25 март
көнө
25 март — григориан стиле буйынса йылдың 84-се (кәбисә йылында 85-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 281 көн ҡала.
25 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
25 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Беларусь: Ирек (бойондороҡһоҙлоҡ) көнө.
- Греция: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй империяһында почта открыткаһы тыуған көн.
- Словакия: Кеше хоҡуғы өсөн көрәш көнө.
- Словения: Әсәләр көнө.
- Украина: Именлек хеҙмәте көнө.
- Швеция: Торналар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Яңы Зеландия: Армия көнө.
- 1604: Томск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1836: Өфөлә Дворян йыйылышы бинаһында тәүге асыҡ йәмәғәт китапханаһы эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1932: Хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты эш башлай.
- 1933: Стәрлетамаҡта автомәктәп асыла.
- 1938: Мәскәү телеүҙәгенән тапшырыуҙар башлана.
- 1938: Өфө ҡалаһының Совет районы ойошторола.
- 1948: Сибай ҡалаһында Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты эш башлай.
- 1974: СССР-ҙа «Калина красная» кинофильмының премьераһы була.
- 2006: Өфөлә Поляк мәҙәниәте көндәре асыла.
- 2008: Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара презентацияһы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Полянцев Александр Андрианович (1905—27.09.1963), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1940—1948 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия, 1945 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1941—1945 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының өлкән инспекторы. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1941). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1940). Сығышы менән Вятка губернаһының Усад ауылынан.
- Сиренко Иван Лаврентьевич (1910—8.06.1965), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, лётчик, гвардия подполковнигы. 1939—1940 йылғы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
тулы исемлек
- Шендель Василий Федорович (1920—1984), төҙөлөш тармағы эшмәкәре. 1956 йылдан Бәләбәй ҡалаһындағы «Шкаповнефтестрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, 1966—1980 йылдарҙа — идарасыһы. ССС�� нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Красноярск крайының Ҡыҙыл Туран районы Сыда ауылынан.
- Салмасов Павел Петрович (1930—30.10.2017), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1957—1984 йылдарҙа Башҡортостан ижади производство комбинаты (Өфө) рәссамы. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы.
- Илһамова Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы (1955), мәғариф алдынғыһы. 1978 йылдан Өфө ҡалаһының хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Берештамаҡ ауылынан.
- Курбетьева Александра Иннокентьевна (1955), мәғариф алдынғыһы. 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылғаса иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе кафедраһы мөдире. Почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Еравнин районы Сосново-Озёрское ауылынан.
- Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы (1965), спортсы. 1996—2000 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Сибайҙың «Искра» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Носкова Светлана Александровна (1975), спортсы. 1992—2002 йылдарҙа тхэквондо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 1996—2002 йылдарҙа 464-се Уҡыу күнекмәләр үҙәге, бер үк ваҡытта 1997—2002 йылдарҙа Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Өфөләге 15-се балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе өсөн сығыш яһаусы. Рәсәйҙең халыҡ ара класлы (1994) һәм атҡаҙанған (2001) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Калганов Алексей Нестерович (1921—16.04.1990), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Здобнова Зоя Петровна (1926), ғалим-тел белгесе. 1953 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Чистай ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Декало Владимир Дмитриевич (1951—2008), музыкант, йырҙар авторы. 1973 йылдан Балаҡатай район мәҙәниәт йортоноң аккомпаниаторы, художество етәксеһе, директоры, халыҡ хоры һәм вокал-инструменталь ансамбль етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Новая Подолка (1970-се йылдарҙа бөткән) ауылынан.
- Исмәғилев Рафаэль Ришат улы (1951), ғалим-агроном. 1978 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982 йылға тиклем һәм 1990—1992 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994—1998 йылдарҙа һәм 1999 йылдан үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү һәм емешселек йәшелсәселек кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир-ағзаһы (1998), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- Исмәғилева Әлфиә Ибраһим ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табиб. 1979 йылдан Өфөләге 6-сы дауахананың баш табип урынбаҫары, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәйфуллин Рафаил Сәғиҙулла улы (1932—7.05.1971), хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған беренсе класлы летчик-һынаусы, капитан. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Күҙәк ауылынан.
- Кирәйев Фәрит Мөлөк улы (1937), техник-механик. 1957—1984 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. 2-се (1980) һәм 3-сө дәрәжә (1975) Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Зарипов Риф Әхмәтнур улы (1947), ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм совет органдары ветераны. 1991—2012 йылдарҙа «”Нефтекама” теплица комбинатын төҙөү дирекцияһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1978) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Пчелинцев Виктор Александрович (1947), дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-хоҡуҡ белгесе, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм бишенсе (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2013 йылдан «Собор русских Башкортостана» төбәк йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитет рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы һәм Григорий Аксаков (2020) ордендары кавалеры, Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Гигорьевка ауылынан.
- Чубуков Григорий Андреевич (1947), хеҙмәт ветераны. 1969 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, операторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылынан.
- Әхтәмов Рауил Абдрахман улы (1947), һөнәри техник белем биреү өлкәһе ветераны. 1968 йылдан Салауат ҡалаһы 7-се ГПТУ-ның производствоға өйрәтеү мастеры, 1980 йылдан — өлкән мастер: 1992—1194 йылдарҙа 72-се СПТУ директорының производство эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Бәләкәй Аллағыуат ауылынан.
- Яковлев Михаил Егорович (1952), спорт ветераны. Күреү буйынса инвалидтарҙың СССР (1990—1991), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—2004) йыйылма командалары ағзаһы. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996, 2000). Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1992) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2003). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы әлеге ваҡытта бөткән Листовка ауылынан.
- Ғәлләметдинов Рикес Йыһанур улы (1957), төҙөлөш тармағы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2000 йылдан Борай районы хакимиәт башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Көрйә ауылынан.
- Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы (1957), муниципаль хеҙмәт һәм мәҙәниәт өлкәһе ветераны, яҙыусы. 1982 йылдан Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто режиссёры, 1984 йылдан район Советы башҡарма комитетының һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире һәм начальнигы; 2006 йылдан район мәҙәниәт йорто директоры; 2018—2021 йылдарҙа Дүртөйлө тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. 1995 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Райондың Назар Нәжми исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2018).
- Новиков Юрий Олегович (1957), ғалим-невролог. 1994 йылдан Өфө ҡалаһындағы Мануаль терапия үҙәгенең баш табибы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылға тиклем Дипломдан һуң белем биреү институтының мануаль терапия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Толстой Александр Петрович (1863—1917 йылдан һуң), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, йәмәғәтсе. Өфө губернаһынан III саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы, һайлауҙар буйынса Дәүләт Советы ағзаһы.
- Һаҙый Сәғҙи (Сәғәҙиев Мөхәммәтһаҙи Ғәйнан улы; 1883—26.01.1933), уҡытыусы, журналист, яҙыусы һәм тәржемәсе. 1924 йылдан Өфө кооператив техникумы, музыка училищеһы, 3-сө икенсе баҫҡыс хеҙмәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1928 йылдан «Дәһри» журналы хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Пожитков Александр Петрович (1928—26.03.1979), нефтехимик. 1953—1979 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты эшсеһе. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Новоспасское ауылынан.
- Мәмлиев Максат Шәрәфетдин улы (1933), ветеринар табип. 1987—1999 йылдарҙа республика агросәнәғәт идаралығының ветеринария бүлеге начальнигы, тоҡомсолоҡ берекмәһенең баш ветеринар табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылынан.
- Уразаев Камил Әхмәтвәли улы (1938), ғалим-геолог. 1979—1983 йылдарҙа «Уралоразведка» тематик экспедицияһының баш геологы һәм начальнигы. Геология фәндәре докторы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районынан.
- Кәримов Йәғәфәр Сәхи улы (1943), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1971 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу эштәре мөдире, 1990 йылдан — директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2003—2010 йылдарҙа — уҡытыусы. 1985—1990 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының сәйәси ағартыу кабинеты консультанты, мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Сығышы менән ошо райондың Байыш ауылынан.
- Сәйфүғәлиев Зәки Зыя улы (1943), санитар табип. 1977—2005 йылдарҙа Тәтешле районының баш санитар табибы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Ниғмәтуллина Үлмәҫбикә Бәҙретдин ҡыҙы (1948), иретеп йәбештереүсе, йәмәғәтсе. 1968—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» производство берекмәһенең электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе. СССР-ҙың туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Хәмит ауылынан.
- Кутонов Дмитрий Федорович (1953—5.12.1985), Анголалағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, летчик-инструктор, вертолет экипажы командиры, майор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Весёловка ауылынан.
- Янгуато��а Светлана Иликбаевна (1953), малсы, йәмәғәтсе. Ҡалтасы районы «Восход» хужалығы Иҫке Турай фермаһының элекке һауынсыһы, мөдире. Бер нисә саҡырылыш ауыл советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Евсюкова Светлана Александровна (1958), педагог. 1977—2000 йылдарҙа Хәйбулла районы Атингән урта мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1989—1991 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Саргая ҡасабаһынан.
- Ғәрифуллин Илдар Вил улы (1963), муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2012 йылдан Ҡариҙел район хакимиәте башлығы, 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһы экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары, беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2005), Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2013), Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәниева Фатима Нуретдин ҡыҙы (1909—1989), уҡытыусы, СССР-ҙың II саҡырылыш (1946) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).
- Казаков Степан Александрович (1914—7.12.1964), 1938 йылда Хәсән күле һуғышында, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Артиллерия полкының разведка начальнигы, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943).
тулы исемлек
- Бекетов Василий Семёнович (1924—18.09.1991), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар взводы командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Бикҡолов Мөнир Кәрәмәт улы (1944—23.07.2016), хеҙмәт алдынғыһы. 1971—2004 йылдарҙа Өфө телефон аппаратураһы заводында һәм «БЭТО» йәмғиәтендә слесарь. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1881: Бела Барток, Венгрия композиторы, пианист һәм музыка белгесе-фольклорсы.
- 1905: Абдулла Әхмәт, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы.
тулы исемлек
- 1925: Сергей Ивченко, СССР-ҙың ғалим-биологы, яҙыусы.
- 1925: Александр Чекалин, Бөйөк Ватан һуғышы партизаны, разведчик, Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
- 1940: Александр Прошкин, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
- 1945: Георгий Мамиконов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, «Доктор Ватсон» төркөмөнең художество етәксеһе һәм солисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003) һәм атҡаҙанған артисы (1995).
- 1950: Борис Бурда, эрудит, «Что? Где? Когда?» клубы маһиры, бард һәм кулинар.
- 1980: Закир Даудов (1980—30.12.1999), Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә саҡырыу буйынса алынған хәрби хеҙмәткәр, өлкән сержант, Рәсәй Геройы (2000, үлгәндән һуң). Милләте ҡумыҡ, сығышы менән Дағстан Республикаһынан.