Эстәлеккә күсергә

Әбләй (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аблей
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге524,1 м
Урынлашыуы
57°39′17″ с. ш. 59°42′59″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыСвердловская область
Тораҡ пунктНижний Тагил 
Тау системаһыСредний Урал 
Тау һырты йәки массивВесёлые горы 
Свердловск өлкәһе
Красная точка
Аблей

Әбләй түбәһе— Урта Уралдағы Веселки тауының ( Весёлые горы ) түбәләрҙең береһе.Рәсәйҙә Свердловск өлкәһендә урынлашҡан. Бейеклеге— 524 м.

Әбләй түбәһе "Кировоград ҡала округы" муниципаль берәмегендә урынлашҡан. Левиха ҡасабаһына 4 саҡрым алыҫлыҡта, Черноисточинск һәм Уралец һәм Висим ҡасабалары эргәһендә, Түбәнге Тагилдан көньяҡ-көнбайышта, Аҡташ тауынан (гора Белая) көньяҡ-көнсығышҡа һәм Черноисточинский быуаһынан көньяҡта урынлашҡан .

Аҡташ тауы — популяр курорт, халыҡ-ара саңғы базаһы. Йәнәшәлә Ослотау (Острая) һәм Киңтау( Широкая.) тауҙары урынлашҡан. Тау Веселки тауы һыртының (хребет Весёлые горы ) көнсығыш сиге булып тора. Бейеклеге — 524,1 метр.

Әбләй тауының битләүе һөҙәк, урман менән капланған. Түбәһе ике башлы, ян-яҡтарынан да суҡы һымаҡ сығып торған бик күп ҡалдыҡ ҡаялар менән уратып алынған.

Веселки тауҙары (хребет Весёлые горы ) көнсығыш сиге менән Әбләй тауына барып терәлеп тора.

Әбләй (Аблай) - башҡорт (төрки) андронимы, баланы яман көстәрҙән һаҡлау өсөн ҡушылған, сөнки дегәнәк тигәнде аңлатҡан

Әбләй - башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадында "Ҡара юрға" эпосындағы төп герой