11 июль
Уҡыу көйләүҙәре
(11 июля битенән йүнәлтелде)
11 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 июль Викимилектә |
11 июль — григориан стиле буйынса йылдың 192-се (кәбисә йылында 193-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 173 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй Федерацияһы: Сәхнә яҡтыртыусы хеҙмәткәрҙәр (светооператорҙар) көнө.
- 1613: Рус батшалығында Романовтар нәҫеле идара итә башлай.
- 2011: Благовар районында Һарайлы ауылында Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Ҫарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Самарин Павел Григорьевич (1930—3.10.2012), хеҙмәт алдынғыһы. 1962–1992 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, насос станцияһы машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1985), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969), почётлы нефтсеһе (1985) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1981). Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының 1960-сы йылдар аҙағында бөткән Демидовка ауылынан.
- Хәзиев Ғәлимйән Мөхәмәтша улы (1930), хеҙмәт алдынғыһы. 1949—1994 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһенең Әлмәт быраулау эштәре идаралығы быраулаусы һәм мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Татар АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981), СССР-ҙың (1981) һәм ТАССР-ҙың (1985) почётлы нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Исмаил ауылынан.
- Булавкин Вячеслав Васильевич (1940—9.10.2007), ғалим-инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы хәҙерге «Техномаш» ғилми-производство берекмәһе генераль директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары — баш технологы, 1991 йылдан — генераль директор урынбаҫары — башҡарма директор, 1992 йылдан — генераль директор, бер үк ваҡытта 1987 йылдан Мәскәү техник университеты уҡытыусыһы, 1996 йылдан «Машприбор» кадрҙар әҙерләү институтының ике тәғәйенләнешле юғары технологиялар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1996). СССР Министрҙар Советы премияһы (1991), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһының ике тапҡыр (1998, 1999) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Архангел ауылынан.
- Викторов Виталий Васильевич (1960), ғалим-анестезиолог-реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2002 йылдан Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының баш табибы, 2003—2011 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы; 2012 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты директоры. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Һыуыҡҡул-Михайловка ауылынан.
- Рузанов Владимир Александрович (1960), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. «Востокнефтезаводмонтаж» йәмғиәтенең баш инженер урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Погодин Василий Николаевич (1965), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Ауыр атлетика буйынса СССР Хәрби-Һауа көстәре чемпионы (1988), үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселеге еңеүсеһе (1985). Рәсәй кубогын яулаусы (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы (1995), спортсы. Шашка буйынса 2017 йылғы донъя чемпионатының бронза призёры, Европаның 2016 йылғы чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер (2016).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эйдинов Семён Григорьевич (1911—23.01.1983), хор дирижёры, педагог һәм музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1942—1982 йылдарҙа Магнитогорск музыка училищеһы (хәҙер — консерватория) директоры, бер үк ваҡытта 1944—1983 йылдарҙа хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры. Магнитогорск Хор йәмғиәтен ойоштороусы һәм 1958—1983 йылдарҙа уның идара рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1976) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958). Ленин (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры. Магнитогорск ҡалаһының почётлы гражданы (1971). Сығышы менән Өфөнән.
- Исхаҡов Илдар Әхмәҙулла улы (1946), техник-геолог, хужалыҡ эшмәкәре. 2002—2005 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең генераль директоры, 2005—2010 йылдарҙа «Геофизика» ғилми-производство фирмаһы директоры. Рәсәй Федерацияһы Тау академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған геологы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2003). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районы Ютазы ауылынан.
- Хажин Вәкил Исмәғил улы (1946), мәғариф һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-педагог-методист. 2000—2011 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2005 йылдан башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Егорова Наталья Николаевна (1956), ғалим-гигиенист. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1997 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһы Башҡортостан Фәнни үҙәгенең — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Медицина фәндәре бүлегенең ғилми секретары. Медицина фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы (1956), ғалим-селекционер, педагог. 1992 йылдан Өфө урман хужалығы техникумы директоры, артабан уҡыу-тәжрибә хужалығы (лимонарий) мөдире; бер үк ваҡытта 2008 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы урман хеҙмәткәре (2007).
- Живитченко Эдуард Вячеславович (1961), журналист. 1986 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1985 йылдан Салауат ҡалаһының «Ленинский путь» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 1991—2001 йылдарҙа Ишембай ҡалаһының «Восход» — «Торатау» газите мөхәррире, 2005 йылдан Ишембай ҡалаһындағы «Полиграфсервис» йәмғиәтенең генераль директоры, 2013 йылдан Салауат ҡалаһының «Выбор» гәзитенең сығарыусы мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1991). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Климов Владимир Яковлевич (1892—9.09.1962), СССР-ҙың авиация двигателдәре конструкторы, СССР Фәндәр Академияһы академигы (1953), инженер-авиация хеҙмәте генерал-майоры (1944). 1935 йылдан 26-сы Рыбинск мотор заводының һәм, предприятие Өфөгә күсерелгәс, 1941-1946 йылдарҙа ошо заводтың баш конструкторы. СССР-ҙың икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1946-1950). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1940, 1957), СССР Дәүләт премиялары лауреаты (1941, 1943, 1946, 1949). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Французова Ольга Ивановна (1927—30.09.2019), табип, йәмәғәтсе. 1951 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы 8-се дауаханаһының акушер-гинекологы, 1958—2002 йылдарҙа — 1-се гинекология бүлеге мөдире. Өфөнөң бер нисә саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Похвистнев районынан.
- Бадрин Валентин Александрович (1932), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1950 йылдан Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының ветеринария фельдшеры, ветеринария технигы, зоотехнигы һәм мал ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән Вологда ҡалаһынан.
- Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙы (1937), шағир, прозаик. 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (1942), ғалим-анатом. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—2000 йылдарҙа педиатрия факультеты деканы, 1993 йыл]ан кеше анатомияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2002), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Ураҙбахтин Радик Хәмзә улы (1957), спортсы, педагог. Ағиҙел ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, көрәш буйынса халыҡ-ара класлы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Аҡназарова Гөлназ Вәкил ҡыҙы (1962), бейеүсе, балетмейстер, муниципаль хеҙмәткәр. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1988—1990 йылдарҙа вуздың студенттар клубы директоры һәм «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамленең художество етәксеһе; 1993 йылдан Сибай бейеү ансамбле бейеүсеһе, художество етәксеһе; 2003 йылдан Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе; 2005—2016 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997). Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Сөләймәнов Хәлит Хәмзә улы (1962), мәғариф өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1983 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры; 1998 йылдан — район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы; 2000—2007 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2003). Сығышы менән ошо райондың 1-се Этҡол ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәҡиев Әғлә Рахман улы (1908—4.06.1973), агроном, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1952—1959 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы директоры; 1961—1964 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш (1959—1963) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылынан.
- Зөлфәр Хисмәтуллин (1923—6.04.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусыһы. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Бобрик Борис Фёдорович (1933—21.07.2013), төҙөүсе-инженер. 1994—2003 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1987). СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ленин (1973) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2002).
- Әхмәров Рим Нәжми улы (1933), инженер, нефтсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1956 йылдан «Ишембайнефть» производство идаралығы эшсеһе, быраулаусы ярҙамсыһы, мастер, инженер һәм өлкән инженер; 1962 йылдан КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының 2-се секретары, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, КПСС-тың Сибай ҡала комитетының 1-се секретары; 1981 йылдан «Башнефть» берекмәһе Ғилми-тикшеренеү секторының баш инженеры, начальнигы. Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Петров Мефодий Иванович (1948—26.10.2008), педагог, мәғариф, партия, профсоюз һәм урындағы башҡарма органдары хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор. 1972 йылдан Дүртөйлө районы Йәрмиә һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры; 1981 йылдан Крупская исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секкретары, 1990 йылдан — профком рәйесе, колхоз рәйесе урынбаҫары; 1995—2008 йылдарҙа Миәҙәк ауыл хакимиәте башлығы. «Шонанпыл» («Йәйғор») мари халыҡ фолькор ансамблен ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе, 100—ҙән артыҡ йыр авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Миәҙәк ауылынан.
- Саитова Татьяна Васильевна (1948), малсы. 1968—2003 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Тамаковка ауылынан.
- Фазылов Марат Әхкәм улы (1948), юрист. 1977 йылдан Ғафури район халыҡ суды судьяһы, рәйесе; 1985—2010 йылдарҙа Башҡортостан Юғары суды судьяһы. Рәсәйҙең (2006) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һунаршин Хатмулла Хәбиб улы (1929), хеҙмәт ветераны. 1946—1989 йылдарҙа Баймаҡ районының «Сибай» совхозы механизаторы. Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Казаков Валерий Петрович (1934—6.08.2010), ғалим-физик‑химик. СССР (1990) һәм Рәсәй (1991) Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2002).
тулы исемлек
- Мостафин Айрат Харис улы (1959), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Асҡар Абдразаҡов (1969), опера йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), халыҡ-ара ижади конкурстар лауреаты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1805: Пётр Каратыгин, Рәсәй империяһы актёры, драматург һәм педагог, водевилдәр авторы.
- 1819: Антал Регули, Венгрия лингвисы.
- 1825: Габриэл Сундукян, Әрмәнстан яҙыусыһы, драматург.
- 1885: Роже де ла Френе, Франция рәссамы.
- 1890: Пятрас Вайчюнас, Литва шағиры, драматург һәм тәржемәсе.
- 1895: Павел Беспощадный, СССР шағиры, Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- 1910: Сергей Вернов, ғалим-физик, СССР Фәндәр академияһы академигы.
- 1920: Юл Бриннер (төп исеме Юлий Борисович Бриннер), АҠШ-тың театр һәм кино актёры, сығышы менән Владивосток ҡалаһынан.
- 1925: Николай Гедда (төп фамилияһы Устинов), Швецияның опера йырсыһы.
- 1925: Маттивильда Доббс, АҠШ-тың опера йырсыһы.
- 1935: Константин Ершов, СССР актёры, кинорежиссёр һәм сценарист.
- 1940: Елена Камбурова, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы, актриса, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
- 1960: Джафар Панахи, Иран кинорежиссёры, сценарист.
- 1960: Антон Табаков, СССР һәм Рәсәй актёры, бизнесмен һәм ресторатор.
- 1965: Эдуард Радзюкевич, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1990: Каролина Возняцки, Дания тенниссыһы, донъяның элекке беренсе ракеткаһы.