Икенсе донъя һуғышы

Икенсе бөтә донъя һуғышы (1 сентябрь 1939 — 2 сентябрь 1945) — кешелек тарихында иң ҙур һуғыш. Был һуғышта 72 дәүләт һәм Ер шары халҡының 80 % ҡатнашҡан, һуғыш хәрәкәттәре 40 дәүләт территорияларында булған, 57 миллион тирәһе кеше һәләк булған.

Икенсе бөтә донъя һуғышы
Төп конфликт: Донъя һуғыштары
Сәғәт теле буйынса, өҫкө һул мөйөштән башлап – Ваньцзялине өсөн бәрелештә Ҡытай ғәскәре, Эль-Аламейне өсөн беренсе һуғышта 25 фунтлы австралия пушкаһы, немец бомбардировщигы Ju 87 (1943 – 1944 йылдарҙың ҡышы), Лингайен ҡултығында Америка хәрби –диңгеҙ көстәре, Филлипиндар, Вильгельм Кейтель Германия капитуляцияһы актына ҡул ҡуя, Совет ғәскәрҙәре Сталинград бәрелешендә.
Дата

1 сентябрь 1939
2 сентябрь 1945

Урыны

Евразия, Африка, Донъя океаны

Сәбәбе

1919 йылғы Версаль килешеүе буйынса Германия өсөн ауыр шарттар; А. Һитлерҙың нацизм идеялары һәм сәйәсәте; башҡа дәүләттәр сәйәсәте; Версаль-Вашингтон системаһы эҙемтәләре; донъя иҡтисади кризисы

Нәтижә

Гитлерға ҡаршы коалицияның еңеүе, БМО төҙөлә. Фашизм һәм нацизм идеяларын тыйыу һәм хөкөм итеү. СССР һәм АҠШ сверхдержаваға әүреләләр. Донъя сәйәсәтендә Бөйөк Британия һәм Франция роле кәмей. Донъя ике лагерға бүленә: Һалҡын һуғыш башлана. Күп кенә колониялар азат ителә.

Ҡаршы тороусылар

Гитлерға ҡаршы коалиция
Төп ҡатнашыусылар:
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
һәс сателлит

(с 22 июня 1941 г.)

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
ассоцияланған

(с 7 декабря 1941 г.)

Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Британия империяһы

Ҡытай Республикаһы Китай
Франция Франция (1939—1940)
Польша Польша (1939)
Бельгия Бельгия (1940)
Нидерланд Нидерланд (1940)
Люксембург Люксембург (1940)
Норвегия Норвегия (1940)
Югославия Югославия (1941)
Дания Дания (1940)
Греция Греция (1940—1941)
Чехословакия Чехословакия
Ҡалып:Флагификация/Дэн
Мексика Мексика
Эфиопия Эфиопия
Корея республикаһы Корея Республикаһы
[1]


Оккупацияланған
территорияларҙы
Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте:

Ҡаршылыҡ күрһәтеүсе
Франция
Югославия
халыҡ-азатлыҡ армияһы


Нацист блогынан сыҡҡан дәүләттәр:
Румыния Румыния (1944—1945)
Болгария Болгария (1944—1945)
Италия Италия (1943—1945)
Финляндия Финляндия (1944—1945)
Ираҡ Ирак (1943—1945)


Гитлерға ҡаршы коалицияны
яҡлаусы дәүләттәр:

Португалия Португалия[11]


Германияға ҡаршы һуғыш иғлан итәләр,

Ось илдәре һәм союзниктары Германия Германия
һәм сателлит

Япония империяһы Япония
һәм сателлит

Италия Италия (1940—1943)
һәм сателлит

Венгрия Венгрия (1941—1944)
Финляндия Финляндия (1941—1944)
Румыния Румыния (1941—1944)
Болгария (1941—1944)
Таиланд Таиланд (1942—1945)
Ираҡ Ирак (1941)


Коллаборацион хәрби формированиелар:
Урыҫ азатлыҡ армияһы
Українське Визвольне Військо


Гитлер коалицияһына
ҡаршы тороусы илдәр,
Осҡа инмәгән:

Иран (1941)[12]
Сан-Марино Сан-Марино[13]


Государства, поддерживавшие Ось:
Испания[14]

Командирҙар

Совет Социалистик Республикалар Союзы Иосиф Сталин Бөйөк Британия Уинстон Черчилль
Америка Ҡушма Штаттары Франклин Рузвельт
Ҡытай Республикаһы Чан Кайши

Өсөнсө рейх Адольф ГитлерЯпония Хирохито
Италия Бенито
Муссолини

Юғалтыуҙар

16.000.000 тирәһе хәрби, 30.000.000 тирәһе тыныс халыҡ

9.000.000 хәрби һәм 8.000.000 тыныс халыҡ

 Икенсе донъя һуғышы Викимилектә
Ялта конференцияһы, 1945
Montreal Daily Star: «Germany Quit», May 7, 1945

Һуғыштың тәүшарттары

үҙгәртергә

Версаль килешеүе Германияның ҡораллы көстәрен үҫтереү мөмкинлеген ныҡ сикләгән. Ләкин, Гитлер власҡа килгәндән һуң, Германия Версаль килешеүенең бөтә сикләнеүҙәрен дә боҙа башлаған — атап әйткәндә, армияға алыныу тергеҙелгән һәм тиҙ генә төрлө хәрби техника эшләп сығарырға тотонған. 1936 йылда Германия ғәскәрҙәре Рейн демилитаризацияланған зонаһын баҫып алған. 1938 йылда Германия Австрияны һәм Чехословакияның бер өлөшөн үҙенә ҡушҡан.

Европалағы һәм Төньяҡ Африкалағы хәрби хәрәкәттәр театрҙары

үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы 1939 йылдың 1 сентябрендә Германияның Польшаға һөжүм итеүе менән башланған. 3 сентябрь Бөйөк Британия һәм Франция Германияға һуғыш иғлан иткәндәр. 17 сентябрь совет ғәскәрҙәре Польшаның көнсығыш төбәктәрен баҫып алған (1939 йылғы Совет-герман килешеүҙәрен ҡара). 30 ноябрь совет ғәскәрҙәре Финляндия территорияһына ингән (Ҡышҡы һуғыш 1940 йылдың 12 мартына тиклем дауам иткән һәм формаль яғынан совет сығанаҡтарҙа Икенсе донъя һуғышының өлөшө тип иҫәпләнмәй). 1940 йылдың апрель һәм май айҙарында Германия ғәскәрҙәре Дания, Норвегия, Бельгия, Нидерланды, Люксембург, июнь айында Францияны баҫып алғандар. 1940 йылдың июнь айында СССР Литва, Латвия, Эстония һәм Румынияның көнсығыш төбәктәрен баҫып алған. 1940 йылдың 10 июлендә Германия яҡлап Италия һуғышҡа ингән, уның ғәскәрҙәре август һәм сентябрь айҙарында Британия Сомалийы, өлөшләтә Кения һәм Судан баҫып алғандар, Мысыр территорияһына ингән. Декабрь айында улар Британия ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителеп, 1941 йылдың ғинуар — май айҙарында Көнсығыш Африканан ҡыуылған. 1941 йылдың апрелендә Германия Греция һәм Югославияны баҫып алған. Япония Ҡытайҙың көньяҡ төбәктәрен һәм француз Һиндоҡытайының төньяҡ өлөшөн оккупациялаған.

1941 йылдың 22 июнендә Германия Советтар Союзына һөжүм иткән (Бөйөк Ватан һуғышын ҡара). 1941—1942 йылдарҙа Гитлерға ҡаршы коалицияның нигеҙе формалашҡан (СССР, Бөйөк Британия һәм Америка Ҡушма Штаттары).

Ҡыҙыл Армияның Сталинград (19421943), Курск (1943) һәм Днепр (1943) яуҙарындағы еңеүҙәре Икенсе донъя һуғышының боролошон билдәләгән. 1943 йылдың майында Бөйөк Британия һәм Америка ғәскәрҙәре Төньяҡ Африканы азат иткәндәр. 1943 йылдың июлендә Италияның фашист режимы емерелгән, октябрь айында Италия Германияға һуғыш иғлан иткән. Германия ғәскәрҙәре Италия территорияһын баҫып алған. 1943 йылдың июль-август айҙарында коалиция ғәскәрҙәре Италияға, 1944 йылдың июнендә, икенсе фронт булдырып, Нормандияға ингәндәр. 1944—1945 йылдарҙа совет ғәскәрҙәре Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа илдәрен азат иткән. 1945 йылдың апрелендә союздаш ғәскәрҙәр Төньяҡ Италияны азат иткән, Көнбайыш Германияны баҫып алған. 1945 йылдың 2 майында Ҡыҙыл Армия Берлинды яулап алған. 8 май Берлин янындағы Карлсхорст тигән урында Германия ғәскәре башлыҡтары шартһыҙ капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйғандар. СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия хөкүмәт башлыҡтарының Берлин конференцияһы (17 июль — 2 август, 1945, Потсдам) Европаның һуғыштан һуңғы ҡоролошоноң нигеҙҙәрен билдәләгән.

Атлантика өсөн һуғыш

үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан Бөйөк Британияның Хәрби диңгеҙ көстәре Германияныҡынан күпкә көслөрәк ине. Бөйөк Британияның хәрби флотына ҡаршы көрәшеү өмөтһөҙ эш тип иҫәпләп, Германияның хәрби диңгеҙ флотының баш сардары Редер крейсер һуғышы стратегияһын һайлаған, йәғни дошмандың транспорттарын юҡ итеү стратегияһын. Был идеяны ғәмәлғә ашырыр өсөн утыҙынсы йылдар аҙағында «Дойчланд», «Адмирал Шеер», «Адмирал граф Шпее» исемле «кеҫә линкорҙары» төҙөлгән. Шул уҡ маҡсатҡа «Бисмарк» һәм «Тирпиц» исемле линкорҙар арналған.

1941 йылдың май айында «Бисмарк», Атлантикаға рейдҡа сығып, Британия хәрби караптары тарафынан батырылған. Шунан һуң Гитлер ҙур караптарға ышыныс юғалтып, хәрби флот башлығы итеп Дёницты тәғәйенләнгән. Дёниц иһә үҙенең һыу аҫты кәмәләре ярҙамында һуғыш алып барыу тактикаһын айырыуса уңышлы ҡулланған.

Германия күпләп һыу аҫты кәмәләре төҙөй башлаған. Тәүҙә уларҙың хәрби хәрәкәттәре уңышлы булған, ләкин 1943 йылдың апреленән алып Германияның һыу аҫты кәмәләре ауыр юғалтыуҙар кисерә башлаған.

Атлантика өсөн һуғыш осоронда, 1939 йылдан алып 1945 йылға тиклем, Германия 340 һыу аҫты кәмәһен юғалтҡан. Гитлерга ҡаршы коалиция көстәре 4 245 транспорт карабы юғалтҡан.

Атлантика өсөн һуғышта Германияның хәрби флоты ныҡ көсһөҙләнгән. Һөҙөмтә булараҡ, Германия хәрби диңгеҙ көстәре, коалиция көстәре Нормандияға диңгеҙ яғынан ингәндә, етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған.

Алыҫ Көнсығыш һәм Тымыҡ океандағы хәрби хәрәкәттәр театрҙары

үҙгәртергә

1931 йылдан алып япондар Маньчжурияны һәм Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала башлағандар. 1941 йылдың 7 декабрендә, һуғыш иғлан итмәй, Перл Харборға һөжүм итеп, Япония АҠШ-ҡа ҡаршы һуғыш асҡан (был һуғыш Тымыҡ океандағы һуғыш исеме аҫтында билдәле). 1941—1942 йылдың башында Япония Малайзия, Индонезия, Филиппин, Бирманы баҫып алған. Тымыҡ океандағы һуғыш Мидуэй атоллы янындағы яуҙан һуң боролош алған.

1944—1945 йылдарҙа Бөйөк Британия һәм Америка ғәскәрҙәре Маршалл һәм Мариан утрауҙарын, Филиппиндарҙы азат иткән һәм Японияның Окинава утрауын баҫып алған. Америка авиацияһы Япониялағы Хиросима (1945 йылдың 6 авгусында) һәм Нагасаки (9 авгусында) ҡалаларына атом бомбаларын төшөргән. 1945 йылдың 9 авгусында Советтар Союзы Японияға һуғыш иғлан иткән, совет ғәскәрҙәре Японияның Квантун армияһын тар-мар иткән, Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытай, Төньяҡ Корея, Көньяҡ Сахалин һәм Курил утрауҙарын азат иткән. 1945-се йылдың 2 сентябрендә Япония шартһыҙ капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйған.

Тағы ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 임시정부 대일선전포고 71주년 기념식 (71th anniversary of the Declaration of war on Japan) (English), Yonhapnews (21 July 2013). 7 декабрь 2012 тикшерелгән.
  2. Шулай уҡ Югославия Халыҡ-азатлыҡ ғәскәренә һәм Совет ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрәкәттәрҙә ҡатнаша
  3. 3,0 3,1 3,2 Шулай уҡ Совет ғҡскәрҙәренә ҡаршв хәрби хәрәкәттә ҡатгаша
  4. 4,0 4,1 Украина баш күтәреүселәренә ҡаршы хәрьи хәрәкәтә ҡатнаша
  5. Шулай уҡ Британия ғәскәренә һәм Греция армияһына ҡаршы хәрби хәрәкәттә ҡатнаша
  6. Шулай уҡ Грецияны азат итеү армияһына ҡаршы һуғыша
  7. Олевська Республіка та Поліська січ: партизани в роки ІІ Світової війні. Володимир Гінда
  8. ТАРАС БОРОВЕЦЬ І «ПОЛІСЬКА СІЧ» — УПА(Б-Б) І РАДЯНСЬКІ ПАРТИЗАНИ. Володимир Дзьобак
  9. Шулай уҡ француз ғҡскәренә ҡаршы бәрелештәрҙә ҡатнаша
  10. Также вели боевые действия против Армии крайовой и Полесской сечи
  11. Предоставление Союзникам военных баз на Азорских островах, а также участие в боевых действиях против Японии португальских волонтёров на территори Восточного Тимора
  12. Иранская операция
  13. 17 сентябрь 1940 йыл Сан-Марино объявило войну Великобритании. 29 сентября 1943 года Сан-Марино объявило о своём нейтралитете, однако 26 июня 1944 года подверглось бомбардировке со стороны британских ВВС.
  14. Отправка добровольческой «Голубой дивизии» на Восточный фронт и заправка немецких подводных лодок в испанских портах