15 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(15 февраля битенән йүнәлтелде)
15 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 февраль Викимилектә |
15 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 46-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 319 көн ҡала (кәбисә йылында 320).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Операция шәфҡәт туташтары көнө.
- Яман шешкә дусар булған балалар көнө.
- Беларусь: Интернационалист-хәрбиҙәрҙе иҫкә алыу көнө.
- Канада: Флаг көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тыуған илдән ситтә хеҙмәт бурысын үтәгәндәрҙе иҫкә алыу көнө.
- Сербия: Дәүләтселек көнө.
- Украина: Башҡа дәүләттәр биләмәләрендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙы хөрмәтләү көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хөкүмәт элемтәһе ғәскәрҙәре көнө.
- 438: Дөйөм ҡулланыу өсөн Рим империяһы закондарының тәүге рәсми йыйылмаһы — «Феодосий кодексы» ҡабул ителә.
- 1045: Бөйөк Новгородта София соборы төҙөлә башлай.
- 1113: Рим Папаһы Пасхалий II тәүге монах орденын — Изге Иоанн Иерусалимлының госпитальерҙарының рыцарҙар орденын таный, һуңғараҡ ул Мальта ордены булараҡ киңерәк билдәлелек ала.
тулы исемлек
- 1145: 167-се Рим Папаһы итеп Бернардо Паганелли һайлана, ул Евгений III исемен ҡабул итә.
- 1565: Иван IV Грозный батшаның Александров слободаһынан ҡайта һәм опричнина индереүҙе иғлан итә.
- 1717: Рәсәй империяһында тәүге тәрбиәүи китап — «Юности честное зерцало, или Показание к житейскому обхождению» баҫыла. Ул Петрҙың йәш дворян быуынын тәрбиәләүгә ҡарашының сағылышы була. Төҙөүсеһе тип Рязань һәм Муром епискобы Гавриил (Бужинский) атала. Китапты төҙөүҙә императорҙың арҡалашы Яков Брюс әүҙем ҡатнаша.
- 1763: Саксонияла, Лейпцигтан алыҫ түгел Губертусбург һунарсы ҡәлғәһендә Пруссия, Австрия һәм Саксония араһында Ете йыллыҡ һуғыштың тамамланыуын аңлатҡан солох килешеүенә ҡул ҡуйыла.
- 1775: 250-се Рим Папаһы итеп Джананджело граф Браски һайлана, ул Пий VI исемен ҡабул итә.
- 1794: Француз республикаһының өс төҫлө ("һабы янында күк, уртала аҡ һәм аҙағында ҡыҙыл ") хәрби-диңгеҙ флагы ҡабул ителә. Флаг һәм вымпел һүрәттәрен рәссам Жак Луи Давид эшләй. 1794 йылдың 17 февралендә был флагты Океан эскадраһының хәрби караптары күтәрә. 1794 йылдың 20 майында был байраҡ Францияның милли флагы итеп иғлан ителә.
- 1798: Римға Наполеон Францияһының ғәскәрҙәре баҫып инеүе һөҙөмтәһендә Рим республикаһы иғлан ителә. Ул Францияның сателлиты була һәм Франция Директорияһы тарафынан идара ителә.
- 1895: Мәскәүҙә апалы-һеңлеле Гнесиналар тәҡдиме буйынса Рәсәй империяһында балалар өсөн тәүге музыка мәктәбе асыла. Был көндө Гагарин тыҡрығындағы бәләкәй генә йортҡа «Музыкальное училище Е. и М. Гнесиных» алтаҡтаһы ҡуйыла һәм тәүге уҡыусы алына.
- 1897: Фердинанд Браун осциллографтың схемаһын баҫтырып сығара.
- 1902:Берлин метроһының беренсе юлы асыла.
- 1910: Франция авиаторҙар клубында Михаил Никифорович Ефимов 31-се диплом ала һәм Рәсәй империяһының тәүге дипломлы авиаторы була.
- 1918: Латвия һәм Литва григориан календарына күсә.
- 1919: Петроградта Консерваторияның Ҙур залында Фридрих Шиллерҙың «Дон Карлос» пьесаһы буйынса спектакль менән Ҙур драма театры асыла.
- 1922: Гаагала Халыҡ-ара судтың тәүге ултырышы башлана.
- 1922: Латвияның Конституцияһы ҡабул ителә (1940 йылға тиклем һәм 1993 йылдың 6 июленән ғәмәлдә).
- 1932: Лейк-Плэсидта III Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
- 1946: ЭНИАК һанлы компьютерының эше күрһәтелә.
- 1946: АҠШ-тың «Douglas DC-6» винтлы авиалайнерының тәүге осошо.
- 1947: «CCCР һәм сит ил граждандары араһында никахтарҙы тыйыу тураһында» ҡарар сыға.
- 1950: Шарль Перроның «Золушка» тылсымлы әкиәте буйынса Уолт Дисней студияһында төшөрөлгән мультфильм премьераһы.
- 1957: СССР-ҙың сит ил эштәр министры итеп Андрей Андреевич Громыко тәғәйенләнә.
- 1963: Рәсәй Фәндәр Академияһының Ҡаты есем физикаһы институты ойошторола.
- 1965: Канада флагы раҫлана.
- 1968: КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы «Өфө ҡалаһында тимер юл, йылға һәм автобус вокзалдары төҙөү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1973: Ҡояштағы сағыулыҡтарҙы өйрәнеү өсөн «Прогноз-3» юлдашы осорола.
- 1976: Инсбрукта XII Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
- 1983: Өфөлә Дан бульварынан Эшсе хәбәрселәр урамы аша аэропортҡа йөрөүсе 110-А экспресс-автобус маршруты асыла
- 1989: Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу тамамлана (1988 йылдың 15 майында башлана).
- 1994: Рәсми рәүештә Рәсәйҙәге президент власы символы — Рәсәй Федерацияһы Президенты Штандарты индерелә.
- 1999: Башҡорт һәм урыҫ телдәре Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре итеп раҫлана.
- 2013: Силәбе янында метеорит төшә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Журавлёв Евгений Филиппович (1910—9.02.1984) ғалим-химик-неорганик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының органик булмаған химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1964), профессор (1965). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.
- Зыкин Владимир Александрович (1935), ғалим-агроном, генетик. 2009—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (1989), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Мәжит Алкин (1940—25.03.2022), йырсы, педагог. 1971—2022 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1995 йылдарҙа музыка факультеты деканы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2011), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты (1972).
тулы исемлек
- Салауатов Әмирхан Сәйфулла улы (1940), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1968—1985 һәм 1988—2001 йылдарҙа Хәйбулла районының «Таналыҡ», 1985—1988 йылдарҙа — «Матрай» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Түрйәнов Флүр Рамазан улы (1940), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1984—1991 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе, артабан «Труд» фермер хужалығы етәксеһе. КПСС-тың XXII съезы һәм СССР ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре профсоюзының VII съезы делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы фермеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Тимкә ауылынан.
- Зәйнуллина Лилиә Марат ҡыҙы (1960—10.05.2016), тел белгесе. 1989—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008—2015 йылдарҙа сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Телсе-ғалим Марат Зәйнуллиндың ҡыҙы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы (1866—20.04.1924), дин әһеле. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
- Ғәбитов Әсфәндиәр Ғәлиәкбәр улы (1911—1998), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының штаб начальнигы, полковник, һуғыштан һуң совет органдары эшмәкәре. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Миәкә район Советы башҡарма комитетының элекке рәйес урынбаҫары. Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Сөләймәнов Солтанморат Миңлеғәли улы (1926—13.02.2007), ғалим-агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1960 йылдан Үзбәкстандың Үҫемлектәр генетикаһы һәм эксперименталь биологияһы институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1987 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылынан.
тулы исемлек
- Дмитриенко Анатолий Сергеевич (1931—9.06.2006), архитектор. 1957 йылдан Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы Төҙөлөш идаралығының проект бюроһы архитекторы, 1959—2001 йылдарҙа «Башҡортостан Промстройпроекты» институтының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1974—1983 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (1936—3.10.2008), ғалим-химик-технолог, 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.
- Новосёлов Владимир Викторович (1956), ғалим-инженер механик. 1982 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан гидравлика һәм гидромашиналар кафедраһы мөдире. 2001 йылдан — Мәскәүҙә. Техник фәндәр докторы (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Павельцево ҡасабаһынан.
- Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы (1956), ғалим-педагог, шағир. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1990), доцент. 2007 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Шакиров Дамир Фәйез улы (1956), ғалим-гигиенист. 1982 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 1991—1993 йылдарҙа Өфөләге «Биос» предприятиеһының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виноградов Юрий Васильевич (1907—4.01.1983), композитор, музыка белгесе, педагог. 1936 йылдан Ҡазан музыка училищеһы, 1945—1977 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһы уҡытыусыһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1954). Композитор Василий Виноградовтың улы. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Ишемов Дәүләтша Лоҡман улы (1927—19.09.2005), хеҙмәт алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, орудие командиры, сержант. 1953—1994 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының һауын гурты бригадиры, һарыҡ көтөүсеһе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Солтанғужа ауылынан (хәҙер бөткән).
- Гаршин Михаил Григорьевич (1932—3.09.1993), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1993 йылдарҙа Дәүләкән районы М. И. ��алинин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР‑ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ивановка ауылынан.
тулы исемлек
- Горшенина Софья Ивановна (1937), ауыл хужалығы ветераны, зоотехник. 1962—1992 йылдарҙа Архангел районы «Ҡыҙыл Еҙем» колхозының баш зоотехнигы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған зоотехнигы (1969). Сығышы менән ошо райондың Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылынан.
- Нурғәлиев Вил Фәтхулла улы (1937), педагогик хеҙмәт ветераны. Кушнаренко районы Баҡай урта мәктәбенең элекке директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Бикбов Урал Гиззәт улы (1947—2005), хеҙмәт алдынғыһы. 1965 йылдан Хәйбулла районы «Маҡан» совхозы механизаторы, 1995 йылдан «Мәмбәт» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы бригадиры, 2002—2005 йылдарҙа «Маҡан» тирмәне мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Саҙрисламов Рәмил Ғәли улы (1947), хеҙмәт ветераны, архитектор. 1986 йылдан Өфө ҡалаһының баш архитектор урынбаҫары, 1994—2000 йылдарҙа «Уфагорпроект» институты директоры, артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт экспертизаһы идаралығының ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы. 1979 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәйҙең почётлы архитекторы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районынан.
- Яҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙы (1947), уҡытыусы, яҙыусы. 1969—2002 йылдарҙа Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рамазан Өмөтбаев (2008), Жәлил Кейекбаев (2011) һәм Мөхәмәтша Буранғолов (2017) исемендәге премиялар, шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты.
- Шляхов Дмитрий Юрьевич (1967—3.11.2016), спортсы. 1989—1991 йылдарҙа парашют спорты буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Донъя һәм БДБ кубоктарының абсолют эйәһе, Европа һәм күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауытова Дилә Рәхим ҡыҙы (1908—21.7.1990), театр артисы, 1936—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, 1946 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1957).
- Тартыҡов Садыҡ Насретдин улы (1913—1995), ғалим-агроном, ауыл хужалығы, партия, совет, дәүләт һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968—1973 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры. БАССР-ҙың бишенсе—һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Ике Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Хәлитов Рәхим Әнүәр улы (1923—13.10.2004), педагог, партия органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һәм совет-япон (1945) һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Дан һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Мәһәҙиев Басир Дәүләт улы (1933—2.06.2014), ғалим-тау инженеры-геолог. Геология-минералогия фәндәре кандитаты (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған геологы (1986), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Асҡаров Тимерйән Динмөхәмәт улы (1938—2005), механизатор. 1960—1995 йылдарҙа Кушнаренко районының Фрунзе исемендәге колхоз механизаторы. Ленин ордены кавалеры.
- Сирбаев Дамир Тәфтизән улы (1938), машина эшләүсе. 1965—1993 йылдарҙа Баймаҡ машиналар эшләү заводы эшсеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Новиков Борис Михайлович (1943), инженер-нефтсе. 1966 йылдан (өҙөклөк менән) «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы инженеры, цех начальнигы урынбаҫары, баш инженер урынбаҫары; 1987—2004 йылдарҙа үҙәк инженер—технология хеҙмәтенең смена начальнигы, производствоны автоматлаштырыу цехы начальнигы. Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Фильчев Виктор Васильевич (1948), баянсы, педагог. 1972—1988 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Профессор (2001). РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
- Хәсәнова Винира Ғиниәт ҡыҙы (1948), театр артисы. 1974—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005).
- Пуховский Юрий Владимирович (1953), инженер. Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының конструктор бүлеге начальнигы. «Почёт Билдәһе» һәм 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры.
- Хәмиҙуллин Илдар Әнүәр улы (1958), Көйөргәҙе районының «Ремонтсы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Шәкүров Ринат Вәхит улы (1958), инженер, йәмәғәтсе. 1988 йылдан Нефтекама типографияһы директоры. 1993 йылдан Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының баш инженеры, 1998—2016 йылдарҙа Өфөләге Ф. Э. Дзержинский исемендәге типография директоры. 1996—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Полиграфистар ассоциацияһы президенты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Миңеште ауылынан.
- Сафин Дим Риф улы (1963), спортсы. Милли көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Халыҡ-ара турнир, биш тапҡыр РСФСР (1980, 1981, 1989, 1990) һәм Рәсәй (1999), 14 тапҡыр Башҡортостан чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Илтабан ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иванов Пётр Игнатьевич (1904—9.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, кавалерия полкы командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәфиәтуллин Рәфәиз Хажи улы (1929—23.07.2007), инженер-электромеханик-ғалим. 1961 йылдан Силәбе ҡалаһындағы Асыҡ тау эштәре ғилми-тикшеренеү институтының сектор мөдире, 1978 йылдан хәҙерге Көньяҡ Урал дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылға тиклем кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1977), профессор. (1982). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1995), СССР Геология министрлығының почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1989). «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән хәҙерге Туймазы ҡалаһы эсендә ҡалған Сулпан ауылынан.
тулы исемлек
- Исламов Рәфис Усман улы (1944), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1984—2000 йылдарҙа Ҡариҙел районының «Совет» колхозы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Фәнүнә Сиражетдинова (1949), йырсы, педагог. 1980—2003 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2006—2014 йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Фазлетдинов Камил Нәжми улы (Камил Фазлый; 1949), мәғариф хеҙмәткәре, сатирик яҙыусы. 1975 йылдан Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1994 йылдарҙа — мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005) һәм мәғариф отличнигы (1994). Фәтих Кәрим (2000) һәм Динис Бүләков исемендәге (2009) әҙәби премиялар лауреаты. Башҡортостандың Яҙыусылар (1997) һәм Журналистар (2005) союздары ағзаһы. Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы.
- Бикбаев Илдар Зиннур улы (1959), йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының 7-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтарының республика йәмәғәт фонды советы рәйесе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.
- Мәүлитов Таһир Рыфат улы (1959), хирург‑травматолог-ғалим. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1983 йылдан Республика бешеүҙән дауалау үҙәге табибы. Медицина фәндәре докторы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1564: Галилео Галилей, Италия ғалимы, тәбиғәт фәндәренә нигеҙ һалыусы.
- 1862: Савва Морозов, Рәсәй империяһы эшҡыуары, меценат.
- 1935: Илһам Шакиров, СССР йырсыһы, РСФСР-ҙың (1983), Татар (1969) һәм Ҡараҡалпаҡ (1981) АССР-ҙарының халыҡ артисы.
- 1857: Михаил Иванович Глинка, рус композиторы.
- 1938: Туйкин Кәбир Кәрим улы, яҙыусы, драматург һәм шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.
- 1953: Рәимов Риф Мөхсин улы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәүге башҡорт совет тарихсы-ғалимдарының береһе, тарих фәндәре докторы (1950).