Ҡырғыҙстан

Урта Әҫиәләге дәүләт
Ҡырғыҙ Республикаһы
Кыргыз Республикасы
Ҡырғыҙстан байрағы гербы Ҡырғыҙстан
Ҡырғыҙстан байрағы Ҡырғыҙстан гербы
Милли девиз: «Алга,Кыргызстан!»
Гимн: Ҡырғыҙстан гимны (тыңларға )
Нигеҙ һалынған 1991
Рәсми телдәр Ҡырғыҙ теле (дәүләт), урыҫ теле (рәсми)
Баш ҡала Бешкәк
Иң ҙур ҡалалары Бешкәк, Уш
Идара итеү формаһы Республика
Дәүләт башлығы Садыр Жапаров
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
86 урын
198 500 км²
1,3
Халыҡ
  • Барыһы (2005)
  • Тығыҙлыҡ
111 урын
5 146 281
247 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2004)
  • Кеше башына
6 урын
1 736 377 млн. $
30 900 $
Валюта ҡырғыҙ сомы
Интернет-домен .kg
Телефон коды +996
Сәғәт бүлкәте UTC +5

Ҡырғыҙстан (ҡырғ. Кыргызстан), рәсми исеме Ҡырғыҙ Республикаһы (ҡырғ. Кыргыз Республикасы, рус. Кыргызская Республика) — Урта Азияның төньяҡ-көнсығышында, Тәңре-Тауҙың көнсығышында урынлашҡан дәүләт. Төньяҡта — Ҡаҙағстан, көнбайышта — Үҙбәкстан, төньяҡ-көнбайышта — Тажикстан, көньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Ҡытай менән сиктәш. Майҙаны — 199,5 мең квадрат километр, күршеләренә ҡарата иң бәләкәй дәүләт булып тора. Көнсығыштан көнбайышҡа 925 километрға һуҙыл­һа, төньяҡтан көньяҡҡа — 454 километрға ғына.

 
Тянь-Шаньда Горький сусағы (пигы)
 
Алатау
 
Һуңкүл янында көтөүлек

Бейек тауҙар ҡуйынында һәм океандарҙан бик алыҫта ятҡан­ға күрә, Ҡырғыҙстанда ҡояшлы көндәр күберәк. Яуым-төшөм аҙ булыу сәбәпле, илдең күп өлөшөндә яҙҙан көҙгә тиклем йылы. Уртаса температура: +18-27 градус. Шулай уҡ ҡар, боҙлоҡ ятҡан һыҙаттар ҙа бар. Миҙгелдәрҙең алмашыныуына килгәндә, бында яҙ ҡыҫҡа: шаҡай аҙағында башланып, алағарай урталарына тамамлана. Йәй — һабанайҙан һарысайға тиклем. Башҡа Урта Азия республикаларындағы кеүек, Ҡырғыҙстанда ла көҙ бик һуң килә. Төньяҡ өлөшөндә ныҡ һыуыҡ ҡышлы йылдар ҙа була.

Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы

үҙгәртергә

Климаттың үҙгәреүсән булыуы бындағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына ла йо­ғонто яһаған. Урманлы тауҙар­ҙа Тәңретау шыршыһы, әстерхан сәтләүеге, шыж, артыш үҫә. Бейек тау туғайҙары, далалары Альп үҫемлектәренә бай.

Ландшафтҡа ярашлы хай­уандар донъяһы ла күп төрлө. Имеҙеүселәрҙең — 80, ҡоштар­ҙың — 330, һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандарының 30-ға яҡын төрө бар. Тауҙарҙа айыу, һеләүһен, барс, тау кәзәһе, ҡоралай, ҡуян һәм башҡа йәнлектәр йәшәй. Ҡоштарҙан туғаҙаҡ, бөркөт, гриф, ҡарсыға, һирәк осраған тау күркәһе — улараны күрергә була.

Ике меңгә яҡын йылға-күлдәре лә тереклеккә бай. Уларҙа балыҡтың 50-нән ашыу төрө иҫәпләнә (яланғас осман, маринка, һаҙан, бағры, ала балыҡ, һыла, аҡ амур), шул иҫәптән 12-һе — кәсеп балығы.

Ҡыҙыл бүре, ҡаплан, Мензбир һыуыры һәм көрән варан иһә Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡы­ҙыл китабына индерелгән.

Ҡыр­ғыҙстан биләмәһе лә, бөтә Урта Азия һымаҡ, бик боронғо кешелек йәмғиәте усағы булып тора. Б. Э.Т II быуатта уҡ бында тәүге дәүләттәр барлыҡҡа килгән. XV быуаттың икенсе яртыһында ҡырғыҙ ҡәбиләләре берләшеүе һөҙөмтәһендә тәүге үҙ аллы ханлыҡ төҙөлә. Ошо осорға халыҡ булып ойоша ла инде ҡырғыҙҙар. Бөйөк Ебәк юлы заманында Ҡырғыҙстан ҙур әһәмиәткә эйә булған. Көньяҡтағы Ош ҡалаһы уңайл�� урынлашыуы арҡаһында күп меңйыллыҡтар дауамында ошо сауҙа юлының Фирғәнә тармағында транзит ҡала иҫәпләнгән. Урындағы халыҡ үткенсе сәйәхәтселәргә һәм сауҙагәрҙәргә хеҙмәт күрһәткән.

XIX быуаттың 70-се йылдарында Ҡырғыҙстанды СССР-ға ҡушалар. СССР тарҡалғандан һуң ҡырғыҙҙар тыныс юл менән үҙаллылыҡ ала. Тәүге конституция ҡабул итәләр, милли аҡсаһы — сомды ҡулланыуға индерәләр.

Халҡының составына килгәндә иң күбен ҡырғыҙҙар тәшкил итә. Улар башлыса ауыл ерендә йәшәй. Икенсе урында — үзбәктәр, Үзбәкстанға сиктәш төбәктәрҙә төпләнгәндәр. Урыҫтар ҡалаларҙа һәм илдең төньяҡ өлөшөндәге ауылдарҙа күпләп донъя көтә. Шулай уҡ дөнгәндар, ҡаҙаҡтар, украиндар, уйғырҙар, немецтар, башҡорттар, татарҙар — барлығы 80-гә яҡын милләт вәкиле ғүмер итә был илдә.

Республика файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Бында нефть, газ, ҡара, төҫлө, ҡиммәтле металл ятҡылыҡтары бар. Шуға күрә сәнәғәт тармағында тәбиғи ресурстарҙы сығарыу, эшкәртеү йүнәлеше өҫтөнлөк итә. Алтын табыу тау сәнәғәтендә төп урынды биләй.

Ҡырғыҙстан Республикаһында 400-ҙән ашыу ҡиммәтле таш — алмас, зәңгәр яҡут (сапфир), ҡыҙыл яҡут (рубин), һары яҡут (топаз), зөбәржәт (изумруд), аквамарин, фирүзә (бирюза), тау гәлсәре, малахит, йәшмә, нефрит һәм аҡыҡ ятҡылығы асылған .

Көньяҡта мамыҡ һәм майлы культуралар, йөн, ебәк туҡымалар етештереү менән шөғөлләнәләр.

Халыҡ-ара туризм да иҡтисадтың мөһим өлкәһенә әүерелеп бара. Уның матур киләсәге, тәү сиратта, донъялағы иң ҙур, матур күлдәрҙең береһе — Ысыҡкүлдең курорт өлөшөн, тау саңғыһы спортын, альпинизмды үҫтереү, күп тарихи урындар, Һары-Селек биосфера ҡурсаулығы менән бәйле.

Мәҙәниәт һәм мәғариф

үҙгәртергә

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Ҡырғыҙ мәҙәниәтенә улар­ҙың быуаттар буйы күсмә тормош алып барыуы ҙур йоғонто яһаған. Ғаилә-көнкүреш йолалары күп быуындарҙың аҡылын сағылдырған. Өлкәндәргә ихтирам, айырыуса ата-әсәгә, бер-береңә ярҙам итергә, ауыр саҡта терәк булырға ынтылыу һәм йомарт ҡунаҡсыллыҡ хас ҡырғыҙҙарға.

Был республикала йыр-моңдо ныҡ яраталар. Һәр байрам, табын милли музыкаһыҙ, халыҡ ижадынан тыш уҙмай. Иң таралған музыка ҡоралы булып ерле халыҡтың комузы һанала. Ул тышҡы төҙөлөшө менән грушаға оҡшаған, абрикос ағасынан яһайҙар, ә өс ҡылын элек-электән һарыҡ һеңеренән эшләгәндәр.

Ҡырғыҙстанда һаҡланып ҡалынған боронғо ҡомартҡылар: Саймалы-Таш уйһыулығы, Буран башняһы, Үҙгән мавзолейы һәм башҡалар «Манас» халыҡ эпосы кеүек донъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Ә «Йәмилә» («Джамиля»), «Хуш бул, Гөлһары!» («Прощай, Гульсары!»), «Аҡ пароход» («Белый пароход») повестары, «Йәлләт» («Плаха») романын ижад итеүсе бөйөк Сыңғыҙ Айтматов. Ул үҙенең үлем­һеҙ әҫәрҙәре менән ҡыр­ғыҙ халҡын бейеккә күтәрҙе. Классиктың китаптары 170-тән ашыу телгә тәржемә ителеп, дөйөм тиражы 60 миллион дананан күберәк. Улар йәмғиәткә белем һәм тәрбиә биреү эшенең бүленмәҫ өлөшөнә әйләнде, күп илдәрҙең мәктәптәре һәм уҡыу йорттары программаларына инде.

Ҡырғыҙҙарҙың элекке күсмә тормошо уларҙың йолаларында һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә яҡшы күҙәтелә. Әлегә хәтлем тирмә торлаҡ булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Бер байрам да унһыҙ үтмәй, хатта дәүләт флагында ла һүрәтләнгән ул. Тирмәләр хужаның социаль статусын да күр­һәткән, халыҡ йолаларының төп образы ла һаналған. Улар­ҙы төҙөгәндә һәм күсенгәндә күп йолалар башҡарылған һәм тантаналар булған.

Ҡырғыҙҙарҙың аш-һыуы ҡаҙаҡтарҙыҡына оҡшаш, хатта ҡайһы берҙәренең исемдәре лә тап килә. Милли ризыҡтарының үҙенсәлеге дөгө һәм төрлө тәмләткестәрҙе киң ҡулланыуға ҡайтып ҡала, бешерелгән итте генә файҙаланалар. Урындағы ашнаҡсылар йылҡы итенә, ҡамыр аштарына, әсе һөт аҙыҡтарына һәм ҡуйы бутҡаға оҡшаш аштарға, йәшелсәгә өҫтөнлөк бирә.

Белем биреү

үҙгәртергә

Ҡырғыҙстандың мәғариф сис­темаһы Рәсәйҙәге кеүек, йәғни совет заманынан килә. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң белем биреү өлкәһендә реформалар үткәрелгән

Мәктәптә балалар 11 йыл уҡый, шуның 9 йылы мотлаҡ һанала. Башланғыста 1-ҙән 4-се синыфҡа ҡәҙәр белем алалар. Был баҫҡыста яҙырға, уҡыр­ға, һанарға өйрәнәләр. Ватанды өйрәнеү, хеҙмәт, этика һәм физик культура дәрестәре лә инә. V—IX синыфтар уртансы һаналып, 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге уҡыусылар фәнни дәреслектәр, математика, мәғлүмәти технологиялар, сит телдәрҙе тәрәнерәк өйрәнә башлай.

Өлкән синыфтарҙы (X—XI) тамамлау мотлаҡ булмаһ�� ла, уҡыусыларҙың 80 проценты тиерлек һуңғы баҫҡыста белем алыуын дауам итә. Урта синыфтарҙағы дәреслектәрҙе төплөрәк өйрәнәләр. Әлбиттә, хәрби хеҙмәткә, юғары уҡыу йортона әҙерлек тә башлана. XI синыфты тамамлағанда сығарылыш имтихандары һәм Дөйөм республика тестарын тапшыралар. Шуларҙың һөҙөмтәләре буйынса университеттарға ҡабул итәләр.

Дәүләт ҡарамағындағы урта белем биреү учреждениеларынан тыш, ҙур ҡалаларҙа элиталы шәхси мәктәптәр ҙә асыла.

Башҡортостан менән бәйләнештәре

үҙгәртергә

2017 йылда Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстанға эш сәфәре барышында республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов «Алтай цивилизацияһы һәм Алтай телдәре ғаиләһенең туғандаш халыҡтары» Халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны[1].


Административ бүленеше

үҙгәртергә

Ҡырғыҙстан — унитар дәүләт. Административ йәһәттән ул 7 өлкәгә бүленгән; 2 ҡала — республика ҡарамағында.

Республиканың 7 өлкәһе, 33 ҡалаһы, 40 районы бар.

 
Байраҡ Төбәк Ҡырғыҙса исеме
(Ҡырғыҙ ғәрәп яҙмаһы)
Административ үҙәк Майҙаны (км²) Халҡы
(2022 й.)[2]
1   Бешкәк ҡалаһы Бишкек шаары
بىشكەك شاارى
- 160 1 098 448
9   Ош ҡалаһы Ош шаары
وش شاارى
- 182 333 629
2   Баткән өлкәһе Баткен облусу
باتكەن وبلۇسۇ
Баткән 17 048 558 652
4   Йәләл-Абад өлкәһе Жалал-Абад облусу
جالال اباد وبلۇسۇ
Йәләл-Абад 32 418 1 282 253
8   Эҫек-Күл өлкәһе Ысык-Көл облусу
ىسىق كۅل وبلۇسۇ
Ҡараҡул 43 735 505 901
5   Нарын өлкәһе Нарын облусу
نارىن وبلۇسۇ
Нарын 44 160 294 311
6 Ош өлкәһе Ош облусу
وش وبلۇسۇ
Ош[lower-alpha 1] 44 160 294 311
7   Талаҫ өлкәһе Талас облусу
تالاس وبلۇسۇ
Талаҫ 13 406 274 029
3   Сөй өлкәһе Чүй облусу
چۉي وبلۇسۇ
Бешкәк[lower-alpha 2] 19 895 985 430

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ош ҡалаһы республика ҡарамағында ҡала һәм Ош өлкәһенең юрисдикцияһынан сығарылған ҡала булһа ла, был өлкәнең административ үҙәге лә булып тора.
  2. Бишкәк ҡалаһы Ҡырғыҙстандың милли баш ҡалаһы булараҡ, республика ҡарамағында ҡала һәм Сөй өлкәһенең юрисдикцияһынан сығарылған ҡала булһа ла, был өлкәнең административ үҙәге лә булып тора.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Изгелек һәм тыныслыҡ идеяларына таянып
  2. GoeHive - Kyrgyzstan population. Дата обращения: 5 март 2023.