Эстәлеккә күсергә

Тофалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тофалар
Туған тел Тофаларҙар теле[d]
Дәүләт  Рәсәй
Урын Тофалария[d]
Халыҡ һаны 719 кеше (2021)[1]
Ил  Рәсәй
 Тофалар Викимилектә
Тофа болансылары төркөмө

Тофалар, тофтар (элекке исеме — ҡарағастар, үҙатамаһы — тоъфа, тофа, топа, тоха, күпс. һ. — тофалар) — Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығышындағы аҙ һанлы төп халыҡтарының төрки телле аҙ һанлы халҡы.

Тофалар биләгән территориялар

Тофалария, Иркутск өлкәһе Түбәнге Уҙа районының көньяҡ өлөшөндә, Бирюса, Уҙа, Ҡана, Гутара, Ия йылғалары бассейндарында һәм Көнсығыш Саяндың төньяҡ-көнсығыш битләүҙәрендә 1920—1930 йылдарҙа булдырылған Алығжер, Үрге Гутара һәм Нерха тораҡ пункттарында (улар ултыраҡ тормошҡа мәжбүри рәүештә күсерелә) йәшәйҙәр. Территория менән бәйләнеш тик һауа аша булдырыла, ҡышҡыһын йылға боҙонан махсуслаштырылған техникала барып етеп була[2].

Рәсәй территорияһындағы йәшәү урындары (2010)[3]
Федерация субъекттары Халыҡ Федерация субъекттары Халыҡ
Бүрәт 2 Тыва 4
Иркутск өлкәһе 678 Хакас 2
Красноярск крайы 23 Яҡутстан 8
Томск өлкәһе 19

XVII быуат аҙағынан 1925 йылға тиклем тофаларҙың һаны даими рәүештә 400-ҙән 500-гә тиклем тәшкил итә. Халыҡтың юҡҡа сығыуы тураһында яҙма мәғлүмәттәр һаҡланмаған, тофаларҙың һаны урыҫтарҙың килеүе менән бәйле түгел һәм уларҙың йоғонтоһо арҡаһында үҙгәрмәгән[2].

Халыҡ һаны
1675[4] 1701[4] 1839[4] 1851[4] 1858[4] 1877[4] 1882[4] 1883[4] 1884[4] 1887[4] 1888[4] 1897[4] 1908[4] 1911[4] 1914[4]
340 405 500 543 416 413 456 457 407 426 431 389 400 449 405
1915[4] 1925[4] 1926[4] 1927[4] 1929[4] 1930[4] 1959[5] 1970[6] 1979[7] 1989[8] 2002[9] 2010[10]
456 416 414 418 412 419 589 620 763 731 837 762

2002 йылда Иркутск өлкәһе тораҡ пункттарында тофаларҙың һаны: Үрге Гутара ауылы — 262; ауыл Алығжер ауылы — 248; Нерха ауылы — 144<[11].

Тофалар теле көнсығыш-төрки Саян төркөмөнә ҡарай. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Иркутск өлкәһендә 723 тофаларҙан 114 кеше (16 % туған телендә һөйләшә, урыҫ телендә — шул уҡ 723 кеше (100 %)[12]. Тофалар теле өсөн яҙма булдырылған, ҡыу әсбаптары һәм әлифба баҫтырылған.

XIX быуат уртаһынан тофа теле өйрәнелә башлай. XVII быуаттан алып урыҫтар менән тығыҙ бәйләнештәр булдырыу һөҙөмтәһендә урыҫ үҙләштереүе барлыҡҡа килә (заимствование), тофаларҙың бер өлөшө урыҫ теленә күскән. Бынан тыш, бүрәттәр менән ярайһы уҡ тығыҙ бәйләнештәр арҡаһында тофаларҙың ҡайһы берҙәре бүрәт телен белә[2].

Мәжбүри рәүештә ултыраҡ тормошҡа күсеүҙән һәм тофалар ҡасабаларын булдырғандан һуң тофалар теле урыҫ теле яғынан ҡыҫырыҡлана башлай, сөнки ҡасабала тофалар менән бергә урыҫтар ҙа йәшәй, ә асылған мәктәптәрҙә тофа теле уҡытылмай[2].

Совет йылдарында тофалар теленең юҡҡа сығыу хәүефе күпкә юғарыраҡ була. Әммә 1990 йылдан алып балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә тофалар балаларын тҡуған телгә өйрәтә башлайҙар, бер үк ваҡытта милли традициялар һәм йолалар тергеҙелә. бөтә тырышлыҡтарға ҡарамаҫтан, тофалар теле юҡҡа сыға торған телдәр исемлегенә индерелгән[2].

Тофалар атамаһы сағыштырмаса яңы, 1930-сы йылдарҙа, нығына һәм тофаларҙың үҙатамаһы тофа һүҙенән алынған, тофаларса — тоъфа (Төньяҡтағы башҡа халыҡтарҙан айырмалы рәүештә тоъфа һүҙе «кеше» мәғәнәһе менән ҡулланылмай. Тофалар телендә кеше — киши[13]). 1930 йылдарға тиклем йыл был халыҡтың башҡа, тотемик атамаһы була — ҡарағастар (ҡара ҡаҙҙар). Был атаманың тофалар ырыуы исеме булыуы бар, һуңынан ул бөтә халыҡҡа таралған. Күпселек тикшеренеүселәр фекеренсә, ҡарағастар Уҙа йылғаһы үҙәненә урыҫ казактары килгәнгә тиклем үк көн күргән, күсмә тормош алып барған.

Ултыраҡ торсошҡа күсереү менән бер үк ваҡытта совет власы «ҡарағастар» атамаһына негатив төҫ бирә (йәнәһе, йәнлектәргә бәйле исем). 1934 йылдан алып рәсми рәүештә тофалар йәшәгән территория элеке Ҡарағасия исеме урынына Тофалария исеме аҫтында йөрөтөлә башлай[2].

Тикшереүселәр фаразлауынса, тофалар боронғо кета телле һәм самодий халҡының Саян-Алтайға күсенгән дубо ҡәбиләләре ҡатнашмаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәнй[14]. Ғәҙәттә дубо (туба, туха) ҡәбиләһе боронғо төрки теле ҡәбиләһе менән тиңләштерелә[15]. Ошо уҡ ваҡытта, А. С. Шабалов фекеренсә, иң башта теле (шул иҫәптән дубо) ҡәбиләһе IV аҙағында төркиләшт��реүгә дусар ителгән монгол телле ҡәбиләләр төркәмөн тәшкил итә[16][17]

Y гаплотөркөмдәре буйынса өлөштәре: N — 82 %, улар араһынан: N-L666 — 45 %, N3a5а — 31 %[18]

Тәүге тапҡыр тофтар дубо (туба, туво) булараҡ V быуаттағы Вэй династияһының ҡытай йылъяҙмаларында телгә алына, унда улар Йәнәсәй йылғаһынан йәшәйҙәр, тип яҙылған[19]. Ул ваҡытта улар төрлө Үҙәк Азия империяларына яһаҡ түләгән.

XVII быуатта Тофалария Мәскәү дәүләте составына инә һәм Ҡытай менән сиктәш булған биләмәләрҙе биләй. 1757 йылдан һуң, Тыва Цин империяһы составына ингәндән һуң, Тофалария Рәсәй империяһы составында ҡала һәм урыҫтар яғынан мәҙәни (телмәр һәм көнкүреш кимәлендә) һәм административ йоғонто кисерә. Административ рәүештә Уҙа ере булдырыла, унда биш улус инә. Тофалар ҡиммәтле тире һәм ит менән яһаҡ түләй, айырым йылдар йыл тәбиғәт шарттарына һәм реаль һунарсылар иҫәбенә бәйле булмай, ҡағыҙға беркетелгән талап буйынса түләнә. Тәүге статистик мәғлүмәттәр ваҡытында (1851 йыл) халыҡтың һаны теүәл билдәле түгел.

Тофалар йәмәғәт тормошонда (Октябрь революцияһыһына тиклем) вазифалы кешеләрҙе һайлау өсөн йыл һайын үткәрелә торған (ҡайһы берҙә 2 йылға бер тапҡыр) бөтә тофалар декабрь йыйылыштары — суғландар (бүр. суглаан — йыйылыш) ҙур әһәмиәткә эйә була.

XХ быуат башына ҡарата тофалар мөхитендә байтаҡ ҡына ырыу-ҡәбилә структураһы билдәләре һаҡланып ҡала, мәҫәлән, 5 патронимик (греч. patronymía — атаһы буйынса атама, patér һүҙенән — атай һәм ónyma — исем) ырыу бүленеше ((Ҡаш, Һары ҡаш, Чогду, Ҡара Чогду һәм Чептей; белгестәр, бындай ырыуҙар һигеҙ булған, тип һанай) һәм патронимик төркөмдәр, улар араһында күсеп йәшәү һәм промысла менән шәғәлләнеү өсөн территориялар билдәләнә. XIX быуат аҙағында урмандарҙа хайуандар кәмеүе арҡаһында бындай бүленештәр йыл һайын үткәрелә.

1939 йылда РСФСР-ҙың Иркутск өлкәһе составында и Тофалар милли район ойошторола, уның үҙәге итеп Алығжер ауылы билдәләнә, әммә 1950 йылда ул бөтөрөлә һәм уның урынына ике тофалар ауыл Советтары барлыҡҡа килә, береһе Алығжерҙа, икенсеһе Үрге гутара ауылында — Үрге Гутара ауыл Советы, у лар Иркутск өлкәһе Түбәнге Уҙа районы составына инә.

1920-се йылдарға тиклемтофалар ярым күсмә халыҡ булалар, һунарсылыҡ һәм болансылыҡ менән шөғөлләнәләр. Төп һунарсылыҡ кәсептәренән тейен, кеш, ҡама, ҡондоҙ, төлкө, мышы, марал, илек һәм башҡа тайга хайуандарына һунар инә. Ултыраҡ тормошҡа күсергән саҡта тофалар бер үк ваҡытта коллективлашыуға дусар ителә һәм иген сәсеүгә һәм малсылыҡҡа күсәләр. Әммә һуңғараҡ улар был эшмәкәрлек төрҙәренән баш тарталар һәм башлыса урман ҡырҡыу, ағас эшкәртеү, кирбес эшләү, мейес һалыу, балта оҫталығын талап иткән төрлө эшкәртеү, биҙәкләү эштәренә күсәләр[2].

Шул уҡ ваҡытта тофалар хужалыҡ тормошонда традицион тайга промыслылары мөһим урынды биләй: һунар, балыҡсылыҡ, эрбет сәтләүеген йыйыу. Бер аҙ кимәлдә болансылыҡ та һаҡланып ҡалған[2].

Совет власы яғынан1930-сы йылдарҙан үткәрелгән әүҙем дингә ҡаршы пропаганда һөҙөмтәһендә тофалар яйлап традицион диндәре наманлыҡтан алыҫлаша һәм күсмә тормош алып барыу менән бәйле күп кенә традицион мәҙәниәте элементтарын юғалта. Традицион милли мәҙәниәтенән тофаларҙа бары тик болансылыҡ, тайга промыслалары оҫталығы һәм тофалар теле ҡалған, ул да булһа көндәлектормошта ғына ҡулланыла. Милли кейемен көн һайын түгел, хатта байрамдарҙа ла кеймәйҙәр, шуның менән бергә традицион тораҡ — чум да юҡҡа сыҡты. Элекке туй һәм ерләү йолалары совет йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән церемониялар менән алыштырылды. Традицион мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу 1980-се йылдар аҙағында билдәләнә, тофалар этник мәҙәниәт үҙәктәре, ижади төркөмдәр, миҙгел фестивалдәре барлыҡҡа килә[2].

Тофаларҙың традицион торлағы конус формаһындағы чум, ул һайғауҙарҙан ҡорола, ҡышҡыһын — йәнлектәр тиреһе менән, йәйгеһен туҙ менән ҡаплана. Чум ике өлөшкә бүленә: ишек яғынан уң яҡҡа — ҡатын-ҡыҙҙар, һул яғынан ирҙәр өсөн.

Ҡышлау урынында ғәҙәттә 2 — 5 чум ҡорола, йәйләү урынында — 10 чумға тиклем. XIX быуат башынан уҡ тофалар буралы йорттар һала башлайҙар.

Ирҙәр өсөн ыштан һәм төрлө өҫкө кейем болан йәки ҡыр кәзәһе тиреһенән тегелә. Өҫкә кейем яланғас тәнгә кейелә, уң яҡ ҡаптырмалы һәм билбау менән бәйләнеп ҡуйылған. Йәйге кейем өсөн туҡыма һатып алынған. XIX быуатта уҡ урыҫ сибиряктарының унификацияланған кейеменә күсәләр, бары тик деталдәрҙә милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалалар (уң яҡлы ҡаптырма, биҙәү, билбауҙар). Тофалар ҡатын-ҡыҙҙар кейеме ыштандан һәм күлдәктән торған, күлдәк түшендә иҙеүе булған, шулай уҡ билбауҙар. Традицион ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүсетрә — алҡалар, баҡыр беләҙектәр һәм балдаҡтар. Ҡышҡыһын тофалар йөнлө яғы эстә булған толоп кейгән. Баш кейемдәре үҙенсәлекле булған: йәйгеһен — маньчжур тибындағы кейеҙ башлыҡ (ғәҙәттә суҡһыҙ; һуңғараҡ уны фуражка алыштыра), ҡышҡыһын — йәнлек тиреһенән эйәк аҫтында бәйләнә торған ҡолаҡсындар.

Традицион туҡланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тофалар рационы нигеҙен ит тәшкил итә, шул иҫәптән болан һәм төрлө кейек ите; арыш икмәк, уны көлдә йәки ташта бешерәләр; һәм тәмләткестәр һәм ҡушымталар сифатында — күп һанлы тамырҙар һәм ҡыр үҫемлектәе (ҡырағай һуған, йыуа, еләк, эрбе сәтләүеге һәм башҡалар). Ауыр һалым түлә арҡаһында айырым йылдарҙа ашау яғы бик наҡыҫ була. Ирҙәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла тәмәке тартыу киң таралған булған.

Тофалар ауыҙ-тел фольклоры — мәҡәл һәм әйтемдәр, әкиәттәр, риүәйәт һәм легендалар — бик бай.

Тикшеренеүселәр араһында киң профилле төркиәтселәр — В. В. Радлов һәм Н. Ф. Катанов, шул уҡ тап тофаларҙы өйрәнеүсе ғалмдар — Петри Б. Э., Рассадин В. И., Шерхунаев Р. һәм башҡалар.

Традицион дини ышаныуҙар эсенә анимизм (һәр нәмәнең йәне бар тип иҫәпләгән тәүтормош кешеләренә хас ҡараш), шаманлыҡ һәм мәжүсилек инә.

XIX быуат аҙағында православие миссионерҙары тырышлығы менән тофаларҙың бер өлөшө христиан диненә әүерелә[20]. Хәҙерге ваҡытта Тофаларияла Иркутск Рәсәй православие епархияһы миссионерлыҡ эшен алып бара. мәҫәлән. 2007 йылдың февралендә 100-ҙән ашыу кеше суҡындырыла[21].

  1. Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Основные сведения о тофаларах | ИОГБУК Центр культуры коренных народов Прибайкалья. etno.pribaikal.ru. Дата обращения: 20 май 2020. 2020 йыл 31 май архивланған.
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Том 4. Национальный состав и владение языками, гражданство. 4. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации. Федеральная служба государственной статистики. Дата обращения: 24 декабрь 2017. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 4,15 4,16 4,17 4,18 4,19 4,20 Мельникова Л. В. Тофы: Историко-этнографический очерк / Отв. ред. В. В. Свинин. — Иркутск: Восточно-Сибирское книжное издательство, 1994. — 304 с. — ISBN 5-7424-0656-8.
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 22 декабрь 2017.
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 22 декабрь 2017.
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 22 декабрь 2017.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 22 декабрь 2017.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Национальный состав населения по регионам России. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 22 декабрь 2017.
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года. Национальный состав населения Российской Федерации. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 23 декабрь 2017.
  11. База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 19 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 12 июль 2019 года. 2019 йыл 12 июль архивланған.
  12. Всероссийская перепись населения 2002 г. Население коренных малочисленных народов по территориям преимущественного проживания и владению языками 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  13. Тофалария — затерянная страна Чёрной Утки
  14. Рассадин И. В. Хозяйство, быт и культура тофаларов. — IMBT, 2005. — С. 17—18. — 193 с. — ISBN 978-5-7925-0163-8.
  15. Маркус С. В. Тува: словарь культуры. — Академический проект, 2006. — С. 6, 670. — 830 с. — ISBN 978-5-902358-93-0.
  16. Шабалов А. С. Происхождение уйгуров, ойратов (калмыков) и других телэских племен XVIII в. до н. э. — XIV в. н. э. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2014. — С. 83—152. — 248 с.
  17. Шабалов А. С. Происхождение уйгуров, ойратов (калмыков) и других телэских племен XVIII в. до н. э. — XIV в. н. э. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2014. — С. 228—235. — 248 с.
  18. http://генофонд.рф/?page_id=32456
  19. «Тофалария — страна гор» — Иркутск, 1988 «Восточно-Сибирское книжное издательство» ISBN 5-7424-0049-7
  20. Коренные народы Севера в современном мире http://www.etnic.ru/etnic/narod/tofalary.html 2020 йыл 11 июнь архивланған.
  21. Православие вновь пришло в Тофаларию! (Миссионерская поездка 2007 года) http://iemp.ru/main_news.php?ID=2482&sphrase_id=4183992
  • Тофалары // Сибирь. Атлас Азиатской России. — М.: Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2007. — 664 с. — ISBN 5-287-00413-3.
  • Тофалары // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  • Мельникова Л. В. Тофы: Историко-этнографический очерк. — Иркутск: Восточно-Сибирское книжное издательство, 1994. — 304 с. — 1000 экз. — ISBN 5-7424-0656-8
  • Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Рассадин И.&nbsp;В. Особенности традиционной материальной культуры саянских оленеводов-тофаларов // Этнологические исследования: Сб. ст. Вып. 1. — Улан-Удэ: Изд-во БНЦ СО РАН, 2000. — С. 131—148.
  • Рассадин В.&nbsp;И. Словарь тофаларско-русский и русско-тофаларский / Тоъфа-орус — орус-тоъфа сооттары: Учеб. пособие для учащихся средних школ. — СПб.: Дрофа, 2005. — 296 с.
  • Рассадин В.&nbsp;И., Рассадин И.&nbsp;В. Тофалары // Тюркские народы Восточной Сибири. — М.: Наука, 2008. — С. 262—333.
  • Рассадин И. В. Хозяйство, быт и культура тофаларов. — Улан-Удэ: БНЦ СО РАН, 2005. — 190 с. — 300 экз. — ISBN 5-7925-0163-7.