Эстәлеккә күсергә

Шәрипов Марат Сабит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрипов Марат Сабит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 март 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Ямаҡай, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Йырсы тауышы бас[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шәрипов Марат Сабит улы (26 март 1962 йыл) — ғалим-филолог, йырсы (бас). 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм бале�� театрының әйҙәүсе солисы. Филология фәндәре кандидаты (1988), доцент (1988). Татарстан Республикаһының халыҡ (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).

Марат Сабит улы Шәрипов 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Благовар районы Ямаҡай ауылында тыуған.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын, аҙаҡ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса (профессор Р. Г. Ғәлимуллина) тамамлаған.

1988 йылда Башҡорт дәүләт университетында «Т. Миңнуллин драматургияһы: (Герой проблемаһы һәм уның художестволы кәүҙәләнеше)» темаһына диссертация яҡлай.

2001 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһында эшләй.

Йырсы репертуарында сит ил, рус, башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, татар, башҡорт һәм рус халыҡ йырҙары.

Бер үк ваҡытта 1988 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында татар әҙәбиәте тарихын, әҙәбиәт теорияһын, татар әҙәби тәнҡит тарихын уҡыта, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, «Рамаҙан» төрки милли-ағартыу үҙәге рәйесе.

Филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә (1988).

  • Оратор (В.-А. Моцарттың «Тылсымлы флейта»)
  • Цуниг (Ж. Бизе, «Кармен»)
  • Эскамильо (Ж. Бизе, «Кармен»)
  • Доктор (Дж. Вердиҙың «Травиата»)
  • Феррандо (Дж. Вердиҙың «Трубадур»)
  • Рамфис (Дж. Вердиҙың «Аида»)
  • Монтероне (Дж. Верди, «Риголетто»)
  • Бонза (Дж. Пуччини «Мадам Баттерфляй»)
  • Анджелотти (Дж. Пуччини «Һағыш»)
  • Бертран (П. Чайковский «Иоланта»)
  • Һыуыҡ (Н. Римский-Корсаков «Ҡарһылыу»)
  • Алеко (С. Рахманинов «Алеко»)
  • Төхвәт, Иван Грозный (З. Исмәғилев «Урал илселәре»)
  • Хангилде (З. Исмәғилев «Ҡаһым-түрә»)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • С. Сәйҙәшев исемендәге Бөтә Рәсәй вокалистар конкурсында Гран-при. (1991)
  • Ю. Гуляев исемендәге Бөтә Рәсәй опера йырсылары конкурсы лауреаты (1993)
  • «Татар йыры-95» Халыҡ-ара конкурстың I премияһы (1995)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2010)