылға тиклем Румыния үҙ тарихында сиктәрен максималь кимәлдә киңәйтеүгә өлгәшә, был арала короллектә 71 жудец иҫәптә тора: Алба (үҙәге — Алба-Юлия), Арад (үҙәге — Арад), Арджеш (үҙәге — Куртя-де-Арджеш), Бакэу (үҙәге — Бакэу), Бая (үҙәге — Фэлтичени), Бихор (үҙәге — Орадя), Ботошани (үҙәге — Ботошани), Брашов (үҙәге — Брашов), Брэила (үҙәге — Брэила), Бузэу (үҙәге — Бузэу), Бэлцы (үҙәге — Бельцы), Васлуй (үҙәге — Васлуй), Влашка (үҙәге — Джурджу), Вылча (үҙәге — Рымнику-Вылча), Горж (үҙәге — Тыргу-Жиу), Долж (үҙәге — Крайова), Дороха (үҙәге — Дороха), Дуростор (үҙәге — Силистра), Дымбовица (үҙәге — Тырговиште), Измаил (үҙәге — Измаил), Илфов (үҙәге — Бухарест), Калиакра (үҙәге — Базарджик), Караш (үҙәге — Оравица), Кагул (үҙәге — Кагул), Клуж (үҙәге — Клуж), Ковурлуй (үҙәге — Галац), Констанца (үҙәге — Констанца), Кымпулунг (үҙәге — Кымпулунг), Лапушна (үҙәге — Кишинев), Марамуреш (үҙәге — Сирет), Мехединци (үҙәге — Турну-Северин), Муреш (үҙәге — Тыргу-Муреш), Мусчел (үҙәге — Кымполунг), Нэсэуд (үҙәге — Бистрица), Нямц (үҙәге — Пьятра-Нямц), Одорхей (үҙәге — Одорхей), Олт (үҙәге — Слатина), Орхей (үҙәге — Оргеев), Прахов (үҙәге — Плоешти), Путна (үҙәге — Фокшаны), Роман (үҙәге — Роман), Романаци (үҙәге — Каракал), Рымнику-Сэрат (үҙәге — Рымнику-Сэрат), Рэдэуць (үҙәге — Рэдэуць), Сата-Маре (үҙәге — Сата-Маре), Северин (үҙәге — Лугож), Сибиу (үҙәге — Сибиу), Сомеш (үҙәге — Деж), Сорока (үҙәге — Сороки), Сторожинец (үҙәге — Сторожинец), Сучава (үҙәге — Сучава), Сэлаж (үҙәге — Залэу), Текуч (үҙәге — Текуч), Телеорман (үҙәге — Турну-Мэгуреле), Тигин (үҙәге — Тигин, хәҙерге Бендеры), Тимиш Торонтал (үҙәге — Тимишоара), Трей Скауна (үҙәге — Сфынту-Георге), Тулча (үҙәге — Тулча), Турда (үҙәге — Турда), Тутов (үҙәге — Бырлад), Тырнава-Маре (үҙәге — Сигишоара), Тырнава-Микэ (үҙәге — Блаж), Фэгэраш (үҙәге — Фэгэраш), Фэлчиу (үҙәге — Хуши), Хотин (үҙәге — Хотин), Хунедоара (үҙәге — Дева), Чернэуць (үҙәге — Черновцы), Четатя-Албэ (үҙәге — Четатя-Албэ, хәҙерге. Белгород-Днестровский), Чук (үҙәге — Меркурья-Чук), Яломица (үҙәге — Кэлэраши), Яссы (үҙәге — Яссы).
1940 йылда Румыния Бэлць, Измаил, Кагул, Лапушна, Орхей, Сорока, Сторожинец, Тигина, Хотин, Чернэуць, Четатя-Албэ (СССР составына инәләр), Бихор, Клуж, Марамуреш, Муреш, Нэсэуд, Одорхей, Сату-Маре, Сомеш, Сэлаж, Трей Скауне, Чук (Венгрия составына инәләр), Калиакра һәм Дуростор (Болгария составына инәләр).
Халҡы
үҙгәртергәРумынияла халыҡ һаны артымы XIX быуат аҙағында юғары була. 1890 йылда илдә 5 300 000 кеше йәшәй, 1900 йылда — 6 000 000 , 1910 — 6 900 000 , 1915 — 7 800 000 кеше. 1921 йылда илдәге халыҡ һаны ҡырҡа арта, башлыса алдағы йылдарҙа биләмәләр киңәйеүе иҫәбенә, һәм 15 һәм 600 000 кеше тәшкил итә. 1939 йылда дәүләттә 19 900 000 кеше йәшәй. Төньяҡ Трансильвания, Көньяҡ Добруджа, Төньяҡ Буковина һәм Бессарабия Румыния составынан сығарылғандан һуң дәүләт халыҡ һаны ҡырҡа кәмей һәм 13 600 000 кеше тәшкил итә. Төньяҡ Трансильвания кире ҡайтарыуҙан һуң (1946 йылда монархияны бөтөрөү алдынан) Румыния халҡының һаны ҡабаттан арта һәм 15 800 000 кеше тәшкил итә[1].
Румыния халҡының төп нигеҙен румындар тәшкил итә, уларҙың һаны төрлө йылдарҙа төрлөсә була: 71,9%-тән алып (1930) 92,2 %-ҡа тиклем (1899). 1918 йылда һан буйынса йәһүдтәр икенсе урынды биләйҙәр (яҡынса 5 %). 1918 йылдан һуң һан буйынса трансильван венгрҙары (секейҙар һәм чангоштар) икенсе урында булалар, артабан — немецтар һәм дүртенсе урында — йәһүдтәр. ң короле венгрҙар (секей һәм чангоштар), йәһүдтәр дүртенсе урынды биләй. 1930 йылда Румынияла венгрҙарҙың һаны 1 400 000 кеше булған, йәғни дөйөм һандың 7 %; немецтар — 4,1 %, йәһүдтәр — 4 %. 1930 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, русиндар һәм украиндар — 3,2 %, урыҫтар — 2,3 %, болгарҙар — 2 % тәшкил итә. Шулай уҡ Румынияла төрөктәр, гагауздар, чехтар, словактар, сербтар, хорваттар, словендар, поляктар, татарҙар, әрмәндәр, албандар һәм башҡа халыҡ вәкилдәре йәшәй[2] . 1930 йылда короллек халҡының 73 проценты туған теле румын телен атай, 8,6 % — венгр, 4,2 % — урыҫ, 3,6 % — украин, 2,9 % — идиш, 2 % — болгар, 1,6 % — төрөк һәм татар. Халыҡ иҫәбе буйынса, Румыния халҡының 72 % православие динен тота, 7,9 % — грек-католицизм, 6,8 % — рим-католик, 3,9 % — кальвинизм, 2,2 % — лютеранлыҡ[2].
Сәйәси тарихы
үҙгәртергәКароль I хакимлығы
үҙгәртергәТарих башы һәм короллекте иғлан итеү
үҙгәртергәҒосман империяһының вассал Берләшкән Валахия һәм Молдавия кенәзлеге 1859 йылда барлыҡҡа килә, уны Александру Куза булдыра. Александру Куза — берләшкән Румынияның беренсе хакимы, дәүләтте булдырғандан һуң аграр реформаларын үткәрә башлай. Әлеге реформалар баярҙарҙың ризаһыҙлығын иыуҙыра. сөнки улар ҙың ер биләмәләре кәметелә.1864 йылда Куза дәүләт түңкәрелеше яһай, уның хакимлығы менән риза булмаған баярҙарҙы Милли йыйылыштан ҡыуа һәм бөтә тулылыҡта власты үҙ ҡулдарына ала. Баяр оппозицияһы яуап итеп, «Ҡот осҡос коалиция» төҙөй[3]. 1866 йылда коалиция иң юғары вазифалы армия чиндары менән Кузаны кенәзлектән ҡыуып сығаралар[4].
Яңы домнитор итеп Кароль I һайлана. 10 майҙа ул Бухарестҡа килә һәм шундуҡ буш тәхетткә ултыра. 1878 йылда уның етәкселегендә дәүләт бойондороҡһоҙлоҡ яулауға өлгәшә. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң өс йылдан кенәзлек конституцияһына төҙәтмәләр индерелә, уларға ярашлы Кароль I король булыу мөмкинлеген ала. 1881 йылдың 10 майында, Кароль I-нең Бухарестҡа килеүенең һәм берләшкән Валахия һәм Молдавия кенәзлеге кенәзе итеп иғлан ителеүенең өс йыллығын билдәләгән көндө, тантаналаы тәхеткә ултырыу үткәрелә. Кенәзлек Румыния короллегенә әүерелә.
Крәҫтиән болалары
үҙгәртергәXIX быуатта румын йәмғиәтенең һәм иҡтисадының тиҙләтелгән үҫеше күҙәтелә. Шуға ҡарамаҫтан, крәҫтиәндәрҙең хәлеҡәнәғәтләнерлек булмай. Өлөшләтә был хәл Александру Кузаның 1860-сы йылдарҙағы ярты-йорто аграр реформалары менән аңлатыла. Ул реформаларҙы үткәреүгә баярҙар ҡамасаулай. Ул ваҡытта крәҫтиәндәргә бик бәләкәй ер биләмәләре бирелә, ҡайһы берҙәре бөтөнләй ерһеҙ ҡала. Арбанғы тиҫтәләрсә йылдар дауамында баярҙарҙың йоғонтоһо көсәйә бара, шуның менән бергә крәҫтиәндәргә лә баҫым кәмемәй[5].
Былар барыһы ла 1888 йылғы крәҫтиән ихтилалына килтерә. Әммә был бола ауыл хәлен яҡшыртмай. Статистика буйынса, 1907 йылға ҡарата крәҫтиәндәрҙең 23,8 % ергә хужа булмай, ә , ә 33,7 % тик 0,5 гектарҙан 3 гектарға тиклем генә ергә эйә була. 1888 йылдан һуң крәҫтиәндәрҙең ризаһыҙлығы көсәйә һәм 1907 йылда ҙур ихтилалға әүерелә. Башта ул Молдованың төньяҡ өлөшөн генә үҙ эсенә ала, ләкин һуңынан Влашка, Олт, Телеорман һәм Дож жудецтарына ла йәйелә. Ихтилал армия тарафынан ҡаты баҫтырыла. Крәҫтиән болалары ид хакимдарын 1913 йылда эре ер хужаларынан шәхси ерҙәрҙе тартып алыуға һәм уларҙы крәҫтиәндәрҙең ерһеҙ ҡатламдарына таратырға мәжбүр итә. Әммә реформа һуҙыла, уны бойомға ашырыу 1917 йылда Фердинанд I хакимлығында ғына үткәрелә. Ысынында ерҙе тартып алыуға тик 1921 йылда ғына күсәләр[5].
Икенсе Балҡан һуғышы
үҙгәртергә1912 йылда Румыния менән күрше Балҡандарҙа Беренсе Балҡан һуғышы тоҡана, уның төп сәбәбе булып балҡан дәүләттәренең (Сербия, Черногория, Греция, Болгария) үҙ составына көсһөҙләнгән Ғосман империяһының эре Европа биләмәләрен индереүгә ынтылышы тора, был ерҙәрҙә башлыса Балҡан союзының ерле халыҡтары йәшәй. 1912 йылдың октябренән уғыш һөҙөмтәһендә Төркиә Европалағы барлыҡ тиерлек үҙенең биләмәләрен Балҡан союзына бирә. Беренсе Балҡан һуғышы барышында Румыния, Болгария менән Румынияның үҙ-ара мөнәсәбәттәре насарая, сөнки Румыния Көньяҡ Добруджаға дәғүәләрен белдерә (Добруджа халҡының бер өлөшө румындар була). Румыния яғынан Болгарияға һуғышҡа килтерерҙәй сәйәси баҫым көсәйә[6][7][8].
1913 йылдың йәйендә Балҡандарҙа кризис башлана, көрсөк элекке төрөк биләмәләрен Балҡан союзы дәүләттәре араһында бүлешешеү менән бәйле була. Болгарияның элекке союздаштары менән ҡаршылыҡтары булыуға күрә, тегеләр яңы һуғышта уға ҡаршы сығалар. 29 июндә хәрби ғәмәлдәр башлана.
Румыния күрше Болгариялағы ваҡиғалар менән оҫта файҙалана. 12 июлдә төрөк ғәскәрҙәренең көньяҡтан Болгарияға бәреп инеүе Румынияға юлдар аса һәм 14 июлдә генерал Александру авареску етәкселегендә румын ғәскәрҙәре Дунай аша болгар территорияһына сыға. Добруджа бик еңел генә яулана, румын частары унда бер ниндәй ҡаршылыҡ күрмәйҙәр, сөнки болгар ғәскәрҙәре тулыһынса тиерлек илдең көнбайышында, Сербия һәм Болгария сиктәрендә, туплана. Һуғышты тиҙләтер өсөн Румыния Варна һәм София йүнәлешендә ике кавалерия корпусын ебәрә. Болгарияның көньяҡ-көнсығышындағы ҡотолғоһоҙ хәл, шулай уҡ румын кавалерияһының Софияға табан йылдам һөжүме болгар етәкселеген 29 июлдә капитуляцияға ризалашырға мәжбүр итә. Бухарестта солох һөйләшеүҙәре башлана, уларҙың барышында ҡаршы тороусылар шарттарында солох килешеүе төҙөлә, һуғыш һөҙөмтәләре буйынса Румыния, Көньяҡ Добруджаны алып, үҙенең сиктәрен киңәйтәа. Кампания барышында румын ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары ҙур булмай, барыһы 2000 кеше үлтерелә һәм яралана (һалдаттарҙың күбеһе яралана)[9].
Беренсе донъя һуғышы
үҙгәртергәҺуғыш араһындағы Румыния
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң румын властары алдында яңы маҡсат барлыҡҡа килә — милли әҙселек вәкилдәренең күпселеге (венгрҙар, немецтар, поляктар, украиндар) йәшәгән яңы территорияларҙы үҙләштерергә кәрәк була. Румыния властары румынлаштырыу юлынан китәләр. Һуғыштар араһындағы осорҙа Румынияла ике конституция ҡабул ителә — 1923-сө йылғы һәм 1938-сы йылғы. Улар икеһе лә бөтә граждандарҙың, миллли сығышына ҡарамай, тиңлеген иғлан итәләр. Короллектә бер нисә дөйөм румын һәм урындағы партиялар эш итә. Әммә 1938 йылда күп партиялылыҡ бөтөрөлә. Башта 1938 йылдың 16 февралендәге декрет дәүләт эш хаҡын алған һәр кемгә сәйәси пропаганда менән шөғөлләнергә, сәйәси партияларҙа һәм сәйәси манифестацияларҙа ҡатнашыу тыйыла[10]. Шул уҡ йылдың 31 мартында бөтә партиялар бөтөрөлә, ә 14 апрелдә дәүләт ҡоролошон үҙгәртеү буйынса пропаганда тыйыла[11]. Артабан, 1938 йылдың 15 декабрендә , декрет берҙән-бер сәйәси партияһын булдыра — Милли яңырыу фронты (венгр һәм немец секциялары менән)[11].
Икенсе донъя һуғышы
үҙгәртергәИҡтисады
үҙгәртергәАҡса берәмеге — лей:
- Румыния дәүләт аҡса һарайы сығарған (Statului Monetăria) 1, 2 һәм 5 баней номиналындағы баҡыр тәңкәләр, 10 һәм 20 баней номиналдағы баҡыр-никель тәңкәләр, 50 баней, 1, 2 һәм 5 лей номиналындағы көмөш тәңкәләр[12], 10 һәм 20 лей номиналындағы алтын тәнкәләр менән күрһәтелә.
- Румыния милли банкыһы (Banca Națională a României) сығарған 5, 10, 20, 50, 100, 500 лей номиналындағы банкноттар менән күрһәтелә[13]
Мәҙәниәт, сәнғәт һәм фән
үҙгәртергәМәҙәниәт һәм матбуғат
үҙгәртергәРумын мәҙәниәтен үҫтереүгә этәргес көс XIX быуат уртаһында бирелә. Төп үҫеш йүнәлештәренең береһе булып румын әҙәбиәте тора. XIX быуат аҙағындағы румын әҙәбиәте классиктары — В. Александри, И. Крянгэ, Н. Филимон, А Одобеску, М.Эминеску. Шулай уҡ Г. Кожбук, М. Садовяну һәм башҡалар киң билдәлелек алалар.
Короллек сосрондағы румын матбуғаты |
Параллель рәүештә әҙәбиәткә һиҙелерлек йоғонто яһаған матбуғат үҫеше бара. Һөҙөмтәлә XIX быуаттың икенсе яртыһында демократик үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә цензура кимәле түбәнәйтелә. Шуның арҡаһындаРумынияла төрлө йүнәлештәге бик күп яңы гәзит сығарыла башлай, улар араһында күп тиражлылары — «Ромыния литерарэ», «Стяуа Дунэрий», «Ромынул», «Адевэрул», «Универсул», «Диминяца». Бынан тыш, Румын дәүләтенә тиклем барлыҡҡа килгән «Ромыния виитоаре» һәм «Жунимя ромынэ» гәзиттәрен нәшер итеү дауам итә. «Пункт», "Вяца Ромыняскэ"журналдары сыға башлай. Румын сәйәси партиялар барлыҡҡа килеү менән периодик баҫмаларҙың сәйәси яҡтан айырымланыуы бара. Мәҫәлән, 1940 йылғы түңкәрелеше алдынан бик күп про-фашист гәзиттәре һәм журналдары баҫтырыла башлай («Порунка времий», «Кувынтул», «Гындиря»һәм башҡалар) ХХ быуат башында милли әҙселектәр өсөн уларҙың туғн телдәрендә тәүге гәзиттәр сыға. 1928 йылда Румынияла радиотапшырыуҙар башлана[5].
Берләшкән кенәзлек осоронда 1866 йылда Румын филармонияһын булдырыу менән румын музыкаһы үҫеше башлана. Авторлыҡ музыкаһында халыҡ ижады киң таралыу ала. Композитор Ч. Порумбеску үҙенең әҫәрҙәрен ижад иткән саҡта халыҡ музыкаһына нигеҙләнә. Тағы ла бер данлыҡлы композитор — 1884 йылда беренсе румын опера труппаһына нигеҙ һалған Д. Энеску.
Радиотапшырыуҙар
үҙгәртергәРумыния радио-телефон тапшырыуы йәмғиәте (Societatea de Difuziune Radiotelefonică din România) (1936 йылдан — Румын радиотапшырыуҙар йәмғиәте (Societatea Română de Radiodifuziune)), үҙ эсенә түбәнге радиостанцияларҙы ала:
- Radio România оҙон тулҡындарҙа эшләй
- Radio București урта тулҡындарҙа эшләй
- Radio Basarabia урта тулҡындарҙа эшләй
Фән һәм мәғариф
үҙгәртергәБелем биреү системаһында ҙур үҙгәрештәр берләшкән кенәзлек осоронда уҡ үткәрелә. Бер нисә юғары уҡыу йорто төҙөлә, шулай уҡ мотлаҡ башланғыс белем биреү индерелә. 1860—1870 йылдарҙағы сәйәсәтте властар артабанғы йылдарҙа ла дауам итә. 1899 йылдан алып 1914 йылға тиклем наҙанлыҡты бөтөрөүҙең юғары темптары күҙәтелә. Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң мәғариф системаһы үҫешендә ҡабаттан алға китеш башлана. 1920 йылда наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса процесс яңыра. 1930 йылда яҡынса 75 % ҡала халҡы һәм 50 % крәҫтиәндәр грамоталы була, грамоталылыҡтың дөйөм кимәле 51,1 % тәшкил итә. Уҡымышлы халыҡтың 83 проценты — башланғыс белемле, 8,6 % — урта, 3,2 % — урта махсус һәм 3 % — юғары[5].
Халыҡ грамоталылығы кимәлен күтәреү маҡсатында 1924 йылда башланғыс мәктәптәрендә дүрт йыллыҡ башланғыс мәктәп курсы урынына ете йыллыҡ курсы индерелә, мәктәпкә барыуы мотлаҡ һанала. Шулай уҡ дәүләтсит илдә белем алған студенттар стипендяһына аҡса бүлә. Һуғыштар араһындағы Румынияла белем алыу даими рәүештә мәғариф сығымдарын арттырыу һәм яңы мәктәптәр асылыу иҫәбенә барлыҡҡа килә. Шуның менән бергә 1919 йылда илдә белем биреү учреждениеларында румынлаштырыу башлана. 1919—1921 йылдарҙа Буковиналағы 168 башланғыс мәктәптәренең 93-е румын уҡытыу теленә күсерелә[14]. 1925—1927 йылдарҙа Австрия хакимлығы осоронда ғәмәлдә булған украин мәктәптәре юҡҡа сыға,ә шәхси мәктәптәрҙә мотлаҡ румын телен уҡытыу һәм ҡайһы бер предметтарҙы румын телендә алып барыу индерелә[15]. 1930-сы йылдар аҙағында тел сәйәсәте бер аҙ йомшара — 1938 йылдың 1 майында милли әҙселектәр өсөн Генераль комиссариаты булдырыла, ә 1940 йылдың апрелендә Черновцы университетында һәм мәктәптәрҙә өлөшләтә украин телен уҡытыу рөхсәт ителә[16].
Дин
үҙгәртергәДинлеләрҙең күпселеге Румын православие сиркәүенә (Biserica Ortodoxă Română) ҡарайҙар һәм православие динен тота:
- Уғыр-Влаш митрополияһы (Mitropolia Ungrovlahiei)
- Бухарест архиепископияһы (Arhiepiscopia Bucureștilor)
- Рымник епископияһы (Episcopia Râmnicului)
- Арджеш епископияһы (Episcopia Argeşului)
- Томис епископияһы (Episcopia Tomisului)
- Бузэуш епископияһы (Episcopia Buzăului)
- Молдаван митрополяһы (Mitropolia Moldovei)
- Яссы архиепископияһы (Arhiepiscopia Iaşilor)
- Роман һәм Бакэ епископияһы (Episcopia Romanului)
- Хуш епархияһы (Episcopia Huşilor)
- Түбәнге Дунай епископияһы (Episcopia Dunării de Jos)
- Трансильвания митрополияһы (Ardealului Mitropolia)
- Сибиус архиепископияһы (Arhiepiscopia Sibiului)
- Клуж епископияһы (Clujului Episcopia)
- Карансебеш епархияһы (Episcopia Caransebeșului)
- Арад епископияһы (Episcopia Aradului)
- Орадий епископия (Episcopia Oradiei)
- Буковина митрополияһы (Mitropolia Bucovinei)
- Черновцы епархияһы
- Хотин епископияһы (Episcopia Hotinului)
- Бессарабия митрополияһы (Mitropolia Basarabiei)
- Кишинев архиерейы (Arhiepiscopia Chişinăului)
- Белгород-Днестр-Измаил епископияһы (Episcopia Dunării de Jos)
1919 йылға тиклем католиктар Изге Престолдың тура буйһоноуында булған Бухарест архиепархияһы һәм Яссы епархияһы ҡарамағында була. 1930 йылда Румынияла католик сиркәү структураһы түбәндәгесә була:
- Бухарест митрополияһы
- Бухарест архиепархияһы (de Arhidieceza București)
- Яссы епархияһы (de Dieceza Iași)
- Оради епархияһы (de Mare Dieceza Oradea)
- Сату-Маре епархияһы (de Dieceza Mare Satu)
- Тимишоары епархияһы (de Dieceza Timișoara)
- Трансильвания епархияһы (de Arhidieceza Iulia Alba, egyházmegye Gyulafehérvári)
- Фэгэраш һәм Алба-Юлия митрополияһы — башлыса Трансильвания румын-униаттары
- Фэгэраш һәм Алба-Юлия архиепархияһы (de și Arhieparhia Iulia Făgăraș Alba)
- Оради епархияһы (de Mare Eparhia Oradea)
- Лугож епархияһы (de Eparhia Lugoj)
- Клуж-Герла епархияһы (de Eparhia Cluj-Gherla)
- Марамуреш епархияһы (de Eparhia Maramureș)
- Әрмән йолаһы ординариаты
Протестанттар ҡарай:
- Румыния Аусбург исповеданиеһы Инжил сиркәүе (Biserica Evanghelică de Confesiune Augustană din România, Evangelische Kirche A.B. in Rumänien) — башлыса Трансильвания немец -лютерандарын берләштерә;
- Румыния инжил-лютеран сиркәүе (Biserica Evanghelică Luterană din România) — башлыса Трансильвания венгр -лютерандарын һәм словак-лютарндарын берләштерә;
- Румын реформат сиркәүе (Biserica Reformată din România, Romániai református egyház) — башлыса Трансильвания венгр-кальвинистарын берләштерә[17];
- Румыния баптистары союзы (Uniunea Baptistă din România) — башлыса Молдавия һәм Валахия румын-баптистарын берләштерә;
- Румыния венгр баптистары союзы (1920 йыл) — башлыса венгр баптистарын, шулай уҡ мадьярлаштырылған немец баптистарын һәм Трансильвания румын баптистарын берләштерә;
- Румыния Етенсе көн адвентистар сиркәүе унияһы — етенсе көнө адвентистарын берләштерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Population of Eastern Balkans (ингл.). Historical Atlas. Дата обращения: 7 март 2009. Архивировано 24 февраль 2012 года.
- ↑ 2,0 2,1 Populaţia pe Neamuri. — Institutul Central de Statistică. — P. XXIV.(недоступная ссылка)
- ↑ Н. Н. Морозов. Гогенцоллерны в Румынии // Новая и новейшая история. — 1995. — № 1.
- ↑ Очерки политической истории Румынии 1859-1944. — Кишинёв, 1985. — С. 30—35.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 И. А. Ожог, И. М. Шаров. Краткий курс лекций по истории румын. Новая история. — 1992. Архивировано из первоисточника 5 март 2009.
- ↑ Балканская война. 1912-1913 гг. — М.: Издание Товарищества издательского дела и книжной торговли Н.И. Пастухова, 1914.
- ↑ Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. — М.: Вече, 2000. — 416 с. — (Военные тайны XX века). — 10 000 экз. — ISBN 5-7838-0719-2.
- ↑ Влахов Т. Отношения между България и централните сили по време на войните 1912—1918 г. — София, 1957.
- ↑ Secondary Wars and Atrocities of the Twentieth Century (ингл.). Дата обращения: 21 декабрь 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 679—680. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
- ↑ 11,0 11,1 Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 680. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
- ↑ Королевство Румыния 2018 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ Королевство Румыния
- ↑ Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 382. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
- ↑ Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 383. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
- ↑ Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 680—681. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
- ↑ Реформатская церковь Румынии
Әҙәбиәт
үҙгәртергәРумын телендә
үҙгәртергә- Florin Constantiniu, O Istorie sinceră a poporului român, editura Univers Enciclopedic, Bucureşti 2002
- Nicolae C. Nicolescu, Şefii de stat şi de guvern ai României (1859—2003), editura Meronia, Bucureşti 2003
Урыҫ телендә
үҙгәртергә- Котов Б. С. Межсоюзническая война лета 1913 года в восприятии русского общества (по материалам прессы) // Новая и новейшая история. — 2015. — № 3.