6 август
көнө
6 август — григориан стиле буйынса йылдың 218-се (кәбисә йылында 219-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 147 көн ҡала.
6 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
6 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: «Табиптар тыныслыҡ өсөн» көнө.
- Ядро ҡоралын тыйыу өсөн көрәш көнө (Хиросима көнө).
- Музыка формаһы һәм жанры — блюз көнө.
- Бәшмәк ямғыры көнө.
- Аргентина: Бала көнө.
- Боливия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Иран: Конституция көнө.
- Канада: Ризыҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тула перәниге көнө.
- Ямайка: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- АҠШ: Клоун көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тимер юлсылар көнө (августың беренсе йәкшәмбеһе).
- Тимер юл ғәскәрҙәре көнө.
- 988: Киев кенәзе Владимир христиан динен ҡабул итә.
- 1496: Бартоломео Колумб бөгөнгө Доминика Республикаһы баш ҡалаһы Санто-Домингоға нигеҙ һала.
тулы исемлек
- 1790: Яҙыусы А. Н. Радищев «Петербургтан Мәскәүгә сәйәхәт» китабы өсөн үлем язаһына хөкөм ителә.
- 1825: Чукисаке (хәҙер Сукре) ҡалаһындағы конгресс Боливияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
- 1896: Мадагаскар Франция колонияһы тип иғлан ителә.
- 1940: Эстония СССР составына инә.
- 1945: АҠШ Японияның Хиросима ҡалаһына ядро бомбаһы ташлай.
- 1958: Мәләүез эшселәр ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.
- 1962: Ямайка Британ империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бондаренко Илья Евграфович (1870—21.07.1947), архитектор, архитектура тарихсыһы. 1919—1922 йылдарҙа Октябрь революцияһы исемендәге Өфө пролетариат художество музейын (хәҙер М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы) ойоштороусы һәм уның тәүге директоры. 1919—1922 йылдарҙа Өфө губернаһының мәҙәни һәм тарихи хазиналарын һаҡлау һәм уларҙы яңы төҙөлгән музейҙарҙа, китапханаларҙа һ.б. урынлаштырыу буйынса эштәр етәксеһе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Камал Ихсанова (1910—25.07.2001), театр актёры. 1932 йылдан Баймаҡ колхоз-совхоз театры (хәҙерге Сибай башҡорт драма театры), 1947—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылынан.
тулы исемлек
- Кәримова Роза Әхмәт ҡыҙы (1935), ғалим-тел белгесе. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2014 йылдан — профессор-консультант. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ионосий II (донъяуи исеме Прозоровский Дмитрий Дмитриевич; 1871—25.10.1937), дин әһеле. 1912—1936 йылдарҙа Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ, архиепископ. 1934—1936 йылдарҙа Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1898). Архиепископ (1926), архимандрит (1901). Сәйәси золом ҡорбаны. 3-сө (1913) һәм 4-се (1908) дәрәжә Изге Владимир, 2-се дәрәжә Изге Анна (1902) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ырымбур районы Северный ауылынан.
- Пермяков Илья Григорьевич (1901—28.06.1983), ғалим-инженер, нефтсе. 1948 йылдан Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтының бүлек начальнигы; 1966—1983 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Геология минералогия фәндәре кандидаты (1962), профессор (1966). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1959). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Берёзовка ауылынан.
тулы исемлек
- Фәхрисламов Мөхәмәтнур Хәбибрахман улы (1921—31.01.1952), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан Өфө районының А. Д. Цюрупа исемендәге совхоз бригадиры, 1951 йылдан — бүлексә идарасыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Арыҫлан ауылынан.
- Рифҡәт Исрафилов (1941), режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
- Емельянова Валентина Николаевна (1951), хеҙмәт ветераны. 1969—2006 йылдарҙа Салауат ҡала элемтә узелының яуаплы хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының элемтә мастеры (1998). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Ардисламов Вил Камил улы (1956), ғалим-инженер, комсомол органдары ветераны, дәүләт хеҙмәткәре. 1983 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1991 йылдарҙа институттың ВЛКСМ комитеты секретары, 1991—1996 йылдарҙа авиация-технология факультетының декан урынбаҫары; 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы, 2001 йылдан — комитет рәйесенең 1-се урынбаҫары; 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисад бәйләнештәре, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрының 1-се урынбаҫары. 2009 йылдан Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Департамент директоры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1989), доцент (1991). ВЛКСМ-дың 18-се съезы делегаты (1978). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Стаханова Эмма Зыя ҡыҙы (1956), мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләре ветераны. 1984—2008 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы, 2009—2013 йылдарҙа ҡаланың «Неф��ехимик» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре. 2011 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тайсин Вафир Нурислам улы (1927—10.01.1995), механизатор. 1943 йылдан Әбйәлил районы «Ҡыҙыл һабан» колхозы тракторсыһы; 1949 йылдан Әлмөхәмәт МТС-ының тракторсылар бригадиры, 1960—1987 йылдарҙа «Урал» совхозы Әлмөхәмәт бүлексәһенең тракторсы-машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- Горшенин Николай Ефимович (1932—10.12.2005), механизатор. 1952—1997 йылдарҙа Хәйбулла районы «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы механизаторы. Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Петровка ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡәйүмов Феликс Рәшит улы (1962—11.08.2008), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Афған һуғышында һәм Абхазиялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ (1988) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1988) ордендары кавалеры һәм 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Теләш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Белан Николай Никитович (1933—2011), табип-невропатолог. 1978—1991 йылдарҙа Учалы район үҙәк дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Бикмәтов Рил Баязит улы (1938), төҙөүсе-инженер, йәмәғәтсе. Ауырғазы юл һалыу механикалаштырылған күсмә колоннаһының элекке начальнигы. 2008—2020 йылдарҙа район советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы юл һалыусыһы, Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000).
тулы исемлек
- Йәнгиров Мәфтүн Әхмәтйән улы (1938), нефть тармағы эшсеһе. 1964—1998 йылдарҙа Саҡмағош НГДУ-һының төҙөлөш-монтаж идаралығы электромонтёры. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Түбәнге Ҡарғауыл ауылынан.
- Ҡолмөхәмәтов Азамат Рәхмәт улы (1953), дипломат. 1978 йылдан СССР һәм 1992 йылдан Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы хеҙмәткәре. Батырлыҡ ордены кавалеры (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Нуриман районынан.
- Шәмиғолова Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы (1958), китапханасы, йәмәғәтсе. Күмертау ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. 2020 йылдан ҡала советы депутаты, ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Закирова Мәүлиҙә Абдулхәлим ҡыҙы (1963), үҙешмәкәр йырсы һәм композитор. 2000 йылдан Ишембай районы Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң башҡорт халыҡ хоры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты. Сығышы менән ошо ауылдан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Рябчиков Василий Родионович (1904—23.07.1986), дәүләт һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. 1940—1946 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры һәм директоры, 1958—1974 йылдарҙа РСФСР Дәүләт план комитеты рәйесе урынбаҫары. 2‑се дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949). Ике Ленин (1945, 1959) һәм дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1948, 1952, 1971) кавалеры. Сығышы менән Смоленск губернаһының Кокорёво ауылынан.
- Володин Григорий Симонович (1919—19.03.1981), совет хужалыҡ эшмәкәре. 1971—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1972), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1964). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Петровск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Паширов Валентин Дмитриевич (1924—6.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Ишбирҙин Сәғәҙәт Ғәтиәт улы (1929), педагогик хеҙмәт ветераны, 1953—1957 һәм 1965—1990 йылдарҙа Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбе директоры, 1958—1964 йылдарҙа «Сибай» совхозының партком секретары. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1971) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Туганова Ариадна Артуровна (1929—24.04.2022), бейеүсе, театр актёры. 1971—2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Рәхимов Әхмәт Зәки улы (1934), ғалим-психолог, педагог. 1994—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире. Психология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм мәғариф отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Киәҙетау ауылынан.
- Максимов Владимир Александрович (1944), географ, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1971), Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты профессоры (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Хәбибуллин Рәмил Миҙхәт улы (1949), табип-сурдолог, Республика балалар клиник дауаханаһы консультатив-диагностика поликлиникаһының сурдология үҙәге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
- Яҡупов Риф Исмәғил улы (1959), ғалим-этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Әхмәтгәрәева София Тәүрат ҡыҙы (1979—5.08.2017), спортсы. 2003—2017 йылдарҙа армспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Өс тапҡыр донъя (2003—2004), Европа (2003) һәм Рәсәй (2012—2014) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Дмитриевка ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1715: Люк де Клапье Вовенарг, Францияның аҡыл эйәһе, эссеист һәм моралист.
- 1795: Генрих Роз, Германия химигы.
тулы исемлек
- 1835: Константин Поленов, Рәсәй империяһының ғалим-металлургы.
- 1910: Николай Будашкин, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1972).
- 1910: Чарльз Крайтон, Англия кинорежиссёры, продюсер.
- 1915: Валентин Левашов, композитор, хор дирижёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1928: Энди Уорхол, АҠШ рәссамы, продюсер, дизайнер.
- 1940: Муху Әлиев, СССР-ҙың партия, совет органдары һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 2006—2010 йылдарҙа Дағстан Республикаһы президенты.
- 1950: Дэвид Гамбург, АҠШ һәм Рәсәй актёры, режиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1955: Том Сандберг, Норвегия спортсыһы, олимпия (1984) һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1965: Юки Кадзиюра, Япония музыканты, композитор, музыкаль продюсер.
- 1965: Дэвид Морис Робинсон, АҠШ баскетболсыһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1970: Марина Могилевская, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010).
- 1970: М. Найт Шьямалан, АҠШ кинорежиссёры, сценарист, сығышы менән Һиндостандан.
- 1660: Диего Веласкес, Испания рәссамы.