Уругвай
Уругва́й (исп. Uruguay), рус телендә ҡабул ителгән рәсми атамаһы — Уругвайҙың Көнсығыш Республикаһы (Уругвай йылғаһының Көнсығыш яры Республикаһын аңлата; испан. República Oriental del Uruguay [reˈpuβlika oɾjenˈtal del uɾuˈɣwai]) — Атлантик океан яры буйында, Көньяҡ Американың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт.
| |||||
Девиз: «Libertad o Muerte
(исп. «азатлыҡ йәки үлем»)» | |||||
Гимн: «Orientales, la Patria o la tumba» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 25 август 1825 ( Бразилиянан) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Монтевидео | ||||
Эре ҡалалар | Монтевидео, Сальто, Такуарембо | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент | Табаре Васкес | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
88 176 220 км² 1,5 | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Халыҡ тығыҙлығы |
3 444 006 чел. (130) 18,6 чел./км² | ||||
Валюта | песо (код UYI, 940) | ||||
Интернет-домен | .uy | ||||
Код ISO | UY | ||||
МОК коды | URU | ||||
Телефон коды | +598 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -3 |
Төньяҡтан Бразилия, көнбайыштан — с Аргентина менән сиктәш, көнсығыштан Атлантик океан.
Ҡоро ер сиге 1564 км, диңгеҙ сиге — 660 км.
БМО, МЕРКОСУР, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы. Унитар дәүләт, президент республикаһы.
Баш ҡалаһы — Монтевидео ҡалаһы. Уругвай Чили, Коста-Рика һәм Панама менән бер рәттән (Кариб төбәгенең ҡайһы бер утрау-дәүләттәренән тыш) Латин Америкаһында иң демократик, коррупцияға бирелмәгән, хәүефһеҙ һәм бай илдәрҙең береһе һанала. Шулай уҡ ул бер енесле никахтар, законлаштырылған каннабис, фәхишәлек һәм аборттар кеүек шәхес азатлыҡтары булған илдәргә лә ҡарай. Ил донъя демократия рейтингында 13-сө урында (Канада һәм Люксембург араһында) тора.
Этимология
үҙгәртергәИлдең рәсми атамаһы — «Уругвайҙың Көнсығыш Республикаһы»[2]. Башта хәҙерге Уругвай территорияһы Испанияның Ла-Плата губернаһы составына инә, 1815 йылға тиклем «Көнсығыш яр буйы» һәм унан һуң «Көнсығыш провинцияһы» тип аталған айырым провинция булып тора. 1828 йылда был провинция бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә, ә ике йылдан һуң «Уругвайҙың Көнсығыш Республикаһы» исемен ала. Ил исеменең һуңғы һүҙе — гидроним, индей (тупи телдәре) сығышлы шул уҡ исемдәге йылға атамаһынан алынған. Унда «гуай»ҙың бер өлөшө «йылға» тигәнде аңлата, ә «Ура» — гуарани телендәге бер нисә төр ҡоштоң дөйөм атамаһы. Бер нисә автор уны «һуйыр әтәсе» тип атай[3].
Тарихы
үҙгәртергәУрагвай территорияһын испандар баҫып алғанға тиклем унда чарруа индейцтар ҡәбиләһе йәшәй. XVI быуатта (1515 йылдан) испандар баҫып ала башлай.
1776 йылдан 1810 йылға тиклем илдең ул саҡта Көнсығыш һыҙаты тип аталған территорияһы Рио-де-ла-Плата вице-короллеге составына инә.
Милли-азатлыҡ көрәше башланғас, Уругвай халҡы, айырыуса гаучо, Испаниянан, шулай уҡ Буэнос-Айрестан, шулай уҡ Бразилиянан баҫып ингән португал ғәскәрҙәренән бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Хосе Хервасио Артигастың революцион көрәшен хуплай.
1810 йылда Уругвайҙа испан колониаль хакимлығына ҡаршы халыҡ ихтилалы башлана, көрәш менән Хосе Артигас етәкселек итә. 1811 йылда Уругвайҙың Испаниянан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 1814 йылда Уругвай испан ғәскәрҙәренән азат ителә. 1821 йылда Уругвай Бразилия составына индерелә[4].
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1825 йылда, Көньяҡ Американың Берләшкән провинциялары ярҙамында Хуан Антонио Лавальеха етәкселегендәге Көнсығыш провинцияһының элекке партизандары төркөмө (Утыҙ өс Ориенталес булараҡ билдәле) Бразилия империяһына ҡаршы көрәш алып барған саҡта иғлан ителә.
1830 йылда илдең беренсе Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1830-се йылдар — төп партиялар барлыҡҡа килә — «Колорадо» (йәғни «Ҡыҙылдар» — бразилия йүнәлешле) һәм «Бланко» («Аҡтар» — аргентина йүнәлешле).
- 1896 йылда Уругвай Республикаһының Дәүләт банкы ойошторола.
- 1919 йыл — Конституция[5]
- 1933 йылда парламент тарҡатыла.
- 1938 — парламент демократияһы тергеҙелә.
- 1973—1984 — хәрби диктатура осоро.
- 1985 — парламент һәм президент һайлауҙарында власть граждандарға күсә.
Сәйәси структура
үҙгәртергә1966 йылдың 27 ноябрендә референдумда Конституция ҡабул ителә.
Уругвай — республика. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — президент, уны халыҡ 5 йыллыҡ мөҙҙәткә һайлай (икенсе мөҙҙәткә һайлау рөхсәт ителмәй).
2020 йылда ил президенты итеп Луис Альберто Лакалье Поу һайлана.
Парламент
үҙгәртергәПарламент — ике палаталы Генераль ассамблея.
Юғары палата — Сенат (30 урын). Депутаттар пропорциональ система буйынса һайлана.
Түбәнге палата — Вәкилдәр палатаһы (99 урын). Депутаттар пропорциональ система буйынса һайлана, бында Уругвайҙың һәр департаменты палатала кәмендә 2 ағзанан торорға тейеш.
Генераль ассамблея депутаттарының вәкәләттәре мөҙҙәте — 5 йыл.
Төп сәйәси фирҡәләр
үҙгәртергә2014 йылдың октябрендә һайлауҙарҙан һуң парламент составы[6]:
- Киң фронт — һул коалиция, 15 сенатор һәм 50 депутат
- «Аҡтар» милли фирҡәһе — уң, 10 сенатор һәм 32 депутат
- Колорадоның «Ҡыҙылдар» фирҡәһе — һул яҡтағы, 4 сенатор һәм 13 депутат
- Бойондороҡһоҙ партия — һул-үҙәк, 1 сенатор һәм 3 депутат
- Халыҡ ассамблеяһы — радикаль һул коалиция, 1 депутат
Киң фронт составына 7 партия, шул иҫәптән Уругвай Коммунистар партияһы, Уругвай Социалистик партияһы һәм Халыҡ еңеүе партияһы инә.
Географияһы
үҙгәртергәАтлантик океан һыуҙары менән йыуыла. Убалы биләмәләр көньяҡҡа табан аргентин пампаһының дауамы булған уйпатлыҡтар менән алмашына.
Уругвай ярҙары уйпат, тигеҙ, ҡултыҡ тибында.
Иң бейек нөктә — Катедраль тауы (Cerro Catedral) 514 м.
Ундан ашыу утрау, уларҙың күбеһе ҡурсаулыҡ һәм курорттар булып тора.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы субтропик. Июлдә уртаса температура 10 — 12, ғинуарҙа 22 — 24 градус. Көньяҡтан иҫкән елдәр, «памперо», бәреп ингәндә, төндә ҡыҫҡа ваҡытлы температураның −5 градусҡа тиклем түбәнәйеүе күҙәтелә, бындай осраҡтарҙа ҡырау төшөүе ихтимал.
Яуым-төшөм йыл дауамында көньяҡта һәм эске райондарҙа 1000 миллиметрҙан, төньяҡта һәм ҡалҡыулыҡтарҙа 1200 миллиметрға тиклем яуа.
Иҡтисады
үҙгәртергәУругвай — Латин Америкаһының иҡтисади яҡтан алға киткән илдәренең береһе. 2019 йылда йән башына эске тулайым продукт — 22,4 мең доллар (Латин Америкаһында 2-се урын, донъяла 60-сы урын).
Уругвай иҡтисады малсылыҡ продукттарын экспортлауға, аҙыраҡ кимәлдә — ауыл хужалығына һәм балыҡсылыҡҡа йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта эшселәрҙең 9 проценты ауыл хужалығында, 15 проценты сәнәғәттә, 76 проценты хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй. Һуңғы ваҡытта иҡтисадта туризм һәм банк эше мөһим урын алып тора.
Предприятиеларҙың яҡынса 75 проценты баш ҡалала, Монтевидео ҡалаһында тупланған.
Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, Уругвай юғары килемле илдәр категорияһына инә[7].
Уругвайҙа минималь эш хаҡы Латин Америкаһында иң юғарыларҙың береһе булып тора. Минималь эш хаҡы 2017 йылдың 1 ғинуарынан номиналь сағылышта 10 процентҡа һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан 9,5 процентҡа артҡан һәм 13430 $U (416,06 АҠШ доллары) тәшкил итә. 2019 йылдың 1 ғинуарында — $U 15 000 ($461,70) һәм 16300 ($504,97) $U. Минималь эш хаҡы 2005 йылдан алып 55,5 процентҡа арта[8][9]. 2020 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 4438.47 доллар тәшкил итә[10]. 2021 йылдың 1 ғинуарынан — 17930 $U ($423,51)[11]. 2021 йылдың 1 ғинуарына Уругвайҙа минималь эш хаҡы Чилиҙан (326500 песо ($463,58) һәм Латин Америкаһында өсөнсө урында тора. Коста-Рика һәм Чилиҙан һуң (Коста-Рикала → 317915,58 ($519,51), Чилиҙа 326500 песо ($463,58))[11][12][13][14][15][16][17][18][19][20]. 2022 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы 19364 $U ($434,14)[21][22][23].
Коррупция
үҙгәртергә90-100 80-89 70-79 60-69 | 50-59 40-49 30-39 20-29 | 10-19 0-9 Мәғлүмәттәр юҡ |
2021 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Уругвай, Коррупция индексы буйынса, Латин Америкаһы илдәре араһында иң түбән коррупция кимәленә эйә һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән саҡ ҡына ҡалышып, донъяла 22-се урынды биләй һәм Франциянан бер урынға ҡалыша[24].
Тышҡы сауҙа
үҙгәртергәУругвайҙың тышҡы сауҙа күләме 2017 йылда[25] экспорт буйынса 8,85 миллиард доллар һәм импорт буйынса 9,7 миллиард доллар, тышҡы сауҙаның кире сальдоһы 867 миллион доллар тип баһалана.
Төп экспорт тауарҙары: туңдырылған һәм эшкәртелгән һыйыр ите (17,5 %), ҡағыҙ һәм целлюлоза изделиелары (16 %), соя (7,6 %), дөгө (5,3 %). Дөйөм алғанда, экспортта аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы тауарҙары, химия продукцияһы өҫтөнлөк итә. Экспорт буйынса төп сауҙа партнерҙары: Ҡытай (2,02 миллиард доллар), Бразилия (1,32 миллиард доллар), Нидерландтар (492 миллион доллар), АҠШ (474 млн доллар) һәм Аргентина (452 миллион доллар).
Төп импорт тауарҙары: нефть һәм нефть продукттары (16 %), сәнәғәт һәм көнкүреш техникаһы, ҡорамалдар һәм электроника (17 %), автомобилдәр (4,3 %), шулай уҡ химик изделиелар, шул иҫәптән дарыуҙар һәм пестицидтар, ҡулланыу тауарҙары һәм төҙөлөш материалдары. Импорт буйынса төп сауҙа партнерҙары: Бразилия (2,45 миллиард доллар), Ҡытай (1,71 миллиард доллар), Аргентина (1,18 миллиард доллар), Америка Ҡушма Штаттары (975 миллион доллар) һәм Мексика (231 миллион доллар).
Сәнәғәте
үҙгәртергәТөп сәнәғәт тармаҡтары:
- Аҙыҡ-түлек
- ит эшкәртеү
- шарап эшләү
- консерва
- Туҡыу
- Күн һәм аяҡ кейеме
Ауыл хужалығы
үҙгәртергәАуыл хужалығы ерҙәре илдең яҡынса 9/10 территорияһын биләй, шуларҙың яҡынса 14 миллион гектары — көтөүлектәр.
Экспорт йүнәлеше буйынса малсылыҡ (эре мөгөҙлө мал һәм һарыҡ үрсетеү) үҫешкән. Төп культуралары — бойҙай, дөгө, шәкәр ҡамышы, кукуруз, майлы етен, көнбағыш, мал аҙығы үләндәре. Шулай уҡ йөҙөм һәм цитруслылар үҫтерелә.
2014 йылда марихуана етештереү һәм ҡулланыу рөхсәт ителә.
Энергетика
үҙгәртергәЭлектр энергияһының 95,6 проценты ГЭС-та етештерелә, ҡалғандары — йылылыҡ электр станцияһында.
Транспорт
үҙгәртергәТимер юлдарҙың оҙонлоғо 2835 км (шуның 1570 км файҙаланыуҙа, тепловоз тартыуы ҡулланыла, колея киңлеге 1435 мм), шоссе юлдары 10 000 км яҡын.
Илдең төп аэропорты — Карраско.
Тышҡы сәйәсәте
үҙгәртергәтөп мәҡәлә: Уругвайҙың тышҡы сәйәсәте
СССР
үҙгәртергә1933 йылда Уругвай СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштыра.
Украина
үҙгәртергә2018 йылдың 27 декабрендә Украинаның Министрҙар Кабинеты Уругвай Көнсығыш Республикаһы хөкүмәте менән виза талаптарын үҙ-ара бөтөрөү тураһында килешеүҙе раҫлай[26].
Рәсәй
үҙгәртергә2011 йылдың 26 сентябрендә Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһының 66-сы сессияһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавров Уругвай Көнсығыш Республикаһының сит ил эштәре министры Л. Альмагро менән осраша. Министрҙар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән Уругвай Республикаһы Хөкүмәте араһында ике ил граждандарының үҙ-ара сәфәрендә виза формаллегенән баш тартыу шарттары тураһында Килешеүгә ҡул ҡуя[27].
Ҡораллы көстәр
үҙгәртергәАдминистратив бүленеше
үҙгәртергәУругвай 19 департаментҡа бүленә, улар, үҙ сиратында, муниципалитеттарға бүленә. Түбәндәге таблицала Уругвай департаменттары испан телендә яҙылған тәртиптә күрһәтелгән::
№ | Департамент | Административ үҙәк |
Майҙан, км² |
Халыҡ, чел. 2011 |
Тығыҙлыҡ, чел./км² |
---|---|---|---|---|---|
1 | Артигас | Артигас | 11 928 | 73 378 | 6,15 |
2 | Канелонес | Канелонес | 4 536 | 520 187 | 114,68 |
3 | Серро-Ларго | Мело | 13 648 | 84 698 | 6,21 |
4 | Колония | Колония-дель-Сакраменто | 6 106 | 123 203 | 20,18 |
5 | Дурасно | Дурасно | 11 643 | 57 088 | 4,90 |
6 | Флорес | Тринидад | 5 144 | 25 050 | 4,87 |
7 | Флорида | Флорида | 10 417 | 67 048 | 6,44 |
8 | Лавальеха | Минас | 10 016 | 58 815 | 5,87 |
9 | Мальдонадо | Мальдонадо | 4 793 | 164 300 | 34,28 |
10 | Монтевидео | Монтевидео | 530 | 1 319 108 | 2488,88 |
11 | Пайсанду | Пайсанду | 13 922 | 113 124 | 8,13 |
12 | Рио-Негро | Фрай-Бентос | 9 282 | 54 765 | 5,90 |
13 | Ривера | Ривера | 9 370 | 103 493 | 11,05 |
14 | Роча | Роча | 10 551 | 68 088 | 6,45 |
15 | Сальто | Сальто | 14 163 | 124 878 | 8,82 |
16 | Сан-Хосе | Сан-Хосе-де-Майо | 4 992 | 108 309 | 21,70 |
17 | Сорьяно | Мерсе́дес | 9 008 | 82 595 | 9,17 |
18 | Такуарембо | Такуарембо | 15 438 | 90 053 | 5,83 |
19 | Трейнта-и-Трес | Трейнта-и-Трес | 9 529 | 48 134 | 5,05 |
бөтәһе | 175 016 | 3 286 314 | 18,78 |
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ һаны 3,5 млн кеше тәшкил итә (2010 йылдың июле баһаһы).
Йыллыҡ үҫеш 0,4 % тәшкил итә (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 1,9 бала).
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ирҙәр өсөн — 73 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарға — 80 йәш.
Ҡала халҡы 92 % тәшкил итә (2008 йылда).
Грамоталылыҡ кимәле — 98 % (2003 йыл баһаһы).
Телдәре — испан (рәсми), Бразилия сигендә — испан һәм португал телдәре ҡатышмаһы нигеҙендәге диалект. Инглиз телен белеү кимәле, рейтингка ярашлы, уртаса (Индекс: 51,63)[28].
Этник һәм раса составы:
- аҡ тәнлеләр — 88 % (шуларҙың 1/2 — испандар һәм басктар, 1/4 — итальяндар, шулай уҡ немецтар, француз, швейцар, британ, славяндар, ғәрәптәр, йәһүдтәр, әрмәндәр, литвалар, гректар);
- метистар, 8 %;
- мулаттар — 4 %.
Дине
үҙгәртергәКонфессия составы [29]:
- католиктар — 47,1 %;
- протестанттар — 11,1 %;
- диндарҙар булып торалар, ләкин үҙҙәрен ниндәй ҙә булһа дин юлынан барыусылар иҫәбенә индермәйҙәр — 23,2 %;
- апостол әрмәндәре — 0,8 %;
- умбанда динен һәм Африка культтарын дауам итеүселәр — 0,6 %;
- Йәһүдтәр, 0,3 %;
- башҡа диндәр, 0,4 %;
- атеистар һәм агностиктар — 17,2 %.
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергәМузыка
үҙгәртергәЭктор Тосар
Херардо Родригес
Әҙәбиәте
үҙгәртергәҠра: Уругвай әҙәбиәте
Милли байрамдары
үҙгәртергә19 апрель — Экспедиция көнө
18 май — Монтевидео янындағы Лас-Пьедрас һуғышы
19 июнь — Хосе Артигастың тыуған көнө
16 июль — Футбол буйынса донъя чемпионатында Еңеү көнө
18 июль — Конституция көнө
25 август — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө
Спорт
үҙгәртергәФутбол — Уругвайҙа иң популяр спорт төрө[30]. Футбол буйынса Уругвай йыйылма командаһы беренсе донъя чемпионаты еңеүсеһе була. 1950 йылда Бразилияла яңы асылған «Маракана» стадионында финалда хужаларҙы еңеп, икенсе тапҡыр донъя чемпионы титулын яулай. 1924 һәм 1928 йылдарҙа Олимпия уйындарында еңеү. яулай. Команда футбол буйынса Америка кубогында 15 тапҡыр еңеү яулай. Йыйылма команда тарихында иң яҡшы бомбардир — Луис Суарес. Хосе Андраде «Ҡара ынйы» тип йөрөтәләр, ул — 1930 йылда донъя чемпионы, 1924 һәм 1928 йылдарҙа ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- Комментарийҙар
- Сығанаҡтар
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/southamerica
- ↑ Уругвай . МИД России (28 декабрь 2005). Дата обращения: 30 май 2022. Архивировано 10 март 2014 года.
- ↑ Ҡалып:Книга:Географические названия мира
- ↑ Уругвай // Ужи — Фидель. — М. : Советская энциклопедия, 1956. — С. 338. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 44).
- ↑ Ҡалып:БСЭ1
- ↑ Mujica inicia contactos en busca de acuerdos con la oposición en Uruguay 2012 йыл 28 ғинуар архивланған. (исп.)
- ↑ New country classifications by income level: 2019-2020 . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
- ↑ Salario mínimo nacional alcanzó su nivel más alto desde el retorno a la democracia y salario real creció 55,5 % desde 2005 — Presidencia de la República . Дата обращения: 3 февраль 2019. Архивировано 10 декабрь 2018 года. 2018 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ Gobierno subirá el salario mínimo nacional a 15.000 pesos en 2019 y a 16.300 pesos en 2020 . Дата обращения: 3 февраль 2019. Архивировано 17 декабрь 2018 года.
- ↑ Salario mínimo sube a $ 16.300 desde el 1° de enero . Дата обращения: 5 ғинуар 2020. Архивировано 2 ғинуар 2020 года.
- ↑ 11,0 11,1 Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 8 ғинуар 2021 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 18 ғинуар 2021 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 11 ноябрь 2020 года.
- ↑ Ley 21.283 . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 18 ноябрь 2020 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 8 ғинуар 2021 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 12 ноябрь 2020 года.
- ↑ Poder Ejecutivo decretó aumento de 8 % del Salario Mínimo Nacional — Información — 29/12/2021 — EL PAÍS Uruguay
- ↑ Decreto 454/021 Se fija el monto del Salario Mínimo Nacional | Uruguay Presidencia . Дата обращения: 31 декабрь 2021. Архивировано 31 декабрь 2021 года.
- ↑ Источник . Дата обращения: 31 декабрь 2021. Архивировано 30 декабрь 2021 года.
- ↑ 2021 Corruption Perceptions Index — Explore the… — Transparency.org
- ↑ Уругвай на справочнике внешней торговли The Observatory of Economic Complexity . Дата обращения: 26 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 11 ноябрь 2019 года.
- ↑ Украинцы смогут ездить без виз еще в одну страну . www.unian.net. Дата обращения: 27 декабрь 2018. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
- ↑ О встрече Министра иностранных дел России С. В. Лаврова с Министром иностранных дел Уругвая Л. Альмагро [1] 2011 йыл 2 октябрь архивланған.. — 26.09.2011.
- ↑ Уровень владения английским языком в Уругвае . Дата обращения: 13 март 2017. Архивировано 13 март 2017 года.
- ↑ Extended National Household Survey, 2006: Religion (исп.). National Institute of Statistics. Дата обращения: 20 июль 2008. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Información sobre Uruguay: Fútbol como el deporte nacional . Дата обращения: 31 июль 2013. Архивировано 28 июль 2009 года. 2009 йыл 28 июль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПортал «Уругвай» | |
Уругвай Викиһүҙлектә | |
Уругвай Викимилектә | |
Уругвай Викияңылыҡтарҙа | |
Уругвай Викигид |
- Официальный сайт государства Уругвай (исп.)
- «El Pais»
- Уругвай Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Uruguay profile from the BBC News (инг.)
- Викисклад: Атлас: Уругвай
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |