Ульяненко Нина Захаровна
Ульяненко Нина Захаровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 17 декабрь 1923 |
Тыуған урыны | Воткинск[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 31 август 2005 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Ижевск, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Хохряковское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | лётчик |
Уҡыу йорто | Удмурт дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ульяненко Нина Захаровна Викимилектә |
Ульяненко Нина Захаровна (17 декабрь 1923 йыл — 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, төнгө бомбардировка авиация полкының звено командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Захаровна Ульяненко 1923 йылдың 17 декабрендә Вятка губернаһының Воткинск ҡасабаһында (хәҙер Удмурт Республикаһы) эшсе ғаиләһендә тыуған.
Һарытау авиация техникумында уҡый.
1939—1940 йылдарҙа ДОСААФ аэроклубында шөғөлләнә. 1940 йылдың 11 апрелендә беренсе тапҡыр һауаға күтәрелә. 1942 йылдың ғинуар айынан алып майына тиклем Энгельс ҡалаһы хәрби авиация мәктәбендә штурмандар курсында уҡый.
1942 йылдың майынан алып фронтта. 1942 йылдың 27 майынан алып — төнгө бомбардировка авиаполкы эскадрильяһы звеноһының экипаж штурманы, 1943 йылдың декабренән 1944 йылдың апреленә тиклем — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка Тамань полкының (325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы 2-се Белорус фронты) осоусыһы, 1944 йылдың декабренән — ошо уҡ полктың звено командиры.
Сталинград күгендә, Волга ярҙарында һуғыша, Төньяҡ Кавказ, Ҡырым, Белоруссия, Польша һәм Көнсығыш Пруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш менән гитлер Германияһының Берлинына тиклем барып етә. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1945 йылдың февраль уртаһына Нина Захаровна штурман булараҡ 388 хәрби осош, осоусы булараҡ 530 хәрби осош яһай.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия лейтенанты Нина Захаровна Ульяненкоға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 8671) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
1945 йылдан гвардия лейтенанты Ульяненко — запаста, ә аҙаҡ отставкаға китә.
1945 йылдың ноябрендә Нина Захаровна Мәскәү сит телдәр хәрби институтының тыңлаусыһы була.
1946 йылда ире Минаков Николай менән бергә Курск ҡалаһына китә, унда ике йыллыҡ Курск өлкә партия мәктәбен тамамлай, «Курская правда» гәзитендә эшләй.
1948 йылдың октябрендә Ижевск ҡалаһына күсеп килә, «Удмуртская правда» гәзите мәхәрририәтендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй, партия эшендә була
1947 йылдан 1951 йылға тиклем РСФСР Юғары Советы депутаты, 1953 йылдан 1955 йылға тиклем Ижевск ҡала Советы депутаты була.
1955 йылда Захаровна Нина Удмурт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә һәм уны тамамлай. 1957 йылда Удмурт педагогия институтын тамамлай. 1957 йылда тәрбиәсе, уҡытыусы, Воткинск ҡалаһының һәм районының мәктәптәр директоры була.
Республика ДОСААФ аэроклубының уҡыу бүлегендә етәксе булып эшләй.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып бара. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы — Ижевскта йәшәй.
1996 йылдың 24 октябрендә «Удмурт Республикаһының почётлы гражданы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.
2005 йылдың 31 авгусында вафат була. Ижевсктың Хохряков зыяратында ерләнә.
Ленин ордены, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены; «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы һ.б. бүләкләнгән.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ульяненко, Нина Захаровна. Незабываемое : воспоминания Героя Советcкого Союза, летчицы первого в мире авиационного женского полка ночных бомбардировщиков / Н. З. Ульяненко. - Ижевск : Удмуртия, 2005. - 93, [2] с., [8] л. ил. ; 21 см. - 1000 экз. - ISBN 5-7659-0176-Х (в пер.)
- Незабываемое. Ижевск, 1975.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ульяненко Нина Захаровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 623. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Смолин В. Верный курс // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ульяненко Нина Захаровна . «Герои страны» сайты.
- Биография и фотодокументы Ульяненко Нины Захаровны.
- Крылатая гвардия — галерея изображений.
- 17 декабрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 31 августа вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Удмурт дәүләт университетын тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- 2-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Совет гвардияһы