7 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
7 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 декабрь Викимилектә |
7 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 341-се көнө (кәбисә йылында 342-се). Йыл тамамланыуға 24 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Граждандар авиацияһы көнө.
- АҠШ: Хаттар яҙыу көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Изге Георгий ордены көнө.
- Йоҡларға яратыусылар көнө.
- Украина: Урындағы үҙидаралыҡ көнө.
- Әрмәнстан: Спитактағы ер тетрәү ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Төбәк байрамдары
- Санкт-Петербург: Эрмитаж көнө
- Гана: Фермерҙар көнө.
- Гватемала: Дикторҙар көнө.
- Иран: Студенттар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Космос көстәренең инженер-авиация хеҙмәте көнө.
- Тажикстан: Финанс органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1934: Киров, ��мск, Ырымбур өлкәләре һәм Красноярск крайы ойошторола.
- 1944: Чикагола «Халыҡ-ара граждандар авиацияһы конвенцияһы»на ҡул ҡуйыла.
- 1967: Өфөлә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Ҙур залында Башҡортостан уҡытыусыларының бишенсе съезы үтә.
- 1981: Испания НАТО-ға ағза итеп ҡабул ителә.
- 1991: Рәсәйҙең Космонавтика федерацияһы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәшит Фазлый (Фазлыев Рәшит Әхмәт улы; 1930), яҙыусы һәм шағир, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Бишҡурай ауылынан.
- Казанцев Юрий Васильевич (1935—25.03.2011), ғалим-тау инженеры, геолог. 1975—2006 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Геология институтының лаборатория мөдире, 2006—2011 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), геология-минералогия фәндәре докторы (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Кәримова Лия Фридон ҡыҙы (1960), музыка педагогы. Өфөләге Урта махсус музыка колледжының махсус фортепиано класы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй конкурстары дипломанты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Басиров Хәбиб Хәмит улы (1956), хеҙмәт ветераны, техник-механик. 1978 йылдан «Салауатнефтеноргсинтез» һәм «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Түләгөн ауылынан.
- Артёменко Елена Павловна (1971), ғалим-педагог. 2001 йылдан Башҡортостан физик культура институты уҡытыусыһы, дауалау физкультураһы кафедраһы, 2002 йылдан реабилитациялауҙың физик саралары кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы (1918—14.11.2002), табип-нейрохирург-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте подполковнигы. 1939 йылдан Учалы ҡала дауаханаһының баш табибы; 1945 йылдан Мәскәүҙәге Н. Н. Бурденко исемендәге Баш хәрби госпиталь, 1956—1958 йылдарҙа РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар авиацияһы табибы. Медицина фәндәре докторы. 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Мушников Георгий Иустинович (1923—3.02.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусыһы, гвардия подполковнигы (1958). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Айбаш ауылынан.
- Флүр Ғәлимов (1958), прозаик. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022), Рәсәй Федерацияһының (2019) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Әбү Насыр Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм «Юность» журналының Валентин Катаев исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2018).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иванов Николай Михайлович (1919—1.09.1987), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1956—1975 йылдарҙа Өфө районының «Родина» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1966) һәм Октябрь Революцияһы (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Булгаков ауылынан.
- Кулагин Валерий Фёдорович (1939), хеҙмәт ветераны, ғалим-вирусолог. 1969—2011 йылдарҙа хәҙерге «Иммунопрепарат» предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988—2009 йылдарҙа директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы үҙәге Ҡариҙел ауылынан.
- Хисмәтуллин Рәшит Сәғит улы (1944), юрист, дәүләт һәм суд органдары эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1993—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының юстиция министры. Юридик фәндәр докторы (2002). Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Себучар станцияһы ауылынан.
- Порошин Юрий Георгиевич (1949), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1996—2013 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы машина эшләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән, 2-се дәрәжәле «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы эйәһе (2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Шакиров Рәмил Мөнир улы (1954), цирк артисы, 1973—1983 (өҙөклөк менән) һәм 1991—1999 йылдарҙа ат өҫтөндә оҫта йөрөүсе‑һыбайлылар, ағалы-энеле бер туған Шакировтарҙың «Башҡортостан егеттәре» атлы цирк труппаһы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Келәш ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1905: Джерард Петер Койпер, Голландия һәм АҠШ астрономы.
- 1928: Ноам Хомский, АҠШ лингвисы.
- 1971: Владимир Акопян, СССР шахматсыһы.
- 1980: Джон Терри, Англия футболсыһы.
- 43 б.э.т. — Марк Туллий Цицерон, Боронғо Рим философы.
- 1804: Иоганн Тобиас Ловиц, Рәсәй империяһы химигы, сығышы менән Германиянан.
- 1912: Джордж Дарвин, Англия астрономы, математик, Чарльз Дарвиндың икенсе улы.
- 1937: Ғәббәс Дәүләтшин, башҡорт телсеһе, сәйәси золом ҡорбаны.