Әбйәлилов
Уҡыу көйләүҙәре
Әбйәлилов — ир-ат фамилияһы. Әбйәлил исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡорт халҡында ҡулланыла.
Әбйәлилова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбйәлилов Талип Салауат улы (рус. Абжалилов Талип Салаватович) (1902- ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы составындағы 76 миллиметрлы батареяның ездовойы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Әбйәлилов Шәриф Ғәзиз улы (1939), хужалыҡ эшмәкәре. 1982—2002 йылдарҙа «Башвтормет» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы (1997) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы (1999). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Әбйәлилова Мөкәрәмә Ғәзиз ҡыҙы (1925 йыл) — китапханасы, 1953—1955 йылдарҙа — Сибай ҡасаба Советы рәйесе. Юғары партия мәктәбендә уҡый. Йылайыр КПСС район комитеты секретары, Сибай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була. БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |