Эстәлеккә күсергә

Татар Ямалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Татар Ямалы
татар. Татар Ямалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Татар Ямалы

Координаталар

55°49′41″ с. ш. 53°45′42″ в. д.HGЯO

Халҡы

398 человек (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423753 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 730 01 

Код ОКТМО

92 605 473 101

Номер в ГКГН

0189484

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Татар Ямалы (Рәсәй)
Татар Ямалы
Татар Ямалы
Татар Ямалы (Татарстан)
Татар Ямалы

Татар Ямалы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы��дағы ауыл. Татар Ямалы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл Ямалы күле һәм Ағиҙел буйында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ямалы (Моншино, Татар Ямалы) — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 1896 йылда ауылда йәшәүсе мариҙар бүленеп сығып яңы ауылға нигеҙ һала, урыҫ телендә ул Черемисские Ямалы[2] тигән исемде йөрөтә, ә төп ауыл — Татарские Ямалы[3] тип атала башлай. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә.

ХХ быуат башында мәсет (1808 йылдан билдәле), икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 87 башҡорт; 1816 йылда — 139 башҡорт, 45 типтәр; 1834 йылда — 162 башҡорт, 35 типтәр; 1859 йылда — 156 башҡорт; 1870 йылда — 320 башҡорт, 66 мари; 1912 йылда — 625 аҫаба башҡорт (Чирмес Ямалыһында — 76 керҙәш татар) йәшәй[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719131920192619381949195819701979198920022008
355386424484575593624425577381516516435408398

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. Мариҙар ул осороҙағы рус сығанаҡтарында черемис тип йөрөтөлгән.
  3. Төрки халыҡтар ул осороҙағы рус сығанаҡтарында татар тип йөрөтөлгән.
  4. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 495—497. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.