Шәмсетдинова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы
Шәмсетдинова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1961 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫәкәй |
Һөнәр төрө | шағир |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Шәмсетдинова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы (24 октябрь 1961 йыл) — башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары һәм Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы.2021 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Шәмсетдинова 1961 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Иҫәкәй ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуған. Атаһы Рәшит — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әсәһе Тайфа апай — биш балаға ғүмер биргән. Әсәһе атаһы менән бергә хаҡлы ялға сыҡҡансы тимерлектә эшләй;шулай уҡ улар ат дағалай, тәгәрмәскә тимер кейҙерә, сана яһай.
Рәшиҙә мәктәптә алдынғы уҡыусы була. 1979 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1984 йылда Илеш районы Сеңрән 8 йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрелә, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә.
1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс синыфтар факультетына башҡорт-рус кафедраһына эшкә саҡырыла.
1996 йылда Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант итеп тәғәйенләнә.
2002 йылдан — Стәрлетамаҡ медицина колледжында китапхана мөдире.
1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2007 йылдан — Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы (2010)
- Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почёт грамотаһы.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2021)
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе мәҡәләһе «Башҡортостан пионеры» газитендә 1974 йылдың 31 авгусында баҫылып сыға. Актив яҙышҡаны өсөн 1975 йылда «Башҡортостан пионеры» гәзите Рәшиҙәне «Артек» пионер лагерена путевка менән бүләкләй. Төрлө илдән килгән малайҙар, ҡыҙҙар менән 40 көн буйы Ҡара диңгеҙ буйында ял ��теп ҡайтҡандан һуң, Рәшиҙә шиғырҙар ҙа яҙа башлай. Улар район гәзите "Восход"та баҫылып сыға, «Пионер» журналында донъя күрә башлай.
Башҡорт дәүләт униветситетының филология факультетында 4-се курста уҡығанда «Йәш көстәр» альманахында шиғырҙары баҫыла. Артабан республика гәзит-журналдарында шиғри әҫәрҙәре, хикәйәләре һәм мәҡәләләре донъя күрә. Шиғырҙары шулай уҡ мәктәп дәреслектәрендә, антологияларҙа урын алған.
Беренсе китабы 1992 йылда «Ҡосағымда — ҡояш» исеме менән быҫыла. 1997 йылда балалар өсөн китабы «Мин — ҡояшҡай» донъя күрә. 1998 йылда «Йыһанға хаж» тигән өсөнсө китабы сыға. 2007 йылда «Бейеүсе болан», 2011 «Фәрештә ҡанатында» тигән китаптары нәшер ителә.
2017 йыл шағирәнең ололар өсөн "Ысыҡ һутындағы ҡисса" шиғырҙар йыйынтығы донъяға килһә, 60 йәшлек юбилейына Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте балалар өсөн дини йөкмәткеле "Һандуғас сере" исемле китабын бүләк итеп һөйөндөрҙө.
2022 йылда "Бәрәкәт асҡысы" тип исемләнгән коллектив йыйынтыҡта авторҙың да һоҡланғыс ижадына байтаҡ урын бирелгән.
Шағирәнең ижады йылдан-йыл сағыулана, баҙыҡлана бара.
Һуңғы йылдарҙа прозаға тартылыуы авторҙың ижади офоҡтарының киңәйеүе хаҡында һөйләй.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡосағымда — ҡояш: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1992.
- Мин — ҡояшҡай: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1997.
- Йыһанға хаж (1998);
- Бейеүсе болан» (2007);
- Фәрештә ҡанатында (2011).
- Ысыҡ hутындағы ҡисса (2017)
- Һандуғас сере (2021).
Әҫәрҙәре ингән йыйынтыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт шиғриәте антологияһы. /Төҙ.: Р.Бикбаев, Ғ.Хөсәйенов, М.Нәҙерғолов, И.Кинйәбулатов, Ф.Әхмәтова).- Өфө: Китап, 2001.- 816 б.
- Стерлитамак мой. /Сост.З.Янбердина,К.Акбашев.Стерлитамак, 2004г.
- Мәхәббәтнамә.Мөхәббәтнамә./Г.Котоева, Р.Корбан,С.Шәрипов.-Ҡазан:Мәгариф,2005.
- Антология поэзии Башкортостана. / Сост.Равиль Бикбаев, Азамат Юлдашбаев.-Уфа.:Китап, 2007г.-456с.-307б.
- Шихандар ҡосағында. В объятиях шиханов. Назаргулова Р.Б.-Стерлитамак,2015г.-343б.
- Балалар әҙәбиәте антологияһы.3 том.Төҙ.:Ф.Х.Ғөбәйҙуллина.-Өфө:Китап,2018.-432б.
- Бәрәкәт асҡысы.Шиғырҙар йыйынтығы.//Өфө:"Абруй"+"яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 2022.-224 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2017)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәйсә Илишева. "Шағирә булыр уның исеме".- "Ашҡаҙар" г.№94(1713) 23 ноябрь 2016 й;
- Рәйсә Илишева."Шағирә булыр уның исеме".-"Башҡортостан"г.№31 (27283) 17 март 2017 й.;
- Гөлнара Насирова."Халыҡ йөрәгенә юл яра".-"Ашҡаҙар"г.№94(1817) 21 ноябрь 2017й;
- Рәшиҙә Ғиззәтуллина."Зауыҡлы әҙәбиәт киләсәген уйлағанда...".- "Ашҡаҙар"г.№100(1823) 12 декабрь 2017 й.
- Сто женских имен города Стерлитамака.Стерлитамак,2019.
- Каина Аҡҡолова."Емеш серҙәше ине"."Башҡортостан",№67(25117) 8 апрель 2008 й.
- Римма Ғәлимова."Балалар йөрәгенә юл"."Ашҡаҙар", №64(2203), 10 август, 2021 йыл
- Римма Ғәлимова."Балалар йөрәгенә юл"."Башҡортостан", 3 сентябрь № 69 (27871), 2021 йыл
- "Ижади портрет". Ф.Аҡбулатова, Р.Илишева. //"Ашҡаҙар" радиоһы, 24 ғинуар 2022 йыл