14 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 14-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 351 көн ҡала (кәбисә йылында 352).

14 ғинуар
Аҙна көнө Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 14 ғинуар Викимилектә
ғинуар
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
1 2 3 4 5 6 7
8 9 10 11 12 13 14
15 16 17 18 19 20 21
22 23 24 25 26 27 28
29 30 31        
2024 йыл

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

  Халыҡ-ара
  Милли
  Һөнәри
  •   Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Торба үткәреүсе ғәскәрҙәре көнө.
    • Ҡораллы Көстәрҙең Хәрби-оркестр хеҙмәте ойошторолған көн.
    • Халыҡ табибы көнө
  •   Үзбәкстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

үҙгәртергә

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә
  • Швецов Пётр Филимонович (1910—9.06.1992), ғалим-инженер-гидрогеолог. 1939—1961 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1948 йылдан — директор урынбаҫары, 1956 йылдан — директор, 1958 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, Төньяҡ бүлек (Воркута ҡалаһы) мөдире; 1961 йылдан Бөтә Союз гидрогеология һәм инженерлыҡ геологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, геокриология лаборатория етәксеһе, директорҙың фән буйынса урынбаҫары; 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Литосфера институтының физик география бүлеге етәксеһе, кәңәшсе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1953), геология-минералогия фәндәре докторы (1951), профессор (1965). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952). Октябрь Революцияһы (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Өфө районының 20-се быуат аҙағында бөткән Ҡазан ауылынан.
  • Бычкова Маргарита Александровна (1925), педиатр, 1967—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1985 йылдарҙа балалар ауырыуҙары пропедевтикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1980—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш гастроэнтерологы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Мерәсев Рәхим Зәки улы (1940), тел белгесе, педагог. 1963 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1975, 1978—1983 һәм 1990—1998 йылдарҙа немец филологияһы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — роман-герман филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
  • Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы (1960), инженер-механик. 2004—2019 йылдарҙа «Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
  • Хөсәйенов Булат Әхмәтнур улы (1960), педагог, Асҡын районы Яңы Ҡаҙансы урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә

Дөйөм исемлек

үҙгәртергә
Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31