Яңы Александрия ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институты
Яңы Александрия ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институты | |
Дәүләт | Польша |
---|---|
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Харьков, Украина |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Новоалександрийского института сельского хозяйства и лесоводства[d] |
Яңы Александрия ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институты (Яңы-Александрия, хәҙ. Пулава) — рус. Новоалександрийский институт сельского хозяйства и лесоводства — Европала һәм Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып асылған ауыл хужалығы юғары уҡыу йорто.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул саҡта Рәсәй империяһына ингән Варшаваның Маримонт биҫтәһендә 1816 йылда (хәҙерге — Варшава районының Жолибож территорияһында) институт-«агрономия» булараҡ барлыҡҡа килгән.
1840 йылда институтҡа Варшава урман мәктәбе ҡушыла, шунан һуң уҡыу йорто ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институты тип йөрөтөлә башлай.
1860-сы йылдарҙа институт Яңы Александрияға күсерелә (Пулавы, пол. Puławy, Люблин губернаһы), 1869 йылда уны Чарторыйскиҙарҙың элекке һарайын��а урынлаштырғандар.
Яңы Александрияға күсерелгәс, 1862 йылда ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институты тәүҙә 5 бүлексәле политехникум булараҡ асылған, әммә бындай хәлдә бик оҙаҡ булмаған. Ваҡытлыса ябылғандан һуң мәктәп 1869 йылда ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институты булараҡ тергеҙелгән, әммә поляк төбәге булыуға ҡарамаҫтан рус телендә уҡытыу мотлаҡ булған; мәктәп дәүләт хеҙмәте хоҡуҡтарын бирмәгән.
Пётр ауыл хужалығы академияһы менән бер үк ваҡытта институт икенсегә ябыла, әммә 1894 йылда яңы устав индерелеү менән, йәнә асыла. Яңы александрия институтының реформаһы 1912 йылға, игенселек ведомствоһына тапшырылған ваҡытҡа, ҡарай. Ошо ваҡыттан алып ҡына аҡса килеү башлана. Шул ваҡытҡа тиклем Яңы Александрия институты ғәҙәттән тыш матди ҡыҫынҡылыҡ шарттарында йәшәгән. Ҡайһы бер уҡыу әсбаптары элекке Пулава һарайы хужаларының ат аҙбарҙарында һәм хужалыҡ ҡаралтыларында урынлаштырылған. Яңы Александрия институты һәр ваҡыт айырым бер утрау кеүек йәшәп килгән. Ауыр шарттарҙа эшләһә лә, Яңы Александрия институты рус агрономияһына бик күп ҙур эшмәкәрҙәр бирә ала. Билдәле рус тупраҡ белгестәре Докучаев менән Сибирцев Яңы Александрия институтында уҡытҡан һәм бында үҙ мәктәбен барлыҡҡа килтергән. Яңы Александрия институты уҡытыусылары иҫәбендә Палладин, Вотчала, Шишкин, Скворцов, Фортунатов, Придорогин һәм башҡалар менән ғорурланған[1].
1891 йылда В. В. Докучаев халыҡ мәғарифы министрлығы һәм игенселек департаменты ҡарамағында Рәсәйҙә ауыл хужалығы мәғарифы мәсьәләләрен әҙерләй. Бер йылдан ул Яңы Александрияға директор сифатында Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институтын реформалау һәм идара итеү йөкләмәһе менән эш сәфәренә ебәрелгән. Институтта ул ни бары 3 уҡыу йылы ғына эшләгән, ләкин унда ғилми һәм административ революция яһаған. 1892 йылда институт директоры профессор |В. В. Докучаевтың юллауҙары арҡаһында институт Рәсәйҙең башҡа университеттары менән тиңләштерелгән хоҡуҡтарға эйә була. Бюрократик көрәш уның көсөн ҡаҡшата һәм нерв системаһы сиренә алып килә.
Институтта Рәсәйҙә һәм Европала иң яҡшылар иҫәбенә ингән ауыл хужалығы музейҙарының береһе ойошторолған булған, шулай уҡ 3 лаборатория, 20 кабинет, ветеринария клиникаһы, метеорологик станция, тәжрибә фермалары (һөтсөлөк һәм өс үҫемлекселек), оранжереялар, ағас питомниктары, китапхана, китап уҡыу бүлмәһе (200 тирәһе периодик баҫма) була.
Беренсе донъя һуғышы башында 1914 йылда институт Харьковҡа эвакуацияланған. 1921 йылда В. В. Докучаев исемендәге Харьков ауыл хужалығы институты булараҡ тергеҙелгән (хәҙер Харьков милли аграр университеты)[2].
1916 йылда Яңы Александрияла ҡалған институт подразделениелары нигеҙендә 1951 йылға тиклем Польшаның Фәндәр академияһы институттары составына ингән Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ойошторола.[2].
Институт директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Докучаев Василий Васильевич (1892—1895)
- Потылицын Алексей Лаврентьевич (1895—1900)
- Беляев Владимир Иванович (ботаник) (1901—1902)
- Будрин Петр Васильевич (1902—1905), революция хәрәкәтендә ҡатнашҡан студенттарҙы уҡыуҙан сығарыуҙан баш тартҡан өсөн эшенән китергә мәжбүр була
- Скворцов Александр Иванович (1905—1907)
- Саноцкий Антон Степанович (1907—1911)
- Калугин Иван Иванович (1911—1914)
- Алов Александр Алексеевич (1915—1919)
Билдәле уҡытыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Феликс Бердау
- Залесский Вячеслав Константинович
- Тольский Андрей Петрович
Мәғлүмәт сығанаҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новоалександрийский институт сельского хозяйства и лесоводства// Большая Советская энциклопедия
- Записки Ново-Александрийского института сельского хозяйства и лесоводства. Год первый, 1876. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Форма профессоров и студентов Новоалександрийского института сельского хозяйства и лесоводства в 1892—1914 годах
- «Культурно-просветительная элита России XVIII—XIX вв. как двигатель прогресса агрономии вообще и опытничества в животноводстве». Вергунов Виктор Анатольевич
- Л. В. Ново-Александрия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Биографии преподавателей Новоалександрийского института
- Fleszarowa R. Wybitni rosyjscy badacze Ziemi na wyższych uczelniach Królestwa Kongresowego w końcu XIX i początkach XX wieku // Wiadomości Muzeum Ziemi. 1952. T. 6. N 2. 412—423. Рез. На рус. и фр. (Выдающиеся русские почвоведы в высших учебных заведениях Царства Польского в конце 19 и начале 20 века)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- HISTORIA OŚRODKA NAUK ROLNICZYCH W PUŁAWACH [1]
- ЧУГУЕВСКИЙ ИНСТИТУТ: НЕСБЫВШАЯСЯ МЕЧТА 2021 йыл 16 май архивланған. // Артем Левченко, «Красная звезда»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Новоалександрийский институт сельского хозяйства и лесоводства
- ↑ 2,0 2,1 [ Яңы Александрия ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институты] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә