Хәким Ғиләжев
Хәким Ғиләжев | |||||
Исеме: |
Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы | ||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | |||||
Тыуған урыны: |
Ҡаңны-Төркәй ауыл, , Бәләбәй кантоны, БАССР[1] | ||||
Вафат булған көнө: | |||||
Вафат булған урыны: | |||||
Гражданлығы: | |||||
Премиялары: |
| ||||
Наградалары: |
| ||||
Хәким Ғиләжев, Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы (1 март 1923 йыл — 14 ноябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы Ғиләжев 1923 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының[1] Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған.
Хәким Ғиләжевтар быуыны батырҙар, көрәшселәр, яугирҙәр быуыны. Инде фашизмдан йолоп ҡалған — аҫыл ирҙәр, ҡыйыуҙар, беҙ бит уларҙың сабыуҙарына тотоноп үҫтек. Бөтә барлығыбыҙ менән, бар булыуыбыҙ менән улар алдында бурыслыбыҙ. Ул изге бурысты ҡайтара алдыҡмы һуң, яҙмышыбыҙ, булмышыбыҙ менән?
Хәким Ғиләжев һуғыштың тәүге көндәрендә үк хәрби училище тамамлап, ауыр һуғыш юлдарын үтә, ҡаты яралана һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдары менән наградлана.
Һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡыта. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел, әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була, «Совет Башҡортостаны» газетаһында ла эшләп ала, 1955—1968 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир була. 1968 — 1972 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союздары идараларының ағзаһы итеп һайлана. БАССР Юғары Советы депутаты б��ла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (26.07.1944[2]; 06.04.1985[3])
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Салауат Юлаев исемендәге премия (1973)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан, Бүздәк районы.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Ғиләжев Хәким 2020 йыл 26 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2020)
- Литературная карта Республики Башкортостан
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бүздәк районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 1 мартта тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 14 ноябрҙә вафат булғандар
- 1997 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- «Ағиҙел» журналы баш мөхәррирҙәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйестәре
- 8-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары