Өфө провинцияһы
Өфө провинцияһы | |
---|---|
Үҙәге | Өфө ҡалаһы. |
Ойошторолған | 1719 |
Бөтөрөү | 1775 |
Майҙаны | км² |
Өфө провинцияһы (рус. Уфимская провинция) — 1719 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1712—15 йылдар) ойошторола.
Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Провинцияға Өфө өйәҙе территориялары инә. Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы. Ҡазан губернаһы составында була, 1728 й. алып махсус статуслы үҙ аллы терр‑я (Сенатҡа туранан‑тура буйһона), 1744 йылдаң — Ырымбур губернаһы составында. Өфө провинцияһы воеводаһы, 1740—44 йй. вице‑губернатор идара итә. Урындағы дәүләт власы органдары: Өфө провинция канцелярияһы (составына камерир, рентмейстер, провиантмейстер, земство комиссарҙары, обер‑ландрихтер һәм ландрихтерҙар ингән), рекрут эштәре канцелярияһы, провиантмейстер контораһы, Өфө ҡала магистраты һәм башҡа. 1727 йылда алып провинция канцелярияһы ҡарамағында городовойҙар (өйәҙ), Бөрө, Минзәлә, Уҫы, Йәлдәк ҡәлғәһе, Красноуфимск ҡәлғәһе, Нуғайбәк ҡәлғәһе, Табын ҡәлғәһе воеводалары була. 1737 й. Өфө провинцияһы Урал аръяғы өлөшө — Иҫәт провинцияһына, 1744 й. көньяҡ өлөшө Ырымбур провинцияһына ҡушыла. 1781 й. Өфө провинцияһы бөтөрөлә, уның территориялары Бәләбәй өйәҙе, Бөрөөйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Минзәләөйәҙе, Ырымбур өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө наместниклығының Өфө өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Уҫы өйәҙе составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ‑көнбайышта һәм төньяҡта — Ҡазан өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Себер губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — ҡаҙаҡ йөҙҙәре, көньяҡ‑көнбайышта Әстерхан губернаһы менән сиктәш була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан
- Башҡорттар
- Бәләкәй Башҡортостан
- Оло Башҡортостан
- Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
- Арғаяш милли округы
- Өфө губернаһы
- Ырымбур губернаһы
- Кантон идараһы Башҡортостанда
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт Энциклопедияһы, Өфө провинцияһы(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]