Тау йылғалары
Тау йылғалары | |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | тау һырты һәм үҙән |
---|
Тау йылғалары (рус. Горные реки) — тауҙарҙа баш алған, тар, тәрән үҙәнлектә ярҙары текә һәм тау тоҡомодарының һыныҡтары менән уратып алынған ташлы йырҙалы йылғалар.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау йылғаларына ҙур ауышлыҡ, шәп ағым тиҙлеге һәм, һайлыҡтар, йыш ҡына шаршылар һәм шарлауыҡтар хас, тоҡомдар йыуылыуы процестары өҫтөнлөк итә. Тау йылғаларының ауышлығы бейеклектә 60-80 м/км һәм түбәнге ҡатламдарҙа 5-10 м/км тәшкил итә. Ағым тиҙлеге — 1-ҙән 4,5 м/сек-ҡа тиклем һәм унан да шәберәк.
Украина территорияһындағы 28 000 ашыу тау йылға-шишмәләре иҫәпләнә, шуларҙың 28 000-е Карпатта — уларҙың дөйөм оҙонлоғо 55 000 км. Ҡырым тауҙарында — 1600-ҙән ашыу йылға-шишмә, дөйөм оҙонлоғо яҡынса 6000 км
Тау йылғалары ҙур гидроэнергетик ҡеүәткә эйә , арыҡлы төбәктәрҙә йыш ҡына һуғарыу өсөн ҡулланыла .
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың тау йылғалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда тау йылға-шишмәләре бик күп. Башҡортостанда улар барыһы ла Урал тауҙарында, уның армытарындат баш ала.
Төп йылғалар — Ағиҙел дә, Яйыҡ та — тау йылғалары, һәм уларҙың күпселек ҡушылдыҡтары ла — тауҙан.
- Кавказда һәм Краснодар крайында — Терек, Кура, Алазани,Аракс, Риони;
- Уралда — Яйыҡ, Ҡариҙел, Ағиҙел;
- Алтайҙа — Бия, Катунь;
- Саянда — Индигирка, Тунгус-Яха, Йәнәсәй йылғалары һәм бассейндарында күпселек ҡушылдыҡтар ҙа тау йылғалары булып тора[1][2].
Тау йылғалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Инйәр йылғаһы башы
-
Йөйәк йылғаһы. Белорет районы
-
Ағиҙел тау йылғаһы
-
Тау йылғаһы башында
-
Еҙем тау йылғаһы
-
Бухтивецк шарлауығы
-
Кавказдағы тау йылғаһы.
-
Абҙан ауылы эргәһендәге Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан шарлама
-
Һилеғорғо тау йылғаһы. Белорет районы.
-
Тау йылғаһы. Карпат.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мартенс. Горные реки. Техническая энциклопедия. Том 5 - 1929 г.
- Географічна енциклопедія України: в 3 т / Редкол.: А. М. Маринич и др. — К.: Українська радянська енциклопедія, 1989—1993. — ISBN 5-88500-015-8. (укр.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Горные реки россии список 2020 йыл 19 октябрь архивланған. Горные и равнинные реки — описание
- ↑ Горные и равнинные реки — описание
- ↑ Горные реки россии список 2020 йыл 19 октябрь архивланған.